Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
16 Май 2022, 17:05

Сирень еҫе

-​ Ниңә миңә был хаҡта әйтмәнең, Ләйсән? Ата-әсәйем күптән риза, никах уҡытып, гөрләтеп туй үткәрер инек, сабыйыбыҙ булыр ине. Мин бит һине шул тиклем яратам, ярата инем... Шундай ҡаты бәғерлеһеңдер​ тип уйламағайным, - тип​ үкһеп-үкһеп​ иланы​ егет.​..

Эш көнө тамамланыр тамамланмаҫ тышҡа атлыҡты Ләйсән – май айының наҙлы ҡояшын тынсыу бүлмәлә ултырып талсыҡҡан тәненең ​ һәр бер күҙәнәге менән тойғоһо, яҙғы талғын елгә сәстәрен тағатып иркәләнгеһе килде. ​ Алыҫтан уҡ балҡып ултырған сейә төҫөндәге машинаһы эргәһенә ҡупшы теҙҙәрен ялтыратып ​ тек-тек баҫып барып еткәс ​ тә, бейек үксәле туфлийын уңайлы аяҡ кейеменә алыштырҙы, башына​ йәтеш кенә итеп өйөлөп ҡуйған​ ҡарағусҡыл​ сәстәрен тағатты ла, көнө буйы компьютерға тексәйеп талсыҡҡан күҙҙәрен​ йомдо. Их, ярата​ яҙҙың ошондай йәмле​ мәлен! Шул саҡ​ эргәләге ҡыуаҡлыҡтан​ аңҡыған бер аҙ ҡырҡыуыраҡ​ сирень еҫенән ҡыҙҙың башы әйләнеп китте. Аһ, был сирень еҫе! Йәшлек таңында күңелдәрҙе иләҫ-миләҫ иткән, йылдар дауамында бер аҙ онотолоп торған күпме хәтирәләр, ​ иҫтәлектәр, яҙмыш әрнеүҙәре бәйле уға.​
Ярһыуына сыҙай алмай,​ илерткес еҫтән тиҙерәк арынырға теләп,​ машинаһын​ ҡабыҙҙы ла, рулен етеҙ генә бороп, йылғалай киң транспорт ағымына ҡушылды Ләйсән. Тик өйгә ҡайтҡыһы килмәне, тимер атын Телеүҙәк яғына борҙо.​
... Салауат һәйкәле эргәһендә йәштәр ҡайнаша, кемдер ҡурай тарта, гармун уйнай, түңәрәк яһап, тыпырлашып бейейҙәр. Тәүге курста уҡыған Ләйсәндең ошонда үткән пятачок тураһында бик күп ишеткәне​ бар ине, әммә әлегә тиклем​ килергә ҡыйыулығы етмәне. Бөгөн иһә сығырға әхирәте булмағанлыҡтан, унан бер нисә курс юғары уҡыған бүлмәләш ҡыҙы Гөлназ Ләйсәнде көсләп тигәндәй үҙенә эйәртте. Майҙан тулы йәш-елкәнсәкте, биҙәнгән, ҡупшы кейенгән, ҡоралайҙай тек-тек баҫып ғорур йөрөгән ҡыҙҙарҙы, үҙҙәрен йәнлек ауларға сыҡҡан һунарсылай тойоп өймәкләшкән,​ һәр бер​ үткән ҡыҙҙы башынан аяғынаса күҙәтеп торған егеттәрҙе күргәс,​ ҡыҙыҡай​ бөтөнләй ҡаушаны. Бындай йыйындарҙың уртаһында ҡайнаған, күптән инде йышылып бөткән Гөлназ аҙым һайын танышын осрата, һәр күргән кешеһе менән һандуғастай һайраша. Етмәһә, бер мәл, пятачоктың иң ҡыҙыу мәлендә,​ Ләйсәнгә, һин ошонда ғына тороп тор, мин хәҙер киләм тине лә, юҡҡа сыҡты. Арыу уҡ ваҡыт үтте, ниңә килгәненә үкенеп бөттө ҡыҙыҡай, аптырағас, һәйкәл эргәһендәге ҡалҡыулыҡҡа менеп, күҙен сағылдырған ҡояш нурҙарынан йәшенеп, ҡулын маңлайына ҡуйҙы​ ла,​ Гөлназды эҙләй башланы. ​ Ирекһеҙҙән,​ ҡарашы ап-аҡ күлдәк кейгән, ҡуңыр йөҙлө, тулҡынланып торған ҡара сәсле, баһадир кәүҙәле егеттең күҙҙәре менән осрашты.
-​ Һылыу, баяғынан бирле һеҙҙе күҙәтәм, тырышып-тырышып кемде күҙләйһегеҙ, мине түгелме? – тип ап-аҡ тештәрен йылтыратып​ көлдө​ егет.
​ - Юҡсы, әхирәтемде юғалттым, - тип оялышынан ҡыҙара биреп яуап бирҙе ҡыҙыҡай. Эргәһенә тып итеп килеп баҫҡан егет ҡулын тап Ләйсәндеке һымаҡ итеп маңлайына ҡуйҙы ла:
-​ Икәүләп эҙләһәк, тиҙерәк табырбыҙ, - тип йылмайҙы.
Шулай итеп танышып китте улар​ Айтуған​ менән. Был кисте Ләйсән томанлы төш кеүек хәтерләй. Гел генә үҙен йәмһеҙмен тип уйлап,​ тиҫтерҙәременән аралашыуҙан, егет-елән тарафынан тойомланған иғтибарҙан​ ҡурҡып йөрөгән Ләйсән, әллә тәүге тапҡыр уға шул тиклем һоҡланыу менән баҡҡан​ егеттең​ күҙҙәре арбауына, әллә йәштәр менән туп-тулы майҙандың һәр бер нөктәһенән ағылған илерткес мөхәббәт шауҡымына бирелеп, бар донъяһын онотто.​ Айтуған​ уларҙың күрше районынан булып сыҡты. Медицина училищеһын тамамлаған да, юғары уҡыу йортона инеү ниәте менән Өфөгә юлланған, тик уҡырға инә алмаған, эшкә урынлашҡан.
Әхирәте тураһында ла бөтөнләй онотто ла ҡуйҙы, яңы танышы менән ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәне ҡыҙыҡай​ . Яҙғы сихри кистә наҙға, иғтибарға һыуһаған​ йәш ҡыҙ​ күңеле егеттең утлы ҡараштарынан ирене. Майҙандың ике яҡ ситенән буйынан-буйына һуҙылған сирень ҡыуаҡтары күкрәп сәскә ата ине.​ Айтуған​ Ләйсәндең уларға ҡарап һоҡланып килеүенә иғтибар итте,​ күрәһең, ҡыуаҡтар араһына инеп китте лә, бер ҡосаҡ күкһел сәскәләрҙе ҡыҙыҡайға һондо:
-​ Иҫ киткес матур төн бөгөн! Әйҙә ошо сирень сәскәләре араһынан биш тажлыһын табайыҡ та, теләк уйлайыҡ!- тине. Әллә сирендең ҡырҡыу еҫенән, әллә артыҡ тулҡынланыуҙан, Ләйсәндең башы әйләнепкиткәйне хатта...
Татлы хәтирәләргә бирелеп, Салауат майҙанында оҙаҡ ҡына йөрөнө Ләйсән бөгөн. Ун йылдан ашыу ваҡыт үткән бит инде, майҙанды хәҙер танырлыҡ та түгел. Элек өймәкләшеп ултырған сирень ҡыуаҡтары​ урынында йәм-йәшел газон йәйелгән,​ рәт-рәт булып аллы-гөллө сәскәләр, тигеҙ итеп киҫелгән ҡыуаҡлыҡтар үҫә.​
Шул кистә ҡабынған мөхәббәт ялҡыны бар булмыштарын ялмап алды йәш йөрәктәрҙең. Салауат һәйкәленә лә көн дә тигәндәй етәкләшеп​ килә инеләр. Бер мәл хатта Айтуған​ тәү ҡат сирень бүләк иткән ҡыуаҡ төбөнә​ үҙенсәлекле аманат һалып ҡалдырҙылар – үҙҙәренең хистәре, бер-береһен нисек яратыуҙары хаҡында ҡағыҙ битенә сыймаҡлап, уны быяла шешәнең эсенә һалып, ергә күмделәр. Йыл һайын үҙҙәре танышҡан көндә – 25 майҙа ошонда бергәләп килергә һүҙ бирҙеләр. Эй хыялый йәшлек! Яҙмыш юлдары уларҙы айырыр тип баштарына ла инмәй ине ул саҡ...
Ни өсөн күңеле ярһыуын да аңланы Ләйсән, тап бөгөн улар танышҡан көн бит. Бәлки,​ Айтуған​ да уны һағынып, майҙанға килер, уны йыраҡтан ғына булһа ла күреп ҡалырмын, тип өмөтләнгәндер күңеле.
Бер нисә йыл элек ниндәйҙер мәҙәни сара ойошторған мәлдә күҙенә салынғайны ул,​ үҙенеке кеүек янып торған сөм ҡара күҙле сабыйҙы ҡулына күтәргән йәш ирҙе һап-һары сәсле ҡатын ҡултыҡлап алғайны. Бала илай, тыпырсына, ә Айтуғандың бар булмышынан бәхет нуры ағыла, сабыйынан күҙен ала алмай, уны ниндәйҙер наҙлы һүҙҙәр менән йыуата... Бәхетле йәш атай хатта эргәлә генә торған Ләйсәнде лә күрмәне. Был күренештән күҙҙәренә йәштәр килеп тығылған Ләйсән «беҙҙең ҡыҙыбыҙ ҙа тап ошо сабыйҙай сөм ҡара күҙле булыр ине», тип шыбырланы ла,​ тиҙерәк уларҙың эргәһенән китергә ашыҡты.
Барыһына ла үҙем ғәйепле шул, тип әрнене йәнә күңеле.​ Иҫ киткес матур пар ине улар​ Айтуған​ менән. Бер-береһенә оҡшап та торалар, ҡайһы берәүҙәр уларҙы ағалы-һеңлеле тип тә уйлай ине. Бер мәл шулай,​ етәкләшеп Өфө урамдарын гиҙәләр ине, бер оло йәштәге апай туҡтатып: «Шул тиклем һинд актерҙарына оҡшап сибәрһегеҙ, иҫ киткес матур парһығыҙ, күҙҙәр генә теймәһен инде үҙегеҙгә, гел шулай мөхәббәтле булығыҙ! »,​ -​ тип әйтеп ҡалғайны.
Дүрт йыл дауамында көн һайын тигәндәй осрашып торҙо йәштәр. Улар бармаған кино, театр, концерт ҡалмағандыр.​ Айтуған​ эшләп тә йөрөгәс, һөйгәнен​ ашханаға​ инеп һыйлай, килгән һайын тигәндәй гүзәленә сәскәләр тотоп килә. Ләйсән дүртенсе курста уҡығанда​ Айтуған​ йыш ҡына ғаилә ҡороу тураһында һүҙ ҡуҙғата башланы.​ Тик Ләйсән бындай һөйләшеүҙән уттан ҡурҡҡандай ҡаса ине. Әсәһе бит уға һәр саҡ, иң тәүҙә уҡып диплом ал, яҡшы эшкә урынлаш, Өфөлә ҡалырға тырыш, кейәүгә сығыу, бала табыу ҡасмаҫ, тип тылҡыны.​ Һөйгәненән башҡа тормошон күҙ алдына килтерә алмаһа ла, әсәһе алдына ҡуйған маҡсат​ киләсәк яҙмышында​ иң мөһиме,​ тип инанды.​
Айтуғанға​ ла ​ бик эҫенде ул, тәүҙә ҡоралайҙай өркәк ҡыҙыҡай егеттең мөхәббәтенең ҡайнарлығына ҡаршы тора алманы, илерткес наҙына ирене, йылдар дауамында яҡын кешеһенә әйләнгән һөйгәненә йәне-тәне менән бирелде... Быға тиклем хистәрҙән генә туҡылған мөхәббәттәре тән менән йән берлегенән тағы ла нығыраҡ балҡып китте, былай ҙа һөйгәнен алиһә урынына күргән егет​ Ләйсән​ өсөн йәнен бирергә әҙер​ ине. Бишенсе курста уҡығанда​ Ләйсән үҙенең ауырға ҡалғанын белеп, ауға килеп эләккән балыҡтай сәбәләнде. Әсәһе был турала ишетһә, йөрәге сыҙай алмаҫ бит...Ауылдағы абруйлы, үрнәкле ғаиләнән сыҡҡан бала шундай оятҡа ҡалған, йөклө килеш кейәүгә сыҡҡан тип, бар халыҡ ғәйбәт сәйнәйәсәк! Юҡ,юҡ, Ләйсән быға юл ҡуя алмай. Әлбиттә,​ Айтуған​ был хаҡта белеп ҡалһа бөгөн үк никах уҡытайыҡ, туй үткәрәбеҙ,​ тип ҡыуаныстан атҡа менгәндәй буласаҡ. Әммә алда диплом яҙыу тора, унан эшкә урынлашырға кәрәк, фатир​ мәсьәләһе лә хәл ителмәгән.​ Айтуғандың​ дөйөм ятағы бар барлыҡҡа, тик бала менән ятаҡта йәшәргә ғүмерҙә лә риза булмаясаҡ Ләйсән!​ Уҡыу ҡайғыһы китте ҡыҙыҡайҙа, янып-көйөп йөрөй торғас, ике ай ҙа үтеп китте. Әммә​ Айтуғанға бер нәмә лә өндәшмәне. Һуң булмаҫ борон баланан ҡотолорға кәрәк, тигән ҡырҡа ҡарарға килде һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына китте. Уҫал ғына күренгән оло йәштәге табип ҡатынға ялбарырға ла тура килмәне, «ах, сколько вас таких молоденьких, нечего тут нищету разводить, сначала доучись, родишь еще, деревенские они крепкие» тип, аборт эшләтеүгә юлламаны яҙып та бирҙе.​
Дауаханала укол ҡаҙағас, йәне, әйтерһең дә, төпһөҙ күккә осто, тамуҡ уттарында янды. Бәләкәй генә буйлы, ап-аҡ йөҙлө йән эйәләре унан ҡат-ҡат,ниңә сабыйыңдың йәнен ҡыйҙың, уның бит​ шунса-шунса һанлы​ билдәһе​ бар, беҙ уны ни сәбәпле юҡ итергә тейеш, тип йәнә йәнен ғазап уттарына һалды...
Айтуғаан!- тип ​ ​ йән әрнеүенә ҡысҡырған тауышына уянып китте Ләйсән, ҡылған ҡылығына үкенеүҙән күҙҙәренән субырлап йәштәр аҡты, тик һуң ине. Дауахананан хәлһеҙ генә килеп сыҡҡан ҡыҙҙы​ Айтуған​ ҡапҡа төбөндә ҡаршы алды. Ләйсәндең ҡайҙа киткәнлеген бүлмәләш ҡыҙҙарҙан белгән дә дауаханаға сапҡан, тик өлгөрмәгән. Егеттең күҙҙәрендә был көн Ләйсән һөйөү нурҙарын түгел, әрнеүле ғазап күреп, тағы бер ҡат тетрәнде.

-​ Ниңә миңә был хаҡта әйтмәнең, Ләйсән? Ата-әсәйем күптән риза, никах уҡытып, гөрләтеп туй үткәрер инек, сабыйыбыҙ булыр ине. Мин бит һине шул тиклем яратам, ярата инем... Шундай ҡаты бәғерлеһеңдер​ тип уйламағайным, - тип​ үкһеп-үкһеп​ иланы​ егет.​

-​ Миңә иң тәүҙә уҡырға, диплом алырға кәрәк,- тип әйтеүҙән ары китә алманы, йәне лә, тәне лә кисергән ғазаптан, тетрәнеүҙән арыған Ләйсән.

Был хәлдән һуң йәштәр араһында йылдар дауамында дөрләп янған мөхәббәт ялҡыны ҡапыл һүрелде. Тәүге осор бер-береһен онота алмай осрашты улар, әммә элекке хистәр, ҡырау һуҡҡан гөлдәй, һулығайны инде. Ләйсән үҙ-үҙенә бикләнде, китапхананан сыҡманы, көн-төн уҡыны, бар көсөн дипломды уңышлы яҡлауға һалды.​ Нисәмә йыл Өфөләге медицина институтына инә алмай ыҙаланған​ Айтуған​ иһә, йөрәк әрнеүҙәрен тиҙерәк баҫырға теләпме, Ҡазанға китеп,​ юғары уҡыу йортона инде,​ бәләкәйҙән хыялланған​ хирург һөнәрен һайланы.​ Шулай итеп, ике йөрәкте бәйләп торған еп мәңгегә өҙөлдө.​ Айтуған​ сит тарафта яҡшы белем алып, Өфөләге дауаханаларҙың береһендә хирург булып эшләй хәҙер, Ҡазанда саҡта өйләнгән, ҡыҙҙары бар, тип ишеткәйне элекке таныштарҙан.
Ләйсән иһә,​ утыҙға кереп барһа ла, һаман яңғыҙы. Егеттәр артынан йөрөмәй түгел, күҙ һалыусылар байтаҡ булды. Элек сибек кенә, баҙнатһыҙ ғына булған ябай ауыл ҡыҙын бөгөн танырлыҡ та түгел шул. Йылдан йыл​ сибәрләнә Ләйсән, нәзәкәтле, нәфис ҡала ханымына​ әйләнгән:​ фитнесҡа, бассейнға йөрөй, файҙалы ризыҡ менән генә туҡлана, затлы бутиктарҙа кейенә. Диплом алыу менән әсәһенең таныштары аша яҡшы ғына урынға эшкә урынлашты, тырышып-тырмашып ике бүлмәле фатир алды.​ Әле ҡала урамдарынан елдәй елдереп ​ йөрөгән сит ил машинаһын юғары ғына урында ултырған бер танышы бүләк итте. Сафуан Сабирович унан күпкә өлкән, эш буйынса Башҡортостан делегацияһы менән Мәскәүгә командировкаға барғанда танышҡайнылар. Ләйсәнде тәүҙә үҙенең белеме, донъяға ҡарашы, күп белеүе менән йәлеп итте, сәғәттәр буйы Мәскәү урамдарын гиҙҙе алтынсы тиҫтәһен ҡыуған ир-уҙаман менән йәш ҡатын. Аҙаҡтан Өфөлә лә йыш осраша башланылар. Шул саҡта Сафуан​ Сабирович асыҡтан-асыҡ уғаһөйәркәһе булырға тәҡдим яһаны, һәр яҡтан йәш ҡыҙға терәк булырға вәғәҙә итте.​ Тәүҙә был һүҙҙәрҙән ғәрлеге килһә лә, мөхәббәтен осратыуҙан, ғаилә ҡороуҙан ваз кискән​ йәш​ ҡатын ҡарт ирҙең татлы һүҙҙәренә, бүләктәренә ҡаршы тора алманы.​
Һөйәре ҡып-ҡыҙыл сейә төҫөндәге ошо ҡупшы​ автомобилде бүләк иткәс, ҡанат үҫкәндәй тойҙо үҙен Ләйсән. Ул бит һәр төн тиерлек төшөндә ҡанатлы ҡоштай осоп йөрөй​ , ҡайһы саҡта тыумаған сабыйын төшөндә күреп, буҫлығып илап уяна... Водитель танытмаһы күптән бар ине, ауылда ла бәләкәйҙән матайҙа елдергән, аҙаҡ атаһының иҫке машинаһын борғолаған ҡыҙға тимер атты ауыҙлыҡлау ауыр булманы.​ Тормошонан тыштан ҡарағанда бик ҡәнәғәт Ләйсән, яҙмышына күнде. Әсәһе лә бик риза уның менән, ҡыҙының юғары урында эшләүе​ менән ғорурланып, таныш-белешенә ауыҙ һыуын түгә. Ауылға йыш ҡына ҡайтып, ата-әсәһенең донъяһын ялт иттереп килә. Тик бына бөгөн был илерткес сирень еҫе бөтәшкән яраларҙы ҡуҙғатты, бер аҙ онотолоп торған хәтирәләрҙе яңыртты.
Хистәр ҡойононан ярһыған Ләйсән​ машинаһын ҡабыҙҙы ла, киске ҡала урамынан елдерҙе.​ Бушап ҡалған ҡала урамдарынан ҡойон уйнатып үтеү күңеленә рәхәтлек бирер кеүек тойолдо. Газ педаленә тағы, тағы нығыраҡ баҫты... Ҡапыл боролоштан килеп сыҡҡан мотоциклистарҙы күреп ҡалғас, ныҡ итеп тормозға баҫып, рулен юл ситенә бороп өлгөрҙө.
... Бөттө, барыһы ла бөттө, ҡайһылай рәхәт уға, бында ла шул илерткес ​ сирень еҫе бар булмышына тарала, һәр бер күҙәнәгенә үтеп инеп, йәнен иркәләй.​ Аһ, тере бит Ләйсән, ана, тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары күҙен сағылдыра. Яйлап ҡына күҙҙәрен асты ла, үҙенең дауахана палатаһында ятыуын аңланы. Күҙҙәрен күтәреп эргәһендәге өҫтәлгә ҡарағайны, унда күкһел томан ише сирень букеты​ күҙҙең яуын алып​ ултыра.​ Ҡапыл ишек асылды ла, аҡ халат кейгән​ Айтуған​ килеп керҙе:
-​ Ләйсән! Ҡурҡыттың һин мине, барыһы ла яҡшы хәҙер, әлдә машинаңда хәүефһеҙлек мендәрҙәре ваҡытында асылған. Операция уңышлы үтте, һин йәшәйәсәкһең, һөйөклөм! Һин бит әле лә минең өсөн иң ҡәҙерле кеше,​ ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә, бәхетле булырға тейешһең,​ - тине ул. ​
-​ Мин бит һинһеҙ йәшәмәнем, бары тереклек иттем, Айтуған!​ Ә бит тормош шундай матур, ғүмер бер генә. Их, йәш саҡта ғаиләнең мөһимлеген аңламағанмын, мөхәббәтеңдең ҡәҙерен белмәгәнмен, ғәфү ит мине,​ зинһар! Үткәндәрҙе онотоп, мин дә йәшәйәсәкмен,​ әсә булыу бәхетен татыясаҡмын,​ - тип күҙ йәштәре аша​ йылмайҙы Ләйсән.
Луиза Сәйфетдинова.
Фото интернеттан алынды.
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: