Әҙәби бит
4 Мая 2022, 15:05

Күңел ҡатыуы

— Алкашыңдан ҡотолғоң киләме? Ҡотҡара алам мин һине унан, - тип хәбәр һалды бер килгәнендә . — Унан нисек ҡотолаһың, минән ҡалһа кешелектән сыға бит ул -, тип уйламай ғына яуаплаған Әлимәне Әҡлимәнең яуабы шаҡ ҡатырҙы. — Үлтерәйек. Әйҙә үлтерәйек Ҡадирыңды. Мин өйрәтәм һиңә нисек икәнен, тик аҡсаңды йәлләмә. Пенсияң килеп тора. Мин ауылдағы бөтә ирҙәрҙе лә үлтереп бөтә алам, бисәләре ризалыҡ бирһә, - тигән Әҡлимәгә бергилке иҫе китеп ултырҙы Әлимә. Ә тегенеһе ныҡыша башланы...

Миңзифа Ҡашҡарова

Күңел ҡатыуы

 

Әлимә бәләкәйҙән кеше күңелле, нескә тойғоло булды. Кешегә ярҙам итергә, саҡ ҡына булһа ла ауыр хәлдә ҡалыусының хәлен еңеләйтергә тырышыу уның ҡанына һеңгән ине. Үҙенә булмаһа булмай , мохтаждарға һуңғы телем икмәген дә бирер ине ул. Йомош һорап килеүсене бер ҡасан да буш бороп сығарғаны булманы уның.

Ҡылған изгелеге үҙенә яуызлыҡ булып әйләнеп ҡайтҡан саҡтарҙа төндәр буйы илап сыға ла, таң атыу менән тағы яҡшылыҡ өләшергә ынтылыусы ябай ғына ауыл ҡатынының күңеле изге һәм сафлығына ышанмау мөмкинме икән?

Ҡайһы бер кешеләр һымаҡ, кешеләрҙе сортҡа ла бүлмәне ул. Ярлыһын да байын да, эсеп кеше сифатын юғалтҡанын да берҙәй ихтирам итте. Кешегә кеше итеп ҡараны һәр ваҡытта ла.

Үҙҙәре һәйбәт тормошта йәшәүселәр доньяның бысраҡ һәм ҡараңғы яҡтарын күргәне юҡтыр. Әлимәгә бик йыш күрергә тура килде, эскән ҡатындарҙы, ас балаларҙы, хайуанға әйләнгән ирҙәрҙе. Сөнки, ире эсте ғүмере буйына.

Әлимә һәйбәт ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән ҡыҙ ине. Атай әсәһе доньяны матур итеп көттөләр. Һеңле ҡустылары ла матур итеп ғаилә ҡороп, һәйбәт кенә йәшәп киттеләр. Бер Әлимәнең генә бәхете булманы. Әсәһе ғүмере буйы, айырыл шул мәғәнәһеҙ иреңдән тиеп таҡылдай таҡылдай үлеп китте. Туғандары ла әйтеп арығандарҙыр, хәҙер өндәшеүсе юҡ.

Ғаиләгә аҡса алып ҡайтыуҙы белмәгән Ҡадир, тоҡлап шәкәр менән әсеткегә аҡса табырға шәп ине. Бал ҡойоп самогон ҡыуып ала ла, тормошо китә гөрләп. Дуҫ иштәре йыйыла. Әлимә үҙе өйҙә саҡта өйгә индермәй уларҙы, ҡаҙанлыҡта шау гөр килгәндәргә эсе бошһа ла иренә ҡаршы килә алмай ине. Ире унан һорап та тормай , мәктәптән балалар ҡайтыуға тип бешергән бәлештәрҙе, билмәндәрҙе, итле ашты эре генә сығарып әшнәләренә ашата. Йүнле тамаҡ күрмәгән, эсеүҙән шешенгән ас әҙәмдәр Ҡадирҙың хәләл ефетен маҡтай маҡтай ялп иттереп ҡуялар тәмле аш һыуҙы. Һыйлы урынды кем яратмаһын, ҡунаҡсыл Ҡадирҙы ла яраттылар ауылдың эсергә яратыусы кешеләре. Ҡапҡа көнө төнө ябылманы, төн уртаһында килһәләр ҙә, Ҡадир уларҙы һыйлар ине.

Әлимә аш-һыуға бөтмөр ине. Ҡайһы бер ҡатындар һымаҡ мундир картуф йә бөтәүләй йомортҡа ғына бешереп сәй эсеүҙе мөрһәтһенмәне ул. Аш һалһа ҙур кәстрүл менән һалды, балалар ҙа күмәк бит. Аш һыуға мул ҡуллы ул, ғаиләһенә лә килгән киткәнгә лә етте. Һурпаға рожки йәки вермишель һалыуҙы, тәмле һурпаны әрәм итеү тип һананы ул. Һәр ваҡыт һалма йәки туҡмас йәйеп ҡырҡты, икмәкте ҡомалаҡтан үҙе бешерҙе. Төрләндереп салаттарын яһаны, көн һайын йә ҡоймаҡ йә итле бәлеш, өсбошмаҡ һәм тағы әллә ниҙәр бешерер ине.

Әлимәнең бер класташы бар Хәнә тигән, йәшләй генә эсеүгә һалышҡан ҡатын уларҙан сыҡманы ла тиерлек. Асыҡһа класташына йүгереп килде.

Киң күңелле Әлимәнең бешергән ризыҡтарын ашамаған кем ҡалды икән, урамда эсеп йөрөүселәр араһында? Юҡ, ул үҙе һаран түгел. Үҙҙәре яҡшылыҡты белмәһәләр ҙә риза ул, үҙен үҙгәртә алмай ҡатын. Кешене йәлләүҙән туҡтай алмай.

Ауылда әллә ҡайҙан килеп эйәләгән ҡатын йөрөй. Торор йорто ла барыр урыны ла юҡ. Эсеп кешелектән сыҡҡан ҡатынды кем индерһен инде. Ҡасандыр матур ғына булған тиҙәр Әҡлимәне, һәйбәт кенә ире лә булған. Балалары, арыу ғына көткән доньяһы ла булған. Кеше нилектән упҡынға тәгәрәйҙер, уныһын аңлай алмай Әлимә. Әҡлимә эсергә яратҡан, иренең өҫтөнән йөрөгән, балалар ҡарауһыҙ булған. Шул ирен үҙе үлтергән тинеләр, нисек үлтергәндер уныһы ҡараңғы. Ләкин Әҡлимә төрмәлә ултырып сыға. Йылғыр ҡатын юғалып ҡалмай, һәйбәт кенә егетте осратып тормошҡа сыға. Шаулап торған доньяны һатып эсеп бөттө, ҡоротто тип һөйләнеләр уныһын да. Сираттағы эскелек ваҡытында, иртәнсәк ирен бысаҡ сәнселгән килеш күрәләр. Кем үлтергәнен белә алмайҙар, бары тик Әҡлимәнең үҙелер, тигән имеш мимештәр йөрөй ҙә туҡтай. Үлтереүсене таба алманылар, ирҙең туғандары Әҡлимәне өйөнән ҡыуып сығара. Ике доньяны туҙҙырған һәм ике ирҙең башына еткән ҡатын юғалып ҡала торғандарҙан түгел ине. Кәрт һалып күрәҙәлек итеүсе ҡатын бирешеп торманы. Ауылдар буйлап йөрөнө. Береһенән ҡыуылһа икенсеһендә төйәк тапты. Әлимә һымаҡ асыҡ ауыҙҙар доньяла етерлек ине шул, йәлләп индерҙеләр. Ашатып эсереп, кеймәгән кейемдәрен биреп йәшәттеләр. Әҡлимә үҙе һөлөк һымаҡ, бер ҡаҙалһа һурып алып ырғытырмын тимә. Уны индергән кеше илай-илай, ҡыуып сығарып саҡ ҡотола ине. Эсеп оятын юғалтҡан Әҡлимәлә кешелеклек, рәхмәтле була белеү сифаттары әллә ҡасандан уҡ юғалып бөткәндер инде. Ҡайҙа барып һуғылырға белмәгәнендә үҙен һыйындырған кешеләрҙе әрләп, ҡарғап, алдап һөйләп йөрөү уның төҙәлмәҫ ауырыуына әйләнде. Һап-һау ҡатындың кеше тупһаһында элмәңләп йөрөүе башҡа һыймаҫлыҡ хәл дә бит. Ундайҙарға милиция ла, силсәүит тә иғтибар итмәй шул. Кешеләрҙең аҡсаларын урлап, ғаиләләрен болғап йөрөүсе, бөтә донья буйлап ғәйбәт таратыусы Әҡлимәнең тоҙағына Әлимә лә ҡапты.

Өй таҙалап башлағайны ғына, елп итеп Әҡлимә килеп инде. Ингән кешене ҡыуып сығараһыңмы ни, Әҡлимә үҙен йәлләтеп хәлен һөйләне.

- Ҡайҙа барырға белмәй һиңә килдем. Барыр ерем, батыр күлем юҡ, өҫтөмдә кейемем юҡ, берәү ҙә индермәй, - тип илаулаған ҡатынды йәлләне Әлимә. Ашатты, эсерҙе, кеймәгән кейемдәрен бирҙе. Ҡана, эшеңде эшләшәм тиеүенә ҡаршы килмәне. Бер көн матур йөрөнө Әҡлимә, ике көн. Өсөнсөһөндә инде был өйҙә үҙе хужабикә ролендә ине инде.

Әлимә иртәнсәк тороуға сәй ҡайнаған, кистән ҡалған ит менән картуф ҡыҙҙырылған, өҫтәлдә бер ярты менеп ҡунаҡлаған. Әҡлимә менән Ҡадир сөкөрләшә-сөкөрләшә, ҡара ҡаршы ултырып сәй эсәләр ине. Иренең холҡон яратмай Әлимә, тик һиҙҙермәне. Сәйгә саҡырһалар ҙа ултырманы, тышҡа сығып китте. Уның күңелен үкенесле уйҙар баҫты, эскән ир менән үткән ғүмере бушҡа үткәненә әсенде. Юҡ, ирен ҡыҙғанмай ҙа ул, аралағы йылы хистәрҙе Ҡадир үҙе аяҡ аҫтына һалып тапаны күптән. Балалары күптән үҙ аллы. Әсәйҙәрен әрләйҙәр шул эскесегә ялсы булып ултырғаны өсөн.

Әлимәнең Әҡлимәгә йәне көйҙө. Көҙгө һыуыҡ көндә күлдәксән, шлепанцы менән килеп ингән ине. Аяғына итектәр, куртка, шапка, кофталар, күлдәктәр, колготки-носкиҙарына тиклем бирҙе. Хатта сумочка, тәмле еҫле хушбыйын да бирҙе. Ит изгелек - көт яуызлыҡ тиеүҙәре раҫҡа сыҡты. Әҡлимә йыуаш Әлимәне бөтөнләй баҫып алды. Эйәреп йөрөп, Ҡадирҙы яманланы. Уның булған насар яҡтарын ул белә булып сыҡты.

- Һинең Ҡадирың һине яманлап һөйләй, һинең Ҡадирың шуның мунсаһында шуның менән ятты. Бына ант, алдамайым. Мин һеҙҙе болғамайым, но дөрөҫөн әйтәм, ирең уйнаш итә.

Иренең нимә эшләп йөрөүенә иҫе китмәй Әлимәнең. Ҡунаҡҡа килгән ҡыҙҙарына ғәйбәт һөйләүе өсөн асыуланды Әлимә Әҡлимәгә. Әлимә ишетмәгәндә генә, өлкән ҡыҙы Зилиәгә әсәһен яманлап өлгөргән бит, ҡәһәр һуҡҡыр.

- Әсәйең һине яманланы, кейәүҙәрен яманланы, тип алдап һөйләгән. Аҡса һораған. Әлимәнең ҡыҙҙары мәүеш түгелдәр шул әсәләре һымаҡ.

Аҡса кәрәк булғас, эшләргә кәрәк, беҙҙең әсәйҙе яманлап аҡса һығырға уйланыңмы, оят түгелме? - тип бәләкәс ҡыҙы әрләгән.

Юҡ, мин һеҙҙе болғарға теләмәйем, - тип мыйылдаған Әҡлимәне ҡыуып сығарҙы Әлимә. Бирләнеп, илап, әрләп сығып китте Әҡлимә. Ауыл тултырып уға, быға Әлимәне һөйләп йөрөүен дә ишетте инде.

Үҙен бысраҡҡа ҡойонған һымаҡ тойҙо Әлимә. Ҡайһы бер кешеләр эскән кешегә өҫтән ҡарай, уларҙы әҙәмгә лә һанамай, улар менән һаулыҡ та һорашмай. Дөрөҫ эшләйҙәр тигән һығымта яһаны Әлимә. Сөнки, түбәнгә тәгәрәгән әҙәмдәрҙе ҡабат тура юлға баҫтырып булмай. Уларға һин күпме яҡшылыҡ эшләһәң дә улар уны белмәй. Һин уларҙы йәлләгән булаһың, улар үҙҙәре һине йәлләрлек хәлгә ҡалдырасаҡтарына инанды Әлимә.

Тағы ла Әҡлимәнең ҡурҡыныс кеше икәнлеген аңланы ул.

Алкашыңдан ҡотолғоң киләме? Ҡотҡара алам мин һине унан, - тип хәбәр һалды бер килгәнендә .

Унан нисек ҡотолаһың, минән ҡалһа кешелектән сыға бит ул -, тип уйламай ғына яуаплаған Әлимәне Әҡлимәнең яуабы шаҡ ҡатырҙы.

Үлтерәйек. Әйҙә үлтерәйек Ҡадирыңды. Мин өйрәтәм һиңә нисек икәнен, тик аҡсаңды йәлләмә. Пенсияң килеп тора. Мин ауылдағы бөтә ирҙәрҙе лә үлтереп бөтә алам, бисәләре ризалыҡ бирһә, - тигән Әҡлимәгә бергилке иҫе китеп ултырҙы Әлимә. Ә тегенеһе ныҡыша башланы.

Кит, кит! Минән үлтереүсе яһап ултырма! Тәүбә, нишләп мин ғүмер буйы йәшәгән кешемде үлтерәйем Ниндәй генә булһа ла!

Әлимә ярһып китте.

Әҡлимә һымаҡтарҙың күңелдәре боҙоҡ һәм бысраҡ икәнлеген аңланы Әлимә. Күңеле рәнйегән ҡатын, инде бер ҡасан да ундайҙарҙы йәлләмәҫкә һәм ярҙам ҡулы һуҙмаҫҡа тип үҙ үҙенә һүҙ бирҙе. Урамда ҡысҡырып илап, тәгәрәп ятһалар ашаҡлап үтеп китәсәкмен тигән уйҙар мейеһен бырауланы

Тағы кемдәрҙе болғап болартып йөрөй икән был Әҡлимә, һәр кем үҙ башынан үткәс кенә аңлар. Теле бай, фантазияһы шәп, торғаны бер әртис бит ул. Әлимә һымаҡ асығауыҙҙарға шул кәрәк тә ул, бер ауыҙҙары бешкәс инде өрөп ҡабырға өйрәнерҙәр...

 

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас