Зифа Ишмырҙина
Хоҙай бүләге
Бибигөл, автомобиль һәләкәтенән һуң, ошо яҡты донъянан китеп барыусы берҙән бер ҡыҙын юғалтҡас, йәшәүҙән ваз кискәйне. Һуңғы юлға оҙатҡандан уҡ аяҡтары хужаһын тыңламай,хәлһеҙ ап-аҡ ҡарға тәгәрәне. Әле бына ергә йәмле яҙ килде. Ҡатын, көн дә үҙенә үлем теләп ятты. Ашаманы ла, эсмәне. Туғандары күпме инәлеп ялбарһалар ҙа, дауахана ишеген асырға теләмәне. ”Юҡ, ул был тормошто Миңнегөлһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай, аяғына баҫһа, кемде ҡосағына алып, оҙон толомдарынан һыйпап ”Ҡолонсағым”- тип яратыр, кем менән көндәр, төндәр буйы сөкөрҙәшеп серләшер, юҡ, ул нисектә булһа теге донъяға эләгеп, ҡыҙы янында булырға тейеш”. Башында уның тик ошондай уйҙар ғына ине. Күҙенә инде бер нимәлә күренмәне, ҡышмы, яҙмы, уға барыбер. Ҡояш байып, таң атыуға кәүҙәһен семтеп ҡараны, иҫ белә икән һаман. Вәхите лә һөйләшмәҫ булып китте. Бара ла, тәмәкеһен тоҡандырып, оҙон уйҙарға бирелеп, ултыра бирә. Бер нисә көн эсендә, сикәһен ҡот осҡос булып йөн баҫты. Ҡатынына ҡарайҙа ике ҡулы менән битен ҡаплап: ”Зинһар, Бибигөлөм күҙҙәреңде ас, инде һин мине ҡалдырып китмә, һеҙһеҙ нишләрмен?”-тип, һыҡранып илай. Гөлбикә-Миңнегөл. Тыуғандан уҡ ап-аҡ йөҙлө, дөм ҡара сәсле булып тыуҙы. Үҙе туп тумалаҡ, ике айлыҡ бала кеүек ине. Сабыйҙы күрергә килгәндәр барыһы ла “Аһ”иттереп тел шартлатып һоҡландылар. Бала тыуҙырыу йортонда уҡ табиптар: “Беҙҙә әле ундай сабыйҙар тыуғаны юҡ ине” -тиештеләр. Йәш ярымдан уҡ теле асылды, ике йәштә балалар баҡсаһына йөрөп, йырларға, бейергә өйрәнде. Атай, әсәй ҡошсоҡтарын яратып туйманылар. Йорттарын һәр төрлө уйынсыҡтар, күҙ яуын алырлыҡ кейемдәр менән тултырҙылар. Елкәһендә ҙур миңе булғанға күрә, мулла исемде Миңнегөл тип атаны. Хужалар ат һуйып барса туғандарын саҡырып, ике көн һыйлап ҡунаҡ иттеләр. Ҡыҙ уҡыуға төшкәстә ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Уҡытысылары һәр ваҡыт маҡтап ҡына торҙолар. Тырыш, йәш ғаиләне ауылда барыһы ла хөрмәт итте. Үҙҙәренең көсө менән ҙур хужалыҡ алып барҙылар. Егерменән эре баш, илле, алтмыштан ашыу ваҡ мал тоттолар. Ярҙамсылары ла булды. Икеһе лә ҡаҙаҡ далаһында тыуып үҫкәс, мал йәнле инеләр. Ике ҡатлы йорт күтәреп инделәр. Ҡыҙҙары мәктәпте уңышлы тамамлағас, ҙур уҡыу йортона документтарын тапшырып, еңел генә инеп китте. Унда уҡыған осоронда уҡ,яҡындарынан үрнәк алып эшләптә йөрөнө. Дөрөҫөн әйткәндә,ата-әсәһе янсығына төшмәне,яйлап аҡса туплап үҙенә тимер атында алды,ҡәҙерле әсәһенә рәхмәт йөҙөнән алтындан алҡа кейҙерҙе. Бибөгөлдең шатлығы сиктән ашты, һәр көн һайын хоҙайына рәхмәт уҡыны ,уға ошондай тырыш,уңған ҡыҙ бүләк иткәненә. Хатта иренә лә өндәшмәй, Миңнегөлөнә тип ҡиммәтле бирнәләр әҙерләй башланы. ”Анауындай сибәр ҡыҙы иптәшһеҙ йөрөмәйҙер бит, ҡапылда әсәй мин тормошҡа сығам тиһә, ауыҙ асып ултырырға түгел, унан буласаҡ ҡоҙағыйҙар алдында ла уңайһыҙ хәлгә ҡалыуың бар, тип уйланы. Өйөнөң бер бүлмәһен ҡатлы, ҡатлы ҡумталар менән тултырҙы. Уларҙың эсендә нимә генә юҡ ине. Бер көн ҡыҙы ял алып ҡайтҡайны, ипләп кенә тегенен ҡылын тартмаҡсы булып, уратып ҡына һүҙ башлағайны: ”Әсәй, юҡ менән башығыҙҙы марама итмәгеҙ, буласаҡ кейәү минең өсөн тыумаған әле, тип, өй яңғыратып көлдө лә, атаһы янына сығып китте. Серләшеүҙәре шулай бик ҡыҫҡа ғына тамамланды ла ҡуйҙы. Ҡатын да үҙ алдына: ”Ярай, ни булһа ла тыумай торһон, ҡолонсағы янында булыр”, - тип йылмайҙы. Миңнегөлдө эше буйынса, бер нисә айға, сит ҡалаға командировкаға ебәрҙеләр. Яндарына ял һайын ҡайтып йөрөгән берҙән бер ҡыҙҙарын ныҡ һағындылар ата-әсә. Шулай ҙа көндәр эш менән үтә торҙо. Ҡышҡылыҡҡа мал-тыуарға күпләп бесәнен-һаламын ташынылар. Аның араһында ҡош-ҡорт таҙарттылар. Миңнегөлдөң дә ҡайтыр ваҡыты етте. Ул ҡайтып етеүгә мунса яғып, аш янына,ҡыуаныстары менән бүлешергә, бер туған апаларын да саҡырҙылар. Бибигөл ҡыҙын көтөп ала алмай әйҙә сәғәткә ҡараны. Ул шылтыратҡан ваҡыттан, байтаҡ үтеп киткәйне. Яйлап тышта эңер төшөп, төнгә ауышты. Йөрәге нимәлер һиҙгерткән кеүек дөп-дөп тибә башланы. Арҡаһына шәлен һалып тышҡа сыҡты. Машинаһының тауышы яҡынаймаймы йәнәһе лә. Вәхите лә ғүмерҙә тартмаған тәмәкеһен тоҡандырып уның янына килеп баҫты. Хай, был көтөүҙәрҙән дә ауыр нимә юҡ икән шул. Сәғәт теле көтөп тормай кет-кет һуғып, әллә ҡайҙа ҡабалана. Сәбилә апаларын мунса керергә ебәрҙеләр. Өшөй башлағастары өйгә кергәйнеләр генә, бар фарҙарын яҡтыртып, ҡапҡа төптәренә еңел машина килеп туҡтаны. Ҡолонсаҡтары ҡайтты. Юҡ, шунда ла әсә күңеле, ҡурҡыныс хәлде һиҙгән кеүек, тышҡа атылды. Урыҫсалап милиция формаһы кейгән ике ир: ”Базарбаевтар квартираһымы”, -тип ҡатынға өндәште. Һүҙҙәрен өҙөп-өҙөп: ”Эээйе, әә, минең ҡыҙым ҡайҙа? Йә булмаһа юл хәрәкәтен боҙҙо, тип һеҙ бикләп ҡуйғанһығыҙ, сығарығыҙ, машинанан ҡолонсағымды”, -тип ҡысҡырып, алда торғанының күлдәк иҙеүенән тотоп һелкетә башланы. Көтөп арығас, зәңгәр экран янына барып ултырған ир, ҡысҡырышҡан тауышҡа ҡапыл һикереп тороп тышҡа югерҙе. Ул сығыуға ҡатыны: ”Балаҡайғынам, нишләп кенә беҙҙе таштап киттең?” - тип ергә сүгәләгән килеш, ҡара тупраҡты устарына йомарлап үкһеп-үкһеп илай ине. Бибигөлдө әҙгә генә булһа ла тынысландырып, таныр өсөн дауаханаға алып килделәр. Унда ҡыҙының үле кәүҙәһен күргәс тә тағы иҫтән яҙҙы. Был юлы табиптар әсәнең һаулығы өсөн көрәштеләр. Тикшереүселәр әйтеүенсә: ”Ике машина бергә бәрелгән, ҡыҙ руленә баш була алмай, дүрт тапҡыр юл ситенә төшөп аунаған”, тинеләр. Ни булһа ла ғәйеплеләр ҡулға алынған, улар барыһы ла һау ҡалғандар. Ҡыҙҙарын ерләгәндән һуң байтаҡ ятты ҡатын шулай йәнһеҙ килеш. Тышта эш ҡайнай. Мал тыуар улай ас килеш тора алмай шул, улар барыһы ла кеше ҡулына ҡарап тора. Вәхит саҡ туғандарының ярҙамы менән бар хужалыҡты алып барырға көс тапты. Сәбилә апаһы ҡоро һөйәккә ҡалған һеңлеһе өсөн,ныҡ көйөндө. Ауыҙына нимә генә ҡаптырһа ла, уныһы кире сығарып тик торҙо. Ҡайғынан үлемесле хәлгә төшкән, Бибигөлдө ай-байына ҡуймай табиптарға күрһәтергә булды. Табиптарҙың күрһәтмәһе буйынса һәр береһенә алып инде.Иң аҙаҡҡыһы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына ҡарай торған бүлмә ине. Урта йәштәрҙәге апай, Бибигөлдең хәлен аңлап,бик ентекле итеп ауырыуын ҡарарға булды, күҙлеген һалып, ҡатын кейенгәнсе, аҡ ҡағыҙға үҙенсә нимәлер сыймаҡланы ла, коридорға сығып көтөп ултырырға ҡушты. Апаһының яуырынына башын һалып,хәлһеҙ генә ултырған ҡатынды Анастасия Ивановна кабинетҡа саҡырҙы. Секунд эсендә, бүлмә эсе ниндәйҙер тауышҡа яңғырап китте. Һеңлеһенең сығыуын көтөп ултырған апаһы ҡапыл һикереп тороп, янындағы ишекте шар асып ебәреүгә, атылып сығып килгән ҡатын, Сәбиләнең ҡосағына кереп китеп һыңҡылдап илап ебәрҙе. ”Апай, апаҡайым беләһеңме мин ауырға ҡалғанмын!” - тип ҡыуанысынан бар коридор буйлап ҡабат-ҡабат ҡысҡырҙы. Табиптарға күренергә тип, үҙ сиратын көтөп ултырған таныш кешеләр барыһы ла йәлләп: ”Әптән, ҡайғынан алйыған икән был ҡатын”, - тиеште. Бибигөл гә шул көндән башлап йән керҙе, уның өсөн бар донъя яҡтырҙы, йәшәрҙе, сәскә атты. Төнөн,күҙҙәрен йомған һайын ҡыҙын төшөндә күреп уянды. ”Әсәкәйем, һиңә бүләгем” - тип, йомро, ап-аҡ йомшаҡ уйынсыҡ бирә ине. Көндәр үтә торҙо. Ҡатын икенсегә әсәй булырға әҙерләнде. Бына сабыйҙы ҡулына алыр ваҡытта етте. Миңнегөлөнөң йыллығына аят бағышлатҡас, көйәләнеп илаулап йөрөгән, Бибигөл ҡапыл билен тотто ,карауатына барып хәл алырға булды, баяғы ауыртыныу көсәйгәндән-көсәйҙе, ҡысҡырыуға икенсе ҡаттан Вәхит тиҙ генә йүгереп төшөп машинаһын ҡабыҙҙы. Ҡултыҡлап ҡатынын дауаханаға алып инеүе булды,табиптар: ”Ваҡыты еткән”, -тип йүгерешә башланылар. Ирҙе кире тышҡа сығарып ебәрҙеләр. Атай кеше түҙмәй бер-бер артлы тәмәкеһен тоҡандырҙы. Күптә үтмәй ишектә аҡ халатлы медсестра ҡыҙ күренде лә фамилиялап Вәхитте саҡырҙы: ”Һөйөнсө ағай! Ҡап-ҡара сәсле, ҡыҙығыҙ тыуҙы!”-тип йылмайҙы...
Фото интернеттан алынды.