Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
16 Мая 2022, 14:15

Яҙмыш

Машина саң борлатып ҡуҙғалып китте. Ялан аяҡлы малай: — Әсәй-әсәй! — тип ҡысҡырып машина артынан йүгерҙе. Машина күҙҙән юғалһа ла саңлы, эҫе тупраҡта аяҡ эҙәрен ҡалдырып, түгелеп илап, малай Һаҡмар кисеүе Әбәшахманға тиклем йүгерҙе лә йүгерҙе. Йылға ярына еткәс туҡтап ҡалды, ҡулындағы сандалиҙарҙы яр буйындағы ташҡа ултыртты. Күҙ йәше һәм әсе тире аҡҡан битен тәүҙә ҡулы менән һыпырҙы.

ЯҙмышЯҙмыш
Яҙмыш

ЗӘКИӘ СӨЛӘЙМӘНОВА

Хикәйә

Йәй уртаһы. Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Зәңгәр күк йөҙөндә болот әҫәре күренмәй. Усаҡлыҡ артындағы утынлыҡта көнгә янып ,йоҡаҡ ҡына тәне баҡыр төҫөнә ингән, һигеҙ-туғыҙ йәштәрҙәге малай самауырға тап йыя.

Ул берсә аяҙ күккә, берсә ян-яғына ҡарап ала, танауын мырш тартып, ҡул һырты менән битендәге тирен һөртөп ултыра бирәлә, утын ярғанда ситкә осҡан тап-топто сүпләп иҫке тасҡа һала. Бына ул бер-ике тапты тасҡа ташланыла йәнә ергә ултырҙы, уның ихтибарын аран ҡапҡа алдына килеп туҡтаған машина йәлеп итте. Малай ырғып тороп ҡапҡаға ыңғайланыла инеп килгән әсәһен күреп ҡаршы югерҙе. Әсәй-әсәй, һин ҡайттыңмы, тип, уның биленән ҡосаҡлап, башын күкрәгенә терәне. Ҡатын ҡапыл баҙап ҡалһала баланың башынан һыйпап, арҡаһынан һөйөп, улым мин ашығам бит тине. Ул малайҙы етәкләне лә, ҡабаланып өйгә инде. Өй түрендәге урындыҡ өҫтөндә тәсбих тартып ултырған әбейгә сәләм биргәс, ҡаралдымды алырға килдем, тине йыуаш тауыш менән. Әбей тәсбихен кеҫәһенә һалып, ултырған еренән тороп:

— Эй, килен, нишләп улайтаһың? Ни аҙабың был? — тине әсенеп. — Иреңде ерләгәнең яңы. Баланы нимә тип уйлайһың? Яңғыҙ улың һыймаған ерҙә йәшәп китермен тейһеңме? Килен уйла, — тигәненә яуап бирмәй әйберҙәрен йәһәтләп йыйҙы ла ишеккә ыңғайланы.

Бер нәмәлә аңламаған малай әсәһенең артынан сыҡты. Әсәһе алып сыҡҡан нәмәләрен полуторканың кузовына төшөрҙө лә, кабинаға атланы. Баланың башынан һыйпап:

— Ҡәртәсәйеңде тыңла йәме, — тине. Шунан асыҡ кабинанан өр-яңы сандалиҙар алып уға тотторҙо.

Машина саң борлатып ҡуҙғалып китте. Ялан аяҡлы малай:

— Әсәй-әсәй! — тип ҡысҡырып машина артынан йүгерҙе. Машина күҙҙән юғалһа ла саңлы, эҫе тупраҡта аяҡ эҙәрен ҡалдырып, түгелеп илап, малай Һаҡмар кисеүе Әбәшахманға тиклем йүгерҙе лә йүгерҙе. Йылға ярына еткәс туҡтап ҡалды, ҡулындағы сандалиҙарҙы яр буйындағы ташҡа ултыртты. Күҙ йәше һәм әсе тире аҡҡан битен тәүҙә ҡулы менән һыпырҙы. Шунан яр ситендәге йылы һыуҙы кисеп, бер аҙ һыуынды, еңел тын алды. Битен, ҡулын йыуҙы. Тынысланған малай сандалиҙарҙы ҡулына алып ҡарап торҙо ла, кейеп ҡараны. Сандалиҙар аяҡтарына һыймағас, кире ергә ултыртты. Тирә-яғын байҡаны ла, йылғаға тәрәнерәк инде. Сумып сыҡты ла, ҡолас ташлап йөҙөп китте. Йылғанан сыҡҡан малай яр буйында ултырған аяҡ кейемен тотоп кире йылғаға инеп, тәүҙә береһен, шунан икенсеһен ағыҙып ебәрҙе. Әсәһенең үҙен ҡәртәсәһенә ҡалдырып, ташлап киткәненә ышанып бөтмәһә лә кескәй йөрәге менән аңлай ине. Артына әйләнеп тә ҡарамай, килгән юлынан ҡайтырға ыңғайланы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас