Атай йорто
Гөлсинурға ауылда атаһынан мираҫ булып ҡалған йорто тураһында әсәһе бөгөн тағы шылтыратты:
- Ҡыҙым, һин ҡасан барып рәтләп киләһең инде ул йортто? Эсендәге әйберҙәрен түгеп, һатырға кәрәк уны тиҙерәк. Күпме булыр икән? Былай хужаһыҙ килеш торһа серей ул. Урыны ла һәйбәт йорттоң, ауылдың уртаһында. Хаҡтарҙың һәйбәт сағы. Аҡсаның артыҡ булғаны юҡ, кәрәге табылыр.
- Ярай, әсәй, был ялда барырмын, - үҙе өсөн ауыр был теманы тиҙерәк ябыу өсөн, Гөлсинур тиҙерәк телефонын һүндерҙе. Аяғы бик тартмаһа ла, әсәһенә һүҙ биргәс, йәйге көндөң бер көнөндә китте ул атаһының ауылына. Ысынлап та, әсәй хаҡлы, һатырға кәрәк ул йортто, тип уйланы. Үле капитал булып тик тора. Ҡыҙын да уҡытыу өсөн күпме аҡса кәрәк...
Асфальт юлдан боролоп, дүрт саҡырым тирәһе былай юлдан барғас, шаҡтай ҙур һәм төҙөк ауылдың уртаһындағы ҡалай түбәле, тәҙрәләре ағастан селтәрләп биҙәлгән, баҡсаһында сәскәләр үҫкән йорт алдына килеп туҡтаны. Сәскәләр?! Көтмәгән ине ул бында береһенән-береһе матурыраҡ сәскәләрҙе күрергә. Әйтерһең дә, өс йыл буйы буш тормаған был йорт. Әҙерәк ғәжәпләнеп, Гөлсинур ишек алдына үтте. Бында ла тәртип, сүп үләне ҡырып сабылған. Һәр нәмә үҙ урынында. Аптырауы арта барған ҡатын ишек йоҙағын борҙо. Был йортта улар һуңғы тапҡыр атаһын ерләгәндә булғандар ине. Өс йыл буш торған йортҡа бер ҙә оҡшамаған. Тәҙрә төбөндә гөлдәр сәскә атып ултыра. Ялтыр башлы карауат бөхтә итеп йыйыштырылып ҡуйылған. Бер ерҙә, бер туҙан күрмәҫһең. Гөлсинурға хатта ҡурҡыныс булып китте. Әллә атаһы ҡайтып йөрөй микән? Өй эсендәге таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә аптырап, ҡалтырана-ҡалтырана тышҡа атылды. Урам ҡапҡаһын асыу менән Рәшиҙә апай менән саҡ бәрелешмәнеләр.
- И, балаҡайым, бер хәбәрһеҙ ҡайтып төшкәнһең. Ҡурҡтыңмы әллә? - тине Рәшиҙә Гөлсинурҙың аптыраулы ҡарашын күреп. - Ҡурҡма, балам. Атайығыҙҙың күршеләребеҙ, йортоғоҙҙо ҡарап, бағып торабыҙ. Бик яҡшы кеше ине бит ул...
Шулай тине лә Гөлсинурҙы етәкләп үҙҙәренә алып китте. Сәй эсерҙе.
- Әле һаман да Шәрифтең үлгәненә ышанғы килмәй. Ауылдың тотҡаһы ине бит ул. Тыңламаған йомошо, ҡылмаған изгелеге юҡ ине халыҡҡа. Ай-һай, ҡыйын әле ул булмағас...
Гөлсинурҙың өйҙө һатырға ниәте барлығын белгәс, бер ни ҙә өндәшмәне. Шулай ҙә кисен йоҡларға инергә саҡырып, ҡапҡа өбөнә тиклем оҙатып ҡуйҙы.
Гөлсинур эште ҡыҙыу тоторға ниәтләп, соландан тоҡ индереп, өй эсендәге әйберҙәрҙе барлай башланы. Ағастан селтәрләп эшләгән кәштәлә китаптар... Күбеһе иҫке инде ул. Гөлсинурҙың уларҙы сүплеккә сығарып ташларға ҡулы барманы. Китапҡа хөрмәт менән ҡарарға атаһы уны өйрәткән ине. Гөлсинурҙың ҡулы кәштәлә ятҡан фотоальбомдарға үрелде. Бына улар атаһы, әсәһе менән өсәүләп диңгеҙ буйында ял итәләр... Бына атаһы станок артында... Бына атаһы үҙенән дә ҙур сәскә гөлләмәләре ҡосаҡлаған Гөлсинурҙы етәкләп беренсе класҡа уҡырға барған... Ҡайҙа ҡарама – атаһы, әсәһе һәм Гөлсинур! Башҡа бер ниндәй ҙә фото юҡ. Әйтерһең дә, ғаилә айырылғас, Шәрифтең тормошо туҡтап ҡалған...
Атаһы менән әсәһенең араһы һыуына башлағанда Гөлсинур унынсы класта уҡый ине. Туҡһанынсы йылдар. Быға ҡәҙәр заводта тырышып-тырышып эшләгән атаһы бер ваҡыт өйгә аҡса алып ҡайтмай башланы. Тиҫтә йылдар буйы һалынған элемтәләр өҙөлдө. Завод сығарған продукцияға һорау бөттө. Хеҙмәт хаҡын айҙар, йылдар буйы тотҡарлай башланылар. Көн һайын ғәйепле кеше һымаҡ, башын эйеп ҡайтып ингән иренә Сәүиә ныҡ ҡына бәрелә ине: “Нисек йәшәргә? Ирме һин булдыҡһыҙмы?” Эшҡыуар түгел шул атаһы. Заманына тиҙ генә яраҡлаша алманы. Ғүмер буйы заводта токарь булып эшләгән атаһы башҡа ергә урынлаша алманы. Яртышар йыл иренән аҡса күрмәгән Сәүиәнең дә түҙемлеге бөттө. Шәриф менән айырылышырға ҡарар итте. Шәриф өс бүлмәле фатирын ҡатыны менән ҡыҙына ҡалдырып, ауылда буш торған ата-әсәһенең йортона ҡайтып китте. Шунан һуң Гөлсинур атаһын бөтөнләй күрмәне лә. “Атайың шундай, атайың бындай”, - тип яманлаған әсәһенең һүҙенән сыға алманы. Онотоуын онотманы ул атаһын. Нисек онотаһың инде? Ҡырыҫыраҡ холоҡло әсәһенән бер йылы күрмәгән ҡыҙға атаһы үҙе өсөн дә, ҡатыны өсөн дә бар ныҙан бирергә тырышты. Балалар баҡсаһына етәкләп үҙе алып бара, алып ҡайта. Тәмленең дә тәмлеһе иң беренсе – Гөлсинурға. Әсәһе күпме генә ҡаршы булһа ла, атаһы ҡыҙына бәләкәс кенә эт балаһы алып ҡайтты. Шуларҙы хәтерләп ултырып, Гөлсинурға ҡапыл оят булып китте. Ниңә генә төштө икән ул атаһы менән әсәһенең араһына? Ниңә үҙенә генә тартҡан әсәһенең генә балаһы булды ул? Бәләкәй түгел ине бит инде ул. Үҫкән, аңы бар. Быларҙы аңлар өсөн атаһын юғалтырға кәрәк инеме икән ни?
Ғәйепле ул атаһы ҡаршыһында. Бик ғәйепле... Әсәһенең һүҙенә эйәреп, атаһының тормошо менән ҡыҙыҡһынманы ла, аралашманы ла. “Булдыҡһыҙ атаһының” ҡыҙы булыуы уға оят ине. Әсәһе лә атаһынан айырылғас, бер нисә ир менән йәшәп ҡараһа ла, ни өсөндөр һаман яңғыҙы...
Гөлсинур атаһының оҫтахана итеп эшләнгән айырым бүлмәһенә инде. Ҡулы алтын ине лә бит, алтын ғына ҡоя белмәне. Ана, Гөлсинурҙың ағасты көйҙөрөп эшләгән һүрәттәре эленеп тора. Баҡса артында тын ғына йылға аға... Ат саба... Быларҙы нисек итеп ташламаҡ кәрәк? Быларҙың барыһына ла атаһының ҡулдары тейгән, һулышы ингән. Бер тартмала бәләкәй сағында атаһына эйәреп ҡайтҡан сағында уйнаған уйынсыҡтарын тапты. Әлегә хәтлем ташланмаған ҡурсаҡтар, туптар, китаптар... Хатта һыңары үлән араһында юғалған тәпешкәһенә тиклем ята. Гөлсинур өй буйлап әйберҙәрҙе барлап, дүрт сәғәт йөрөй, ә ташлар өсөн бер генә лә сүп тапманы...
Иҙән уртаһында атаһының фотоһына текләп, уйланып ултырған Гөлсинурҙы ҡурҡытмаҫҡа теләп, Рәшиҙә ҡарсыҡ саҡ ҡына ишек шаҡыны. “Хәлдәр нисек, ҡыҙым? - тине ул. - Ауылда хәбәр тиҙ йөрөй бит ул. Йортоғоҙҙо һатып алырға теләүсе лә бар. Хаҡын күпме һорайың? - тип һораулы ҡарашын төбәне. Гөлсинур тыныс ҡына итеп: “Йорт һатылмай”, - тине...
Физәлиә Дәүләтгәрәева.
Фото интернеттан алынды.