Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
17 Май 2022, 21:30

Икенсе күҙлек

“Мин һине күрә алмайым!” тигән һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйҙы Иринаның фотоһы аҫтына Гөлкәй. Был ғына ла күңеленә тыныслыҡ килтермәгәс: “Ҡалай йылмайып тора бит әле!” – тип йән асыуына һарыҡай ғына, һипкелле генә ҡыҙҙың йөҙөн ручкаһы менән танымаҫлыҡ итеп һыҙғыслап ташланы. Ул булмағанда ҡайһылай рәхәт ине!..

Гөлнара Мостафина
ИКЕНСЕ КҮҘЛЕК
(Хикәйә)

“Мин һине күрә алмайым!” тигән һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйҙы Иринаның фотоһы аҫтына Гөлкәй. Был ғына ла күңеленә тыныслыҡ килтермәгәс: “Ҡалай йылмайып тора бит әле!” – тип йән асыуына һарыҡай ғына, һипкелле генә ҡыҙҙың йөҙөн ручкаһы менән танымаҫлыҡ итеп һыҙғыслап ташланы. Ул булмағанда ҡайһылай рәхәт ине! Әллә ҡайҙан күсте бит уларҙың класына. Күсте лә Гөлкәйҙең тормошон иләүгә таяҡ тығып бутағандай итте. Ошоға тиклем, нимәгәлер шул тиклем дә ныҡ нәфрәтләнә аламдыр тип башына ла килтермәй ине бит ул. Ирина килгәне бирле Филүзә, ана, һөйләшмәй ҙә хатта уның менән. Кисә лә Гөлкәйгә өндәшеп тормаған, киноға Ирина менән киткән. Сер ҡапсыҡта ятмай бит ул, йәшерергә маташһа ла, Гөлкәй барыбер белде. “Әйтһәм дә бармаҫ инең инде, фантастика яратмайһың бит...” тип аҡланып маташты Филүзә. Дөрөҫ, Гөлкәй туҙға яҙмаған нәмәләрҙе ҡарарға ла, уҡырға ла яратмай, әммә эш унда түгел. Филүзә уларҙың дуҫлығына хыянат итте! Ошоға тиклем улар тик икеһе бергә йөрөнө. Иң яҡын серҙәштәр булдылар. “Твикс” тинеләр уларҙы. Айырым-айырым күрһәләр, ҡайҙа һыңарың, тип һораша башлайҙар ине. Хәйер, һуңғы ваҡытта, Гөлкәй акробатиканы ташлағаны бирле, дәрестәрҙән һуң икеһе ике яҡҡа китә. Филүзә, миңә спорт оҡшай, тип әле лә йөрөүен дауам итә. Ни генә тимә, дуҫлыҡтары өҙөлөүгә сәбәп була алманы ул. Ә бына Иринаның килеүе… Хәҙер, берәй ҡайҙа барһалар, Филүзә шунда уҡ: “Әйҙә Иринаны ла үҙебеҙ менән алабыҙ”, – ти һала. Китапханаға Иринаны эйәртәләр, мәктәптән ҡайталар – теге ҡойроҡ һаман арттарынан ҡалмай... Филүзә менән икеһе генә ҡалған саҡтарҙа ла Ирина һаман яндарында. Әйтәйек, китаптар тураһында һүҙ сыға икән, Филүзә: “Ә бына Иринаның китаптары шул тиклем күп һәм ҡыҙыҡ”, тип, йә шуға оҡшаған берәй нәмә әйтеп ҡуя. Гөлкәйҙең шунда уҡ кәйефе төшә.
Бөгөн Ирина мәктәпкә килмәне. Ауырып киткән, тинеләр. Шунан файҙаланып, Гөлкәй әхирәте менән етди генә һөйләшеп, был икейөҙлөлөккә нөктә ҡуйырға уйланы.
– Филүзә, әйҙә бөгөн паркка барып йөрөп ҡайтайыҡ, – тип саҡырҙы ул һуңғы дәрестә.
– Ярай! – Әхирәте был тәҡдимгә ҡыуанып китте. – Тик Иринаға ғына инеп, хәлен белеп сығырбыҙ ҙа йәме?..
Тағы шул Ирина! Гөлкәйҙең һарыуы ҡайнаны. Хәленән килһә, бүтән был мәктәпкә аяҡ баҫмаҫлыҡ итеп ҡыйнар ине шуны.
– Мин икебеҙ барырбыҙ тип уйлағайным. Һуңғы арала бер ҡайҙа ла йөрөгәнебеҙ юҡ...
– Ирина менән күңелле бит. Инеп кенә сығырбыҙ инде?.. Ауырымаһа, хәле яҡшы булһа, уны ла саҡырырбыҙ. – Филүзә бер һүҙҙе тыҡылдауын белде.
– Филүзә, минең һинең менән генә барғым килә!
– Ә минең Иринаны ла алғым килә.
– Улай булғас, мин бармайым!
– Барма һуң.
– Бармайым да! Һәм бынан һуң мине әхирәтең тип һанама ла!
– Ярай. Әллә инәлер тип уйлағайныңмы?..
Шул һүҙҙәр менән ҡырт боролоп китеп тә барҙы. Әхирәтенән бындайҙы көтмәгәйне Гөлкәй. Үҙе лә ҡыҙыулыҡ менән әйтеп ташланы шул. Тамағына төйөр килеп тығылды ҡыҙҙың. Бите буйлап көйҙөрөп күҙ йәштәре тәгәрәне. Ниңә Филүзә улай ҡылана? Нимәгә Гөлкәйгә үсеккән кеүек йөрөй? Бер насарлыҡ та эшләгәне юҡ та баһа?! Шулай уйланы ҡыҙ.
– Һеҙгә нимә булған ул? Арағыҙҙан ниндәй ҡара бесәй үтте? Филүзә яңғыҙы ғына ҡайтып барасы... – Класҡа килеп ингән хеҙмәт уҡытыусыһы Сәлиә апайының һүҙҙәре утҡа кәрәсин һипкәндәй булды. Ҡапыл һикереп торҙо ла Гөлкәй, портфелен эләктереп, тышҡа сығып йүгерҙе. Кемгәлер төкөлдө, кемделер этеп йыға яҙҙы, береһенә лә иғтибар итерлек хәлдә түгел ине ул. Баҡсаға инеп, ағас төбөнә килеп ултырҙы ла илап ебәрҙе. “Мине бер кем дә яратмай, мин бер кемгә лә кәрәкмәйем! Йәшәгем килмәй!”- тип буҫығып-буҫығып һыҡтаны ул. Үҙен донъялағы иң бәхетһеҙ кеше итеп тойҙо.
Күңеле бер аҙ бушауға Сәлиә апайы күренде.
– Бына ҡайҙа икәнһең, һине эҙләп хәлем бөттө.
– Эҙләмәгеҙ мине, берегеҙҙе лә күргем килмәй!
Сәлиә уны ишетмәне лә шикелле. Бер нәмә лә булмағандай, ҡыҙҙың янына килеп ултырҙы.
– Бынауында ҡайһылай тыныс икән... – тип ҡуйҙы. – Эсең бошоп китһә, йә әҙерәк уйланып алырға кәрәк булһа, барыһынан да ялҡһаң, ошонда ҡасырға кәрәк... Ҡайһы берҙә минең дә бер кемде лә күргем килмәй. Кемеһенә ҡараһаң да, йә һиңә нимәлер әйтһәләр ҙә йән көйә.
Гөлкәй “алдашмағыҙ” тигән кеүек уға ҡараны. Сәлиә апай гел дә көлөп кенә йөрөй. Бөтәһе менән дә шаярып һөйләшә. Уның бер ҡасан да эсе бошорға, күңелһеҙләнергә оҡшамаған.
Күңелен өйкәп торған ваҡиғалар тураһында нисек һөйләп биргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды Гөлкәй. Эс-серен бушатҡас, еңел булып ҡалды.
– Ә һин Филүзәгә ныҡ асыуландыңмы?
– Эйе, уға ла йәнем көйә, ул бит беҙҙең дуҫлыҡты һатты!
– Ә һин был турала ныҡлап уйланыңмы? Һинеңсә, нимә ул дуҫлыҡ?
– Бер-береңә ауырлыҡ килгәндә ярҙам итеү, эс-серҙәреңде һөйләшеү, дуҫыңа бәлә яҡһалар, ҡыйырһытһалар, яҡлашыу...
– Әгәр дуҫыңа һинең менән ҡыҙыҡ булмай башлаһа? Уның икенсе ҡыҙыҡһыныуҙары, һиңә ят булған бүтән төрлө шөғөлдәре барлыҡҡа килһә? Ул саҡта ни эшләр инең?
– Әллә... – Гөлкәй Сәлиә апайының һүҙҙәренә яурын һикертте.
– Һеҙҙең аралағы аңлашылмаусанлыҡтың сәбәбе ошонда түгелме икән? Ошо турала яҡшы ғына итеп уйла әле, Гөлкәй. Бына һин Иринаны яманлайһың. Ә мин уның бик күп яҡшы һыҙаттарын беләм. Ул күп уҡый, ярҙамсыл, кешене тыңлай, хәленә инә белә, бөтәһенә лә тиң ҡарай. Филүзәгә уның менән ҡыҙыҡ булыуына шигем юҡ шуның өсөн. Ә һин һуңғы арала ниндәй уңыштарға өлгәштең? Спортты ташланың, китапхана юлын да онотоп бараһың. Күп ваҡытыңды урам буйында йөрөп үткәрәһең. Ә кеше һәр ваҡыт яҡшыға ынтылып йәшәргә, көн дә нимәгә лә булһа өйрәнергә тейеш. Бына әлеге кеүек юҡҡа ғына үпкәләп, әхирәтеңде ҡыйырһытып йөрөһәң, көнләшеүең менән ыҙалатһаң, бөтөнләй дуҫһыҙ тороп ҡалыуың бар. Өсәүләп дуҫлашыуығыҙға ҡыуан. Дуҫтарың күп саҡта күңелең байыға ғына, йәшәүе лә ҡыҙығыраҡ, күңеллерәк була башлай бит ул.
Сәлиә апайы менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы Гөлкәй. Баҡсанан сыҡҡанда Филүзә менән Иринаға йөрөткән асыуы бөтөнләй ҡалмағайны. Бәләкәй йөрәген әйтеп аңлатҡыһыҙ шатлыҡ тойғоһо биләне. Сәлиә апайы күҙҙәрен асты уның, дуҫлыҡҡа икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәтте...

 

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: