Зөлфиә Ҡаҙаҡбаева
Беҙ алһыуҙары ғына...
Эсемдә үҙем дә аңламаған нимәлер бығырҙап тик тора. Юҡ, ауыртмай ул, әллә нимә эшләй. Өйҙә нимәнеңдер үҙгәргәнен һиҙәм, тик нимә икәнен генә аңлай алмайым. Шатлыҡ йә ҡайғы килер булһа, эсемдәге баяғы нәмәҫтәкәй һулҡылдап һиҙҙерә. Гел генә. Ҡустым тыуыр алдынан да шулайтҡайны. Ул саҡта әсәйем менән атайым миңә бәпес алып ҡайтасаҡтарын әйтмәй, әллә нисек кенә булып үҙгәреп йонсоттолар. Күҙҙәре менән һөйләшеп, ирен сите менән генә йылмайышҡандарын мин күрмәй тип уйлайҙармы икән? Түҙеп йөрөнөм-йөрөнөм дә, тоттом да әйттем:
– Хатта бәләкәй балаға һанап маташаларсы! Әйтмәһәгеҙ ҙә беләм! Вис кенә аңланым инде – ҙур бит инде мин! Быйыл көҙгә мәктәпкә барасаҡмын!
Тегеләр аптырашып китте:
– Нимәне аңланың, бәләкәс?
– Бәләкәс булмаһа ярар ине! Ҙур тейем бит! – Улай булғас, нимәне аңланың, ҙурыҡас? – Бәпес алаһығыҙ икәнен! Теге икәү бер-береһенә ҡарап, күҙҙәрен һупайтты. «Һин ысҡындырҙыңмы?» тиеүҙәре инде. Икеһе лә, бер-береһенә инәлеп ҡарап, башын сайҡаны, әйтмәнек, йәнәһе.
– Бына һиңә – мә! – тине атай. – Кем әйтте, ҡыҙым?
– Әйтмәне! Үҙем белдем!
– Бик яҡшы! Нисек әйтергә икән, тип баш вата инек... Һин ҡаршы түгелме, Тамсыгөл? – Әсәйем йәһәт кенә яныма килеп, ҡосағына ала һалды. Мин үсегеп китмәһен тигәнен беләм инде. «Кәзәм» төкөй башлағанын һиҙҙермәҫ өсөн өндәшмәйем, баш ҡына һелкәм.
– Эй, ҡыҙым, ҙур үҫкәнһең икән шул! Һиңә иптәш итеп ҡусты йә һеңле алып ҡайтабыҙ. Магазинда кемеһе бар, шуныһын алабыҙ... – Мин атайымдың алдағанын вапшы яратмайым. Әллә ҡайҙан беләм шуның алдағанын, хатта әсәйем белмәгәндә лә мин белә лә ҡуям. Шуға тиҙерәк уның алдағын өҙә һалам:
– Эйе шул, шулай бумаһа ярар ине! Магазинда бәпес һатылғанын күргәнен бармы? Бына, әсәйҙең эсендә ята ул, белдиш! Икеһе бергә пырх итеп ҡалдылар ҙа, алмашлап мине үбергә, иркәләргә тотондолар. Беләм инде – мин тыуасаҡ бәләкәсте артыҡ күрмәһен, үсегеп йөрөмәһен, ҡарашһын, тигәндәрен. Ҡарашырмын да шул! Әтеү бер минең генә бәләкәс туғаным юҡ, башҡаларҙыҡы вис бар. Уларҙың ҡусты-һеңлеләрен илата-илата эйәртеп йөрөгәндәрендә йәнем көйһә лә, хәтәр күрге килә бәпесте! Шуға үсегеүемде лә йәшерергә тырышам: алмай ҡуйһалар, ҡалайтырмын! Илаҡ булһа ла, алһыннар! Әүрәтермен әле!.. ...Шул бәпес көткән шатлыҡлы мәлдә лә эсем бығырлап ыҙалатҡайны. Унан ҡәртәсәм килер булһа, йә миңә шәп кенә күлдәк һатып алыр булһалар ҙа кетерләй ине. Алдан һиҙеп тора инем бәхетле минуттарҙы. Ә насар берәй нәмә булырға итһә – әсем икенсе төрлө белгертә. Ҡартатай үлер алдынан да шулайтҡайны: әсеттереп кенә һыҙлағайны.
Бына бөгөн дә иңрәйсе. Уй, атайым йә әсәйем үлеп ҡуймаһын тағы! Мин эстән генә Хоҙай олатайҙан уларға ғүмер һорайым: «Ҡустым менән мин үҫеп еткәнсе генә йәшәһендәр инде!» Ҡәртәсәм өйрәткәйне, хәҙер ураған һайын шулайтып ҡабатлап йөрөйөм. Ә эс барыбер көтөрләй...
Өйҙәгеләрҙең тын алышы ла икенсе кеүек. Кисә кис буйына атайым верандала ултырып, гармун тартты. Күптән уйнағаны юҡ ине, эй уйнаны, эй уйнаны! Элек әсәйем уның гармун тартҡанын ныҡ ярата ине. Эргәһенә ултыра ла, һул яҡ яурынына башын һалып тыңлай. Әйтерһең, шулай терәлеп ултырмаһа, ишетмәй! Мин ана әллә ҡайҙа, өй эсендә ултырһам да ишетәмсе! Атайымды ҡыҙғанып, мин уның икенсе яғынан барып һырылам. Белеп торам, икәүебеҙ ҙә атайға уйнарға мишәйтләйбеҙ. Шулай ҙа китмәйем, әсәй ултырғас, мин дә ҡуҙғалмайым. Ҡай сағында әсәйем гармунға ҡушылып йырлап та ебәрә. «Үтә ҡыҙылдар тиҙ уңа, беҙ алһыуҙары ғына...» Әсәйҙең тауышы матур, зыңғырлап тора! Эй, күңелле була! Бер аҙҙан шыпырт ҡына атай ҙа ҡушыла. Хатта мин дә мөңгөрләй башлайым. Шул саҡта ла эсемдә ниндәйҙер нәмә ҡымырйый башлай, быны хәҙер беләм – шатлыҡ!
Ә был юлы әсәйем хатта атайымдың эргәһенә лә сыҡманы. Ул-был эшен эшләп, быныһын шылдырып, тегеһен рәтләп йөрөнө лә, ишекте асып: «Ин, ят! Күршеләргә йоҡларға хут бирмәйһең!» – тине ят бер тауыш менән. Әсем йәнә һыҙы-ы-ып китте: был инде шатлыҡҡа түгел, бәләгә! Ирешеп-талашып тормағастары, нимә булды икән быларға? Нимәгә әсәйҙең «кәзәһе» төкөгән? Мин юрғанымды башым аша ҡаплап, өҫтөмә ябырылып килгән насар был әйберҙән ҡасып ҡотолорға тырышам. Юҡ, бында ла килеп ингән теге нәмәҫтәкәй, тын алырға бирмәй, тамаҡҡа тығыла. Юрғанымды һирпәм дә, күҙемде сытырлатып йомам: бәлки, шул саҡ мине күрмәй, өйөбөҙҙө урап үтер?..
Атайым шым ғына инде. Гармунын оҙаҡ итеп мыштырҙап, һауытына һалды. Ул гелән шулай итә, әсәйем кеүек шарт та шорт йөрөмәй. «Һин бер аҙым баҫҡансы, мин йөҙҙө баҫам», – тип һуҡрана ине әсәй ҡай саҡ. Минең дә йәнем көйә башланы – ятамы шул бөгөн, юҡмы?
Атайым ипле генә баҫып, иҙән таҡталарын шығырҙатмаҫҡа тырышып, эргәмә килде. Хәҙер сәсемдән һыйпап, сикәмдән «әп» итә лә, «Тыныс йоҡо, ҡыҙым!» тип урынына китер. Иртәнсәк тороуға инде был хәл онотолор һәм эсемдең бығырҙауы ла бөтөр! Юҡ, атай китмәне, карауатыма ултырҙы. Мин йоҡлағанға һалышып, күҙемде сытырҙатып йомдом. Сәсемдән дә һыйпаманы, «әп» тә итмәне. Оҙаҡ ҡына тынып ҡалды. Бер күҙемде генә ҡыҫып ҡарамаһам булмай инде. Атай, нисектер, бөгөлөп, аяҡтарына ҡулын терәп ултырған да... Әллә йоҡлап киткән инде? Мин ике күҙемде лә шар асып ебәрҙем. Ҡараңғыға өйрәнгән күҙемә шундай яҡты булып тойолдо. Атайыма ҡараным да, тын алырға оноттом: ике сикәһе буйлап нимәлер ялтырайсы! Үәт әй! Әллә атайым илай инде!
Минең йөрәгем өҙөлөп төшкәндәй булды! Һикереп тороп, атайымды һыға ҡосаҡлап алдым:
– Атай, үлмә, йәме! Атай, үлмә! Мин башҡа бер ҙә үсекмәйем! Гел генә тыңлап йөрөйөм! Маратты ла илатмайым! Эй, илаһа илаһын, барыбер ҡарайым, әрләмәйем дә! Тик үлмә, йәме!
Минең йән көскә аҡырып илауыма теге яҡтан Марат ҡустымдың илаған тауышы ҡушылды. Хәҙер әсәйҙән эләгә инде, саҡ йоҡлатып ебәргәйне. Мин башыма әсәйҙең йоҙроғо ҡуныуын көтөп, күҙҙе шатырлатып йомам. Хатта илауымды ла оноттом! Юҡ, берәү ҙә һуҡманы ла, хатта өндәшмәне лә... Быныһы бигерәк аптыраҡ! Әсәй әрләшмәй икән, тимәк... Тимәк, был бәлә... Бәләнең эргәһендә беҙҙең илау пүстәк! Быны ла минең әсем аңғарта.
– Атай, – тейем мин шым ғына. – Нимә ул минең эсемде әсетеп тик тора? Һинеке лә шулайтамы?
– Эй, ҡыҙым, Тамсыгөлөм, минеке лә шулайта шул... – Әҙ генә шымып, туҙғыған сәстәремде ҡолаҡ артына ҡыҫтыра. – Минең дә йөрәгем һыҙлай... Ныҡ һыҙлай... Һин мине ғәфү ит инде, ҡыҙым! Барыһы өсөн дә ғәфү ит...
– Нимәгә улай тейһең, атай? Атайҙар ғәфү үтенәлер шул! Ниндәй эш боҙҙоң?
– Боҙҙом шул, балаҡайым! Тик... Әле әйтә, аңлата алмайым. Ҙурайғас, аңларһың һәм ғәфү итерһең... Ә хәҙер йоҡла.
– Атай көндәгесә мине урыныма ятҡыра, матур ғына итеп юрғанымды рәтләп, ситтәрен ҡыҫтыра. Сәсемдән һыйпағас, битемдән үпәс итә лә: «Тыныс йоҡо, ҡыҙым!» – ти. Бөгөн уның тауыш икенсе. Шат түгел. Тыныс түгел. Уның тауышының шылтырап ҡойолоп китерҙәй булып бәүелеп торғанын әллә ҡайһы ерем менән һиҙәм. «Шатлыҡ түгел, бәлә, бәлә...» – тигән уй менән күҙемде йомам һәм бушлыҡҡа осам.
Иртәнсәк күҙемде асыуға уҡ өйҙәге үҙгәреште һиҙәм: өй буш, һыуыҡ төҫлө. Торбаларға ҡулымды тейҙерәм, эҫе! Бөтә нәмә урынында, тик бәләкәй шкаф башында ғүмер буйы ултырған гармундың урыны буш икәнен шәйләйем. Йүгереп барып, кейем шкафын асам – атайҙың тартмаһы... Ишек төбөндәге шифоньерҙы ла ҡуймайым – унда ла яртылаш буш...
– Нимә эҙләнәһең таң менән? – Әсәйемдең тауышы ла бүтән.
– Эҙләмәйем! – Юрамал шаптырлатып оҙаҡ итеп йыуынам да, кухняға сығам. Әсәйҙең күҙҙәренең ҡыҙарып, шешмәкләнеп тороуын да абайлайым. Өндәшмәйем, йә илап ебәрер, йә таҫтамалы менән елкәгә ҡундырыр. Шулай ҙа сынаяҡ бушап барғанда ысҡынды бит әй баяғы һүҙ телдән:
– Атай сәпсимгә киттеме?
Әсәйемдең ҡулынан сынаяғы чүт төшөп китмәне. Сылтырлатып саҡ урынына ҡуйғас, тыныс булырға тырышып:
– Кем әйтә тағын? – тип һораны.
– Кем әйтһен, эсем әйтә! Әсәйемдең аптырауының иге-сиге юҡ! Хәҙер әллә ниндәй мәғәнәһеҙ һорауҙарға күмеп ташламаҫ борон тип, йәһәтләп, тышҡа сығып таям. Белеп бөткәнмен, ундай ваҡытта әсәйҙең һорауҙары! Миллион! Эй, әллә иҫәр инде минең әсәйем! «Үҙең ҡала ҡыҙыһың, үҙең ауыл бисәләренән дә былай прастуйһың!» – ти торғайны атай. Торғайны? Был һүҙҙән минең күҙгә йәш төйөлдө: әйткәйне, үпкәйне, бүләк иткәйне, тип кенә һөйләйбеҙ инде хәҙер. Китте бит! Китте! Икенсе әсәйгә! Ҡатындар китһә, үҙҙәренең әсәйҙәренә ҡайта, ирҙәр китһә – икенсе бисәгә китә икәнен дә беләм. Кем әйткәндер, әллә әйтмәһә лә беләмме икән? Китте бит! Китте бит, Аллаҡайым!
– Шым! Нимә тышҡа сығып яр һалаһың! Бөтөн күршеләр ишетһен тейһеңме?– Әсәйемдең асыулы тауышынан үҙемдең ҡысҡырып уйлағанымды, аҡырып илағанымды аңғарам.
– Үҙең өйҙә илатмайһың да баһа! Ҡайҙа барып илайым мин! Китте бит һуң! – Әсәйем йүгереп килеп мине ҡосағына ала. Быныһын һис тә көтмәгәйнем, осора һуға инде, тиһәм!
– Илама, бәпесем, илама! – ти, ә үҙесе! Үҙенең күҙҙәренән йәше тупырҙап тора! һааа-ай, әҙәм аптыратып, ҡосаҡлашып, икәүләп аҡырып иланыҡ та ҡуйҙыҡ! Күршеләр ишетә тип тә торманыҡ! Ишетһә ни, көн һайын атайың ташлап китәлер шул! Эстәге һыҙлап торған нәмә кесерәйә, шиңә барған төҫлө булды, әллә ул шулай илатҡыс бәлә эс тулып торғанға һыймай бығырланы микән?..
Фото интернеттан алынды.