Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
30 Апреля 2022, 15:05

Йәнбикә, йәки әжәлдәрең етһә (Аҙағы)

– Атаҡ, олатай,... ней... көтә тигәйнең дә... – Көтәләр. Ана улар... – Сәмерхан хәлһеҙ ҡулын күтәрә бирҙе лә, ярамағанлыған иҫенә төшөрөп, эйәге менән түбән осҡа ымланы. Унда киске ҡояш нурында ҡыҙғылт булып ялтырап, ярым айҙар күренә ине. Зыярат... Фәрит уңайһыҙланып көрһөндө, ғәйепле кешеләй урынында тапанды...

Сәмерхандың уйҙары Үлмәҫбикәгә күскәйне. Ауыл халҡы һынап ҡарап, тамам үҙ иткәйне уңған ҡатынды. Сәмерхандың ҡалала йәшәргә теләп тә, Йәнбикәнең һүҙен йыға алмай ғына ауылда йәшәргә мәжбүр булыуын белгәс, уның бар уйы ирен ҡалаға күсереүгә бәйләнде. Сәмерхан ҡаршы түгел ине түгеллеккә, ләкин шап-шаҡтай донъяһын, яңы өйөн ташлап, билдәһеҙлеккә сығып китеүгә шикләнеп ҡараны. Кем һине ҡолас йәйеп, фатир әҙерләп тора. Ә ул арала өлгөр ҡатын ҡайҙандыр Ҡайынлыла бер бисәгә йортҡа ингән ирҙең Стәрлелә фатиры барлығын белеп ҡалған. Нисек итһә итте, үҙҙәренең дүрт бүлмәле ҙур өйөн ике бүлмәле фатирға алмаштырыуға өлгәште. Етмәгәнен өҫтәп, мал-тыуар, ҡош-ҡортто һатҡан аҡса менән түләнеләр.

Шулай итеп, Йәнбикәнең вафатына йыл ярым үттеме-юҡмы, икенсе ҡатынлы һәм ҡала кешеһе булып китте Сәмерхан. Зарланырлыҡ йәшәмәне улар. Тик тәүге мәлдә үҙе өсөн өҙөлөп торған ҡатынының, йәшәй-йәшәй мыжыҡланып, үҙ һүҙен генә һүҙ итергә тырышып еңмешләнеүе ирҙең намыҫына тейә, бәҫен төшөрә барҙы.

– Һинең балаларың хаҡына үҙемдекеләрҙе ташланым, бар ғүмеремде һеҙгә, Зәйтүнә менән Тимурға арнаным (ул Тимерханды бер ҡасан да ысын исеме менән атаманы, йәнәһе, хәҙерге заманда ниндәй Тимерхан ти ул, үҙ исемебеҙ ҙә ҡатлы-ҡатлы моҡ заманғы булыуы етмәгәнме), – тип, әленән-әле иҫкә төшөрөп, игәп тороуы ирҙе екһендерҙе. Киреһенсә, был хаҡта иҫкәртмәһә, Сәмерхан бисәһенең ҡәҙерен нығыраҡ белер, изгелеген онотмаҫ ине, тик Үлмәҫбикәнең яҡшылығы өсөн хаҡ талап иткән кеүек ҡыланыуы күңелен ҡайтарҙы. Әйтәһе түгел, һүҙ тигеҙмәй, үҙ балаларылай күреп тәрбиәләне. Зәйтүнәһе иҫ белгәс, «апай» тип, улы сабый сағынан «әсәй» тип өйрәнгәс, үҙ әсәһе түгел икәнен белгәс тә, ҡарашын үҙгәртмәне, әсәй тип өҙөлөп торҙо. Балаларының бәхете өсөн ата кеше Үлмәҫбикәгә бар йөрәктән рәхмәтле. Шул арҡала ғына үҙәген өҙгән мәлдәрҙә лә ҡаты һүҙ әйтә, яман ҡарай алманы Үлмәҫбикәгә. Әммә тамаҡ туҡлыҡтан, өй таҙалыҡтан, етеш тормоштан, балалар шатлығынан да өҫтөн рухи яҡынлыҡ, уртаҡ тойғолар бар икәнлегенә төшөнә барҙы. Ошо инаныу уны Үлмәҫбикәнән алыҫайтып, әллә ҡасан үткәндәрҙә ҡалған Йәнбикәһен йышыраҡ иҫенә төшөрҙө, онотолған хистәр ҡуҙғыны, терелә алмаҫлыҡ итеп баҫтырылған һөйөү осҡоно быҫҡып-быҫҡып, киренән тоҡанды һәм оло һағыш-үкенескә әйләнде.

* * *

Сәмерхан ҡарттың уйын юлдашы бүлде.

– Кемгә төбәп ҡайтаһың, олатай, ҡаршы алыр кешең бармы?

Бәй, уйланып, Ҡайынлыға килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалғанда баһа. Тыуған ауылына ата-әсәһен ерләшергә генә ҡайтып уранылар, хәҙер һуңғы килеүенә лә туғыҙ-ун йыллап барҙыр. Ҡайынлы тағы ҙурайған, төҙөкләнгән. Элекке кеүек кесерткән, алабута баҫҡан тыҡрыҡ юҡ. Бөтөн ерҙә йәшеллек, аллы-гөллөгә буялған ҡапҡа-ҡойма, тәҙрә ҡапҡастары. Еңел машиналар байтаҡ күренә.

Һоҡланыулы-хәсрәтле ҡарашын тәҙрәнән алмай, көттөрөп яуап бирҙе:

– Атай-әсәй көтә.

Фәрит һыҙғырып ебәрҙе.

– Бәхетлеһең һин, Сәмерхан бабай. Ошо йәшендә лә ата-әсәйле булып, көтөп торғас.

– Эйе-е, бәхетлемен, – тип һуҙҙы Сәмерхан, уйҙары солғанышынан сыға алмай.

Икенсе урамға боролоп, магазин ҡырынан өҫкә күтәрелделәр. Осраған ир-ат баш ҡағып, әбей-һәбей маңлайына ҡулын ҡуйып ҡарап ҡала. Әллә сырамыталар, әллә юҡ. Әммә ауылдың яҙылмаған ҡануны буйынса, береһе лә һаулыҡ һорашмай үтмәй, һул яҡлап урам осондараҡ тәпәшәк, ләкин ҙур ғына йорт янына туҡтанылар. Тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡта ҡатылған, ҡапҡа алдын, баҡсаны әрем, кесерткән, һап-һары бәпембә баҫҡан. Ишеген асып, бабайға машинанан төшөргә ярҙамлашҡан Фәрит, был сәйер күренешкә аптырап, һораулы ҡарашын Сәмерханға төбәне.

– Атаҡ, олатай,... ней... көтә тигәйнең дә...

– Көтәләр. Ана улар... – Сәмерхан хәлһеҙ ҡулын күтәрә бирҙе лә, ярамағанлыған иҫенә төшөрөп, эйәге менән түбән осҡа ымланы. Унда киске ҡояш нурында ҡыҙғылт булып ялтырап, ярым айҙар күренә ине. Зыярат... Фәрит уңайһыҙланып көрһөндө, ғәйепле кешеләй урынында тапанды.

– Тамаҡ ялғап кит, улым. Сумкала бөтөн нәмә бар, ҡайнар сәй ҙә термоста. Яҡын ер түгел бит, – тине ҡарт күршеһенә. – Бынауында, йәшел сирәмдә ултырып, бер сәй эсеп алайыҡ әле. Ҡабат әллә яҙа улайтып ирәүәнләнеп бәпкә үләнендә ултырыу, әллә юҡ. Бер Хоҙай Тәғәлә ҡулында.

– Ә һин ҡалаһыңмы ни, олатай? – Фәрит ни эшләргә белмәй аптыранды. – Ҡасан ҡайтаһың? Әйткән көнөңдә килеп алырмын.

Сәмерхан һыҙлаған аяҡтарын көс-хәл менән бөкләп, ҡуйы үләнгә сүгәләне, йомшаҡ сирәмде һыйпап-ҡапшап ҡараны.

– Бабай булып йөрөлә шул, – тине ул үкенгәндәй итеп. – Ә бит миңә, улым, алтмыш йәш тә юҡ. Һаулығың булмаһа, тәнең дә ҡартая, йәшәүҙең дә йәме китә икән. – Бер аҙ шымып, тирә-яҡты хәсрәтле ҡарашы менән байҡап алғас, дауам итте. – Ҡалам, Фәрит улым, шуның өсөн дә ҡайттым да баһа. Ҡабат Стәрлегә барып тормам, ахыры... Кәкүк тә... – Һүҙен әйтеп бөтмәне. Ирендәре ҡалтырап китте... Тамағына төйөлгән әсе төйөрҙө йотҡас, шулай тип өҫтәне: – Килерһең, улым, йәме. Ике көндән... Үлмәҫбикә инәйеңде алып килерһең...

Тамам.

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас