Һаҡмар
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
16 Май 2022, 19:05

Заһиҙәкәй

- Ишеттеңме, әй, яңылыҡ? Хәмиттең йәш кәләше Римдең анау армиянан ҡайтҡан малайына эйәреп сығып киткән, тей бит.- Яҙа-йоҙа ишетеп ҡағайным шунда. Әле генә бына, магазинда һөйҙәп торалар ине. Һуң, Таһир вахтала әштәй түгеме? Ҡай арала Хәмит бисәһе менән танышып өлгөрҙө икән?!- Юҡҡа аптырайың, әхирәт. Хәҙер йәштәр генә түгел, ҡарттары ла махом таныша, махом өйҙәнешә. Аңғармай ҙа ҡалаң, айырылышып таштайҙар, икенселәр менән йәшәй баштайҙар. Былар, бәлки алдан йөрөгән буғандарҙыр, кем белә.- Һөйҙәмә лә инде. Тик Хәмит тиктем Хәмиттең дә танауына сирткәс, имен генә бөтмәҫ инде был хәлдең аҙағы...

Мәүлит КӘРИМИ
Заһиҙәкәй
Повесть

- Ишеттеңме, әй, яңылыҡ? Хәмиттең йәш кәләше Римдең анау армиянан ҡайтҡан малайына эйәреп сығып киткән, тей бит.
- Яҙа-йоҙа ишетеп ҡағайным шунда. Әле генә бына, магазинда һөйҙәп торалар ине. Һуң, Таһир вахтала әштәй түгеме? Ҡай арала Хәмит бисәһе менән танышып өлгөрҙө икән?!
- Юҡҡа аптырайың, әхирәт. Хәҙер йәштәр генә түгел, ҡарттары ла махом таныша, махом өйҙәнешә. Аңғармай ҙа ҡалаң, айырылышып таштайҙар, икенселәр менән йәшәй баштайҙар. Былар, бәлки алдан йөрөгән буғандарҙыр, кем белә.
- Һөйҙәмә лә инде. Тик Хәмит тиктем Хәмиттең дә танауына сирткәс, имен генә бөтмәҫ инде был хәлдең аҙағы...
* * *
Һәр ир-егеткә хас таныш тормош һуҡмағы: мәктәпте тамамлау, унан хәрби хеҙмәт... Таһир ҙа был һуҡмаҡтан “һә” тигәнсе үтеп, ары уҡыу тураһында уйлап та тормай, ситкә эшкә сығып китте. Яратҡан, хеҙмәттән ҡайтыуын көтөп торған ҡыҙы ла булманы. Әле яратып та, яратылып та, мөхәббәт тойғоһон кисереп тә өлгөрмәгән егеттең башында сит ерҙә үҙаллы тормош башлау ине. Ата-әсәһе әле йәш, инде ҡул араһына кергән ҡустыһы бар. Күршелә генә апайы йәшәй. Ауылда күңелеңә ятырлыҡ эше лә юҡ.
Шыршыяр ауылында ике-өс ағас быстырыу цехы, һауын һыйырҙар фермаһы, ҡымыҙ бейәләре тотҡан урындағы яңы башҡорт байы Хәмит:
- Әйҙә, ҡустым, үҙемә! Йәнең теләгән эште запрыста табып бирәм! Техникаға теләһәң – ана, өр-яңы Камазым тора, тракторҙар ҙа бар. Хыт пиларамға сыҡ. Уйҙа! – Тип үҙенә саҡырып та маташҡайны, Таһир урамда саҡта, уның янына ялтырап торған ҡара джипта саң туҙҙырып килеп туҡтап.
- Әллә инде, ағай! Икенсерәк пландар бар ине. Атайым менән дә һөйләшергә кәрәк. Ҡапыл ғына әйтә алмайым.
- Нимә атайың?! Үҙең хәл итә алмайыңмы – ҡартайып бөткәнең, тигән бул. Ярай, берәй нәмә уйҙаһаң – мине табырың. Ҡурҡып, оялып торма! – Хәмит машинаһын ҡабыҙҙы. Таһир шул ваҡыт уның янында моңайып ҡына ултырған йәш ҡыҙҙы шәйләне: “Хәмит ағайҙың кеме икән? Берәй туғанымы, әллә эшсеһеме?”
- Инәһе бума эшкә шул Хәмит байға! – тине атайы ҡырҡа, - эшселәрен алдай, түләмәй. Ауылдыҡылар хәҙер уға эштәмәйҙәр ҙә. Тамаҡ ялғар өсөн генә йөрөүселәр бар шунда. Ҡырҙан килеп ялланыусылар ҙа аҙна һайын тигәндәй алмашынып тора. Йәш ҡыҙҙар менән дә типтерергә ярата – аҡсаһы шуға китәлер. Яңыраҡ ҡатынын айырып, балдыҙы менән йәшәй баштаны...
“Бына кем ултырған машинала моңайып. Балдыҙы! Хәтәр кеше икән был Хәмит “бай”! Кәсебе лә бара, башҡаһына ла өлгөрә.
Таһир ике аҙна тирәһе ауылда ял итте лә, ҡалаға эш эҙләргә юлланды. Өйҙә атаһына ярҙамға ҡустыһы бар, йорт-ҡура төҙөкләндерергә түгел, бөтә нәмә ипле, үҙ урынында. Ямғыр ваҡытында ҡыйыҡ-фәләндән бер тамсы ла һыу үтмәҫ, серегән, һынған ҡойма күрмәҫһең. Ҡыҫҡаһы, Таһирҙы ауылда тоторҙай төплө генә бер сәбәп тә юҡ ине.
Муйын булһа, ҡамыт табыла бит ул. Бер агентлыҡ аша Мәскәү өлкәһенә, вахта ысулы менән, шофер булып төҙөлөшкә эшкә урынлашты. Хәрби хеҙмәттән көсө ташып, эшкә зарығып ҡайтҡан егеткә тәүге өс ай вахтаһы өс тәүлектәй, һиҙелмәй үтеп тә китте. Бына әле ул ялға ҡайтып килә. Автовокзалда ауылдары аша үтеүсе автобусҡа өлгөрмәгәс, ҡала ситенә сығып, юлыңғай машина туҡтатырға хәл итте Таһир.
Сентябрь айы ғына булһа ла, һыуыҡ, ямғыр һибәләй. Юл ситендә ышыҡланырҙай урын тапмағас, егеттең өҫтө лыҡа һыуланды.
Ул ауылдары яғына үткән машиналарға ҡул күтәреп ҡараны. Тегеләре, әйтерһең дә ямғырҙа еүешләнгән Таһирҙан сирҡана, тиҙлектәрен дә кәметмәй, өҫтәүенә, уға күләүектәрҙән һыу сәсрәтеп бер-бер артлы уҙа торҙо.
Бик шәп тиҙлектә килгән ҡара төҫтәге джип та тәүҙә уҙып киткәйне. Шунан, ҡапыл туҡтап, артҡа бирҙе. Машинаның тәҙрәләре үтә күренмәгәс, Таһир алғымы, артҡымы ишекте асырға белмәй ҡаушап торғанда, руль артында ултырған йәш кенә ҡыҙ, быялаһын төшөрөп:
- Ултырығыҙ, Таһир! Ярай әле, үҙегеҙҙе танып ҡалдым. Сумкағыҙҙы артҡа ҡуйығыҙ, - тип өндәште уға йылы ҡарашын ташлап. Мөләйем ҡыҙ Хәмиттең балдыҙын ине.
- Һаумыһығыҙ! Рәхмәт инде ҡотҡарыусыма! Юғиһә, ямғыр ҙа туҡтамай, машиналар ҙа. Креслоларығыҙ йәл түгелме? Өҫтөм һыу, бысраҡ та.
- Түгел-түгел! Һаумыһығыҙ! Тиренән бит ул креслолар – һөртәһең дә алаһың, - тине ҡыҙ, көҙгөнән артҡы күренеште күҙәтеп, ҡуҙғалып киткәс, - ҡырҙа эшләй тип ишеткәйнем. Әле ялғамы?
- Эйе, ял итергә. Кем минең турала һөйләй һуң, Хәмит ағаймы әллә?
- Юҡ, ул түгел. Рәмилә апайығыҙ әйткәйне.
Таһирҙың күңеле елкенеп: “Был Хәмиттең балдыҙы ни эшләп минең менән ҡыҙыҡһынды икән?” – тип уйланы. Шунан һүҙ бүленмәһен тип:
- Ошондай көндә бер үҙегеҙ генә. Хәмит ағай ҡайҙа?
- Хәмит ағайығыҙҙың, - тине ҡыҙ “ағайығыҙҙың” һүҙенә баҫым яһап, - ҡалала йомошо бар. Иртә менән барып алырға кәрәк.
Әҙгә генә тынлыҡ урынлашты. “Рәмилә апайымдан минең турала үҙе һораштымы икән?! Бәлки Хәмит ағай ҡушыуы буйынса эшкә саҡырырға барғандыр. Уныһының төндә, ҡалала ниндәй йомошо килеп тыуҙы икән? Иртәнсәккә ҡәҙәр. Сәйер! Ә ҡыҙ машинаны шәп йөрөтә! Исемен дә белмәйем бит әле, нисек һорарға?” – Хәмиттең уйын уҡығандай, ҡыҙ үҙе ярҙамға килде:
- Мин Заһиҙә булам.
- Ниндәй матур исем! Ишеткәнем дә юҡ ине бындай исемде, - Таһир креслола яйлап урынлашҡан булып, һиҙҙермәй генә ҡыҙға ҡараны.
Иҫ китмәле гүзәл ине Заһиҙә! Уның барлыҡ нәфислеге, матур һыны, иркен джип салоны эсендә ҡабырғанан ҡарағанда бигерәк тә яҡшы күренә ине...
Таһир ҡараштарын ҡыҙҙың түштәренән саҡ алып өлгөрҙө, Заһиҙә:
- Ситтә эшләп йөрөүе ҡыйын түгелме? Эш хаҡын нисек, ваҡытында түләйҙәрме? – тип һораштыра башланы.
- Еңел түгел дә, өйрәнелде инде. Ун икешәр сәғәт эшләйбеҙ. Ял көндәрендә лә ҡайһы берҙә саҡыралар. Эшләһәң – түләйҙәр. Алдашмайҙар былай.
Заһиҙә Таһирҙың тел төбөн аңлағандай, уға әйләнеп ҡарап ҡуйҙы. Тик бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
- Ә Хәмит ағайҙың эштәре нисек бара? Ул хәтәр, төндәрен дә тик ултырмай икән. Көндөҙ ауылдағы мәшәҡәттәренән бушай алмайҙыр инде.
- Эйе, тик ултырмай, - ҡыҙ газға нығыраҡ баҫты. Машина күләүектәрҙәге бысраҡ ямғыр һыуын йән-яҡҡа сәсрәтеп, тиҙлеген арттырҙы. Таһир, Заһиҙәнең Хәмит тураһында һөйләргә теләмәүен аңлап, шымып ҡалды. Көҙгө ямғырға иҙелеп бөткән ауыл урамдарын уҙғанда, машинаһы тегеләй-былай кәйелһә лә, рулен кәрәкле йүнәлешкә бик оҫта борғолап, Таһирҙы өйөнә тиклем үк илтеп ҡуйҙы.
- Нимә, улым, хәҙер Мәскәүҙәрҙә эштәгәс, Хәмит үҙе ҡаршы барып алдымы һине? – тип шаяртты Таһирҙың атаһы Рим, уның менән күрешеп.
- Юҡ, Заһиҙә ине. Автобусҡа һуңлағас, юлға сыҡҡайным – ул осраны. Хәмит ағайҙы ҡалаға илтеп ҡуйған, эш буйынса.
- Бик эштекте әҙәм булып сыҡты был Хәмит! Көнөн-төнөн бушамай. Бала сағында, ҡапҡа аҫтынан инеп, йомортҡа урҙап йөрөгән ыштанһыҙ Хәмит тимәҫең. Бер тапҡыр, хатта, беҙ бесәндән ҡайтһаҡ, урҙашырға ингән дә, кәртә эсендә йоҡтап ята ине. Уҡыуы ла шәптән буманы. Мәктәпкә кеше ике ҡулын ике кеҫәһенә тығып йөрөймө?! Ҡуйында - таушалып бөткән бер дәфтәр, уныһын да онотоп ҡалдырмаһа әгәр. Зато хәҙер - тирә-йүндә беренсе алигарх.
- Башы эштәгәс, була инде, - Таһирҙың әсәһе Ғәлиә лә һүҙгә ҡушылды.
- Нимә, беҙҙең баш эштәмәйме?! Урҙашырға баш кәрәкмәй ул! Әҙ буһа ла оялырға, Хоҙайҙан ҡурҡа белергә кәрәк! Шашты был Хәмит, ну шашты. Боронғо байҙарҙан да арттыра. Ярай, мин мунсаны тоҡандырып инәйем.
- Заһиҙәһе йәл бит әле. Тәүҙә, уның менән сыуалып, Нәсимә киленде айырылып ҡайтырға мәжбүр итте. Ә хәҙер, күрәләтә, быныһының өҫтөнән йөрөй, - тип һөйләнде әсәһе, өҫтәлгә аш ҡуйып, - бахыр ҡыҙ! Ҡолдар ҙа шул тиклем мәсхәрәләнеп йәшәмәйҙер.
- Ҡолдар хәҙер джиптарҙа ғына йөрөйҙәрме, әсәй?
- Йөрөү менәнме ни машинала. Ул бит Хәмитте йөрөтә. Төнгө клубтарғамы шунда, икенсе ҡатындарғамы, тигәндәй... Заһиҙәне нисек йәберһеткәнен бөтә Шыршыяр халҡы белә.
- Заһиҙә йәберһетелгәнгә оҡшамаған кеүек былай. Ә ниңә унан китмәй һуң, әсәй? Ебәрмәһә - ҡасырға була. Бикләп ҡуймағандар ҙаһа уны.
- Ҡасып ҡайҙа барһын?! Документтарын Хәмит сейфында ғына тота тей.
- Хәтәр икән бында хәлдәр – икенсе Санта Барбара! Мин сериалдарҙа ғына шулай булалыр тиһәм, Шыршыярҙың үҙендә ысын кино төшөрөрлөк, - Таһир сумкаһынан әйберҙәрен сығарҙы, күстәнәстәрен өҫтәлгә ҡуйҙы.
- Өҫтөңдө алмаштырып ал, улым! Тамаҡҡа ашап, ул-был иткәнсе мунса ла өлгөрөр.
Киске аштан һуң оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Рәмилә апайы инеп сыҡты. Мунсанан һуң, йоҡларға ла ваҡыт еткәйне. Тик, оҙон юлдан арып килеүенә ҡарамаҫтан, Таһирҙың күҙҙәренә йоҡо килмәне. Егеттең бар уйын Заһиҙә биләп алғайны. Ысынлап та, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, бик әсе, ҡатмарлы тормош юлы үтергә өлгөргән икән ул. Бәләкәйҙән балалар йортонда тәрбиәләнгән. Һуңынан һатыусы һөнәрен үҙләштергәс, ҡалала эшләгән. Туған тейеш Нәсимә апайына ҡунаҡҡа килеп йөрөй башлаған. Шул саҡта күҙ һалған да инде Хәмит һомғол буйлы, сибәр ҡыҙға. “Нәсимә киленде ыҙалатты ғына инде ул Хәмит. Хатта уның күҙ алдында, тартынмайынса, Заһиҙәгә бәйләнер буған!” – тип аптырап һөйләне Таһирға әсәһе.
- Ҡайҙан барыһын да беләһегеҙ ул? – тигән һорауына:
- Рәмилә апайың менән әхирәттәр бит улар, барлыҡ эс серен уға бушата. Ә апайыңдың минән йәшерер ғәҙәте юҡ. Мин кешегә һөйҙәп йөрөмәйем, бар белгәнем, ишеткәнем ошо өй эсендә ҡала, - тип яуапланы әсәһе.
Таһир тегеләй ҙә әйләнеп ятып ҡараны, былай ҙа... Нисек кенә итһә лә, күҙ алдында Заһиҙәнең һыны баҫып тик торҙо. Әҙ генә лә йоҡоһо килмәне. Ул, үҙенең күңелендә электән йәшеренеп боҫҡан бер бушлыҡты асты. Шул бушлыҡ эсендә Заһиҙәнең генә етмәүен аңланы Таһир. Ул үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыҙҙы юҡһына башланы, күргеһе килде. Нисек итеп уны иртәгә осратырға, хистәрен уға еткерергә?! Әллә, бик тиҙ буламы ул турала һүҙ башлау? Хәмит тигән бер әҙәм дә бар бит әле арала.
* * *
Заһиҙә машинаһын гаражға ҡуйҙы ла, өйгә инде. Ошо яландай өй эсендә үҙенә урын тапманы ул. Аҫҡы ҡаттағы бүлмәләрҙең утын тоҡандырып сыҡты ла, ҡулына пульт алып, ярты стенаны тиерлек ҡаплап торған ҙур телевизорҙы ҡабыҙҙы. Иркен, киң диванға ултырып экранға текәлһә лә, күҙҙәре бер нәмә күрмәне, ҡолаҡтары ишетмәне. Ҡарашы уның ҡайҙалыр йыраҡҡа, телевизор, стена аша төпһөҙ билдәһеҙлеккә төбәлде.
Төпһөҙ билдәһеҙлек... Әсәһе кем уның? Атаһы? Ҡайҙа улар, иҫәндәрме? Бер кем белмәй. Өс туған тейеш Нәсимә апайы уны үҙе эҙләп тапҡайны. Тик үҙ башына ғына. Хәйер, Заһиҙәнең ни ғәйебе бар бында?! Ул, Нәсимә апаһының теш ҡыҫып, барыһына түҙеп йәшәүенең сигенә етергә сәбәпсе генә булды.
Ҡыҙ, атаһын да әсәһен дә хәтерләмәй. Иҫ белгәндән, уның янында гел генә бик күп балалар булды. Балалар һәм арҡа һөйәктәрен өшөтөрлөк, боҙ ҡарашлы апайҙар. Үҫә төшкәс, Заһиҙәнең аңында, тормош бөтә ерҙә лә шулай һалҡынлыҡтан торамы икән тигән һорау барлыҡҡа килде. “Әсәйҙәр үҙ балаларына, моғайын да, ҡаты күңелле, ҡырыҫ түгелдәрҙер?!” - тип уйлай торғайны ул. Әсәһен әле лә, бер нисек итеп тә күҙ алдына килтерә алмай. Нәсимә апаһы ла уның ата-әсәһен йүнләп иҫләмәй, һирәк күрешкәндәр. Хәмиткә кейәүгә сыҡҡас, бөтөнләй аралашмағандар. Әйтеүенсә, улар эске менән мауыҡҡандар икән. Заһиҙәне балалар йортона ла шуға күрә тапшырғандарҙыр. Кем белә, әлеге ваҡытта бәлки, был донъяла юҡтарҙыр ҙа.
Заһиҙә эшләгән шәхси магазинда, ревизиянан һуң, бик күп аҡса етмәүе асыҡланды. Уға, иң йәш һатыусыға, иптәштәре барлыҡ бурысты япһарҙылар ҙа ҡуйҙылар. Ҡайҙан шул тиклем аҡса табырға? “Түләмәһәң, ярты йыл буш эшләтәм!” – Тип янаны магазин хужаһы. Ә нисек йәшәргә?
Бына ошо ҡатмарлы мәлдә, әллә бәхетенә күрә, әллә киреһенсә, Нәсимә апайы уны эҙләп тапҡайны ла. Хәлде Хәмиткә һөйләп биргәс, тегенеһе нимәгәлер шатланып, кеҫәһенән аҡса сығарҙы:
- Балдыҙыма йәл түгел. Был ғына етәме һуң? Етмәһә - тағы һорарың, – тип, ҡыҙға күҙҙәрен уйнатып, кәрәкле сумманы һананы ла бирҙе.
“Ниңә генә алдым икән шуның аҡсаһын?! Икенсе берәй әмәле табылыр ине,” - тип Заһиҙә әле булһа үкенде.
Шул арҡала йәш ҡыҙҙың рухын ҡомһоҙ ҙа, хәйләкәр ҙә ҡарашлы көслө Хәмит тиҙ һындырҙы. Исем өсөн үҙенә бухгалтер итеп эшкә алған булып, документтарын сейфына бикләп ҡуйҙы. Ҡыҙ шулай, ирекһеҙҙең көнө, килеп ҡапты уның бысраҡ тырнаҡтарына.
Заһиҙәнең тамағына бер нәмә барманы. Шулай ҙа урынынан тороп, газ плитәһенә яй ғына утҡа сәйнүк ултыртты.
Ул ҙур бүлмәлә япа-яңғыҙы ине. Бүлмәлә генә түгел – тормошта ла! Бәләкәйҙән яңғыҙ, үҫеп еткәс тә яңғыҙ. Кемгә һөйләргә эсеңдә йыйылған аһ-зарҙы, кемгә сисергә? Барыһын да бер Рәмиләгә генә һөйләп бөтөрөрлөк түгел шул. Уның менән йыш аралашырға мөмкинселек тә юҡ. Заһиҙә Рәмиләне тәү ҡат күреп, танышҡан көндәрен иҫенә төшөрҙө. Бөгөнгөләй, Хәмитте ҡалала ҡалдырып, машинала ҡайтып килә. Ҡаланы сыҡҡас, юлда бәләкәй бала етәкләгән йәш ҡатын ҡул күтәрҙе. Һөйләшеп, танышып киттеләр. Һүҙҙән-һүҙ сығып, Рәмилә Таһирҙың апайы икәнлеге асыҡланғас, тартынып ҡына уның тураһында һорашты. Ҡайтып еткәнсе күңеле әҙерәк уй-хәсрәттәрҙән бушап ҡалды. Рәмилә Заһиҙә менән Хәмит араһындағы мөнәсәбәтте аңлағас, кәңәш тә биргәйне:
- Кит һин унан, ебәрмәһә - ҡас! Ярҙам да итермен, - тип. Ҡайҙа китәһең дә нисек ҡасаһың?! Хәмиттән ҡотолоуҙың бер юлы бар ҙа ул... Тик бала сағы, мәктәп йылдары балалар йортонда уҙған, уның ҡырыҫ тәрбиәһен алған, ҡыйынлыҡтарға ҡаршы торорға өйрәнгән Заһиҙә бер ҡасан да үҙ-үҙенә ҡул һалмаясаҡ. Был көн кеүек асыҡ! Ул түҙҙе, теш ҡыҫып түҙҙе һәм көн дә ниҙер көттө. Бына бөгөн тормошом үҙгәрәсәк, бына бөгөн миңә бәхет йылмаясаҡ, бына бөгөн...
Көндәр уҙа торҙо, ә тормошо тик ҡатмарланды ғына. Хәмит Заһиҙәне һанға һуҡмаһа ла, үҙе уны матур шаҡы-шоҡоға, ҡиммәтле әйберҙәргә күмде. Таныҡлыҡ һатып алып, машина йөрөтөргә өйрәтте. Әлбиттә, Хәмит быларҙы барыһын да үҙенә кәрәклектән эшләне. Сөнки күңел асҡан, эскән саҡтарында руль артына уны ултырта. Ә машина йөрөтөүе Заһиҙәгә берҙән-бер шатлыҡ, ҡыуанысҡа әүрелде. Ул Хәмитте ҙур теләк менән, ҡайҙа теләй – шунда, ҡалдырып ҡайтыр булды. Өйҙә яңғыҙына еңелерәк, илап алһа ла, уйҙарға бирелеп, хисләнеп ултырһа ла, ҡамасаулаған кеше юҡ.
Хәмит үҙе ситкә йөрөһә лә, Заһиҙә алдында икенсе ҡатындар менән күҙ-ҡаш һикертеп шаяртып һөйләшһә лә, йәш ҡатынын башҡаларҙан бик ныҡ көнләне. Юҡ-барға көйөп, ҡыҙғаныуынан екереп ебәрһә, Хәмиттең йөҙө көп-көрән төҫкә инә. Заһиҙә уны был ваҡыт ажғыр, ер тырнап үкереп һөжүмгә әҙерләнгән үгеҙгә оҡшата.
- Нисек инде, үҙе икенселәр менән сыуала, күңел аса, ә һиңә берәй ир заты баш бороп ҡарарға ла өлгөрмәй, көнләшеүенән шартлар хәлгә етә? Аллам һаҡлаһын, әгәр берәйһенә яңылыш ҡына күҙ һалһаң, йәки һөйләшһәң, үлтерә һуҡмаҫ тимә, - тип аптырағайны Рәмилә.
- Мин бит уның тотоноу әйбере генә, Рәмилә апай! Үҙенең шәхси әйберен ҡыҙғанған кеүек, минең менән дә шулай ҡылана.
Теге ваҡыт урамда, Хәмит Таһирҙы үҙенә эшкә саҡырып өгөтләгәндә, Заһиҙә менән егеттең ҡараштары бер аҙға ғына осрашты. Таһирҙың күҙҙәрендә яғымлылыҡ, эскерһеҙлек сағыла ине. Хәмиттең үҙе кеүек үк бик эшлекле ҡыланған, баштарында тик аҡса ла байлыҡ ҡына булған дуҫтарын һәм эскесе эшселәрен күреп туйғанға күрә, Таһир уға бик ҡәҙерле кешеһеләй тойолдо.
- Алырым эшкә, амай ней. Көтөп торһон ана! Нимә уға күҙҙәреңде майландырып ҡарап утыраң? Оҡшап ҡалдымы әллә? – Хәмит Заһиҙәгә екерҙе.
- Ҡараһам, күҙҙәрем төшөп ҡалмағандыр әле...
- Төшөрөрөм мин һиңә күҙҙәреңде! Ҡара уны - теле сыға баштаған. Шым ғына утыр! - Хәмит йәне көйөп машинаһын өйө яғына ҡыуҙы.
Әгәр шунда Хәмит үҙе Таһир тураһында һүҙ сығармаһа, Заһиҙә уға артыҡ иғтибар ҙа бирмәҫ һәм яйлап онотор ҙа ине. Ә хәҙер уның күңел түрен, болот араһынан күренгән наҙлы ҡояш нуры кеүек, Таһир биләп алды. Ярай әле бөгөн яңғыҙы булды. Хәмит менән туҡтамаҫтар ҙа ине.
Ни эшләй икән әле Таһир? Юлдан арып ҡайтып, рәхәтләнеп йоҡлайҙыр инде. Минең турала уйлап та бирмәйҙер. Йәш егет ирле ҡатын тураһында нимә тип уйлаһын?! Кәрәгең бар.
Заһиҙәгә тағы ла моңһоуыраҡ булып китте. Ул телевизорҙы һүндерҙе лә, урынынан торҙо. Бүлмәлә арлы-бирле йөрөнө. Ҙур көҙгө алдына барып баҫты:
- Нимә танауыңды төшөрҙөң, Заһиҙәкәй, ни әйтерһең?! Нисек ары йәшәргә уйлайһың? Хәйер, һинең ни уйлауың кемгә хәжәт. Ә шулай ҙа, әйҙә икәү, Заһиҙәкәй, берәй нәмә хәл итәйек. Ярамай, былай йәшәргә, ярамай! – ул көҙгөләге сағылышы менән һөйләште. 

 

 

Хәмит Заһиҙәне ҡайтарып ебәрҙе лә, кафе-барға инде. “Ниндәй ҡатын был Заһиҙә? Ирен күңел асырға, ҙур теләк менән, үҙе алып килә. Ҡыҙыҡһынып, берәй нәмә һорашмай ҙа, исмаһам. Холҡо ҡатыраҡ булһа, бәлки, мин йомшағыраҡ та ҡыланыр инем. Һорашырға, йәки ҡаршы һүҙ әйтергә, ҡурҡалыр ҙа инде. Ҡурҡһын! Иренән, хужаһынан ҡурҡҡан эт кеүек ҡурҡырға тейеш. Кем уны кеше итте? Кем бурыстарын түләне? Законныймы, законый түгелме, насармы-яҡшымы - мин ире әле. Кемдең бисәһе шундай текә машиналарҙа йөрөй?! Ҡалаларҙа юҡ ундайҙар! Шымып ҡына, барыһына риза булып йәшәй бирһен, юғиһә, уның йылы урынына “һә” тигәнсе икенселәр табылыр...” – Хәмиттең уйҙарын, ҡаршыһына килгән официант ҡыҙ бүлде:
- Иптәштәрегеҙ ана теге өҫтәл артында, әйҙәгеҙ оҙатып ҡуям! – тип, Хәмиттең алдынан төшөп, матур һынын килешле тирбәлдереп, уны тоноҡ ут яҡтыһы төшкән төпкө залға алып китте. “Ух кәүҙәһе, ух аяҡтары...” – ирендәрен ялаған Хәмит, ҡыҫҡа итәктәрҙән күҙен ала алмай, алпан-толпан баҫып ҡыҙ артынан эйәрҙе. Уның башынан әле генә Заһиҙә тураһында уйлаған буйырыҡ уйҙары, ел таратҡан кеүек юҡҡа сыҡты.
- Саҡ һуңламаның, әй! Ҡайҙа шулай оҙаҡланың? Йәш бисәңдән айырыла алмай ыҙаланыңмы? Тәк, ҡыҙҙар беҙҙе күптәнән көтә, яндарына һинһеҙ генә китергә йыйынғайныҡ инде, - тине ауыҙына ҡапҡан ашамлығын сәйнәй-сәйнәй, өҫтәл артына саҡ һыйып ултырған йыуан ҡорһаҡлы Фәһим исемле адвокат дуҫы.
- Әйҙә ҡапҡылап ал, ҡыҙҙарҙы сыйылдатырға хәлең булмаҫ, әтеү, - быныһы полицияла эшләгән танышы Тәлғәт ине.
- Ниңә шулай ашығыс? Мин мында ял итергә килдем. Ҡыҙҙар бөткәнме ни кафела?! Кәрәк буһа хәҙер табам, - тине Хәмит һәр береһе менән күрешеп.
- Табаң имеш, - Фәһим Хәмитте ирештерҙе, - тик һин тапҡан ҡыҙҙарға беҙ түләргә тейеш. Ә былар – үҙҙәре беҙҙе һыйлаясаҡ, белдеңме?! Адвокат дуҫың һау саҡта күңел асып ҡал, Хәмит әфәнде!
- Ярай, миңә ней барыбер. Түләһәң дә шул уҡ нәмә, түләмәһәң дә... Ә сөтәки, ул ҡыҙҙар күпмешәр түләй инде беҙгә?
- Һин нимә, аҡсаң бөттөмө әллә? Әйтәм бит, улар һыйлай, тип. Һиңә ҡыҙҙарын да тап, түләһендәр ҙә ищеү. Шартлап ҡуйма!
- Беҙ хәҙер проституттар тип аталабыҙмы инде?! – Хәмит көлдө.
- Теләһәң, шулай тип ата үҙеңде, мин ҡаршы түгел. Әйҙәгеҙ, берәрҙе күтәрәйек тә, ҡуҙғалырға ваҡыт! – Фәһим графиндан араҡы һалды.
Ҡыҙмаса булып алған өс ир, кафенан сыҡҡас, таксиға ултырып ҡуҙғалып киттеләр. Хәмит Фәһим менән әллә ҡасандан инде эшнәләш дуҫтар. Күпме кисәләрҙә, күпме тәбиғәт ҡосағында бергә күңел астылар, күпме йәш ҡыҙҙарҙы аҙҙырҙылар... Ә полиция майоры Тәлғәт менән һирәгерәк осрашырға тура килде. Ике-өстө кафела, бер тапҡыр саунала типтергәйнеләр ҡыҙҙар менән.
- Тәк! Һеҙ унда артығын ҡыланмағыҙ, теге ваҡыт кеүек, - тине таксист янында ултырып барыусы Фәһим, ауыр кәүҙәһен саҡ бороп, - ни тиһәң дә улар минең клиенттар, притом бик бай клиенттар, бер пустәк кенә эш буйынса. Бөгөн миңә аванс ҡына түләйҙәр әле. Ә мин һеҙҙең менән бүлешәм, үәт! Адвокат дуҫығыҙҙың йомартлығы инде. Эх, дуҫтар өсөн бер нәмә лә йәл түгел шул, йәл түгел.
Ошо ваҡыт Хәмиттең кеҫә телефоны шылтыраны.
- Кем унда әпәт? – тип һөйләнә-һөйләнә ул телефонын сығарҙы, - эйе, тыңдайым һине, Сәғит. Тағы нимә булды?.. Ә? Ваҡытында ҡайтты ла, әле генә машина менән сығып китте, тейеңме? Ҡаяҡҡа китте, күрҙеңме?.. Күҙәт давай! Мин һиңә нимә өсөн түләйем?! Ярай, үҙем шылтыратырым, пока, - Хәмит ҡыҙарынып, йәне көйөп һүгенде, - вәт, ышан шул бисәгә, әй. Мин ишектән - ул тишектән шылған. Күрһәтәм икән күрмәгәнен, ҡайтҡас.
- Нимә, шымсың шылтыратамы? Покой юҡ һиңә, әй, ҡайҙа ла, – тине барыһын да ишетеп килгән Фәһим, был юлы артына эйләнмәйенсә генә.
- Эйе, шул. Вәт әй, ышан бисәләргә, - Хәмит башҡа ни әйтергә белмәй, һүҙҙәрен ҡабатланы, - күрһәтәм икән күрмәгәнен, ну күрһәтәм...
- Бисә лә бисә. Бисәләр өйҙә генә ултыра, ана минеке кеүек, Хәмит дуҫ. Алмаҫ инең үҙеңә йәштән, нервыларың да теүәл булыр ине, - тине Тәлғәт.
- Нервылар, ысындап та, бөткән шул әй, - Хәмит шымып ҡалды.
Оҙаҡламай улар ҡала ситендәге эшселәр ҡасабаһына килеп етте. Такси, Фәһим әйткән адрес буйынса, ике ҡатлы коттедж янына туҡтаны.
- Һин, дуҫ, мин шылтыратҡас та килерһең. Сәғәт нисәләрҙә икәнен әйтә алмайым, бәлки төндә, ә бәлки таңға. Һөйләштекме? – тине Фәһим аҡса түләгәндә, эшлекле ҡиәфәттә, таксист менән килешеп.
Ирҙәр тимер ҡапҡаны шығырлатып асып, эскә үтте. Тауышҡа, сыр-сыу килеп, йорттан ике ҡыҙ йүгереп сыҡты.
- О, нишләп улай оҙаҡ, Фәһим Сәлимйәнович? Беҙ борсола ла башлағайныҡ. Юҡһығыҙ ҙа юҡһығыҙ... – ҡыҙҙарҙың береһе, хужаһын ҡаршылаған ялағай эт кеүек, Фәһим янында ураланды.
- Нишләп оҙаҡ булһын, Оксанушка?! Бына коллегалар менән совещаниелә тотҡарландыҡ. Бушағас та һеҙҙең янға остоҡ, - тине Фәһим яһалма йылмайып, - ә һеҙ нимә шымып ҡалдығыҙ? Оялып тормағыҙ, ҡыҙҙар күрмәгән кешеләй, - ул юлдаштарына өндәште.
- Бындай аҫыл ҡоштарҙы тәү тапҡыр күреп, телдән яҙҙым, – тине Тәлғәт.
Ә Хәмит, ҡыҙҙарҙы баштан аяҡ тикшереп ҡарап, күҙҙәрен майландырып:
- Фәһим Сәлимйәнович! Ҡайҙа әпкилдең һин беҙҙе? Мин бит хатта уйҙамағайным да, беҙҙең ҡалала ла шундай, аҡҡош кеүек матур ҡыҙҙар барҙыр тип. Ну, беләң дә инде үҙең урынын, - тине күңелле тауыш менән.
- Һа, белмәй шунан! Мин белмәгән нимә бар?! – Фәһим маһайып китте.
- Ә беҙ һеҙҙең ҡаланан түгел дә, - тине Оксананың иптәш ҡыҙы.
- Ҡайҙан һуң, сер бумаһа? – Хәмиткә ҡыҙ оҡшап ҡалды.
- Сер түгел... йыраҡтан, - яуап сәйерерәк яңғыраны.
- Һин следователь түгелһең шикелле, Хәмит, нимә төбәшәһең?! – Фәһим иптәшен иҫкәртеп алды, - ярай, ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ үҙемдең дуҫтарым менән таныштырайым: был егет Тәлғәт була, хәҙергесә майор полиции инде. Эшләгән ере мөһим түгелдер. Ә был – Хәмит, ауылда йәшәһә лә, унан да бай кеше юҡ. Үҙебеҙҙең алигарх! Оялсаныраҡ булһалар ҙа шәп егеттәр улар.
- Иптәштәрегеҙ хәтәр, - Оксананың күҙҙәре уйнаны, - ну, минең исемемде ишеттегеҙ, был әхирәтем Лилиә була. Беҙ бергә эшләйбеҙ. Тағы бер әхирәтем Маша нишләптер оҙаҡланы. Әллә ҡасан уҡ бында булырға тейеш ине.
Лилиә тигәне, сәхнәлә сығыш яһауын тамамлаған йырсылай, килешле итеп тубыҡтарын бөгөп, ирҙәргә башын эйҙе.
- Әйҙәгеҙ йортҡа, егеттәр! Ошонда тормаҫбыҙ бит инде, ямғыр ҙа һибәләй, - Оксана ҡунаҡтарҙы эскә саҡырып, ишеккә ыңғайланы. Лилиә барыһын да үткәреп ситкәрәк баҫты. Ә ирҙәр, ашарға саҡырылған аҡыллы мал кеүек, ҡабаланмай, Оксананың артынан эйәрҙе. Улар инеп тә өлгөрмәне, ҡапҡа алдына туҡтаған еңел машина тауышы ишетелде. Лилиә:
- Ана Маша ла килде, һуңламаны, - тип уға ҡаршы атланы.
Кәртәләге тоноҡ ут яҡтыһына Машаның буй-һыны, тауышы Хәмиткә бик таныш тойолдо. Ҡыҙ яҡынайғас, ирҙең ҡапыл йөҙө ҡараңғыланып, теле тотлоҡто:
- Һин... һин?.. Мында нимәштәп йөрөйөң?..
* * *
Таһир йоҡлап та бара ине инде. Ата-әсәһе шым ғына телевизор ҡарай. Ара-тирә үҙҙәре генә ишетерлек итеп һөйләшеп алалар. Ҡустыһы өйҙә юҡ, күрәһең, клубҡа киткән.
Уның ҡолағына, бысраҡ, тайғаҡ урамдан яй ғына геүләп уҙған машина тауышы салынды. “Бер-бер Заһиҙә түгелме икән?” – тип Таһир урынынан тороп тәҙрәнән ҡараны. Ысынлап та, ҙур ҡара джип күрше генә йәшәгән Рәмилә апайының ҡапҡа төбөнә барып туҡтаны.
Заһиҙә өйгә инеп киткәс тә, ҡыҙыҡһыныуын баҫа алмаған Таһир, бер ни тиклем ваҡыт тәҙрә аша ҡарап торҙо. Ҡыҙ тиҙ генә сығырға уйламаны, шикелле.
Таһир карауатына ултырып уйға батты: “Әллә, юҡ һылтауын табып, барып инергәме?!” Килешмәҫ тә кеүек. Рәмилә апайына шылтыратырға итте лә тағы тыйылды. Ошо ваҡыт ҡапыл, телефоны үҙе шылтыраны. Таһир, атайым менән әсәйем ишетеп ҡалмаһын тип, тиҙ генә, яуап бирергә төймәгә баҫты.
- Ни эшләп йоҡламайһың, Таһир? – тине Рәмилә.
- Ҡыҙыҡһың, апый! – Таһир көлдө, - үҙең уяттың даһа.
- Ярай, үпкәләмә инде! Еҙнәң һөйләнә ана, ҡәйнеш инеп хәлде лә белмәй, эреләнгән, тип. Бәлки, инеп сығырһың?!
- Мин хәҙер, йүгерҙем, – Таһир етеҙ хәрәкәттәр менән кейенә башланы. Уның йәшен тиҙлегендәй, уҡтай атылып сығып киткәнен ата-әсәһе һиҙмәй ҙә ҡалды.
- Һаумы, еҙнә! Заһиҙә лә бында икән, һаумыһығыҙ тағы ла. Тышта ниндәй машина тора тиһәм? – Таһир Ғәлим еҙнәһе менән ҡул биреп күреште.
- Шунан, ҡәйнеш? Хәлдәр нисек? Мәскәү оҡшанымы үҙеңә, Мавзолейға барҙыңмы? – еҙнәһе күрешкәс тә, унан һорау ала башланы.
- Яҡшы, еҙнә! Тик Мәскәүҙә тимер юл вокзалынан ары йөрөргә тура килмәне әлегә. Унда ней, бер поезд менән киләһең дә, икенсеһенә күсеп ултыраһың. Ҡайтҡанда ла шулай. Ҡала ҡарап йөрөргә ваҡыт тарыраҡ. Вагон тәҙрәһенән генә юл буйындағы йорттарҙы, урамдарҙы ҡарап үтәң. Останкино башняһын йыраҡтан ғына күрҙем былай. Матур! Был барғанымда, берәй көнгә Мәскәүҙә туҡталырға уй бар. Нисек булыр.
Аш бүлмәһендә булышҡан Рәмилә янында ултырған Заһиҙәгә Таһирҙың һүҙҙәре бик асыҡ ишетелде. Уға был мөләйем, аҙ һүҙле егет тағы ла нығыраҡ яҡынайғандай тойолдо. “Башҡа берәү Мәскәүҙе күрмәһә лә, шунда булдым, бында йөрөнөм, тип шаштырыр ине, Таһир нисек бар шулай, дөрөҫөн һөйләй. Уларын да еҙнәһе төбәшкәнгә генәлер,” – тип уйланы ҡыҙ.
- Эх, күрергә ине берәй ваҡыт шул Мәскәүҙе, әтеү, район үҙәгенән ары сыҡҡаным да юҡ. Ҡасан алып бараһың беҙҙе Мәскәүгә, Ғәлим? – Рәмилә һүҙгә ҡушылып, иренә өндәште.
- Мәскәүгә?! Өфөнө йүнләп күргән юҡ әле. Хыт иртәгә сығып китер инем дә ул мин. Тик нисек? – Ғәлим үҙе ҡатынына һораулы ҡараш ташланы.
- Ошо көҙҙө, унан ҡышты эшләп ҡайтайым да, апай, яҙға үҙем һеҙҙе алып барырмын, алла бойорһа. Риза булһа Заһиҙәне лә алырбыҙ. Шулай бит?! – тине Таһир ҡыҙға боролоп, ҡыйыуһыҙ ғына.
- Әллә инде?! Минһеҙ генә барырһығыҙ, – Заһиҙә уйсан яуапланы.
Сәй эсеп, өҫтәл артында төрлө темаларға һөйләшеп ултырып, ваҡыт та арыуыҡ булып китте. Таһирҙың күңелен Заһиҙә биләгәндән биләне, әйтерһең дә улар бер-береһен күптән белә, уртаҡ һөйләшер һүҙҙәре лә табылды.
Бер кем менән дә тиерлек аралашмай, әйтер һүҙҙәрен эсенә йомоп йөрөгән Заһиҙәнең бөгөн Таһир менән һөйләшкән һайын һөйләшкеһе килде. Ҡараштары осрашҡанда тәне буйлап ләззәтле йылылыҡ йүгерҙе, нисек тә булһа Таһирға яҡыныраҡ, яҡыныраҡ күсеп ултырырға теләне.
- Уй, Рәмилә апай! Ҡайтайым әле. Һүҙгә әүрәп, оҙаҡлап киттем. Һеҙгә лә йоҡларға ваҡыттыр, - тип Заһиҙә йыйына башланы.
- Ярай һуң, Заһиҙә. Таһир ҙа ана иһәнәй башланы, ял иткеһе киләлер, юл кешеһе бит, - тип, Рәмилә ҡустыһына ҡарап ҡуйҙы. Йәнәһе, нимә ултыраһың, бар, Заһиҙәне оҙат!
- Мин, ней, арыманым да ул былай, - Таһир үҙе ҡыҙҙан ҡалғыһы килмәгәнен һиҙҙермәҫкә тырышып урынынан ҡуҙғалды.
Хушлашып, тышҡа сыҡҡас егет менән ҡыҙ шымып ҡалды. Өй эсендәге һөйләшкән һүҙҙәр ҙә онотолдо, яңылары ла башҡа килмәне.
- Ысынлап та, – тип тартыныбыраҡ һүҙ башланы Таһир, - әйҙә, был юлы уҡ үҙеңде бергә алып китәм. Унда ҡатын-ҡыҙҙарға ла эш етерлек. Бында ыҙалап йәшәгәнсе. – ул Заһиҙәгә “һин” тип өндәшкәнен үҙе лә абайламай ҡалды.
- Ә кем әйтте, мин ыҙалап йәшәй, тип?! Аллаға шөкөр, – Заһиҙә машинаһының ишеген асты, - ҡайҙа инде ул миңә йыраҡтарға сығып китеү, Таһир, Шыршыярҙы ташлап! Ярай, бар ин, ял ит! Мин дә ҡайтайым.
Үҙе Таһир янынан киткеһе килмәне. Ниндәйҙер күҙгә лә күренмәгән, йөрәккә лә һиҙелмәгән сихри көс уны егеттән айырылырға бирмәй ине. Ул үҙендә ныҡышмалылыҡ табып машинаһын ҡабыҙҙы ла, тар урамда оҫта ғына боролоп, йәшәгән йорто яғына йүнәлде.
Таһир ҡыҙға бер йылы һүҙ ҙә әйтә алмай ҡалыуына әсенеп урынында тапанып торғанда, күҙенә машина артынан йүгерә-атлай эйәргән кеше шәүләһе салынды. “Нимә кәрәк ул кешегә, әллә Заһиҙәне эҙәрлекләп йөрөймө?” тигән уй уның мейеһен телеп үтте.
Егет, ҡыҙҙы ҡыуып етеү теләге менән, тураға, картуф баҡсалары аша Хәмиттең йортона ҡарай ташланды. Ҡараңғыла, туҙышып ятҡан бүрәнәләргә абынып йығылып, өҫ-башы бысранып бөттө. Заһиҙә килеп туҡтағансы, Таһир гараж ҡапҡаһы төбөндә тора ине инде. Фаралар яҡтыһы уның күҙен сағылдырҙы.
- Таһир?! – тине аптыраған Заһиҙә тулҡынланып, - төндә минең менән уҙышмаҡ уйнарға булдың инде әллә? Үҙең бысранып бөткәнһең.
- Уҙышмаҡты икенсе берәү уйнай ана, - егет артҡа, ҡараңғылыҡҡа төртөп күрһәтте. Теге кеше килеп етмәгәйне әле.
- Ниндәй икенсе берәү? Бер кем дә юҡсы.
Таһир хәлде һөйләп биргәс, Заһиҙә ҡурҡып китте:
- Уй, Таһир! Бар, уның күҙенә салынма инде! Хәмиттең ҡушыуы буйынса, берәйһе минең арттан күҙәтә торғандыр.
- Заһиҙә... – Таһир саҡ “Заһиҙәкәй” тип ысҡындырманы, - һин ингәнсе генә торам да. Ул мине шәйләмәйәсәк тә. Бар!
Ҡыҙ, гаражын асып, машинаһын ҡуйғансы теге әҙәм дә килеп етте. Ул ауыр тын алып, Хәмиттең өйөнә ҡаршы йорттоң ҡапҡа төбөнә туҡтап, бер аҙ хәл алып торҙо. Шунан тәмәке тоҡандырҙы ла, кемгәлер телефондан шылтыратып маташты. Тик икенсе оста трубканы алмағастары, әсе һүгенеп, тәмәке төпсөгөн ергә ташланы ла, ҡапҡаһынан инеп китте.
Таһирҙың, был ир ошо йортта йәшәүсе Сәғит икәнлегенә шиге ҡалманы. “Аңлашыла. Хәмит уны Заһиҙә артынан күҙәтергә ҡушҡан. Ә ҡыҙ был турала белмәгән дә”. - Ул йәшенгән урынынан сығып, ҡабаланмай ғына ҡайтыу яғына атланы. Заһиҙә ингәс тә йоҡларға ятты күрәһең, уттарын һүндергәйне.
* * *
Нәсимә, Хәмит менән ҡырҡа араһын өҙөп, үҙ ауылына ҡайтып китһә лә, һаман тыныслана алманы. Беренсенән, рәсми айырылышмағандар. Хәмит был турала һүҙ ҙә сығарманы, ә Нәсимә судҡа ғариза биреү тураһында өндәшергә лә ҡурҡты. Икенсенән, иренең уны ыҙалатыуҙары үҙәгенә үткәйне: шуларҙы йыш ҡына, ҡабаттан, төштәрендә күрҙе. Һаташып уяна ла сәғәттәр буйына йоҡлап китә алмай ята, ә иртәгәһенә Хәмит күҙе алдында тик тора. Ҡыҫҡаһы, ул бергә йәшәгәндә нисек көн күрһәтмәһә, хәҙер ҙә онотолорға, юғалырға теләмәне. “Ғазраил рәүешенә инеп, янымда сыуалалыр был Хәмит,” – тигән уй Нәсимәнең башынан сыҡманы.
Ә әсәһе инде ҡыҙының әсе тормошон килеп күреп, белеп йөрөмәһә лә, йөрәге менән барыһын да һиҙҙе. Үҙе оло йәштә булғанға күрәме, ҡыҙы айырылып ҡайтһа ла, бик тә һөйөндө. “Нәсимә йәш, буй-һыны бар, сибәр, – ир, ней, табылыр!” – тип уйланы. Бер бөртөк ҡыҙы уға, Хәмит менән күпме йәшәп, тупылдатып һөйөрлөк ейән-ейәнсәр ҙә бүләк итә алманы. Кеме ғәйеплелер, кейәүеме, ҡыҙымы, уныһы ҡараңғы ине. Нәсимә ни өсөн айырылышҡандарын да ентекләп һөйләмәне, әсәһе лә төпсөнмәне. Шулай тейеш кеүек йәшәнеләр ҙә киттеләр.
Почта бүлексәһендә гәзит таратыусы йәш ҡатын декрет ялына сығып ҡына тора ине, Нәсимәне уның урынына эшкә алдылар.
Хәҙерге заманда кеше гәзит-журналдарҙы әҙ яҙҙырып, әҙ уҡығас, почта таратҡан сумкаһы буп-буш тиерлек. Алдырғандары ла өй, ике өй аша. Гәзиткә тотошлай урамдары менән яҙылмағандар ҙа бар. Үҙ ауылында, берәй әхирәте тап килеп һөйләшеп тормаһалар, эшен тиҙ генә тамамлай. Ә иң ҡыйыны алда: биш саҡрым аралыҡта ятҡан күрше Көртмәлетау ауылына почта ташыу. Һауа торошоноң нисек булыуына ҡарамаҫтан, аҙнаһына ике тапҡыр барып ҡайтырға кәрәк. Машина йөрөп торһа ла, таныш-белешең түгел икән, туҡтай һалып бармай. Бына бөгөн дә, ул саҡрымдарҙы йәйәү һанап үтергә тура килде.

 

Йәйәүлегә янсыҡ та ауыр тигәндәй, сумкаһы еңел генә булһа ла, күрше ауылға килеп еткәнсе ап-аруҡ ҡына арытты. Көртмәлетау – Заһиҙәнең тыуған ауылы. Нәсимә бында килгән һайын уны иҫенә төшөрә. Әле лә: “ Ни эш бөтөрә икән, меҫкенкәй? Хәмиттән китеүен китмәгәндер инде. Унан еңел генә ҡотолоп булмай! Йәшәйҙер инде ыҙа сигеп,” – тип бошоноп уйлап ҡуйҙы.
Нәсимә Заһиҙәгә әҙ генә лә кенә тотманы. Ни ғәйебе бар ул баланың?! Барыһына ла Хәмит ғәйепле. Егерме йылдан ашыу бергә йәшәү дәүерендә ирен ул яҡшы белеп бөткәйне. Донъя көтә башлаған тәүге йылдарҙа Хәмит бөтөнләй икенсе ине. Колхозда шофер булып эшләне. Күпме түләйҙәр – шуға риза. Хәҙерге кеүек аҡсаға, байлыҡҡа иҫе лә китмәй торғайны. Нәсимәне хөрмәт итте. Яратыуы ғына ысын йөрәктән булмаған икән.
Дүрт-биш йыл бергә йәшәнеләр, ә Нәсимә һаман да әсә булыу шатлығын кисерә алманы. Хәмит яйлап эскегә һабыша башланы. Төндәрен өйгә ҡайтмай, икенсе ҡатындар менән күңел асыуҙары ла ишетелгеләне. Ҡайтҡан саҡтарында, иҫерек килеш, ҡатынына ҡул күтәреү уның ғәҙәтенә инеп китте. Балалары булмауҙа Нәсимә үҙен ғәйепле һанап, барыһына ла түҙеп йәшәй бирҙе.
Оҙаҡламай, колхоздар тарҡалып бөтөп, эшҡыуарлыҡ көсәйеп китте. Эсеүен, ситтә күңел асып типтереүҙәрен туҡтатмаһа ла, Хәмиттең ошо өлкәлә бик тә һәләтле икәнлеге асыҡланды. Ә бәлки һәләтлелек тә булмағандыр. Нәсимә быны аҙаҡтан ғына аңланы: ҡомһоҙлоҡ һәм өлгөргәнлек, тиҙ байырға мөмкинселектәрҙең тыуыуы, юғарыла кәрәкле кешеңдең ултырыуы. Ул, элек райкомда эшләгән, ә хәҙер ҙур бер фирма директоры булып киткән ике туған ағаһының дуҫтары, таныштары аша үҙенә төрлө техниканың кәрәклеһен дә, кәрәкмәгәнен дә йыйҙы. Уларҙы һатты, алмаштырҙы. Осһоҙлата ауыл фермаһының һауын һыйырҙарын, быҙау-башмаҡтарын да үҙләштерҙе. Яйлап ағас менән дә шөғөлләнә башланы. Үҙе Нәсимәне бер ҡайҙа ла эшләтмәне. Юҡ, уны йәлләүҙән, һаулығын ҡайғыртыуҙан түгел. Хәмиткә өйҙә лә буш эш ҡулы кәрәк ине. Өй эсендәге, йорт-ҡуралағы, баҡсалағы мәңге бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән тыш, ҡатындың төп бурысы булып Хәмиттең эшселәренә төшкө аш яраштырыу торҙо.
Хәмиткә иртә кейәүгә сығып, һөнәр үҙләштерергә лә өлгөрмәгәйне шул. Өҫтәүенә, балаларының булмауына, ире алдында үҙен кәм итеп тойҙо. Ғаилә эсендә бик йыш ҡабатланған бәхәстәрҙә әҙ генә лә һүҙе үтмәне. Ни сәбәптән балаға уҙмауын тикшертер өсөн дауаханаларға ғына түгел, имсе-томсо әбейҙәргә лә йөрөттөрмәне уны Хәмит. Ғәйепте үҙе Нәсимәгә генә таҡты. “Минең бар ағзам да теүәл, үгеҙ кеүекмен!” – тигән һүҙҙәре Нәсимәнең бөтә өмөтөн юҡҡа сығарып, башын баҫып йәшәргә мәжбүр итте. Хәҙер шул күңел болғандырғыс холҡон Заһиҙәгә күрһәтәлер инде. Һеңлеһе үҙе менән берәй хәл ҡылып ҡуймаһа ярай ҙа.
Нәсимә ҙур булмаған Көртмәлетау ауылында гәзиттәрен таратып та бөттө тиерлек. Йылға аша сығып, дүрт-биш өй ултырған бәләкәй генә урамда бер ҡарсыҡ ҡына ҡалды. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әллә күпме дана гәзит, журнал алдыра. Совет осоронан йәшәп килгән ошо матур ғәҙәтен һис тә ташламай ул. Заһиҙәнең тыуған йорто уға ҡаршы ғына. Өйҙәренең хәҙер исеме генә һаҡланған. Тәҙрәләре ватылып, арҡыры ҡағылған таҡталары айырылып бөткән. Ҡапҡа тирәһен, кәртә эсен ҡый үләне баҫҡан. Ҡураларының мөйөштәре ауыша, ҡыйыҡтары һүтелә башлаған. Был йортҡа ҡарап үтеүе генә лә ҡыҙғаныс – йөрәкте өшөтә. Бәләкәй ауылдарҙың юҡҡа сыға барыуын ошо күренеш үҙе хәтерләтеп тора.
Күрше ауылдан булһа ла, почтальондың килер ваҡытын белеп бөткән Әсмәбикә әбей, тышта эскәмйәлә ултыра ине.
- Иҫән генәме, инәй, ауырымайһығыҙмы? Бөгөн дә йәйәү килергә тура килде, шуға оҙаҡланым әҙерәк, - Нәсимә ҡарсыҡ менән ҡул биреп күреште.
- Аллаға шөкөр әле, ҡыҙым, әкренләп йөрөп ятыла. Ҡарт кеше ауырый инде ул, ауыртмаған ер юҡ. Көнө лә йонсоу бит ана – һыҙландыра. Берәйһенән хат-маҙар юҡмы шунда? - Әсмәбикә әбей урынынан торҙо.
Ул башлап Нәсимәнән гел хат тураһында һорашып ала. Әйтерһең дә кем менәндер яҙыша. Нәсимә эшләгәне бирле уға берәй хат килһә икән, исмаһам.
- Юҡ шул, инәй, ни эшләптер яҙмайҙар... Бәлки, икенсе юлы булыр. Бөгөнгә бына район гәзите генә килде.
- Ярар! Рәхмәт, ҡыҙым! Ингәс ҡарармын гәзитеңде. Әйҙә сәй эсеп сыҡ, ҡайтыр юлың йыраҡ, төш тә еткән, асыҡҡанһыңдыр ҙа!
- Әллә инде?! Былай почтаны таратып бөттөм. Берәй сынаяҡ ҡына эскәндә булыр ине. – Нәсимәне Әсмәбикә әбей күрешкән һайын сәйгә саҡыра ла тора. Тик ул быға тиклем, уңайһыҙланып та, мәңге ашығып та риза булмай торғайны.
Заманында уҡытыусы булып эшләгән Әсмәбикә әбейҙең биш стеналы өйөнөң ике бүлмәһе лә бөхтә итеп йыйыштырылған. Иҙәндәре таҙа, буяуы ялт итеп тора. Өҫтәлдә артыҡ һауыт-һаба күрмәҫһең. Бөтә нәмә үҙ урынында. Бәләкәй генә электр сәйнүгенең һыуы алдан ҡайнатылған булған, ахырыһы, уныһы тиҙ арала шыжлап, күңелле итеп йырлап та ебәрҙе.
- Әйҙә, ҡыҙым, түргә үт! Ҡабаланыр ерең юҡтыр. Беҙҙең урамда бер кем ҡалманы, тиерлек, инеүсе лә юҡ, аралашыр кеше лә юҡ. Һөйләшеп ултырырбыҙ, исмаһам, - ҡарсыҡ шәшкеләргә сәй яһаны.
- Эйе, инәй! Халыҡ кәмене хәҙер ауылда. Йәшәгәндәре лә бер-береһе менән йөрөшөп, аралашып бармай. Шулай... – Нәсимә көрһөндө.
- Ынтылып ултыр, тартынма, барынан ауыҙ ит, ҡыҙым!
- Рәхмәт, тәмле итеп әҙерләгәнһегеҙ. Әсмәбикә инәй! Гел генә һорайым тейем дә тыйылам. Ҡаршығыҙҙағы өйҙә элек Фәридә тигән апай йәшәй торғайны ире менән. Заһиҙә исемле ҡыҙҙары ла булған.
- Эй, ул бисаралар... Шундай тырыштар ине, матур итеп йорт һалып инделәр. Саҡ тормош көтә башлағайнылар ғына, колхоздар бөтөп, донъялар үҙгәреп китте. Эшһеҙлек, аҡса юҡлыҡ. Кемдер байыны, ә кемдер, киреһенсә, бөлгөнлөккә төштө. Сараһыҙҙанмы инде, башҡа сәбәптәнме, эскелек көсәйҙе. Икмәклек аҡсалары булманы, араҡыға таптылар. Былар ҙа икәүләп эскегә һабышты. Бар әйберҙәрен һатып эсеп бөткәс, буп-буш өйҙәрен дә һатырға иткәйнеләр, кем алһын был төпкөлдән. Ире кешегә эйәреп, әллә ҡайҙа вахтаға тип сығып киткәйне – әйләнеп ҡайтманы. Үлеме, тереме – әле лә билдәһеҙ. Фәридә, ҡыш көнө, яғырлыҡ утыны ла бөткәс, тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡта ҡағып, сабыйын күтәреп үҙҙәренә – ялан яғына ҡайтып китте. Һуңынан ишетелде: ауылдарына етәрәк, урманда туңып үлгән. Эскән дә булған. Ярай әле, ҡыҙын иҫке-моҫҡо әйбер менән ныҡ итеп үҙем кейендерешкәйнем, уныһы һау ҡалған тиҙәр...
Сәй артында Әсмәбикә әбей Заһиҙәнең ата-әсәһе тураһында байтаҡ мәғлүмәт ишеттерҙе. Нәсимә, әсәһе һөйләүенән белә ине – Фәридә апай уларҙың яҡын ғына туғаны булған. Уның әсәһе лә ялан яғынан бит. Тик кеше, туғанын аҙаҡтан, үлгәс кенә хәтеренә төшөрә шул.
Нәсимәне, Фәридә апайы, уның ғаиләһе тураһында ишеткән бер хәбәр саҡ аяҡтан йыҡманы. Ауылына табан атлағанында ул кеҫә телефонын алып Заһиҙәгә ошо турала әйтергә уҡталып ҡуйҙы ла, тыйылды. Бара биргәс тағы, инде шылтыраттым тигән еренән кире уйланы. Юҡ, әлегә кәрәкмәҫ, был – телефон аша әйтә торған һүҙ түгел, тип уйланы Нәсимә.
* * *
Йөҙ түбән йоҡлап ятҡан Хәмит, уянып киткәс, ҡайҙа икәнлеген ҡапыл да төшөнә алмай яфаланды. Башы сатнап ауырта, тамаҡ төбө сарсап кипкән. Бер генә тамсы һыу тамыҙһаларсы ирендәренә. Ул таштай ауыр башын шайығы ағып еүешләнгән мендәрҙән көскә күтәреп, тирә-яҡҡа күҙ һалды.
Заманса йыһазландырылған ҙур ғына бүлмә. Бер кем юҡ. Бәләкәй түңәрәк өҫтәлдә буш араҡы шешәләре, емеш-еләк, төрлө ризыҡ ҡалдыҡтары... Ул әкренләп иҫләй башланы. Туҡта! Теге ҡыҙыҡай ҡайҙа булған? Исеме Маша ине шикелле?! Үҙе башҡорт ҡыҙы, ысын исеме әллә кемдер. Кейем-фәләне лә күренмәй. Хәмит ҡапыл урынынан һикереп тороп салбарының, шунан курткаһының кеҫәләрен ҡапшап ҡарап сыҡты. Бысрап, иҙелеп йомарланған ҡағыҙ аҡсаларҙы ҡалтыранған ҡулдары менән ҡат-ҡат һанап тынысланғас, башын тотоп кире карауатҡа ултырҙы. Телефоны иҙәндә ятҡан икән, уны эйелеп алды. Маша менән күңел асып, бар донъяһын онотҡайны шул кисә. Сәғит шылтыратҡанын да ишетмәгән.
Маша, Маша... Ҡайһылай оҡшағандар Заһиҙә менән, бер туғандар тиерһең. Тик быныһы кәүҙәгә тулыраҡ. Түшәктә үҙен иркен тота, иркен аралаша.
Кисә кис, ҡапҡанан Заһиҙә килеп инде тип уйлағайны тәүҙә. Хатта, бер ҡасан да, төрлө осраҡта ла юғалып ҡалмаған Хәмиттең теле тотлоҡто. Әллә балалар йортонда тәрбиәләнгәндәр шулай бер-береһенә оҡшаш буламы икән?! Маша ла, бәләкәйҙән, Заһиҙә кеүек, шул һуҡмаҡтан үттем тине бит.
Нисек булһа ла төн шәп уҙҙы, тип уйланы Хәмит, кейенеп бүлмәнән сыҡҡанында, ярай әле кеҫәләге аҡсаның бер тиненә лә теймәгән! Ҡайҙалыр шым ғына музыка ишетелә. Ул тауыш килгән яҡҡа ыңғайлағайны, аш бүлмәһенә барып инде. Унда кисәге ҡыҙҙарҙың береһе, Оксана исемлеһе, ниҙер әҙерләп маташа ине.
- Торҙоғоҙмо?! Иртәнсаҡ иптәшегеҙ һеҙҙе уята алманы. Маша ла төрткөләп ҡараны – бушҡа ғына. Ҡаты йоҡлайһығыҙ икән.
- Эйе, шулай ныҡ йоҡтайым мин, – Хәмит крандан һыу һалып эсте.
- Башығыҙ ауырталыр әле, әйҙәгеҙ! Такси саҡыртырғамы? Нисек ҡайтырға уйлайһығыҙ? – Оксана, өйрәтелмәгән йәш тай кеүек, кәүҙәһен уйнаҡлатып йөрөп, Хәмиткә араҡы ҡойҙо.
- Нисек ҡайтырға?! Әлегә уйҙаманым, - тине Хәмит, ҡыҙҙы ашарҙай булып, - килеп амаһалар, бәлки, ҡайтмам да. Ҡыуаң мәллә?
- Ҡыумайым да ул. Килешмәй бит, Хәмит ағай, нисек булһа ла ҡайтырһығыҙ. Бында оҙаҡҡа ҡалырға ярамай.
- Ҡурҡма, оҙаҡҡа ҡамам! – Хәмит араҡыны төп күтәрә һуҡты ла, тышҡа сығып Заһиҙәгә шылтыратырға булды. Тик теге оста телефонды алырға ашыҡманылар. Шунан Сәғит аша Заһиҙә тураһында һорашып, барыһын да белеште лә, һөйләнә-һөйләнә кире өйгә инде.
Уға арты менән баҫҡан Оксана газ плитәһендә бешеренә. Хәмит уның ҡыҫҡа халат итәктәренән күренгән яланғас боттарына бер килке ҡарап торҙо. Ул үҙен ошо ваҡыт донъялағы бөтә нәмәгә лә хужа итеп тойоп, барып ҡыҙҙы ҡосаҡларға итте. Булмаһа ярар ҙа. Оксана ҡапыл әйләнеп, бар көсөнә Хәмитте этеп ебәрҙе. Арҡаһы менән стенаға бәрелеү ыңғайы, башы ла зыңҡ итеп ҡалды. Күҙҙәренә, хатта, йәшелле-ҡыҙыллы уттар күренде.
- Һин... һин... нимә, кәнтәй? Һинең кеүектәрҙе мин әҙ күргән тейеңме? – Хәмит төҫө боҙолоп, ауыртҡан башын тотоп, ҡыҙға табан атланы.
- Хәмит ағай, Хәмит ағай! Тынысланығыҙ, арттан килеп ҡапыл ҡотомдо алдығыҙ бит үҙегеҙ, - тип сәбәләнде, ысынлап та, ҡото осҡан Оксана.
- Шулай тип ҡотол, юғиһә, – Хәмит ҡыҙҙы ҡосағына ҡыҫты. Тегеһе үҙе ҡаршылашмаһа ла, ирҙең ҡосағында иреп тә барманы:
- Ней, бында ярамай, Хәмит ағай! Хәҙер Фәһим Сәлимйәнович килергә тейеш. Ысынлап әйтәм.
- Уға тағы нимә кәрәк мында? Кисә буғаны етмәгәнме?
- Бөгөн ул мине килеп ала ла, эш буйынса йөрөргә тейешбеҙ. Фәһим Сәлимйәнович минең адвокатым.
- Теләһә әллә кемең буһын, эшем эйәләре. Әйҙә, өлгөрәбеҙ ул кигәнсе, - Хәмит көслө ҡулдары менән Оксананы күтәреп алды ла, йоҡо бүлмәһенә атланы. Ҡыҙ, был тупаҫ әҙәмгә ҡаршылашып тороуҙың файҙаһыҙ икәнлеген аңлағайны инде.
* * *
Заһиҙә төнө буйы йоҡлай алмай уйланып ятып, иртәнсәк Хәмиттең шылтыратыуына яуап бирмәй, ҡалаға уның артынан барып йөрөмәҫкә хәл итте. Ә ул ҡайтҡас, нимә булһа ла булыр, тураһын әйтеп һөйләшергә кәрәк. Күрәләтә, моғайын, үлтерә һуҡмаҫ әле, тип уйланы.
Таңға ҡарай ғына йоҡлап киткән Заһиҙәне ныҡ итеп ҡапҡа дөбөрләткән тауыш уятты. Хәмит ҡайтты тип уйлап, ул, тиҙ генә тороп, ҡорған ситенән тышҡа ҡараны. Унда күршеләре Сәғит баҫып тора ине.
- Нимә иреңә яуап бирмәйең? Таң тишегенән мине бимазалай ана, - тине ризаһыҙ тауыш менән Сәғит, Заһиҙә сығып ҡапҡаны асҡас.
- Ишетмәгәнмен, Сәғит ағай, - тигән булды Заһиҙә аҡланғандай, - ғәфү итегеҙ инде!
- Ғәфү итегеҙ, имеш. Иреңдән ғәфү үтенерең. Төнө буйы йөрөмәйҙәр аны, телефоныңды ла ишетер инең, - тип Сәғит һөйләнә-һөйләнә ҡайтып китте.
“Һеҙҙең миндә ни эшегеҙ бар?!” – тип әйтергә Заһиҙә уҡталып ҡуйғайны ла, тыйылды. Әйҙә һөйләнһен, унан миңә эҫе лә һыуыҡ та түгел.
Көн төшкә ауышҡас ҡына ҡапҡа алдына такси килеп туҡтаны. Хәмит машинанан төшөп та өлгөрмәне, көтөп кенә ултырғандыр инде, Сәғит өйөнән сығып, ярамһаҡланып, ауыҙын йырып уға ҡаршы атланы. Уның, ҡулы менән бер Таһирҙар урамы яғына, бер Хәмиттең йорто менән гаражына ишаралап ниҙер һөйләүенән, ошаҡлашып торғанын аңлауы ҡыйын түгел ине.
- Шунан, нимә бунтовать итеп ятаң мында? Әллә төндә йәш егет менән типтереп, телефон шылтырағанын да ишетмәй, йоҡо һимертәңме? Хәмит белмәҫ, бер нәмә лә ишетмәҫ тип уйҙаныңмы? – ишекте шарт-шорт асып килеп ингән Хәмит, ҡыҙарынып, Заһиҙәгә яҡынлашты.
Заһиҙә, ҡурҡҡанын, ҡалтыранған аяҡ быуындарының бына-бына бөгөлөп төшөрөн һиҙҙермәҫкә тырышып, уның ҡан һауған күҙҙәренә тура ҡараны. Үҙе, ҡапыл да, яуап бирергә һүҙ тапманы.
- Нимә өндәшмәйең? Таһирың телеңде һурып алып ҡалдымы әллә? Ха, төнгө ғашиҡтар! Оҙаҡ эҙҙәнегеҙме бер-берегеҙҙе, табыштығыҙмы инде? – Ауыҙынан һаҫыҡ араҡы еҫе аңҡыған иҫерек Хәмит уның алдына килеп баҫты. Үҙе тәүҙә табышына ташланырға әҙерләнгән йыртҡыстай ҡыланһа ла, ҡыҙҙың туп-тура ҡарауынан ҡаушап, ҡарашын ситкә йүнәлтте. Йомарланған йоҙроҡтары ла бушаны.
- Яуап бир, Зоя Космедянская! Язалай башлағанды көтәңме? Булдыра-а-м!
- Космедянская түгел – Космодемьянская! Ниндәй яуап?
- Ха, ул мине өрәтеп маташа ищу. Минең өсөн хыт әллә кем буһын. Ништәп миңә яуап бирмәнең, ништәп артымдан кимәнең? Әйт, ҡәбәхәт!
- Барғым... килмәне... – Заһиҙә ошо ике һүҙҙе үҙенән һығып сығарҙы, - һәм... етәр минән! Ишетәһеңме, етәр?! Бир минең документтарымды, мин бында бер секунд та ҡалмаясаҡмын. Миңә һинең бер нәмәң дә кәрәкмәй!
- Нимә-ә-ә?! Кеше булдыңмы? Һинең өсөн ҡылған изгелектәремде, мәрхәмәттегемде оноттоңмо? Документтары кәрәк уға. Хәҙер! Ә мыны күрәңме, детдом балаһы? – Хәмит һул ҡулы менән “кукиш” күрһәтте, уңы менән ҡапыл Заһиҙәгә киҙәнде.
Ҡыҙ, иҫерек Хәмиттән сосораҡ ине, эйелеп өлгөрҙө. Ирҙең ауыр, киң усы уның сәстәрен генә елпеп үтте. Тик Хәмиттең бының менән генә туҡталырға иҫәбе юҡ ине, ул Заһиҙәнең иҙеүенән эләктереп алып, бар көсөнә үҙенә тартты ла, ике ҡуллап муйынынан һыға башланы.
- Үлтерәм мин һине, үлтерәм! Буйһонмай ҡара түлкә. Минән рәхәт кенә ҡотола амаҫың, белеп ҡуй, - ул, хәлһеҙ ҡулдары менән нимәгә тотонорға белмәй һелтәнгән, күҙҙәре атылып сығырҙай булған Заһиҙәне бар көсөнә этеп ебәрҙе. Иҙәнгә киҫелгән ағас кеүек барып төшкән ҡыҙ, аңын юғалтып, йәберләүсеһенең һуңғы һүҙҙәрен дә ишетмәне.
- Эй, эй, һин нимә?! Ысындап үлеп ҡуй теге! – Ҡапыл аптыраған ир, уның янына сүгәләп, бындай осраҡтарҙа нимә эшләргә кәрәклеген дә белмәгәс, уның сикәләренә һуҡҡыланы.
Заһиҙә, тыны быуылып, сәсәй башланы. Иҫенә килеп, күҙҙәренән йәштәре атылып сыҡты. Ғүмерен ҡыйырға бысраҡ ҡулын һуҙған йыртҡыстан нисек тә булһа йырағыраҡ ҡасырға тырышып, артҡа шыуышты.
- Һин мында ҡыланып маташҡан булаң икән ищу, кеше ышандырып. Йә, тор давай! Ҡара һин аны, ысындап тороп күҙҙәрен аҡайта, үлеп бара тирең, – Хәмит бер нәмә лә булмағандай, шкафтан араҡы алып ҡойоп эсте, - йыйын, хәҙер Таһирыңдың өйөнә барабыҙ, - тип сығып китте. Тышта уның гараж ҡапҡаһын асҡаны, машинаһын ҡабыҙғаны ишетелде.
Ни эшләргә инде хәҙер, тип, ике ут уртаһында янды Заһиҙә. Был йыртҡыс менән бармаһа, килеп инеп тағы уға ябырыласаҡ. Барһа, унда ни булыр? Ҡан ҡойошмо?! Юҡ, юҡ, барырға кәрәк! Тик, нисек тә, Таһирҙы алдан иҫкәртергә ине. Телефон номеры юҡ, әһә, Рәмилә апайына шылтырата һалайым. Ул телефонын алғайны ғына, ишектә Хәмит күренде.
- Нимә, һөйәреңә ошаҡтарға итәңме? Бир мында-а-а! – Ир, Заһиҙәнең ҡулынан телефонын тартып алды ла, иҙәнгә күтәреп һуғып, аяғы менән иҙгесләне. Шунан, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, шарт та шорт сейфын асып пистолет килтереп сығарҙы, - күрҙеңме мыны?! Икегеҙҙе бергә атып үлтерәсәкмен. Тиҙ бул! - Пистолеты менән һелтәнгән Хәмит ишектән юғалғас та, тамам ҡото алынған Заһиҙәнең күҙҙәренә асыҡ ҡалған сейф салынды. Ул, йәшен тиҙлегендә, унан үҙенең паспортын алып диван аҫтына ташланы ла ир артынан сыҡты.

 

- Хәмит, тыныслан! Йөрөмәйек бер ҡайҙа ла. Ни ҡылдым һуң шул тиклем?! Таһирҙың ни ғәйебе бар? Мин бит Рәмилә апайға барҙым, һөйләшеп ултырҙыҡ, өйҙә күңелһеҙ булғас. Сәғит ағай, ана, дөрөҫләр. Күргән бит.
- Хан һарайындай өйҙә күңелһеҙме һиңә? Сәғит ағай дөрөҫтәр, ищу как дөрөҫтәр, ҡапҡа төбөндә нисек ҡосаҡташып торғанығыҙҙы. Етәр, шым! – Хәмиттең машинаһы бысраҡта кәйелә-кәйелә ҡуҙғалып китте.
“Кеҫәһенән пистолетын алыуы менән, бар көсөмдө туплап, уға ташланырға һәм атырға ҡамасауларға. Уғаса Таһир ҙа ярҙамға өлгөрөр,” – тигән ҡыйыу ҡарарға килде Заһиҙә. “Ә егет, ярҙам итмәй, ҡасһа?! Асыуынан ажғырған Хәмит ҡыҙҙы елтерәтеп кенә осорасаҡ. Бер ыңғай атып үлтермәһә шунда уҡ. Ярай, шулай булған хәлдә лә, исмаһам Таһир иҫән ҡалыр. Бер ғәйепһеҙгә пуля алғансы. Ә минең ҡайғырыр кешем юҡ әле!”
* * *
“Шундай ҙа һынһыҙ ир булыр икән, иркәләй ҙә белмәгән. Түшәктәге һалҡын ҡатындарҙы бүрәнә тигән булалар. Бына ҡайҙа ул бүрәнәнең дә бүрәнәһе! Мүкләнеп, серей башлаған бүрәнә! Уны ғына һыла ла, һыйпа. Ярай ҙа ул һаҫыҡ кәзә тәкәһен наҙлауҙар түләүле булһа. Ҡайҙан?! Оксана: “Кәрәкле клиенттар! Бер көн бушлай ғына хеҙмәтләндерергә тура килер”, тип ҡушмаһа, барып тә йөрөмәҫ инем. Исемемде әллә ниндәй Заһиҙә менән бутап бөттө. Ҡатынылыр инде. Иҫерек булһа ла йомарт түгел, кеҫәһенән бөгөрләнеп бөткән аҡсаларын сығарып, йөҙ һумлығын һоноп ултыра. Ниндәй кәмселлек?! Әйтерһең дә, мин аҡса күргәнем юҡ. Уның бер сепрәккә әйләнеп бөткән бысраҡ ҡағыҙ киҫәктәренә көнөм ҡалмаған әле”, - Маша кисәге төндө, теләр-теләмәҫ кенә, хәтерләне.
Эйе, Оксана өсөн кәрәкле клиенттарҙыр ҙа. Ҡомһоҙлоғо арҡаһындамы, яҡлап тороусыларының күп булыуынанмы, ә бәлки был үҙенә күрә таланттыр ҙа, нисәмә еңел холоҡло ҡыҙҙы үҙ ҡанаты аҫтында тота. Фәхишәлекте шөғөл итеп алған ҡатын-ҡыҙ телендә ул “мама” тип кенә атала. Ғәжәп, башҡа исем уйлап тапмағандар икән. Шулай ҙа, ниндәй генә текә булмаһын, һуңғы ваҡытта мама Оксананы полицияға йыш саҡырта башлағайнылар. Әле ана хатта адвокат ялларға мәжбүр булған.
Әсәһен хәтерләмәй ҙә Маша. Балалар йортонда тәрбиәләнгән ике-өс йыл саҡ иҫендә һаҡланған. Мулла ҡушҡан исемен дә онотҡан хәҙер. Әллә “Маһира” булды, әллә “Маһиҙә”?! Тәүҙә исеме менән атайҙар ине, һуңынан уны үҙ балалары булмаған бай ғына ғаилә ҡыҙлыҡҡа алғас “Маша – Мария”ға әйләнде лә китте. Улар атай-әсәй наҙын, йөрәк йылыһын тейешенсә бирә алмаһалар ҙа, ҡыҙ нужа күрмәне. Тик уны нисек кенә иркәләп маташмаһындар, ҡырыҫ холоҡло булып буй еткерҙе. Мәктәпте тамамлағас университеттың түләүле бүлегенә уҡырға индергәйнеләр ҙә, беренсе курста уҡ ташланы. Дөрөҫ, тура юлға баҫыуы ғына ауыр бит ул. Ҡырын юлға төшөп китеүе бер ниндәй ҙә көс талап итмәй. Был боронғо һөнәр, әхирәте әйҙәгәс, аҡсаға мохтажлыҡ кисермәһә лә, ҡыҙыҡ өсөн генә бер тапҡыр барғайны – көндәлек шөғөлөнә әйләнде лә ҡуйҙы. Машаға матди, тән ҡәнәғәтләнеүенән дә бигерәк, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, билдәһеҙлеккә барыу үтә оҡшаны. Бөгөн ниндәй ир тура килер ҙә, иртәгә ниндәй ир?! Ул бер үҙе генә булырмы ла, Машанан тотош төркөм менән көлөрҙәрме?! Тыныс ҡына аҡсаһын түләрме лә, алдарға маташырмы?! Туҡмап ҡына сығарырмы ла, үлтереү менән янармы?!. Урмандарҙа, төндәрен, туҡмап, яланғас көйө ташлап киткән саҡтар ҙа булды. Бандиттарҙың торлаҡтарында икешәр, өсәр көн бүлмәгә бикләп ҡуя инеләр. Уларҙың да төрлөһө тап килеп торҙо, ҡатын-ҡыҙ затын ихтирам иткәндәре лә, эт урынына күргәндәре лә. Яңғыҙаҡ маньяктарҙан да әшәкеләре булмағандыр. Маңлайҙарына “маньяк” тип яҙып ҡуйылмаған бит уларҙың. Тәү ҡарауға бик тә мөләйем, инсафлы күренәләр. Тырнаҡтарына бер ҡаптыңмы, үкенеүҙән ары китә алмайһың. Ғүмеренә ҡурҡыныс янаған ошо осраҡтарҙан һуң да, Маша, был кәсебен ташларға ҡарар итһә лә, күпмелер ваҡыт уҙғас тағы тотондо.
Оксананың ҡулы аҫтында “эшләй” башлағас, табыштың бер өлөшөн уға бүлергә тура килһә лә, бындай ҡурҡыныстар әҙме-күпме кәмене. Сөнки клиенттар ҡыҙҙарҙы тик “мама” аша ғына яллай ала. “Эш” тамамланғансы, барыһы ла Оксананың контролендә. Әлбиттә, Маша өсөн шөғөлөнөң романтикаһы бер аҙ бөтә төштө. Тик, ни эшләйһең, һәр нәмәнең үҙ ҡануны һәм ҡағиҙәһе бар, кәрәк ерендә буйһонорға ла тейешһең.
Ятаҡтан бүлмә һатып алып айырым йәшәй башлағас, ул үҙен тәрбиәләп үҫтергән кешеләрҙе бөтәнләй онотто. Әллә ниҙә бер, йомошо төшкәндә, инеп сыҡҡыланы. Үҙе уларға йәшәгән еренең адресын да әйтмәне. Һуңғы барыуында, ниндәйҙер ауылдан, йәш кенә ҡатын уны һорашып килде тип хәбәр иттеләр. Кем икәнен ныҡлап асыҡламаһалар ҙа, үтенеп һорағас, уға Машаның телефон номерын биргәндәр. Ҡыҙҙың башында төрлө уйҙар сыуалды. Тереме, юҡмы икәнлеге билдәһеҙ булғас, әллә әсәйем табылдымы тигәйне лә, был ҡатынды йәшерәк тиҙәр. Әллә клиенттарының берәйһенең көнсөл ҡатыны уны эҙләп йөрөймө?! Шулай ҙа булыуы мөмкин. Был турала әкренләп онотола башлағайны ла инде, бер көн, ят номерҙан шылтыратҡан яғымлы ғына ҡатын тауышы ишетелде:
- Һаумыһығыҙ! Миңә Маһиҙә кәрәк ине.
- Һаумыһығыҙ! Тик мин Маша булам. Маһиҙә лә булыуым ихтимал. Иғтибар менән тыңлайым һеҙҙе.
- Эйе-эйе, Маша тинеләр бит әле. Беҙгә нисек тә осрашырға ине, Маша. Был – бик мөһим.
- Һеҙ үҙегеҙ кем? Ни өсөн беҙ осрашырға тейеш?
- Минең исемем Нәсимә... Нәсимә апай булам. Әсәйеңдең яҡын туғаны.
- Бына нисек. Осрашырға?! Белмәйем ҡасан?! Кистәрен мин эштә булам, көндөҙҙәрен ял итәм... Бушаһам, һеҙгә үҙем шылтыратырмын, - ҡыҙ, Нәсимәнең ни әйтерен дә көтмәй, телефонын һүндерҙе. – Һы, бына нисек, - тип ҡабатланы ул тағы ла, - дөрөҫ булһа, туғаным табылды бит.
* * *
- Ну был Хәмит! Ҡыла икән ҡылыҡты, - ҡорған ситенән урамды күҙәтеп торған Сәғит, ҡабаланып кейенә башланы. Ҡатыны уны:
- Нимә?! Күңелең булдымы инде? Оло башың менән шуға ярамһаҡтанып, ошаҡташып йөрөмәһәң. Шуның осһоҙҙо араҡыһына алданып, юҡты бар итеп уға еткермәһәң. Заһиҙә һиңә ниндәй насарҙыҡ эштәне?! – тип һүгергә кереште.
- Әй, шым әле, ҡыҫылма! Һин нимә беләң?! – Сәғит итектәрен һикерәнләп кейә-кейә, сығып йүгерҙе. Ул, боралыҡҡа еткәндә, тәрән тәгәрмәс эҙҙәренә төшөп батҡан джипты күреп: “Заһиҙәң шул ерҙән төндә лә елдереп үтеп йөрөй, ә һин, эшкинмәгән, көпә-көндөҙ барып сумғаның”, тип Хәмиткә һуҡранды.
Хәмит, ҡорһағы менән ергә тейеп урынынан әҙ генә лә ҡымшанмаған машинаһының моторын бар көсөнә үкертә. Рулен өҙлөкһөҙ уңға-һулға борғослауҙан тирә-яҡҡа бысраҡ фонтаны сәсрәй. Сәғит килеп етеүгә ул, ишеген асып батҡаҡҡа һикереп төштө лә Заһиҙәгә:
- Утыр рулгә! Ә һин, әйҙә этәләш! – тип Сәғиткә бойорҙо.
- Һин нимә, ҡустым?! Мине касемсот тип уйҙайыңмы әллә? Мыны бит этәләүҙән генә файҙа бумаясаҡ.
- Мине хәҙер һин өрәтәңме? Йә! – Хәмит кеҫәһенән пистолетын сығарҙы.
- Ҡустым, ҡустым!.. Шаярма ул нәмәң менән, - Сәғит тәрән күләүекте кисеп, машинаның бысраҡ бамперына барып тотонғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
- Әйҙә, газуй! – Хәмит ҡулынан ҡоралын ысҡындырмай ғына, джиптың артына беркетелгән запас тәгәрмәскә йәбеште.
Заһиҙә машинаны Хәмит кеүек үкертмәй, талғын ғына газға баҫып, уны мөмкин тиклем алға-артҡа сайҡалттырҙы. Сәғит, башы осонда ғына уйнаған наганға ҡарап, күҙҙәрен йомдо. “Иҫерек баш. Яңылыш атып ҡына ебәрмәһә ярар ине. Өйҙә генә утырһам, минән дә аҡыллы кеше бумаҫ ине бит,” тип уйланы ҡурҡышынан. Тәгәрмәстәрҙең ҡайһы йүнәлешкә әйләнгәненә лә иғтибар итмәй, бар тырышлығын егеп, тик алға ғына этәләне. Бер мәл машина, тоҙаҡтың тимер сымы тартылып өҙөлгәндәй, ҡапыл урынынан ҡуҙғалды. Сәғит, аяҡтары тайып китеп, батҡаҡҡа ҡоланы. Хәмит канауҙағы һыуға йөҙтүбән ҡапланды. Ҡулынан ысҡынған пистолеты хужаһынан да арыраҡ күләүеккә осто. Заһиҙә, бығаса, машинаны ҡаты сиҙәмгә сығарып, көлкө лә, ҡыҙғаныс та хәлдә ҡалған был икәүгә яҡынлашты. Хәмит, күрәһең, уның йөҙөндә ҡәнәғәт йылмайыу һыҙаттары шәйләне, батҡаҡҡа буялған ҡулдарын кейеменә һөртөп:
- Нимә ауыҙыңды йыраң?! Эҙҙәш пистәлитте тиҙерәк! – тип екерҙе.
Хәмит был мәхшәрҙә ҡайҙа юлланғанын да онотҡандай, көбәгенән һыу ағып торған ҡоралын машинаһының багажнигына ырғытты ла, өйөнә табан атланы. Ысынында иһә, Таһир янына пистолетһыҙ барыуҙың мәғәнәһеҙ икәнлеген аңлағайны ул. Артынса ҡайтҡан Заһиҙәгә мунса яғырға бойороп, бысраҡ кейеме менән карауатҡа ауҙы.
* * *
Әй ҡыҙыҡ та инде кеше. Үҙе күргәнде, үҙе белгәнде генә түгел, ә ярты ҡолағы менән икенсе кешенән саҡ-саҡ ишетеп ҡалғанын да арттырып, күпертеп ебәрә. Боралыҡтағы батҡаҡлыҡта булған ваҡиғаны кеме күҙәтеп, кеме тыңлап торғандыр, был хәл йөҙ сүрәткә инеп, ауыл халҡы араһында бик тиҙ таралды. Имеш Хәмит, ҡайтып инеп, Заһиҙәне Таһир менән тотҡан да, урам буйлап пистолеттан ата-ата баҫтырып йөрөгән. Заһиҙә машинала саҡ ҡасып ҡотолған, ә һөйәрен, ярһыу Хәмит, яралаған да, хатта, үлтергән дә икән, тиеүселәр табылды. Ләстит, тағы ла нығыраҡ ҡабарып, Таһирҙар өйөнә лә килеп етте.
- Йә, Хоҙай! – Магазиндан ҡайтып ингән Ғәлиә, аҙыҡ-түлек тултырылған сумкаһын бушата-бушата, һүҙен дауам итте, - нимә генә ишетмәйең, кеше араһына сыҡһаң, иҫең китер.
- Тағы нимә буған? – тип һораны атай кеше һағайып.
- Нимә буһын?! Бөтә ауыл Таһирҙы һөйҙәй ана. Хәмит бөгөн ҡаланан ҡайтып ингән дә, Заһиҙә менән икеһен гаражы эсендә тотҡан, ти. Пистәлиттән атышып бөткәндәр, имеш. Ярай Сәғит ишетеп ҡаған. Хәмитте бер яҡҡа, улыбыҙҙы икенсе яҡҡа осора һуҡҡан. Заһиҙәһе әллә ҡайҙа ҡасҡан, ти...
- Тороп тор әле, тороп тор! Вахтаһынан саҡ ҡайтып ингән Таһир, ҡасан барыһын да өлгөргән һуң?! Үҙең уйҙап ҡара!
- Уйҙайым да ул. Кеше лә бушты һөйҙәмәҫ.
- Таһир үҙе нимә тир? - Рим, тышта, мөгәрәпкә картуф төшөрөп йөрөгән улдары янына сыҡты. Ул кесе улына “ял итеп ал”, тип ымланы ла, Таһирға ишеткәндәрен ҡыҫҡаса һөйләп бирҙе. Таһир, әллә ни аптырауға ҡалмай, атаһын бер һүҙһеҙ тыңлап бөткәс:
- Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, иртәнсәктән эш менән булышабыҙ. Ҡайһы арала мин уларға барып өлгөрҙөм икән?! Үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте әле, атай, - тине көлөмһөрәп.
- Ҡыҙыҡ шул, үәт, хәтәр ҡыҙыҡ. Үҙең өйҙәһең, ә һине унда күргәндәр. Һуғышҡанға, туҡмалғанға ла оҡшмамағаның былай. Аптырак! Әллә Хәмит эсеүенән илерә баштаны микән?! Булыр ҙа.
- Уның илереүендә минең ни ҡыҫылышым бар?! Ә шулай ҙа, Заһиҙә менән берәй хәл булманымы икән, атай? Полиция килгәнме?
- Әсәйең, уны, ҡайҙалыр ҡасҡан тигән була. Ҡасырың Хәмиттән! Ә полиция - дуҫын яҡташырға ғына кимәһә.
- Унда нимә булғанын асыҡларға кәрәк. Заһиҙә өйҙәлер лә бәлки, ярҙамға мохтаждыр. Мин хәҙер. - Таһир йыйына башланы.
- Йөрөмә! Әсәйеңде уйҙа! Һинең аларҙа ҡыҫылышың бумаһын – бәләнән баш-аяҡ. Ана, Рәмилә апайыңдан һораш, кәрәк икән. Ул, моғайын, берәй нәмә беләлер.
Таһир, атаһы менән килешеп, әҙерәк баҫыла төштө. Эштәре кәмегәс, апайҙарына барып килде. Һуңынан йыуынып, кейемдәрен алыштырып, ҡайҙалыр әҙерләнергә тотондо. Өҫтәл артында Рим менән Ғәлиә, бер-береһенә ҡарашып, улдарына ләм-мим һүҙ өндәшмәнеләр. Таһир, уларҙың ҡыҙыҡһыныуына ҡаршы, бер ҡайҙа ла йөрөмәй, иртә менән йоҡларға ятты.
Рәмилә апайы, ысынлап та, барыһын да белә ине. Белә генә түгел, ә Заһиҙә менән ҡорған пландарын да ҡустыһына һөйләп ҡайтарҙы.
* * *
- Ултыр тиҙерәк, Таһир! Арттан ҡыуа төшөүҙәре бар, - ауыл осонда, алдан һөйләшеп килешелгән урында көтөп торған Таһир янына машинаһының уттарын һүндергән Заһиҙә килеп туҡтаны.
- Берәйһе күрҙеме әллә?
- Шул Сәғит ағайҙан башҡа кем булһын инде. Ҡуҙғалғайным ғына, йүгерә-атлай беҙгә инеп китте.
- Ә Хәмит ағай ҡаты йоҡлай инеме?
- Эйе. Тороп эсә лә, ҡысҡырына ла, тағы тәгәрәй. Ҡасан уны уятҡансы, ҡасан машина тапҡансы, йә булмаһа, полициялағы дуҫтарына хәбәр иткәнсе, беҙ йыраҡта буласаҡбыҙ, Таһир.
- Ә беҙ ни эшләп ҡалаға боролдоҡ? Нәсимә апайҙың ауылына был яҡҡа бит. Беҙҙе хәҙер үк полиция туҡтатасаҡ. – Таһир аптырап ҡыҙға ҡараны. Уларҙың планы буйынса, Хәмиттең машинаһын Нәсимәлә ҡалдырып, ары, бынан йыраҡ булмаған тимер юл станцияһына сығырға тейештәр ине.
- Көтөлмәгән бер хәл арҡаһында маршрутты үҙгәртергә тура килде, Таһир. Тыңла, хәҙер аңлатам. Беләһеңме, кеше ышанмаҫлыҡ яңылыҡ - мин үҙемдең туғанымды таптым! Һыңарымды. Беҙ игеҙәк ҡыҙҙар булғанбыҙ. Аяҙ көндә йәшен атҡандай был хәбәрҙе бөгөн кис кенә, уларға барыуыбыҙ тураһында әйткәндә, Нәсимә апай еткерҙе. Ниндәй яҡшы күңелле, эскерһеҙ кеше ул - тәүҙә мине эҙләп тапты, хәҙер Маһиҙә туғанымды. Ғүмеремдең иң бәхетле мәлендә миңә бер ниндәй ҙә Хәмит ҡурҡыныс түгел. Етмәһә, һин дә янымдаһың!
- Ысынмы, Заһиҙә?! Бынан да шәп яңылыҡтың булыуы мөмкинме һуң! Заһиҙә һәм Маһиҙә - шундай килешле, матур исемдәр! Әйтерһең дә Зита һәм Гита! Нисәмә йыл бер-берегеҙҙе белмәй йәшәгәнһегеҙ. Был турала әҙ генә лә шигең булманымы?
- Уйымда ла булманы, төшөмә лә инмәне хатта, Таһир.
- Бер-берегеҙгә оҡшағанһығыҙҙыр инде. Ҡыҙыҡ, икегеҙҙе йәнәш күреүе.
- Ҡара уны, беҙҙе бутап ҡуйма!
- Һине бер ҡасан да, бер кем менән дә бутамаясаҡмын, Заһиҙә!.. – Таһир тағы: “һәм бер кемгә лә бирмәйәсәкмен”, тип әйтергә итте лә, ҡыйманы. Был һүҙҙәр әйтелмәй ҡалһа ла, ике йәш йөрәк бер-береһе менән айырылмаҫлыҡ булып ҡауышҡайны. Һүҙҙәр нимәгә?! Мөхәббәттең бит үҙ теле бар.
Заһиҙә, кәрәкле йортто бик тиҙ табып, подъезд янына туҡтағас, Нәсимә апайы биргән номер буйынса, ҡаушай-ҡаушай, Маһиҙәгә шылтыратты ла, машинанан төштө. Бындай осраҡта ҡыҙҙар янында үҙенең артыҡ икәнлеген аңлаған Таһир урынында ҡалды. Бер ҡандан, бер ҡарында яралған, бергә тыуған, тик әсе яҙмыш уларҙы нисәмә йылдарға айырған игеҙәктәрҙең ҡабаттан осрашыуы нисек булыр?
Оҙаҡ та үтмәй, ишектә бер ҡыҙ күренде. Эйе, ул, һис шикһеҙ, Маһиҙә ине. Ныҡ яҡтыртылған подъезд алдында, әйтерһең дә, Заһиҙәнең көҙгөләге сағылышы пәйҙә булды. Кейемдәрҙәге айырмаға иғтибар итмәһәң, Заһиҙә әйтмешләй, Таһир уларҙы хәҙер үк бутар ине. Егет, ҡыҙыҡһынып, ҡыҙҙарҙы күҙәтте. Игеҙәктәр, Таһир көткәнсә, ҡолас йәйеп бер-береһенә ташланмай, һаҡ ҡына иҫәнләштеләр. Улар, был хәлгә әле ышанып та етмәй, өндәшерлек һүҙ таба алманылар. Күҙҙәрҙән йәш бөртөктәре атылып сыҡҡас ҡына, ҡыйыуыраҡ Маһиҙә туғанын ҡосаҡланы. Заһиҙә лә, сабый кеүек, тыйыла алмай үкһеп, уға һыйынды.
Нәсимә апайҙары Маша - Маһиҙәгә барыһы тураһында ла һөйләгән икән, ул Таһир менән Заһиҙәнән ярты секундҡа ла айырылып ҡалмаҫҡа булды. “Табышыу әҙере тағы юғалтышырғамы?! Һеҙгә, мөхәббәт ҡорбандарына, ярҙамым да тейеүе бар”, - тине ул, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә.
- Бөгөн көндөҙ, күңелем ниҙер һиҙгән кеүек, Нәсимә апайға шылтыратҡайным, - Маһиҙә һүҙен машинала дауам итте. – Ул, ҡалаға килеп мине эҙләп йөрөгән, осраша алманыҡ. Ә үҙем иртәгә, хәбәр итмәй генә, Шыршыярға барырға йыйынғайным. Һеҙ өлгөрөрәк булып сыҡтығыҙ.
- Һинең турала ла мин бөгөн кис кенә белдем, Маһиҙә. Эйе, беҙгә күп нәмәгә өлгөрөргә кәрәк! Бөгөнгө, гүйә, күктән яуған бәхетемде юғалтырға минең хаҡым юҡ! – Заһиҙә, янында ултырған Таһирға һәм артҡа әйләнеп Маһиҙәгә күҙ ташланы.
Ҡыҙҙарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Таһир, үҙенә төбәп өндәшкәндә генә, ара-тирә уларға ҡушылды. Үҙен ҡыҙыҡһындырған бер һорауҙы нисек итеп бирергә тип килә ине, ҡаланы сыҡҡан ерҙә, юл сатында, ДПС иномаркаһы күренде. Заһиҙә, ни эшләйбеҙ тигәндәй, юлдаштарына ҡараны.
- Туҡтатһалар, туҡтайыҡ. Тик кабинанан төшмәҫкә. Документыңды ла тиҙ генә сығармай тор. Унда күҙ күрер, - тине Маһиҙә тыныс ҡына.
Уларға, ысынлап та, туҡтарға бойорҙолар. Автоинспекторҙарҙың береһе машинаһы янында ҡалды, икенсеһе таяғын болғай-болғай, яйлата баҫып быларға яҡынланы. Заһиҙәнең йөрәге дарһылдап тибә, үҙе ике ҡулы менән ныҡ итеп рулгә йәбешкән. Әйтерһең дә уны хәҙер һөйрәп сығарырға йыйыналар. Тыштан таяҡ менән туҡылдатҡас ҡына, ул тәҙрә быялаһын төшөрҙө.

 

- Маша! Һин мында нимәштәп йөрөйөң? Әллә Хәмит абзыйға кейәүгә сығып, унан ҡасып китергә лә өлгөрҙөңме, әй? Ха-ха-ха-ха! – автоинспектор шарҡылдап көлдө. Бер ни аңламаған Заһиҙә, көсләп йылмайырға итте.
- Сәләм, Айбулат! Маша ул - мин. Нимә туғаныма бәйләнәһең? – Маһиҙә, артҡы ишекте асып, тегенегә өндәште.
- Һа! – Айбулат күҙҙәрен ыуҙы, - бөгөн, былай, эсмәгәйнем шикелде, икәү булып күренәң. Әллә ен инде?! Тьфү, тьфү, тьфү!
- Үҙең ен бына. Төн уртаһында тәҙрә туҡылдатып йөрөйһөң. Полиция ла енгә ышанғас, – Маһиҙә көлдө, - туғаным минең, игеҙем табылды.
- Мына нисек! Тә-ә-ә-к... Нишләтергә инде һеҙҙе – өсөгөҙҙө лә?!
- Нисек нимә эшләтергә?! Ебәрергә! Һин – беҙҙе, беҙ – һине күрмәнек, шулай бит, Айбулатик?!
- Шулайын шулай ҙа ул. Бәхетегеҙ, миңә эләктегеҙ. Юҡһа, хәҙер үк, инәлеү-ялбарыуҙарығыҙға, күҙ йәштәрегеҙгә ҡарамай, Хәмит абзыйҙы мында саҡыртып алыр инем.
- Уй, рәхмәт, иптәш генерал! Бөтмәгән икән әле беҙҙә изге күңелле менттар!
- Иптәп һөйҙәш! Генерал түгел шул, буһам ошонда күшегеп тормаҫ инем, ә прапорщик ҡына. Күп көләң, иларға бумаһын, Маша – хороша ты наша!
- Хороша, да не ваша, иптәш прапорщик! Бөгөн мин көләм, ҡыуанам! Сөнки минең иң бәхетле көнөм бөгөн. Ә был изгелегең, барыбер, ерҙә ятып ҡалмаҫ, Айбулат!
- Ана шул изге күңелле буғаным өсөн дә, төн уртаһында йылы түшәгемдән торғоҙалар мине. Ә һин “рәхмәт”, имеш.
- Аңланым, аңланым! Һин тигәндә, мин иҙәндә. Шылтыратырһың.
Тубыҡтары һаман ҡалтыраған Заһиҙә, Маһиҙәнең автоинспектор менән тел сарлауына иҫе китеп ултырҙы. Ҡайһылай иркен аралаша, үҙен ышаныслы тота.
Маһиҙә, юлды ары дауам иткәс:
- Әлдә Айбулат тура килде, юғиһә, ысынлап та, Хәмитеңә тотоп бирер ине, икенсе берәү булһа, - тине ябай ғына, һис тә маһаймай.
- Ә беҙ – һин булмаһаң нимә эшләр инек?! Күҙ алдыма ла килтерә алмайым, хатта. Элекке дуҫыңмы әллә, ул Айбулат?
- Булғайны шунда. Осрашҡайныҡ бер заман... – Маһиҙә, был турала башҡа һөйләргә теләмәүен аңлатҡандай, шымып ҡалды.
Бына улар, асфальттан сығып, Нәсимәнең ауылы яғына боролдолар. Таш түшәлгән булһа ла, тигеҙ түгел юлдан тағы берәй сәғәт барырғалыр. Баяғы үҙенең бер һүҙ ҙә өндәшмәй ултырыуына Таһир уңайһыҙланыбыраҡ килде. Хәйер, барыһын да Маһиҙә хәл иткәндә, ҡыҫылып, эште лә боҙоп ҡуйыуың ихтимал бит. Ҡыҙҙар уны ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләмәйҙәр шикелле. Заһиҙә, ара-тирә, уға яғымлы итеп күҙ ташлап ала. Маһиҙә, әллә ҡамасауламайым типме, тәрән уйҙарға сумып, тын килә.
- Ә һеҙҙе ҡайҙа, балалар йортонда айырғандармы? – Таһир һорауын бирергә булды. Сөнки ҡыҙҙар был турала һөйләшмәгәйнеләр әле.
- Мин Нәсимә апайҙан һорап өлгөрмәнем, - тине Заһиҙә.
- Тарихы бик оҙон, тип кенә әйтте Нәсимә апай. Уға ла, яңы ғына, беҙҙең элекке күршебеҙ, оло уҡытыусы әбей һөйләгән. Беҙҙе балалар йортона тапшырғас, әсәйебеҙ улай ярамағанлыҡты аңлаған күрәһең, ҡабаттан юллап алырға булған. Ҡапыл да ғына бирмәгәстәре, урларға хәл иткән. Тик, ни сәбәптәндер, икебеҙҙе лә алып ҡаса алмаған.
- Ҡыҙыҡ. Кемебеҙҙе икән?! Хәҙер ул турала бер кем дә әйтә алмай инде, үҙебеҙ иҫләмәгәс. Балалар йортонда ғына белешмәһәк, - Заһиҙә ауыр уфтанды.
- Уныһын белербеҙ ҙә ул. Кире алырға милиция менән килгәндәр. Әсәйем сабыйын, йәғни беҙҙең беребеҙҙе, шул күрше әбейенең баҙы аҫтына йәшереп өлгөргән. Һуңынан, үҙенең тыуған ауылына ҡайтып барғанында, әсәйебеҙ туңып үлгән... – Маһиҙәнең күҙҙәренә йәш эркелеп, һүҙе буленде. Заһиҙә лә, юлдан ҡарашын өҙмәй, туҡтамай аҡҡан йәштәрен һөрттө. Ә Таһир, бындай йөрәк тетрәндергес һүҙҙәр ишетеп, ҡыҙҙарҙың ҡайғыларын яңыртыуында үҙен ғәйепләп, ни әйтергә лә белмәне. Маһиҙә оҙаҡ ебеп ултырмай, арттан Заһиҙәнең беләгенән тотто ла, һүҙен дауам итте, - беҙ – һин булһаң да, йәки мин, шул ҡышҡы урманда туңып үлмәгәнде, хәҙер бирешмәйәсәкбеҙ! Бөгөнгө ҡытыршылыҡтар сүп кенә. Һинең ана, бынамын тигән яҡлаусың да бар.
“Ниндәй бынамын тигән яҡлаусымын инде?! Заһиҙә өсөн берәй яҡшылыҡ ҡылдыммы әле?! Хатта уның машинаһында, бергә ҡасып китеп барам...” Таһир һаман үҙен үртәне. Заһиҙә менән нисек айырғандарын Маһиҙә һөйләп бөтөрмәһә лә, был тарихтың аҙағы аңлашылып тора. Ҡыҙҙарҙың береһен әсәйҙәре урлап алып ҡайтҡас, уны һуңынан икенсе балалар йортона тапшырғандарҙыр ҙа, игеҙәктәр шулай айырылғандыр. Нисәмә йыл үткәс, тормоштоң күпме ауыр һынауҙарын кисергәс, улар табышты! Шуныһы ниндәй ҙур бәхет! Егеттең ҡыҙҙар өсөн шатланыуының сиге юҡ ине.
* * *
Үҙен Сәғит һелкетеп уятҡанға, Хәмит һикереп килеп торҙо. Шунан ҡабат урынына ултырҙы ла, ниҙер иҫләргә тырышып, ике ҡулы менән башын тотто:
- Һин нимә, Сәғит ағай, һуғыш башталды мәллә?.. Заһиҙә ҡайҙа? Күренмәй.
- Батҡағыңдан һуң, муса сайынып сыҡҡайным, йоҡтап киткәнем. Үҙең бит... – Сәғит тураһын әйтергә ҡыймай, аҡлана башланы.
- Нимә үҙең бит?! Заһиҙә ҡайҙа тейем? – Хәмит ҡапыл ҡыҙҙы.
- Машинала һин сығып китте, тип уйҙаным. Утың яна, ҡапҡаң да, ишегең дә асыҡ. Инһәм, һин йоҡтап ятаң - нәслә уяттым үҙеңде. Тайғандыр Заһиҙәң, тайғандыр Таһир менән, машинаңды алып. Мин шулай тип уйҙайым.
- Уйҙатам мин һине хәҙер! Әпир телефонды, тиҙ бул!
Сәғит телефон эҙләгәнсе, Хәмит ашығып, сейфын барып ҡараны. Унда Заһиҙәнең паспортын тапмағас, тышҡа йүгерҙе. Көндөҙ, машинаһының багажнигына һыуланған пистолетын ырғытҡаны иҫенә төшкәйне уның. Буш гаражын күргәс, өйгә атлыҡты.
- Ах, ҡәбәхәт бисә! Машинаны урҙап ҡасҡан ә. Хәмит тапмаҫ һеҙҙе, тотмаҫ, тейегеҙ инде. Икегеҙҙе лә иҙгеләп, тереләй күмәсәкмен мин. Бар, Таһирҙың өйөнә, ата-әсәһенән һораш. Рәмилә апайына ла ин! – Хәмит Сәғиткә бойорҙо ла, үҙе дуҫтарына шылтыратырға кереште.
Ҡуштаны, Таһир өйҙә юҡ, тейеүҙән башҡа, бер хәбәр ҙә килтермәне. Полициялағы дуҫтары ла ҡыуандырырлыҡ һүҙ әйтмәне. “Ярай-ярай, минән барыбер ҡотола алмаясаҡһығыҙ,” тип ул бер аҙ үҙен тынысландырып, ҡойолған араҡыһына башҡа ҡағылмай, йоҡларға ятты.
Иртәнсәк, кистән Сәғит менән һүҙ ҡуйышҡанса, уның иҫке “Москвич”ында ҡуҙғалып киткәс, Хәмит әйтеп ҡуйҙы:
- Бер кем дә белмәҫкә тейеш, беҙҙең ҡаяҡҡа юлланғанды, ишеттеңме, бер кем дә. Бисәңә һайрамағаныңдыр бит?!
- Ней... Нисек инде, уға әйтмәйенсә?! Төбәште бит.
- Шәп иткәнең! Маладис! Алдар инең, балыҡҡа барабыҙ тип. Хәҙер бөтә ауыл беләсәк. Ярай бөтә ауыл ғына белеп торһа, тегеләргә еткерәсәктәр. Эх һин, эшкинмәгән мәмәй ауыҙ, бисәһен дә алдай амаған ир.
Сәғиттең ҡатыны, ысынлап та, бөтә ауылға һүҙ таратмаһа ла, шунда уҡ Таһирҙың әсәһенә, Ғәлиә әхирәтенә йүгерҙе. Ире менән Хәмиттең, йәштәрҙе эҙләп, иң тәүҙә Нәсимәнең ауылына барасаҡтарын әйтте. Хәмит, ҡала тирәһендә үҙенең машинаһын күрмәгәстәр, эште Нәсимәнән башларға хәл иткәйне. Сөнки тәүге ҡатыны менән Заһиҙә бик татыу аралаштылар бит, туғандар ҙа. Заһиҙәнең ҡапыл да башҡа барыр ере лә юҡ. Таһир ғына икенсе юлдан алып китмәһә. Уныһының ата-әсәһенән ныҡ ҡына итеп һорашырға ине лә, барыбер, белһәләр ҙә һатмаясаҡтар.
- Йә, тиҙерәк ҡыу шул металломыңды! Йәки үҙемә бир, шәп барырға ҡурҡһаң, - ул руль артындағы Сәғитте ҡабаландырҙы.
- Мынауындай юлда нисек шәп барайым?! Сәпсим ҡойолоп төшһөнмө?
Хәмит өндәшмәне. “Нимә етмәй был бисәләргә?” тип ул уйға талды. Нәсимәһен эшләтмәне. Эшселәренә төшкө аш бешерҙе инде. Уның ни ҡыйынлығы бар?! Былай ҙа көн дә бешеренә. Балалары булһа, тормоштары бәлки икенсерәк йүнәлештә китер ине. Ҡатынымы, үҙеме түлһеҙ – быныһы ла билдәһеҙ ҡалды. Хәмит үҙенең һаулығына әле генә шикләнеп ҡуйҙы. Нәсимә менән йәшәй башлағандарынан һуң, күпме ҡатын-ҡыҙ менән осрашманы. Иҫәбе, һаны юҡтыр. Ә бит, исмаһам, береһе килһәсе “был һинең балаң” тип. Юҡ, килмәне. Үҙе эшкинмәгән ир микән ней?! Шулай буһа, ҡатынын бушҡа рәнйеткән инде. Ә-ә-ә-й, хәҙер ней, ниңә зерә үҙемде игәргә?! Буған да үткән! Ә мынау Заһиҙәһе нимәгә ҡотора? Етем быҙау аҫырама, тигәндәре дөрөҫ икән. Ситкә йөрөһәм ней, үҙе ғәйепте. Өрәтелмәгән тай кеүек, ҡороҡтамайынса, үҙенә яҡын да барырҙыҡ түгел.
Ҡапыл, уны уйҙарынан арындырып, тышта шап та шоп иткән тауыш ишетелде һәм машина бер яҡҡа тартып, янтайып китте.
- Килеп еттек. Тәгәрмәс тишелде шикелде, - тине Сәғит, тиҙ генә туҡтап.
- Шуныһы етмәгәйне ищу. Әйҙә тиҙерәк алыштыр!
- Нимәгә алыштырайым?! Запаскам юҡ. Камера булырға тейеш тә ул.
- Кеше машинала запаскаһыҙ йөрөймө, алйот! Ну камераңды ҡуй!
Сәғит тәгәрмәсен ысҡындырып, тыш та быш килеп покрышкаһын алып икенсе камера ҡуйғансы әллә күпме ваҡыт уҙҙы. Хәмит уға ярҙамлашаһы урынға, киреһенсә, уны һаман һүкте, ҡабаландырҙы. Үҙе, көҙгө урманды яңғыратып, әллә күпме эшнәһе, дуҫтары менән телефондан һөйләшеп өлгөрҙө.
- Хәҙер ништәйбеҙ? Тура өйҙәренә барабыҙмы? – тип һораны Сәғит, Нәсимәнең ауылына етәрәк.
- Шунан?! Урман ситенән күҙәтеп ятмаҡ итәңме? Ҡайҙа әле беҙҙең пушка?! – Хәмит артҡа ынтылып, Сәғиттең һунар мылтығын алды.
- Һин уны сразы сығармай тор, ҡустым! Һорашайыҡ, белешәйек тәүҙә.
- Ҡул биреп күрешәйек, мал-тыуарҙары, донъя хәлдәре менән ҡыҙыҡһынайыҡ ищу. Һин кәрәкмәгән урында ҡыҫылып, мишайт итмә, йәме! – Хәмит, эйелә биреберәк, алға текәлде.
Сәғиттең иҫке машинаһы, ауыр юлды көскә үткән алашалай, Нәсимәләрҙең өйөнә етер етмәҫтән, һүнеп шып туҡтаны. Хәмит уға ашарҙай булып ҡараны ла, урамда ла, тәпәш ҡапҡа аша кәртә эсендә лә үҙ машинаһы күренмәгәс, мылтыҡты ҡалдырып, тышҡа сыҡты. Шулай ҙа ул ары үтергә ашыҡманы. Оҙаҡ көттөрмәй, солан ишегенән Нәсимә күренде.
- Мине алып ҡайтырға килдең инде әллә аҡ “Мерседес”та. Ҡайҙа үҙ машинаң? – тип һаҡ ҡына шаяртып, һүҙ башлаған булды.
- Эйе, көтөп тор, әпсәң менән бергә прәм тейәп алам хәҙер! Машинамдың ҡайҙалығын мин һинән белергә теләйем. Заһиҙә һеңдеңде лә абышҡаһы менән ҡайҙа йәшереп өлгөрҙөң?
- Бына-бына. Мин ҡайҙан беләйем.
- Мынау тәгәрмәс эҙҙәре кемдеке? Тәс минекеләр бит, - Хәмит сүкәйеп, батҡаҡта ҡалған тәгәрмәс юлына күрһәтте.
- Ниңә, миңә машиналар килмәй тип уйлайһыңмы? Әле генә китте береһе.
- Кем ул? Ҡайҙа китте?
- Һиңә ниндәй айырма, уның кемлегендә. Мин яңғыҙмын, һинең менән йәшәмәйем доклад яһарға.
- Дә-ә-ә! Ҡалай ҡыйыу һөйҙәшә баштағаның, - Хәмит башҡа ни әйтергә һүҙ тапмай, тирә-яғын эт кеүек еҫкәп, кәртә эсенә ыңғайланы. Тәүҙә мал ояһын байҡап сыҡты, шунан өйгә табан атланы. Унда, әллә элекке ҡәйнәһенең хәлен белеште, әллә һорау алды, апаруҡ ваҡыт ишектә күренмәне. Нәсимә уның артынан инеп торманы, Сәғит янына килде.
- Заһиҙәгә нимә булған, ни эшләп уны эҙләйһегеҙ, Сәғит ағай?
- Ниңә иреңдән һораманың? – Сәғит һорауға һорау менән яуап бирҙе. - Мин эҙҙәйем штоли. Йөрөйөм ана, машинамды емереп, бисәһенә лә баш була амаған Хәмитте тыңдап. Ә ул йәш егет менән ҡасҡан.
- Түҙемлеге ҡалмағандыр инде, сығып китмәҫ ине.
- Сығып ҡына китмәгән шул, Хәмиттең машинаһын да урҙаған.
- Булмаҫ! Ул бур ҡыҙ түгел. Ҡайтарып бирер...
Ишекте шарт-шорт ябып, һүгенеп, өйҙән Хәмит сыҡты:
- Инәгеҙҙе... Бер нәмә лә белмәйҙәр имеш. Күмәктәшеп яҡташалар ә. Осона сығып алайым әле, бөтәгеҙҙе бер юлы уҡытасаҡмын. Хәмиттең кем икәнен онотоп киткәнегеҙ ату.
Нәсимә уны тыңлап та бөтмәй, өйгә, әсәһе янына ашыҡты. Ошо ваҡыт урамдан үтеп барған бер ир Хәмитте танып:
- О-о-о, һаумы, кейәү! Баяғыраҡ һин түгел инеңме һуң? Әле ҡараһам – әпәт һин тораң, тик икенсе машина менән. Берәй ерҙә боҙолдоңмо әллә? - Тип, аптырап, күрешергә ҡулын һуҙҙы.
- Боҙолманым. Йә, йә, һөйҙә тиҙерәк! Баяғы кемде күргәйнең? – Хәмит ҡул бирергә лә онотто.
- Ҡуҙғалып киткәнеңде күреп ҡалғайным. Машинаңды таныйым да инде мин.
- Ҡаяҡҡа китте ул машина?
- Ары, Көртмәлетау яғына боролдолар шикелде.
Хәмит, йә Сәғиттең машинаһына, йә Нәсимәнең өйөнә табан атларғамы тип, бер аҙ икеләнеберәк ҡалды ла, эшнәһен ҡабаландырҙы. “Москвич”тың моторы ҡалтыранып, сөскөрә-сөскөрә ҡабынғас, эҙәрмәндәр Көртмәлетау ауылына табан юл алды. “Үҙ башығыҙға белмәмешкә һалышағыҙмы? Ваҡытым тар, һеҙҙең менән булышырға. Аҙаҡтан күрһәтерем әле, нисек мине алдарға маташҡанығыҙҙы!” тип ҡәйнәһе менән Нәсимә тураһында уйлап, Хәмит мылтыҡты тегеләй-былай әйләндергеләй башланы.
- Һуң, мылтығың яһалмағандаһа! Патрондарыңды алдыңмы, исмаһам? Мин һиңә алдан яһап ҡуй, на всякий случай, тинемдәһә! – тип Сәғиткә екерҙе.
- Нисек? Яһағайным ул. Бүтән патрон алып тормағайным, кәрәкмәҫ тип.
- Яһағаның, атаң башы! Ошондай ваҡытта кеше бер патрон менән юлға сығамы? Уныһы ла юҡ бит әле, эшкинмәгән! Һиңә ышанған мин дурак, әҙәм көлкөһө. Һинең урынға бер-ике егетте яллаһам, мылтығың да кәрәкмәҫ ине.
- Бисәкәй ысҡындырған нәвирнә...
- Һин үҙең бисәкәй! Бешмәгән!
- Ярай инде, көймә! Яҡшығалыр, бәлки. Мылтыҡ ул, патронһыҙ ҙа мылтыҡ. Ҡурҡытырға эшкинер әле, кәрәкһә.
- Үҙең вәт, ҡурҡытырың да. Юлыңа ҡара!
Улар, ауылға етмәҫ элек, һулаҡайға боролоп, тар ғына арба юлынан киттеләр. Был юл, ауылға терәлеп тиерлек торған, ҡарағай ағастары үҫкән, әллә ни ҙур булмаған тауға алып бара. Машинанан төшкәс, шунда күтәрелделәр. Ауыл яғынан тауҙың асығыраҡ урынын һайлағас, Хәмит кипкән ылыҫ ҡойолоп түшәлгән ҡоро ергә ултырҙы:
- Особо важный операцияға мына ошолай әҙерҙәнәләр, ағый, - тип, маһая биреп, ҡумтаһынан биноклен сығарҙы. Сәғит, уның менән йөрөүенә үкенеп, һүҙ көрәштермәне.
- Ә-һә-ә, мына һеҙ ҡайҙа, ҡасҡалаҡта-а-ар! – тине Хәмит, ҡәнәғәт тауыш менән, һуҙып. – Мә, ҡарале ана теге йылға аръяғындағы урамға. Емерек бер өйҙөң лапаҫы аҫтында тора минең машина. Тә-ә-әк, уйҙа, Хәмит, уйҙа, ары нимәштәргә! – Ул, урынынан ҡалҡынып, арлы-бирле йөрөргә кереште.
Сәғиткә Хәмиттең машинаһы ла, йәштәрҙең дә табылыуы әллә ни шатлыҡ килтермәй ине, ул теләр-теләмәҫ кенә биноклде ҡулына алды.
- Тиҙҙән ҡараңғы ла төшәсәк, мин план ҡороп, машинаңда әҙерәк ятып торам. Һин мынан китмә, күҙәт, - тип бойороп, Хәмит тауҙан аҫҡа ыңғайланы.
“Күҙәт, имеш. Кәрәктәре бар ине. Хәмит күрмәгәндә ысҡынһалар шәп булыр ине”, тип Сәғит урынында ҡалды.
Көҙгө ҡыҫҡа көндөң эңере лә ҡапыл ҡараңғыланып, кис булды. “Москвич”, минең запас тәгәрмәсем дә, бүтән камерам да юҡ, тигәндәй һаҡ ҡына кәлтерләп, ауыл урамына килеп инде. Кисеүҙән сыҡҡас, уттарын һүндереп, яй ғына, кабиналағы икәүҙең насар уй менән йөрөгәндәрен һиҙҙергәндәй, ташландыҡ өйгә яҡынлашты. Сәғит, мылтыҡты ике ҡулына ҡыҫып тотҡан Хәмиткә аптырап ҡарап ҡуйҙы: “Патронһыҙ көйө лә ҡыйыулыҡ өҫтәйме икән уға? Әллә Таһир менән Заһиҙә ҡораллы Хәмитте күргәс, ҡоттары осоп, ергә тәгәрәрҙәр, тип көтәме?!”
Улар өй янына етеп туҡтағанда ғына, бәләкәй ҡапҡанан бер ҡарсыҡ сығып, ҡаршы йортҡа табан тәнтерәкләне. “Был ҡортҡаһына мында нимә ҡаған?! Бар, бар, һыпыртыуыңды бел. Артыҡ күҙҙең бумауы яҡшы”, тип уйланы Хәмит. Үҙе Сәғиткә “әйҙә” тип ымланы ла, мылтығын ҡулынан ысҡындырмай, машинанан төштө. Кәртәгә инеүҙәренә, унда ла хәрәкәт башланғайны. Заһиҙә, көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы күреп, ҡурҡышынан ни эшләргә белмәне. Таһир “джип”тың моторын ҡабыҙып, уның янында булыша ине, хәлде тиҙ генә аңлап, Заһиҙә менән Хәмиттең араһына килеп баҫты. Хәмит мылтығын йәштәргә тоҫҡап:
- Эләктегеҙме?! Икегеҙҙе бер юлы дөмөктөрәм хәҙер. Күпме әйттем һиңә, Заһиҙә, минән ҡотола алмаҫың, тип. Юҡ, тыңдаманың. Ә һиңә нимә етмәне, егет? Минең бисәнән башҡа ҡыҙҙар бөткәнме, башын әйҙәндермәһәң?! Үҙегеҙгә инде үпкәләгеҙ... – Күтәрмәлә Маһиҙәне күреп уның теле тотлоҡто, - мы-мыныһы кем тағын? – Шунан йылмайырға маташҡан булды, - үлеп өлгөрмәнең, кәүҙәңдән йәнең дә айырылып сыҡтымы, һинең ҡиәфәтеңә инеп, Заһиҙә?! Кил мында, тор яндарына! Өсөгөҙгә бер пуля етәсәк!Үҙенә урын тапмай торған Сәғит тә, был күренешкә иҫе китеп, асҡан ауыҙын ябырға онотто. “Әллә игеҙәктәр инде?” - Тип уйларға ла өлгөрмәне, Маһиҙә ҡыйыу атлап Хәмит янына килеп, уның күҙҙәренә тура ҡараны:
- Эйе, мин – уның йәне, Заһиҙә – минең йәнем! Беҙ – игеҙәктәр! Беҙҙе үлтереп бөтөрә алмаҫһың, ҡомһоҙ бай!.. – Маһиҙә, “бына тағы ҡайҙа осраттым мин һине, әшәке әҙәм”, тип әйтергә иткәйне лә, Заһиҙә алдында тыйылды. Үҙе кинәт кенә мылтыҡҡа йәбешеп, көбәген өҫкә йүнәлтергә тырышты.
Китте алыш. Көслө ир заты ҡыҙҙың ҡулдарын ҡайырып, уны мылтыҡ менән бергә елтерәтте. Маһиҙә лә бирешмәне. Ярҙамға Таһир ташланды. Тартышҡан арала, мылтыҡ атып ебәрҙе... Маһиҙә “ыһ” тине лә, ике ҡулы менән эсен баҫып, ергә сүгәләне. Сәғит: “Тәки тапҡан патронды”, тип, күҙҙәре аларып, ни ҡылырға белмәй торған Хәмиттең ҡулынан ҡоралын тартып алды. Ул, мылтығының яһауын үҙе машинаһының “бардачегына” йыйып ҡуйғайны. Йырағыраҡ йәшерһә ни булған. Хәмит, тауҙан алда төшөп, кабинала эҙләнгән, ҡәһәрең.

 

- Пожа-а-р, машинам яна-а-а, пож-а-р!.. – Хәмит әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе лә, ялҡын сорнай башлаған джипына ынтыла биреп, ынтыла биреп, туҡтап ҡалды. Ул, тегеләй-былай йүгергеләүҙән ары бер нәмә лә ҡыла алманы. Күҙ асып йомған арала дөрләп янып киткән машина, Хәмиттән башҡа, әлегә бер кемде лә ҡыҙыҡһындырманы. Заһиҙә менән Таһир Маһиҙәне ике яҡтан ҡултыҡлап, шартлау ҡурҡынысы янаған ерҙән йыраҡҡараҡ алып китергә тырышты. Сәғиттә лә Хәмит ҡайғыһы юҡ ине, ул “Москвич”ын ҡотҡарырға йүгерҙе. Хәмит ут алдында үҙенең көсһөҙлөгөнән тыпырсынып шыңшый-шыңшый, артҡа сигенергә мәжбүр булды. Ялҡын көсәйеп, ҡоро лапаҫты ялмай башланы.
Пуля, Маһиҙәне үтә сығып, машинаның яғыулыҡ шлангыһын тишкәйне. Әшләп торған двигателгә аҡҡан бензин ут сығырға булышлыҡ итте лә инде...
Бығаса халыҡ та йыйылып, һыу тултырылған цистерна таҡҡан ике трактор ҙа килеп етеп, янғынды өйгә күсергә бирмәй һүндереп өлгөрҙөләр. Хәмиттең машинаһының ҡоро һөлдәһе генә төтәп тороп ҡалды. Үҙе, бар ығы-зығы ваҡытында, Сәғит менән әллә ҡайҙа юҡ булды. Маһиҙәнең яраһын Әсмәбикә әбейҙең өйөндә, тиҙ ярҙам машинаһы килгәнсе күп ҡан юғалтмаһын өсөн, бинт менән ҡыҫып бәйләнеләр.
- Маһиҙәм минең, бәғеркәйем! Үлмә инде, үлмә, үтенәм! – Заһиҙә, әбейҙең ҡаҡ урындығында ятҡан туғанын һаҡ ҡына ҡосаҡлап иланы.
- Ниндәй үлем һөйләйһең?! Һинең ҡулдарыңда үлер өсөн табыштыҡмы беҙ?! Таһир менән икегеҙҙең туйығыҙҙа бар донъяны гөрләтәсәкбеҙ әле, Заһиҙәкәй! Заһиҙәкәйем минең...

Маһиҙә хәлһеҙләнеп, йылмайырға тырышты...

 

Фото интернеттан алынды.

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: