Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева.
Йәнбикә, йәки әжәлдәрең етһә...
- Әбей, – тине Сәмерхан, кухняла ҡыштыр-ҡыштыр нимәлер эшләп йөрөгән Үлмәҫбикә ишетһен өсөн, тауышын күтәрә биреберәк. – Әбей!
– Ни булды? – тегеһе бабай эргәһенә сыҡманы, әммә ҡыштырҙауын ҡуйып торҙо.
– Әллә, мәйтәм, ауылға ҡайтып киләйекме?
Был хәбәрҙән һуң Үлмәҫбикә, итәгендәге алъяпҡысына ҡулын һөртә-һөртә, ҡарты яғына сыҡты.
– Бынағайыш, иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ, – тине ул көттөрөп кенә. – Кемгә төбәп ҡайтмаҡсыһың? Уттай ҡыҙыу эш мәлендә кем һине ҡолас йәйеп көтөп тора?
Ҡарты өндәшмәне.
– Әллә туйға килгәндә берәйһе саҡырып ҡайтҡайнымы?
Әбейенең үҙенә төбәлгән үткер ҡарашынан Сәмерхан кесерәйеп ҡалғандай тойолдо.
– Юҡ та. Хәлемде үҙең күреп тораһың, бөгөн былай, иртәгә... кем белә. Йәшәгән саҡлы йәшәп булмаҫ. Ҡунаҡҡа түгел, ҡайтып күреп кенә килһәк тигәйнем.
– Теләһәң нишлә, мин бармайым. Инде мин йәш түгел, анауынсама ергә барып, көнөндә урап ҡайтырға. – Үлмәҫбикә үпкәләгәнен белдерергә тырышып, бәлки, Сәмерханды уйынан дүндерергә теләптер, ҡаты баҫып кухняһына ыңғайланы.
– Әләйһәң, Фәрит күренһә, өндәшсәле, инеп сыҡһын.
Сәмерхан, өй йылы булыуға ҡарамаҫтан, юрғанын рәтләп ябынды. Йәйҙең матур көнөндә ошолай кеше көнлө булып ятыуына эсе бошто. Юғалтҡан һаулығын кире ҡайтара алмаҫын белә, йүнәлергә өмөт тә итмәй. Ярай әле, мәлендә шуны аңлап, ҡыҙының туйын үткәреп ҡалды. Үлһә лә үкенмәҫ ине лә, бынау малайы йәлке. Атаһы барҙа башлы-күҙле була алмай ҡала. Әрмеһенән имен-аман йөрөп ҡайтһа, егет кеше бирешмәҫ тә ул. Институттың ике курсын бөтөрөп китте, ҡайтҡас, Алла бирһә, тамамлап, ҡулына һөнәр алһа, ҡайҙа барһа ла юғалмаҫ.
Өфөлә дауаханала ятып, ауырыуынан төҙәлеп булмаҫын белеп ҡайтҡас та, туйҙы үҙе ҡабаландырҙы Сәмерхан. Былай, йәй башына тип уйлап торалар ине. Майҙа өйләнешеү тыйыла, ә йәйгә хәтлем хөртәйеп китһәм, минең файҙам теймәҫ, рәтем барҙа үткәреп ҡалайыҡ, тип, апрелдә үк Зәйтүнәһен кейәүгә биреп ебәрҙе. Күптән таныш, осрашып-күрешеп йөрөгән буласаҡ ҡоҙаһы Сәмерхандың хәленә инде. Ашыҡтырып дөрөҫ эшләгән, әле бына йәйҙең башы ғына, ә ул түшәгенән дә саҡ-саҡ тора бит.
Туйҙа телен тыймай, әҙерәк артыҡ ысҡындырып ебәргәйне, әле бына әбейе шуға кәксәйеңкерәп йөрөй.
...Йәштәрҙе тәбрикләп, бүләк һалғанда, ҡайһылыр ҡоҙа:
– Бай булығыҙ, бар булығыҙ. Теләгән нәмәгеҙ алдығыҙға килеп торһон, – тип башлағайны, ҡыҙмаса Сәмерхан ултырған еренән рюмкаһын күтәреп:
– Һай, ҡоҙа, әйттең һүҙ, байлыҡ – ул бер айлыҡ, мөхәббәттәре булһын. Ошондай ҙа матур тормошта йәнең теләгәнен менән һөйөп-һөйөлөп йәшәүҙәргә ни етә! – тип ҡысҡырҙы ла:
– Их, йәшәй белер инем дә ул, йәшлек кенәм үтеп киткән. Үкенесе генә ғүмергә етерлек... – тип, йәшкәҙәгән күҙҙәрен еңе менән һыпырып, араҡыһын төп күтәреп ҡуйҙы.
– Башланы инде, хәҙер йырлайһың ғына ҡалды. – Үлмәҫбикә торорға ынтылған ҡартының салғыйынан тартып, урынына ултыртты. – Ҡартая белмәгән ҡарт ишәк! – Үҙе ҡысҡырып көлдө. Матур көлә ҡәһәрең, алтмышты үтһә лә, төҫ ташламай, һөйкөмлө генә олоғайып бара.
Табындағылар йылмайышты.
– Ә ниңә, йырлармын да шул, – тине ҡарты киреләнеп.
– Әтеү, ҡоҙа, йырла, йырла әйҙә.
– Тартынма, туйҙа ла йырламағас.
– Һин ниндәй ҡарт, ти, самый егет сағың. Йәле, йә, – тип дәртләндерҙеләр.
Сәмерхан инәлтеп торманы. Әкрен генә башланған йыр, тора-бара һәммәһен дә тетрәндереп, бар бүлмәне һағышҡа сорнаны.
– Биргәс, бирә икән Хоҙай моңдо, – тиеште ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар.
...Әжәлдәрен етһә, әйт үҙемә,
Йәнбикә, Йәнбикә,
Һинең өсөн үҙем үлермен...
Ошо йырҙы ғәфү итә алмай Үлмәҫбикә. Башҡа йырламам, тип һүҙ бирһә лә, мәле етеп, башына сыҡтымы, әйткән тәүбәһе онотола ла ҡуя. Зиһенендә тик бер генә йыр, бер генә исем – Йәнбикә...
Йырлап бөткәс, күҙҙәре мөлдөрәмә йәшкә мансылған ҡыҙын ҡосаҡланы:
– Ғәфү ит мин иҫәрҙе, балам, байрамыңдың йәмен ебәрҙем...
– Юҡ, атай, киреһенсә, әсәйем дә беҙҙең менән бер табында ултыралыр төҫлө тойолоп китте. Рәхмәт һиңә...
Табын бер мәлгә генә шымып ҡалды ла, үҙ яйы менән гөрләп-шаулап дауам итте...
* * *
– Нимәгә саҡырғайның, олатай? – Бабайҙың ҡаҡса тарамыш ҡулын ҡыҫып күрешкәс, Фәрит ҡаршылағы креслоға ултырҙы.
– Йомош бар ине, улым. Бөгөн-иртәгәләре буш булмайһыңмы?
Күршеһе саҡ ҡына уйланды.
– Бушмын, шикелле.
– Әләйһәң, бик яҡшы. Мине Ҡайынлыға алып барсәле. Имгәк тимәһәң...
– Ҡайынлыға уҡмы ни! – Фәрит һыҙғырып ебәрҙе. Сәмерхан уға үҙенең районы, ауылы хаҡында йыш һөйләй, Фәрит ихлас тыңлай, хатта күп кешеләрен белә лә төҫлө.
– Бик алыҫ бит әле ул Ҡайынлы. Йомошоң оҙаҡмы?
– Юҡ, юҡ, көнөнә әйләнерһең.
– Ярай, ҡасаныраҡ ҡуҙғалырға һуң?
– һинең ваҡытыңа ҡарап, Фәрит улым. Миңә ҡалһа, хәҙер осорҙай булып ятам.
– Һөйләштек, олатай, ҡайтып сәй эсеп киләйем дә. Һин дә тамаҡ ялғап, әҙерләнеп кенә тор. Юл хәлен белмәҫһең, яҡын ара түгел бит.
Сығырға ыңғайлаған күршеһенә Сәмерхан яҫтыҡ аҫтынан алып аҡса һондо.
– Бензиндан ҡалғанына юлға ваҡ-төйәк алырһың. Минең тамаҡ артынан йөрөрлөк рәт самалы...
Фәрит әйләнеп килеүгә ул әбейе әҙерләп биргән ҡоротло һурпаны эсеп, аҙ-маҙ әйберен сумкаға тултырып ҡуйғайны. Күршеһе уның эре һөйәкле, әммә һуңғы ай эсендә генә ите төшөп, шау һөйәккә ҡалып барған еңел кәүҙәһен бишенсе ҡаттан күтәреп тигәндәй төшөрҙө. Подъезд ишеге төбөндә Үлмәҫбикә әллә үпкәләп, әллә борсолоп, китеүселәрҙең артынан байтаҡ ҡарап торҙо.
Дүрт сәғәт тирәһе асфальттан елдереп кенә барҙылар. Шофёр эргәһендә һин дә мин тирә-йүнде байҡап килгән Сәмерхан, оло юлдан ҡайырылып, шоссеға төшөп, һелкетә башлағас, машинаны туҡтатты.
– Артҡы урында терәлеберәк барайым әле. Эс-бауырым өҙөлә.
– Арып киткәнһеңдер, бабай, әйҙә, әҙерәк ял итеп алайыҡ.
Машинанан сығып, кирелеп-һуҙылып алғас, Фәрит ҡырҙараҡ бормаланып аҡҡан йылғаға йүнәлде. Сәмерхан да ҡатҡан һөйәктәрен яҙырға уйланы.
– Эй, ҡарт тәре, ҡарт тәре. Майланмаған арба күсәре кеүек шығырҙай был һөйәктәр, улар ҙа ҡартая икән. Һәр ҡыбырлауың һыҙландыра, ҡәһәрең. – Ул йылғаға төшөргә хәле етмәҫен тойоп, «Жигу-ли»ға һөйәлде.
* * *
Һай, матур ҙа һун уның тыуған төйәге! Йәшел ыуыҙ япраҡлы ҡайындары, тәүге сабыйын ҡулына алып һөйөнгән әсәләй, һутҡа тулышҡан кәүҙәләрен оялсан йәшереп, селтер-селтер сер һөйләй. Туғайҙары һап-һары бәпембә, күкшел умырзая менән кәкүк сәскәһенән биҙәнеп тә өлгөргән. Үлмәҫбикәнең ауыҙ һыуы ҡоротоп маҡтаған төрөк балаҫтарың ары торһон. Ә һауаһы һуң, һауаһы! Һуңғы егерме йылдан ашыу ҡала төтөнөн еҫкәп, тыуған яҡ һауаһының сафлығын онотоп та ебәргән икән. Йылға буйына һарылып үҫкән муйыл, ҡарағат сәскәләре, йәм-йәшел япраҡ, дымҡыл тупраҡ еҫе бергә ҡушылып, тәнгә сихәт, йәнгә йәннәт өҫтәрлек тере һыумы ни! Күҙгә күренмәй генә ҡоштар сутылдай, һабантурғай менән беснәк ярышмаҡ була, ахыры. Һиҫкәндереп, яҡында ғына кәкүк моңайып ҡуйҙы.
– Кәк-күк, кәк-күк...
Инде генә уның саҡырыуын һанарға әҙерләнгән Сәмерхан, ике генә ауазды ишетеп, тертләп китте.
– Ике йылмы, ике аймы, әллә ике генә көнмө, рәхмәт төшкөрө?
Был уйҙан зиһене тарҡалып, аяҡ быуындары йомшарып, тотона-тотона саҡ машинаға инеп ултырҙы.
– Үәт, шайтаның, икәү генә тигәнсәле, – тип һөйләнде үҙе.
Саф йылға һыуында сайынып, күңеле күтәрелеп, тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып, дәртле баҫып Фәрит килеп етте.
– Ҡуҙғалдыҡмы, олатай? Эй, донъяның матурлығы! Көнө ниндәй бит әле, көнө!
Кәкүк саҡырыуынан йөрәгенә шом төшкән Сәмерхандың тирә-яҡ гүзәллеге хаҡында гәпләшергә теләге юҡ ине лә, яуапһыҙ ҡалыуҙы килештермәйенсә:
– Әйтмә лә, улым, ожмахың ары торһон, – тип егетте йөпләп ҡуйҙы. Ҡуҙғалып киткәс, сумкаһына башын терәп, янтайып ятты. Кәкүк тауышы... Тиккә түгелдер был ике генә саҡырыу... Теге ваҡытта ла, бынан егерме йыл әүәлерәк, ошондай уҡ сихри иртә ине бит...
* * *
Башҡа көндө йоҡоһон туйҙырып, кәләше эшен теүәлләп, сәйе әҙер булғас ҡына тора ине Сәмерхан. Бөгөн, ниңәлер, уянды да, өйҙәге тынлыҡты тыңлап ятты. Эргәһендәге бәләкәй карауатта ҡыҙы Зәйтүнә йоҡлай. Ике ҡулын да баш аҫтына һалып, бөгәрләнеп кенә ятҡан. Иртән һалҡынайта шул. Сәмерхан тороп, ҡыҙының юрғанын рәтләп япты, арҡаһынан тупылдатып яратты. Сибәр булып үҫеп килеүсе ҡыҙына матур төштәр күренәлер, күрәһең, йылмайып ҡына йоҡлай. Кескенә улы икенсе бүлмәлә әсәһе менән. Сабыйын күргеһе килеү теләген баҫып, уятып ҡуйыуҙан ҡурҡып, Сәмерхан тышҡа сыҡты.
Икмәккә генә яғып ашарлыҡ хуш еҫле ауыл иртәһе. Сут-сут сыйырсыҡ һайрай, кәкүге лә кемдеңдер ғүмерен һанап маташа. Йомошон үтәп, өйөнә ыңғайлаған Сәмерханды күрше ихатанан килгән тауыш туҡтатты.
– Ҡәһәр төшкөрө, кит бар, кит!
Ул ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, ҡойма аша күҙ һалды.
– Шәпме, инәй, нимә таң тишегенән һуҡранып йөрөйһөң? Кемдең тетмәһен тетәһең?
– Шәп кенәме, Сәмерхан улым. Әй әттәгенәһе, бынау кәкүкте ҡыуам. Ҡороғоро, нисәмә көн минең талыма ҡунып, күкелдәп тик ултыра.
– Ҡуйсәле, инәй, ошондай матур көндөң йәмен ебәреп, әрләмәсәле. Ҡысҡыраһы килгәс, әйҙә, ҡысҡырһын, ни зыяны тейә...
Әстәғәфирулла тәүбә, тьфү-тьфү, ана урманына китеп саҡырһын. Йорт тирәһендә күкелдәһә, яман була ул, улым. Аллам һаҡлаһын, бала-саға, күрше-күләнгә һаулыҡ бирһен. Көш-көш, үҙ башыңа саҡыр, мәлғүн.
Әбей ерҙән сыбыҡ-сабыҡ алып, талға һуҡҡыланы, хатта кескәй таш сүпләп, ағас араһында күренмәй генә зарыҡҡан ҡошҡа сәйләп тә алды.
Әбейҙең хөрәфәтенән йылмайып инеп барған Сәмерханды күрше инәй йәнә туҡтатты.
– Көтөү китергә лә ыуахыт, нимә һыйырығыҙ баҡырып тик тора, килен йоҡлап ҡалмағандыр?
– Юҡтыр, һауып ултыралыр.
– Һауһа, баҡырмаҫ ине. Бар әле, байҡа. Йәш саҡта йоҡонан тәмле нәмә булмай. Етмәһә, йәш бала менән йонсоп, һуң ятһа, көтөүгә һуңлап та ҡалыр.
Сәмерхан гөбөрҙәтеп һыйыр һауған кәләшен күрергә өмөтләнеп барһа ла, лапаҫ аҫтында береһе көйшәнеп ятҡан, икенсеһе ҡапҡа бағанаһына арҡаһы менән ышҡынып, баҡырып торған һыйырҙарҙан башҡа йән эйәһе юҡ ине. Шундай саф, сағыу иртәнең йәмен ебәреп һөйләнгән күрше әбейгә лә, кеше бимазалап, һыйырын баҡыртып ҡуйған бисәһенә лә асыуы килде уның.
– Эй, тор, көтөү китә, һуңлайһың бит, – тине ул бәпесен ҡосаҡлап, бер нәмә белмәй йоҡлап ятҡан Йәнбикәгә. Ҡатыны ҡымшанманы. – Үлек кеүек йоҡлайһың. Әйтерһең, эш ҡыйратып йөрөйһөң. Тор! – Сәмерхан ҡатынының беләгенә ҡағылды ла, нисек итеп ҡулын тартып алғанын да һиҙмәй ҡалды. Йәнбикәнең тәне боҙҙай һалҡын ине.
– Йәнбикә, Йәнбикә, ни булды? – тип асырғаланып ҡысҡырып ебәрҙе. Тауышҡа сабый уянып, иларға тотондо. Ир ике ҡуллап ҡатынын үҙенә әйләндерҙе. Күҙҙәре асыҡ ине Йәнбикәнең. Уларҙа әйтеп аңлата алмаҫлыҡ әрнеү һәм һыҙланыу күреп, Сәмерхан тетрәнде. Гүр һалҡыны кергән кәүҙәнән сирҡанғандай, йәһәт кенә улын ҡулына күтәрҙе. – Сеү, улым, илама, әсәйең... -Үҙе, күҙенә эркелгән йәшен йотоп, тышҡа йүгереп сыҡты.
– Инәй, инәй, Йәнбикә киленең үлеп киткән бит! – Йән өҙгөс был хәбәрҙән ҡарсыҡ саҡ һушынан яҙманы.
– Гонаһ шомлоғо, бынау кәкүкте әйтәм, килә лә ошонда күкелдәй, килә лә ошонда күкелдәй. Башҡа ер бөткәндер уға. Юҡҡа түгелдер, үҙемдең вафатымалыр тигәйнем... Ни өсөн ул йәш киленгә... – Әбей илай-һыҡтай һөйләнеп, күрше-тирәгә хәбәр итергә йүгергеләне.
Шулай көтмәгәндә китеп барҙы уның Йәнбикәһе, һигеҙ йәшлек ҡыҙын, өс айы яңы тулып уҙған улын, утыҙ бише менән генә барған ирен ҡалдырып, мәңгелек йортона күсте. Сабыйҙан һуң мандый алманы шул, тип уйланы аҙаҡ Сәмерхан. Ә ҡатынының үлеменә тиклем ул хаҡта ике ятып бер төшөнә лә инмәне. Юғиһә, гел һөйләнеп йөрөнө лә баһа мәрхүмә.
– Бөйөрҙәрем ауырта, роддомда даулағайнылар ҙа ул, берәр айҙан тағы ятып нығынып алырға ҡуштылар. Әллә барайыммы ? – тигәйне.
– Эй, һинең ауырыуың бөтмәҫ. Сөскөрһәң дә балнис, йүткерһәң дә балнис. Әллә ниндәй сырхау бисәгә тап булынды, – тип көлкөгә һабыштырҙы ла ҡуйҙы шул. Дөрөҫөрәге, Сәмерхан ҡатынынан айырылғыһы килмәне. Йөклө сағында бик ауыр, ыҙаланып йөрөнө, бер нисә рәт дауаханала ятты. Бәпәйләгәс тә тиҙ генә сығарманылар. Бүтән бисәләр аҙна үтер-үтмәҫтән ҡайтып килә, ә был айға яҡын балнис койкаһында аунаны.
Инде баланың ҡырҡы тулып, һин дә мин әҙәмсә йәшәй башлағас ҡына тағы ебәргеһе килмәне. Йәш саҡ – дәртле саҡ, кәләшенең һутлы ирендәре, йәш, тығыҙ тәне бик танһыҡ ине әле. Ыңһарлай-ыңһарлай йөрөнө лә, ҡабатлап дауахана тип ауыҙ асманы Йәнбикә. Ҡарап тороуға бынамын тигән үҙе: төҫ тиһәң – төҫө, бәпәйҙән һуң тулыланыбыраҡ киткән кәүҙәһе, балаларса ихлас, алсаҡ ҡарашы... Кем уйлаған шулай кинәт кенә көнө бөтөрөн...
Төндә сабыйын имеҙеп ятҡан еренән иренә тауыш итте:
– Сәмерхан, эҫе генә сәй яһап бир сәле.
Тәмле йоҡоһон бүлдергәнгә уныһының шул ҡәҙәр асыуы килде:
– Көнө буйы йомошауың етмәгән, инде төн ҡалдымы? Хәҙер ете төн уртаһында һиңә сәй ҡайнатып йөрөрмөн, – тип бурылданы.
– Улайһа, һыу ғына бир, тамағым кипте.
– Таптың ялсыны, – тине Сәмерхан әсенеп, – һин бәпәй ҡосаҡлап ят, ә мин һиңә һыу ташырға тейеш.
Ярай әле шул саҡ боролоп ятмаған, бүлмәһенән сығып, сүмес тултырып һыу килтерҙе. Йәнбикәһе башын ҡалҡытып, бер-ике йотом ғына уртланы ла, әллә нисек йәлләнес итеп ҡарап:
– Рәхмәт, өҫтәлгә ҡуй, кәрәкһә, ынтылып алырмын, һине борсоп тормам, – тине. Карауат башындағы стенала элеүле төнгө лампаның һүрән яҡтыһында йөҙҙәре ап-аҡ булып күренгән ҡатыны менән улына күҙ ташлағас, Сәмерхан, эйелеп, сабыйҙың маңлайынан үпте лә, үҙ яғына сыҡты. Бала мыжып йоҡо бирмәгәс, ошо бүлмәлә айырым ята башлағайны Йәнбикә. Бәлки, төн йоҡоһо бирмәйһегеҙ, тип һөйләнгән иренән дә ҡасҡандыр, бахыр. Тамсы һыу ҙа бирә алмаһа, ғүмерлеккә ҡалыр ине үкенесе. Хәйер, хәҙер ҙә үкенә лә бит, мәлендә дауаланһа, һауығып та китер ине кәләше. Бөйөрҙәре эшләүҙән туҡтаған, тинеләр. Йөрәктән үлеүҙәре билдәле, бөйөрҙән дә әҙәм үлә икән, тип аптыраны Сәмерхан.
Ни өсөн кеше яҡынының ҡәҙерен юғалтҡас ҡына аңлай һуң?
Шаңҡыған балыҡ хәлендә йөрөп, мәрхүмәнең өсөн, етеһен уҡытып, туған-тыумаса, күрше-күлән ҡайнап торғанға ғына беленмәгән, көндөң ҡайһылай үткәне лә һиҙелмәгән. Бала ҡулдан-ҡулға тапшырылды, барлығы ла тойолманы. Аят уҡытылып, һәммәһе таралғас башланды ла инде донъяның ыҙаһы.
Сәмерхандың әсәһе баланы бағыуҙан баш тартты.
– Килеп ҡараштырып, ашатып йөрөрмөн, әммә үҙемә ала алмайым. Үҙ хәлем үҙемә саҡ, – тине.
Ә Йәнбикәнең икенсе районда йәшәгән әсәһе ысынлап та үҙе кеше көнлө, хәжәтенән башҡа тышҡа ла сыға алмай ине.
Әҙәм ниндәй генә кәңәш бирмәһен, Сәмерхан балаларын хөкүмәт йортона тапшырыу хаҡында уйламаны ла. Медпункттан сабый өсөн аҙығын биреп торалар, ҡыҙы ҡул араһына инә башланы, көнө буйы ҡустыһын ҡарай. Тик төндә генә мәшәҡәт. Тороп һыу ҡайнатаһы, һөт йылытаһы, сабыйҙың аҫтын алыштыраһы бар. Был ҡатын-ҡыҙ нисек түҙә икән, йоҡоң – йоҡо түгел, арыуҙың сигенә сығаһың. Йонсота, көноҙон күҙ йомола яҙып йөрөйһөң. Бер нәмә белмәй, төнө буйы уянмай йоҡлаған саҡтарына ышанмай ҙа хатта Сәмерхан. Арыуы күңел яңғыҙлығына, Йәнбикәһен юҡһыныуға ҡушылып, йәнен әрнетә, йөрәген һыҙлата...
Келтерҙәп кенә барған тормош арбаһы, Йәнбикәнең вафатынан һуң, ҡапыл кирегә тәгәрәп киткәндәй булды. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Тәүҙә ҡайныһы, күп тә үтмәй ҡәйнәһе үлеп китте. Өлкән кешеләр ине улар, кем әйтмешләй, ашарын ашаған, йәшәрен йәшәгән. Ғаиләлә кесе ҡыҙ ине Йәнбикә. Әллә кинйәкәйҙәренең үлемен шулай ауыр кисерҙеләрме, бер-бер артлы фани донъянан китеп барҙылар. Бәхетле ата-әсәнең һөйөклө ҡыҙы Йәнбикә... Тәүге балалары тыуа тора, үлә тора. Алты-ете баланы һаҡлап ҡала алмағас, өмөтөн өҙгән ир менән ҡатын алыҫта йәшәгән күрәҙәсегә юл тота. Теге уларҙың аһ-зарын тыңлағас, оҙаҡ итеп доға ҡыла, бетеү тегеп бирә һәм, сабыйҙары тыуһа, хикмәтле исемдәр ҡушырға бойора. Йыл үтә, улдары Ғоморҙаҡ, ҡыҙҙары Үлмәҫбикә менән Йәнбикә тыуа. Сабыйым тере ҡалһа, бер ауыҙ ауыр һүҙ әйтмәҫ инем, тип теләгән ата-әсә балаларын өф итеп кенә үҫтерә. Ғоморҙаҡтары институтта инженер һөнәре алып, Себергә эшкә ебәрелде. Онотҡанда бер ҡайтып күренә. Хәйер, танһыҡ күстәнәстәр килеп тора тороуын. Үлмәҫбикә эргәлә генә, Мәләүездә кейәүҙә, бухгалтер.
Дауамы бар.
Фото интернеттан алынды.