Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
16 Май 2022, 12:28

Эпос һөйләп ярыштылар

Ошо көндәрҙә “Айыуҡай” балалар баҡсаһында “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүселәр араһында район конкурсы үткәрелде. Конкурстың тап “Айыуҡай”ҙа үткәрелеүе лә осраҡлы түгел. Был балалар баҡсаһы платформаһында “Урал батыр” мәктәбе” инновацион майҙансығы эшләп килә.

Эпос һөйләп ярыштылар
Эпос һөйләп ярыштылар

Урал батыр” эпосы халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазинаһының береһе – ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө булып тора. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста милләтебеҙҙең асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған.

Ошо көндәрҙә “Айыуҡай” балалар баҡсаһында “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүселәр араһында район конкурсы үткәрелде. Конкурстың тап “Айыуҡай”ҙа үткәрелеүе лә осраҡлы түгел. Был балалар баҡсаһы платформаһында “Урал батыр” мәктәбе” инновацион майҙансығы эшләп килә.

Һүҙ оҫталары бәйгеһендә ҡала һәм райондың “Айыуҡай”, “Йондоҙло”, “Күбәләк”, “Миләш”, “Әкиәт”, “Толпар”, “Сулпылар”, “Йәйғор” балалар баҡсаһының, ҡаланың 5-се һанлы, Кәрешкә, Үрге Иҙрис, Икенсе Этҡол, Бикеш, Ҡаратал, Үрге Таулыҡай мәктәбенең әҙерлек төркөмөнән 19 тәрбиәләнеүсеһе үҙ көсөн һынап ҡараны. Конкурсанттар эпостан өҙөктө генә ятлап ҡалманы, үҙҙәре һайлаған музыка ҡоралдарында ла уйнап ишеттерҙе. Ә костюмдары һуң! Хатта үҙемде быуаттар төпкөлөндәге осорға барып сыҡҡандай тойҙом.

Жюри ағзалары – мәғариф ветераны Яңылбикә Мөхәмәтйәнова, мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү бүлеге белгесе Эльвира Оморҙаҡова, мәғариф бүлеге методисы Айгөл Сирбаеваға еңеүсене билдәләүе бик еңелдән булмағандыр моғайын.

Бына тәүге конкурсант сығып баҫты. Башта ул ҡумыҙҙа уйнап күрһәтте. Унан үҙе менән таныштырҙы. Аҙаҡ эпостан өҙөктө тасуири итеп һөйләп ишеттерҙе. Ҡайһы бер конкурсанттарға тәрбиәселәре ярҙамға килде. Улары ейәндең өләсәһе булып уйнаны. Үҙенә күрә матур ғына тамаша килеп сыҡты.

Ярыш тамам. Жюри ағзалары кәңәшмәгә инеп киткән арала конкурсанттарҙың һәм уларҙың етәкселәренең күңелен күреп, балалар баҡсаһы фольклор ансамбле етәксеһе Сәлимә Усманова еңел генә халыҡ бейеүҙәре өлгөләрен өйрәтте. “Айыуҡай” балалар баҡсаһы методисы Гөлсөм Әлбәкова “Урал батыр” мәктәбе” менән таныштырҙы. “Киләсәктә конкурста ҡатнашыусы балалар һаны тағы ла күберәк булһын”, -- тигән теләген еткерҙе. Ошо уҡ баҡсаның хеҙмәткәрҙәре йырҙар йырлап, боронғо ҡул эштәре өлгөләре күргәҙмәһен ойошторҙо.

Бына еңеүселәрҙе билдәләргә лә сират етте. Шулай итеп, Гран-при “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Әмилә Мырҙағәлинаға (етәксеһе – Г.И. Мөхәмәтдинова) бирелде. “Толпар” балалар баҡсаһынан Ансар Салихов (етәксеһе – А.А. Байморатова), Иҫке Сибай “Сулпылар” балалар баҡсаһынан Ибраһим Мөхәмәтшин (етәксеһе – Р.Г. Хөсәйенова менән Г.Ф. Аҫылғужина) еңеүсе булып сыҡты. Афарин, ҡотлайбыҙ! Киләсәктә эпосты тулыһынса ятлап, республика конкурстарында оло еңеүҙәр яуларға яҙһын!

Эльмира Кейекҡужина.

Автор фотоһы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: