Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
19 Май 2022, 21:05

Коронавирусҡа рәхмәт, баламды ҡайтарҙы...

- Көн дә туҡмай торғайны, тиһәм дә яңылыш булмаҫ, - тине Миләүшә. - Сәбәбен табып ҡына торҙо. Йә бешергән ризығым оҡшамай, йә баланың уйнап йөрөгән ерендә уны ҡыйырһытып, кәйефен боҙа. Миңә бик ауыр ине. Әсәйемдәргә был хаҡта һөйләй алмай инем. Ҙур ерҙә эшләгәс, сығып китһәң, ер сигенән дә барып табам, тип янаны ул миңә. Шулай итеп, тағы ла ике бала тыуҙы. Эт тормошонда йәшәүемде дауам иттем. Өс бала менән йортто ла ҡарау, бар эшкә лә өлгөрөү ауырлашты. Иремдән туҡмалыр өсөн сәбәп табылып ҡына торҙо...

Иренең кәмһетелеүенән ҡотолған ҡатын коронавирусҡа рәхмәт уҡый. Миңә балаларымды ҡайтарҙы, ти ул.

Миләүшәне күп йылдар белә инем. Ете йыллап элек уның менән бәйләнеш өҙөлдө. Социаль селтәрҙән дә юҡҡа сыҡты. Ошо көндәрҙә ватсапҡа бер хат килеп төштө. Миләүшәнән икән! Шулай аралашып киттек.

- Хәтереләйһеңме, теге саҡта мин 85 килограмм инем. Социаль селтәр аша егеттәр менән танышып, фотоларымды күрһәтһәм, 2-3 көндә улар юҡҡа сыға ине. Ә минең бик тә кейәүгә сығып, ғаилә ҡорғом килде. Үҙемә маҡсат ҡуйҙым, дөрөҫ туҡланырға, ябығырға. Спорт залына йөрөнөм. Бер йыл тигәндә 50 килограмға ҡалдым. Күнегеүҙәр менән шөғөлләнгәндә буласаҡ ирем менән таныштым. Ул бай ғаиләнән булып сыҡты. Өрмәгән ергә ултыртманы инде. Ҡупшы ғына итеп туй яһаныҡ...

Миләүшәнән ул саҡта күптәр көнләште. Ләкин ғаиләнең эсендә нимә булғанын бер кем дә белмәй. Беренсе улдары тыуғас, ире менән икеһе араһында ҙур ғына тауыш сыға. Миләүшә сығып китергә уйлаһа ла, ире ҡаршы төшә. “Тупһа аша сығып китһәң, рәхәтлек күрһәтмәйәсәкмен”, - тип ҡурҡыта. Миләүшәгә түҙергә тура килә. Ғазаплы тормош дауам итә. Алтын тауҙар вәғәҙә иткән ир ҡатынына ҡул күтәрергә лә тартынмай.

- Көн дә туҡмай торғайны, тиһәм дә яңылыш булмаҫ, - тине Миләүшә. - Сәбәбен табып ҡына торҙо. Йә бешергән ризығым оҡшамай, йә баланың уйнап йөрөгән ерендә уны ҡыйырһытып, кәйефен боҙа. Миңә бик ауыр ине. Әсәйемдәргә был хаҡта һөйләй алмай инем. Ҙур ерҙә эшләгәс, сығып китһәң, ер сигенән дә барып табам, тип янаны ул миңә. Шулай итеп, тағы ла ике бала тыуҙы. Эт тормошонда йәшәүемде дауам иттем. Өс бала менән йортто ла ҡарау, бар эшкә лә өлгөрөү ауырлашты. Иремдән туҡмалыр өсөн сәбәп табылып ҡына торҙо...

Мәсхәрәләүгә түҙә алмай, былтыр ул өйөнән сығып ҡасҡан. Балалары ҡалған. Дөрөҫөрәге, улар менән сығып барғанында, ҡәйнәһе килеп инеп, алып ҡалған. Ул үҙе генә сығып ҡотолған. Ата-әсәһе янына ҡайтып һыйынған. Күп тә үтмәй, Миләүшәнең банк карталары ла “эшләмәй” башлай. Йортондағы өлөшөн дә икенсе кешегә яҙҙырталар. Суд аша айырылышҡанда, ире балаларын Миләүшәгә бирмәйәсәген белдерә. Миләүшә үҙен яҡлап ҡала алмай, шулай итеп, балалары аталары менән ҡала.Август айынан бирле мин ут эсендә инем, - ти Миләүшә. - Сабыйҙарымды ҡосағыма алғым, һөйгөм килә. Ирем дә, ҡәйнәм дә балаларым менән телефон аша һөйләшергә лә рөхсәт бирмәне. Мине хатта “ҡара исемлек”кә индереп ҡуйҙылар. Айырылғас та, тегенсе һөнәрен үҙләштерҙем. Заказға әйберҙәр тегә башланым. Яйлап аҡса күрә башланым. Ирем сит илгә йөрөп эшләй. Унда бер нисә фирмаһы бар. Март айында шунда киткән булған. Коронавирус арҡаһында ҡайта алмай, шунда ҡалған. Уҙған аҙнала ҡәйнәм шылтыратты: “Балаларыңды килеп ал! Мин уларҙы ашатып ятмайым! Кәрәктәре юҡ!” - тине. Өйөмдән нисек сығып китеп, уларға барып еткәнемде лә хәтерләмәйем. Өс көн инде балаҡайҙарым минең эргәмдә. Кеше коронавирусҡа зарланып ятҡанда, мин уға рәхмәт уҡыйым. Бына бит ул минең һәм балаларым өсөн ниндәй мөғжизә эшләне. Күпме судҡа биреп тә еңә алмағайным иремде, коронавирус минең балаларымды ҡотҡарҙы...

Зифа.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: