Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
13 Май 2022, 19:30

Әй ғүмерем , һинең менән икәү...

Әй ғүмерем, һинең менән икәү,Һөйләшеп тә ҡалайыҡ туйғансы.Атлап барған юлыбыҙҙы киҫеп,Яҙмыш шунда нөктә ҡуйғансы...

Әй ғүмерем, һинең менән икәү,
Һөйләшеп тә ҡалайыҡ туйғансы .
Атлап барған юлыбыҙҙы киҫеп,
Яҙмыш шунда нөктә ҡуйғансы.
Үткән ғүмер, үпкәләмә миңә,
Уйламаным миҙгел икәнһең.
Миңә насип булған йылдарымдың
Уҡтай атылып, бик тиҙ үткәнен.
Ашыҡтырҙым һине, гел йүгерҙем,
Тыуар таңды ашығып мин көттөм.
Ҡаршыманың, саптың алға табан.
Мин ашыҡҡан сиккә тиҙ еттең.
Һиҙмәнем мин, “Ашыҡма” - тип яҙмыш
Итәгемдән бәлки тартҡандыр ,
“Оҙаҡ тирбәл, наҙлы бишектә”- тип
Ашыҡмайса таңдар артҡандыр...
Һөйләшеп тә ҡалайыҡ бер туйғансы,
Күп өлөшөн юлдың үттек бит.
Йүгерҙем шул, һине ашыҡтырҙым...
Үпкәләмә, ғүмерем, ғәфү ит!


Гөлсәриэ Хөсәйенова

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: