Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
18 Май 2022, 16:45

Туғандар

Һалдат юл әйберҙәрен тиҙ генә йыйҙы ла шул уҡ көндө юлға сыҡты. Бер көнлөк юлды башта поезда, һуңынан автобуста үтеп, ауылына ҡайтып еткәндә өйҙәре янында йыйылған халыҡтың күплеге һәм уларҙың уға төбәлгән сәйер ҡараштарын күреп, аптырап ҡалды. 43 йәшлек әсәһенең ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булғанын белмәйенсә, әсәһен һәм 9 йәшлек ҡустыһын күрергә ҡайтҡан егет, өйөнә ҡайғы килгәненә ышанмайынса, тупһа аша үтеп инеп, өй уртаһында ҡәҙерлеһенең ятҡан кәүҙәһен күреп ҡатып ҡалды. Ағаһын күргән ҡустыһы эргәһенә йүгереп килеп ҡосаҡлап алды ла: “Ағай, әсәй үлде... әсәй үлде...” - тип уның ҡосағына һыйынып, үкһеп-үкһеп иларға тотондо...

ТУҒАНДАР

ФИЗӘЛИӘ ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА

Хәрби хеҙмәтенең яртыһын тиерлек бер киҫәтеүһеҙ үткән Айратты часть командиры үҙенә саҡыртып алды. “Рядовой Галимов, бына һиңә сираттан тыш ялға бойороҡ. Ваҡытында килеп ет”, - тип иҫкәртте. Тыуған өйөнә ҡайтып килергә бик өмөтләнһә лә, егет был мәсьәләне тиҙ генә хәл ителер, тип көтмәгән ине. Ана, хеҙмәткә унан алда алынғандарҙың ҡайһы берҙәре лә әле ялға ҡайтмаған. Көтөлмәгән шатлыҡтан ауыҙын йырыуҙан тыйыла алмайынса, ул: “Есть!” тип честь бирҙе лә казармаға сығып китергә боролған ине, уйсан ҡарашлы, урта йәштәге часть командиры ҡулындағы ҡағыҙҙан күҙен алмайынса ғына: “Бына әсәйеңдән телеграмма килгән, ауырып киткән”, - тип өҫтәне. Бер минутта Айраттың башынан мең төрлө уй үтте. Һуңғы хатында ла әсәһе бик ныҡ ауырыуы һәм уны күрергә теләүе хаҡында яҙған ине.

Һалдат юл әйберҙәрен тиҙ генә йыйҙы ла шул уҡ көндө юлға сыҡты. Бер көнлөк юлды башта поезда, һуңынан автобуста үтеп, ауылына ҡайтып еткәндә өйҙәре янында йыйылған халыҡтың күплеге һәм уларҙың уға төбәлгән сәйер ҡараштарын күреп, аптырап ҡалды. 43 йәшлек әсәһенең ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булғанын белмәйенсә, әсәһен һәм 9 йәшлек ҡустыһын күрергә ҡайтҡан егет, өйөнә ҡайғы килгәненә ышанмайынса, тупһа аша үтеп инеп, өй уртаһында ҡәҙерлеһенең ятҡан кәүҙәһен күреп ҡатып ҡалды. Ағаһын күргән ҡустыһы эргәһенә йүгереп килеп ҡосаҡлап алды ла: “Ағай, әсәй үлде... әсәй үлде...” - тип уның ҡосағына һыйынып, үкһеп-үкһеп иларға тотондо.

Көтөлмәгән был хәлдән, нимә эшләргә белмәгән Айрат, ҡустыһын ҡосаҡлаған килеш, әсәһенең кәүҙәһенә ҡарап, тын ҡалды. “Әсәй, әсәкәйем! Нисек инде?! Үҙ ҡулың менән яҙған хатың ике аҙна элек кенә килде бит. Юҡ, был дөрөҫ түгел! Был төш кенә... Был мөмкин түгел...” тип һыҡранды.

Әсе был хаҡиҡәткә тиҙ ышанды Айрат. Киҫелгән ғүмер ептәрен ялғарлыҡ бер көс тә юҡ шул был донъяла. Хеҙмәттәге улын һуңғы тапҡыр күреү хыялына ирешмәгән, кесе улын үҫтереү бәхете тәтемәгән әсәһе, дүрт йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән ире артынан китеп барҙы. 9 һәм 20 йәшлек ағалы-ҡустылы ике туған был донъяла япа-яңғыҙ тороп ҡалдылар.

Айрат хеҙмәт иткән еренә ҡабат барманы. Район хәрби комиссариаты запрос яһатып, уны хәрби хеҙмәттән азат иттерҙе. Ата-әсәйһеҙ ҡалған Рауил ағаһы эргәһенән бер минут та китмәне. Уҡыған мәктәбенән уҡытыусыһы килеп, Рауилде балалар йортона ебәрергә тип кәңәшләшергә килгәнендә ул ағаһының муйынынан һығып ҡосаҡлап, илай башланы: “Ағай, ебәрмә мине детдомға, ебәрмә...”

Ағаһы уны бер ҡайҙа ла ебәрмәне. Тиҙ арала колхозға механизатор булып эшкә урынлашып, ике бер туған бергә йәшәй башланы. Рауил ҡул араһына бик тиҙ керҙе. Ағаһы эштән ҡайтыуға картуф, йомортҡа бешереп, ашарға әҙерләне. Бары тик ағаһы ғына уны детдомға ебәрмәһен! Хужалыҡты алып барыу, йорт эштәре менән булышыу уның өсөн бер ни тормай. Әсәһе тере саҡта йыбанып ҡына башҡарған эштәрҙе, картуф утауҙы, кишергә һыу һибеүҙе лә бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ башҡарҙы. Утын да яра. Ләкин һыйыр һауырға ғына ояла. Осло ҡыҙҙар күреп ҡалһа, ирештерәсәк. Ярай ҙа һыйырҙы күрше Әнисә апайҙары һауып бирә. Тик бына әсәләре булмауы ғына ҡыйын уларға. Рауилдың уны бер миҙгел дә онотҡаны юҡ. Атайҙары иҫереп, юл һәләкәтенә осрап үлгәс, әллә бәләкәй булғанғамы, былай уҡ ҡайғырмағайны. Әсәһен тыңламаған саҡтарын иҫенә төшөрөп, уның ваҡытһыҙ үлеменә үҙен ғәйепле һымаҡ иҫәпләп, ҡайғыра башлай. Ағаһына күрһәтмәй генә илап та ала. Йәп-йәш кенә көйө ҡустыһын да үҫтереп маташыуы уға ла еңел түгеллеген, әле нығынып та етмәгән үҫмер малай яҡшы аңлай ине. Шунлыҡтан ағаһына бер ауырлығын да һалмаҫҡа тырышты. Мәктәптә лә 4-5 билдәләренә генә уҡыны. Һәр яҡлап ярҙамсы булырға тырышты. Элегерәк уға ваҡ-төйәк, тип кенә ҡараған Айраттың да ҡустыһына ҡарата ҡарашы үҙгәрҙе. Уға ла бик тиҙ ололар аҡылы ултырҙы. Улар шулай бер-береһенә ярҙам итә-итә йәшәне.

23 йәше тулғас, Айрат һөйгән ҡыҙы Айгөлгә өйләнде. Килен булып төшәһе йортта етем бала булыуын алдан белгән Айгөл, баштараҡ Рауил менән мөнәсәбәттәре бик үк яҡшынан булманы. Ләкин Айгөл ул баланың да йөрәгенә юл таба алды. Әсәй наҙына һыуһаған малайға татлы телен, яҡты йөҙөн йәлләмәне. Улар шулай тиҙ арала яҡын кешеләр булып китте. Өйҙә уңған хужабикә барлыҡҡа килеүе лә малай өсөн бик уңай ине. Ни тиһәң да һауыт-һаба йыуыу, картуф әрсеү егеттәр эше түгел бит инде. Ана, еңгәһе ҡулында ут уйната. Тиҙҙән йәш ғаиләнең бәхете тағы ла артты. Яҙғы бер көндө улдары тыуҙы. Айрат менән Айгөл үҙ балаларын да, Рауыилды ла бер тигеҙ ҡарап тәрбиәләне. Ата-әсәһен алыштыра алмаһалар ҙа, яҡшы мөнәсәбәттә булдылар. Рауил дә бәләкәс бәпәйгә тиҙ эйәләште. Ҡулынан төшөрмәй уйнатты.

Ваҡыт үтә торҙо. Рауил да мәктәпте уңышлы тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтты. Һуңынан район үҙәгендә дөйөм ятаҡтан бүлмә алып йәшәй башланы, эшкә төштө. Ағаһы менән еңгәһен дә онотманы, ҡайтҡылап торҙо. Бер шулай ҡайтҡанында туйға ла саҡырҙы. Ашханала эшләгән Роза менән артыҡ ҙур булмаған туй яһап, матур итеп йәшәй башланылар. Роза ла уңған хужабикә булып сыҡты. Улдары Зөфәр тыуҙы. Ғәлимовтарҙың бәхете – малайҙарҙан икән, тип, яңы тыуған бәпәйҙәре менән ҡотлаштылар. Әкренләп тормош шулай яйланды. Рауилдың баласаҡта алған күңел яралары әкренләп төҙәлде. Үҙенең етем үҫкән ғүмерен иҫләп моңһоуланһа, ғәзиз балаһына, ҡатынына ҡарап ҡыуана белде.

Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бергә күтәргән ике туғанға тормош көтмәгәндә тағы ла һынау ебәрҙе. Матур ғына йәшәп ятҡанда, Айрат менән Айгөлдөң инде үҫеп еткән улдары Рифат һыуға батып үлеп ҡалды. Ике ғаилә өсөн дә ҡара көндәр башланды. Бала ҡайғыһынан Айрат эсә башланы, туҡтай ҙа алманы, теләмәне лә. Ауыр көндәрҙә ағаһы эргәһенән китмәгән Рауил дә көсһөҙ ине. Әйткән һүҙҙәрен ағаһы ишетмәне лә, тыңламаны ла. Ҡатынының күҙ йәштәре менән ялбарыуын күрмәне лә. Кинәт килгән ҡайғы уны һындырҙы. Ҡайғыһын араҡы менән йыуырға тырышҡан ир шешә төбөнә төшкәндән төшә барҙы.

Туғаны өсөн ҡайғырып иҫәңгерәп йөрөгән Рауил, ҡатыны менән кәңәшләште лә, машинаһын ағаһының йорто алдына туҡтатты. Ағаһын елкәһенә һалып, машинаһына индереп һалды. Бер нәмә лә аңламаған Айрат ҡаршылашманы ла. Ул икенсе көнөнә генә башы сатнап ауырыуға түҙмәй уянды. Баш “төҙәтергә” күпме һораһа ла Рауил ағаһын ҡыҙғанманы, эсергә араҡы ултыртманы. Сығып ҡасырға уйлаған ағаһын бикләп үк ҡуйҙы. Эшенән көн һорап тороп, бар ваҡытын бәләгә тарыған ағаһы янында үткәрергә тырышты. Йәшәү теләген юғалтҡан Айрат күҙҙәрен түбәгә текләп оҙаҡ ятты. Һөйләшергә ымлаған Рауилға ла яуап бирмәне. Ашарға индергән Розаға ла күҙ ташламаны.

Шулай өс көн уҙҙы. Кисен Рауил Айрат ятҡан бүлмәгә улын етәкләп индерҙе. Ике йәш ярымлыҡ Зөфәр Айрат янына барҙы ла: “Олатай”, - тип кес кенә ҡулдары менән уның күкрәгенә һуҡҡылай башланы. Айрат беренсе тапҡыр шул бәләкәй бала аша донъяға ҡайтты. Айрат томанлы күҙҙәрен баланан Рауилға күсерҙе.

- Ағай, тыңла әле мине зинһар, - тип Рауил һүҙ башланы. Үҙең беләһең, атай ҙа, әсәй ҙә үлгәс, һеҙ Айгөл еңгәй менән мине ташламанығыҙ, миңә әсәй ҙә, атай ҙа булдығыҙ. Һеҙҙең арҡала етмелектең ни икәнен дә белмәнем. Шуның өсөн һеҙгә рәхмәтемде беренсе тапҡыр ғына әйтеүем түгел. Быға ҡәҙәр шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә булдыҡ. Ә хәҙер ни өсөн ҡайғыңды бер үҙең генә күтәрәһең? Ниңә уны бүлешергә ирек бирмәйһең?

Айрат өндәшмәне. Ул беренсе тапҡыр күргәндәй, үҙенең өҫтөнә менеп атланған Зөфәрҙе күҙәтә ине. Рауил бер тына һүҙһеҙ торҙо ла, һүҙен дауам итте:

- Аңлайым һине, ағай. Ни тиклем ауыр икәнлеген дә аңлайым. Һаҡлай алманыҡ Рифатты. Тик һиңә уның артынан эйәрергә кәрәкмәй. Иртә әле беҙгә унда барырға. Өлгөрөрбөҙ, ағаҡайым...

Айрат тороп ултырҙы ла, ҡалтыранған ҡулдары менән кескенә Зөфәрҙе ҡулдарына алды.

- Ағай, һин мине үҫтерҙең. Әйҙә, балабыҙҙы ла үҫтереш... - тине Рауил ағаһының күҙҙәренә ҡарап. Айрат бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Бары тик алдында ултырған Зөфәрҙе саҡ ҡына күкрәгенә ҡыҫып,ҡосаҡлап алды...

Ишектә ҡыңғырау зыңланы. Ишек төбөндә ике туғандың һөйләшкәнен тын да ала алмай тыңлап торған Роза тиҙ генә барып, йоҙаҡты ысҡындырҙы. Унан ашыға-ашыға Айгөл килеп инде лә иренең күҙҙәренә төбәп: “Мин бәпәй көтәм...” - тип ипләп кенә шыбырланы...

 

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: