+14 °С
Болотло
Әйткән һүҙҙе кире алып булмай,
Телеңде тый асыу килгәндә.
Меңдән бере тышҡа сыҡҡанда ла
Башҡалары ҡалһын күңелдә.
Асыу-ярһыу үтер, онотолор,
Аралар ҙа аҙаҡ яйланыр.
Кем яңлышҡан, кемдәр хаҡ булғанын
Тормош һиңә үҙе аңлатыр.
Яңғыҙ йәшәп була, уныһы хаҡ,
Матурлығы бармы тик уның?
Мин теләйем дуҫ-туғандар менән
Уҙһын тейеп тормош юлым.
Телемде лә тыям, күңелде лә,
Асыу килһә йотам эсемә.
Күңел ҡыйып, асыу-бысраҡ сәсеп
Ниндәй аҡыл һалам кешегә?
Кеше рәнйешенән бәхет табып
Йәшәүҙәрҙән һаҡла, Хоҙайым!
Әйткән һүҙҙе кире алып булмай,
Ваҡытында телде тыяйым...
Гөлнур ҠЫУАТОВА