Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
20 Май 2022, 14:05

Ҡара көҙгө

- Айрат... Сит ауыҙҙан сыҡҡан был һүҙҙе беренсе булып Эльмира ишетеп ҡалды. - Һине кемдер саҡыра, - тине ҡыҙыҡай сәстәрен рәтләп. - Айрат, был мин – Ләйсән. Ҡатын-ҡыҙ өй эсенән килгәнлектән, Эльмира йәнә аптырап һораны. - Кем ул? Башҡа ҡатын менән йәшәйһеңме? Әйткән һүҙҙәрең һаман ялғанмы? - Тыныслан, Эльмира. Хәҙер барыһын да аңларһың, - тине йөҙө етдиләнеп һәм һөйгәнен яурынынан ҡосаҡлап, көҙгө эргәһенә алып килде...

Ҡара көҙгө

Дамир Бәҙриев

Эльмира килгәндә Айрат өйҙә түгел ине. Күршелә йәшәүсе татьяна инәй эскәмйәлә моңайып ултырған ҡыҙҙы күреп, һүҙ ҡушты:

- Нихәл, ҡыҙым! Хужаны көтәһеңме?

- Рәхмәт апай, иҫән-һау ғына әле. Айратты көтә инем шул. Белмәйһегеҙме, ҡайҙа икән ул?

- Улар минең ирем менән автомобиль баҙарына киткәйне, хәҙер ҡайтып етерҙәр, - тине.

Эльмира шул мөләйем ҡатындан баҡсала ике егеттең сәйер шарттарҙа үлгәнен, шул сәбәпле ире менән Айраттың бер нисә мәртәбә полицияға саҡыртылыуҙары хаҡында ишетте. Бына ни өсөн Айрат ауылға ҡайта алмаған икән, тип ҡыҙ үҙ-үҙен тынысландырҙы. Ләкин ул ысынында ла булған хәлдәрҙе белмәй ине.

Ә Ләйсәндең өрәге был ваҡытта тәҙрә ситенән генә Эльмираны күҙәтеп, үҙ аллы һөйләнә ине:

- Һаман юлыма арҡыры төшөп йөрөйһөң. Бик асыуымды ҡабартһаң, был өйгә башҡаса аяҡ та баҫмаҫлыҡ итәм мин һине. Юҡ һиңә Айрат, юҡ!

Эльиира өйгә инеү өсөн тупһа аҫтарынан, тәҙрә төптәренән асҡыс эҙләне, ләкин тапманы. Ниһайәт, Айрат ҡайтып етте.

- Ни эшләп йөрөйһөң ваҡытһыҙ? - тине ул ҡыҙға битараф ҡына ҡарап.

Эльмира Айратта булған үҙгәреште ҡустыһы Рөстәм аша белһә лә, бындайын уҡ көтмәгәйне. Әйтер һүҙ таба алмай аптыранды. Тик өйгә ингәс тә, айрат асылып китергә ашыҡманы.

- Нимә эшләп йөрөйһөң? - тип һорауын ҡабатланы.

- Килдем әле бына. Һине һағындым, - тип ике арала йылылыҡ тыуҙырыр өсөн әйткән һүҙҙәрен Айрат гүйә ишетмәне. - Ниңә шулай һалҡын һөйләшәһең? Мин һине танымайым хатта. Нимә булды? - тип ҡыҙыҡай иларға уҡ кереште.

- Илама, только илама йәме. Тегенеһе килһә лә, нимә булды, быныһы килһә лә нимә булды? Бер нәмә лә булманы, - тип Айрат екеренергә тотондо.

Ләйсәндең йәне-өрәге егеттең Эльмираға ҡарата дорфалығынан ҡәнәғәт менән тыңлап торҙо. “Шулай әхирәткәйем, илап ҡыҙғандырырмын тимә”, - тип ҡулдарын ыуҙы.

- Башҡа килеп йөрөмә, - тине Айрат.

- Нисек инде башҡа килеп йөрөмә? Ә туй? - тип ҡабатлап һораны ҡыҙ аптырап.

- Туй ҡайғыһы түгел әле бында.

- Ни һөйләйһең һин? Мин бит һиңә ышандым, - тине Эльмира тамам төшөнкөлөккә бирелеп һәм теләмәһә лә һуңғы һүҙен әйтте:

- Мин ауырға ҡалғанмын. Нимә эшләргә миңә хәҙер?

Бала” һүҙе Айраттың аңын һәм күҙен томалап торған, сихыр пәрҙәләрен йолҡоп алды һәм һәр күҙәнәктәренән Ләйсән исемен ҡыуалап сығарҙы.

- Эльмира, һин был ул? Балабыҙ булырға тейеш тинеңме? Атай булыу – минең хыялым. Һуғышта иҫән ҡалһам, өй тултырып бала үҫтерәм, тигән һүҙем бар ине. Бер малай алып ҡайтһаҡ, ә? Нимә булды әле һиңә? Ниңә илап ултыраһың? - тип балҡып, ҡыуана-ҡыуана ҡыҙҙың ҡаршына барып, тубыҡланып уны ҡосағына алды.

Бындай киҫкен үҙгәреште күреп, Эльмира ни көлөргә, ни иларға белмәне.

- Әллә мин ауыр һүҙ әйттемме һиңә, йәнем? Зинһар үпкәләй күрмә, һинән башҡа кемем бар? - тип Айрат һөйгәненең дымлы, ҡайнар биттәренән, тоҙло ирендәренән үпте.

- Айратым минең. Айратым! Белһәң ине нисек өҙгөләнгәнемде? Яратам бит мин һине, - тип ҡыҙ ҙа йәренә һырылды.

Ләйсәндең йәне-өрәге Айрат менән Эльмира йәнә бер йөрәк кеүек тибә башлар, тип һис көтмәгән ине: Кеше бәхетенә керҙем дә баһа мин. Айратты ни ҡәҙәр көслө яратһам да, мин уға Эльмира бирәсәк бәхетте - баланы бирә алмасыаҡмын. Кейәүгә сығып, татыу ғаилә ҡороп, матур балалар үҫтереү минең дә хыялым бит. Ә хәҙер мин кем? Үлек йән. Мәйет. Юҡ! Мин мәйет түгел, мине үлтереүселәр ул – мәйет! Ә мине йәшәүҙең, һөйөү һәм һөйөлөүҙең тиңһеҙ рәхәтлеген әле лә тоям, сөнки Айратым бар. Тик уға тулы бәхет кенә бирә алмайым икән шул. Китергә кәрәк миңә бынан, тәнем янына китергә кәрәк, - тип үҙ алдына һөйләнде өрәк-ҡыҙ. Шулай тине лә ул әкрен генә өндәште:

- Айрат...

Сит ауыҙҙан сыҡҡан был һүҙҙе беренсе булып Эльмира ишетеп ҡалды.

- Һине кемдер саҡыра, - тине ҡыҙыҡай сәстәрен рәтләп.

- Айрат, был мин – Ләйсән.

Ҡатын-ҡыҙ өй эсенән килгәнлектән, Эльмира йәнә аптырап һораны.

- Кем ул? Башҡа ҡатын менән йәшәйһеңме? Әйткән һүҙҙәрең һаман ялғанмы?

- Тыныслан, Эльмира. Хәҙер барыһын да аңларһың, - тине йөҙө етдиләнеп һәм һөйгәнен яурынынан ҡосаҡлап, көҙгө эргәһенә алып килде.

- Эльмира, ғәфү ит! Айратҡа булған һүҙҙәремде һин киткәс кенә әйтергә булған да бит, ашыҡҡанмын, - тип һөйләй башланы көҙгөләге ҡыҙ. - Айратты һинән биҙҙерергә тырыштым. Әммә кеше бәхетен тартып алып, бәхетле булып булмай икән. Үҙ бәхетегеҙ үҙегеҙгә ҡалһын. Айрат, был көҙгөнө ҡаянан ташларһың. Мин антымды үтәнем, инде тынысланып, үҙ тәнем янына китәм, - тине йән-өрәк.

Айрат көҙгөнө беркетелгән урынын ысҡындырып алды. Эльмира ҡаушауынан, яңы баҫып йөрөй башлаған сабый һымаҡ, абына-һөрөнә түшәк алып килде. Уға көҙгөнө уранылар. Ғашиҡ йәндәр көҙгөнө ҡаянан ташланы, ул ваҡ ярсыҡтарға онталып, түбән тәгәрәне. Ә унан бәләкәс кенә бер ут йомғағы һауаға күтәрелде лә: “Бәхетле булығыҙ!” тигән ауаздар ҡалдырып, күҙҙән юғалды.

Төн һалҡыны һәйкәл кеүек тын ҡалып баҫып торған Айрат менән Эльмираны уятып ебәрҙе. Улар көҙгөнө урап алып килгән түшәккә уранып, донъяла барлыҡтарына ҡыуанып, өйҙәренә табан йүгерҙе. Ҡараңғы төндөң ҡурҡыныс төшөн сигендереп, таң һыҙылып, ҡояш күтәрелеп килә ине...

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: