Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
19 Май 2022, 19:30

Әле йәшәйем икән...

Бында килер алдынан төш күрҙем. Үлгән ирем менән ҡәйнәм мине алырға килгәндәр икән тим. Ирем матур итеп кейенеп, мине машинала көтөп ултыра. Мин сығырға әҙерләнәм. Тик бер яҙыуҙы таба алмайым икән тим. Эй аҡтарам сумкамды, эй аҡтарам. Мин уны эҙләгәнсе, китеп тә барҙылар. Уяндым да, төшөмдө яҡшыға юраным. Әле йәшәйем икән, тинем...

Был ялда тағы ла онкология диспансерын атлап инергә тура килде. Туғаныбыҙға операция яһайҙар, уны тәрбиәләргә кәрәк ине. Машинан төшөп эскә үтеүгә 15 йыл элек кисергән хистәр ҡайтанан биләп алды. Хәйер, ул саҡтағы һоро бинаның, һалҡын палаталарҙың, тар коридорҙың эҙе лә ҡалмаған. Диспансерҙы бөтөнләй яңыртҡандар. Үҙем атлайым, ә уйым үткәндәге теге ваҡытҡа әйләнеп ҡайтты...

...Әсәйемде реанимацияға индереп һалғандар ине. Унда берәүҙе лә индермәйҙәр. Ә мин сығыу юлын бутап, яңылыш шунда барып инеп киткәнмен. Врачтар, шәфҡәт туташтарынан береһе лә юҡ ине. Әкрен генә карауатта ятыусылар араһынан әсәйемде эҙләйем. Бына ул, таптым! Әллә ҡайҙан үҙен таныным. Ундағы һалҡынлыҡ! Ул ваҡытты хәҙер уйлаһам да тәндәрем зымбырлап китә. Бар донъямды онотоп, әсәйемдең өҫтөнә юрған ябам. Шул саҡта ҡулымдан тотоп алған шәфҡәт туташына әле лә рәхмәт уҡыйым. Борсолмағыҙ, мин уны ҡарап торормон, тип мине оҙатып ҡуйғайны ул саҡта...

Бына мин тағы ла шул реанимацияла. Хәҙер унда инеп булмай. Баҡтиһәң, ул операциянан һуң аңына килгән икән һәм кире палатаға сығарғандар. Палатала улар дүртәү ята икән.

Шуныһы ғәжәп – өйҙән коронавирустан ҡурҡып ҡына сыҡһам да, бында уның тураһында бөтөнләй онотаһың. Бында бөтөнләй башҡа тормош. Урамдан инеүселәр ҡулдарына ла бирсәткә кеймәгән, битлек таҡмаған. Бары тик аҫта тән температураһын үлсәп, ҡулдарҙы антисептик менән йыуҙыртып индерәләр.

- Ашҡаҙан тирәһе гел ауыртып тора ине, - тине 82 йәшлек Тәскирә инәй. - Тикшерелә торғас, операция кәрәклеге хаҡында әйттеләр. Килдем инде, йәшәйһе килә бит. Операциянан һуң мине тәрбиәләр кеше булырмы, белмәйем. Аирус тип кешеләрҙе лә индермәйҙәр икән...

Уның бар өмөтө улында икән. “Ул да икенсе йыл пенсияға сығасаҡ. Әллә ҡасан хаҡлы ялға китәр ине инде, йәй тыуып, эш бөткәс, икенсе йылына ғына тыуыуы тураһында таныҡлыҡ алып яҙҙыртҡайныҡ. Йәнәһе лә, армияға һуңыраҡ китер. Әле бына улымды көтөп ултырам. Сәй кәрәк ине, бында сәйҙәре тәмһеҙ”, - тине ул.

Эргәһендә ултырған Алһыу апай ҙа йәшәйәәгенә ышанып, өмөтләнеп ултыра.

Бында килер алдынан төш күрҙем. Үлгән ирем менән ҡәйнәм мине алырға килгәндәр икән тим. Ирем матур итеп кейенеп, мине машинала көтөп ултыра. Мин сығырға әҙерләнәм. Тик бер яҙыуҙы таба алмайым икән тим. Эй аҡтарам сумкамды, эй аҡтарам. Мин уны эҙләгәнсе, китеп тә барҙылар. Уяндым да, төшөмдө яҡшыға юраным. Әле йәшәйем икән, тинем...

75 йәшлек Нәжиә апайҙы ҡәҙерләп кенә торалар. Операция булғанға 7 көн үткән. Ләкин әле лә туғандары эргәһенән китмәй.

Эсәктәрем оҙон булған. Бер аҙын ҡырҡып ташланылар, - ти ул шаяртып. Алды-арты хәйерле булһын. Былай булғас, йәшәйбеҙ. Әле анализдар ҙа килмәне. Насар икән, тағы дауаланырбыҙ. Яҡшы булһа, дөрөҫ ашарға өйрәнербеҙ...

Мин иһә, кешеләрҙең тормошҡа булған ҡарашын уйлап ултырам. Бында яман сир диагнозын ҡурҡып ҡабул итәләр, йәшәмәйем, тип төшөнкөлөккә биреләләр. Хәҙер иһә барыһы ла икенсе. Кеше ауырыуы менән көрәшергә өйрәнгән. Күҙҙәрендә йәшәү нуры балҡый. Нисек тә аяҡҡа баҫырға, атларға тырышалар. Улар янында бер тәүлек ултырыу ҙа һинең донъяға булған ҡарашыңды үҙгәртә. Үҙизоляция, тип зарланыусылар юҡҡа сыға. Йәшәү ҡәҙере арта, сәләмәтлектең ни тиклем ҡәҙерле икәненә инанаһың. Дауахананың ишеген ябыуға, күңелемдән генә түбәндәгеләрҙе уҡыйым: балаларымды, яҡындарымды насар сирҙәрҙән һаҡла инде, Хоҙайым...

Сания.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: