Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
22 Апреля 2022, 14:00

Әсәйгә етәме һуң?

Ҡыҙым бәләкәй саҡтан атаһын миңә ҡарағанда нығыраҡ яратты. Шулай инде, әсәйҙәр эшкә ҡуша бит. Мин дә Алинаны эшкә өйрәтеп үҫтермәксе булдым. Тик уның тыңлағыһы килмәне. Уйынсыҡтары, ҡайҙа уйнаһа, шунда ҡала. Мәктәпкә барғас, дәрес әҙерләтә алмай ыҙаланым. Асыулана башлаһам, ҡыҙ атаһы эргәһенә йүгерә. Ә тегенеһе бөтә нәмәне рөхсәт итә. Тауышланмаһын, ял итергә ҡамасауламаһын ғына. Балаға ла, миңә лә артыҡ иҫе китмәне иремдең, үҙен генә яратты. Тик ҡыҙға нисек аңлатаһың быны?

Добавить в предпочтительные источники Google
Әсәйгә етәме һуң?Әсәйгә етәме һуң?
Әсәйгә етәме һуң?

Алинаға ун өс йәш тулғанда ирем менән айырылыштыҡ. Ул башҡа ҡатынға сығып китте. Атаһының китеүендә ҡыҙым мине ғәйепләне. Өйҙө ҡарамағанмын, ашарға бешермәгәнмен. Талашҡанбыҙ, әрләшкәнбеҙ, атаһы шуға түҙә алмай ташлаған икән. Ҡыҙ теленә ни килә, шуны әйтеп, ҡысҡыра, туҡтай алмаҫ хәлгә етеп, һауыт-һабаны иҙәнгә ташлай башланы. Уның был ҡыланыштарына нисек сыҙағанмындыр, әле лә аптырайым. Ҡыҙ менән көндәр буйы һөйләшмәйбеҙ, ҡайта ла, үҙ бүлмәһенә бикләнә. Бер нисә тапҡыр өйҙән ҡасып китеп, атаһы янына барғыланы. Тик тегенеһе шунда уҡ ҡайтара ине. Сит ҡатын ҡосағында ятҡанда, уға проблема нимәгә кәрәк инде.

Мин уны ҡыҙ менән аралашыуҙан, осрашыуҙан тыйманым. Йылға бер-ике тапҡыр килеп күренә, ҡыҙҙың тыуған көнөндә бүләк алып килә ине. Шул ғына. Бында ла ҡыҙым мине ғәйепләне. Атаһына килергә рөхсәт итмәйем икән. Улай түгеллеген күпме генә әйтһәм дә, аңларға теләмәне. Мин--насар, атаһы яҡшы булып ҡалды.

Тора-бара Алина мине бөтөнләй тыңламай башланы, уҡыуы насарланды. Туғыҙынсы класты көс-хәл менән йырып сыҡҡас, ҙур тырышлыҡ менән яҡшы ғына колледжға индерҙем. Өсөнсө курсҡа еткәс, үҙенән дүрт йәшкә ҙурыраҡ егет менән осраша башланы. Шунан башланды инде уҡыуҙы ҡалдырыуҙар, өйгә һуңлап ҡайтыуҙар. Минең һүҙҙе ҡолағына ла элмәне, тормошона ҡыҫылмаҫҡа ҡушты. Нисек ҡыҫылмайым инде? Ҡыҙым бит ул минең. Ун һигеҙе яңы ғына тулды бит әле. Уны хаталарҙан һаҡлау--минең бурысым.

Егетенең кем икәнен дә белештем: бер ҡайҙа ла уҡымай, яҡшылап эшләмәй ҙә икән. Әсәһе эсергә ярата, ти. Баламдың шундай егет менән осрашып йөрөүенә нисек риза булайым. Бөтөн тормошон боҙасаҡ бит ул уның. Алинаға аңлатырға тырышһам да, ҡысҡырып көлдө генә. Үҙем беләм, өйрәтмә мине, һәйбәт егет ул, тине. Ә бер көндө йөрөгән нәмәһен өйгә үк алып ҡайтты. Әсәй, таныш бул, был--Роберт. Беҙ бында, минең бүлмәлә йәшәйәсәкбеҙ, тине.

Шул ғына етмәгән. Егетен ҡыуып сығарҙым. Ҡыҙ аҡырҙы, туҙынды, унан кейем-һалымын алды ла: "Үҙ тормошоңдо емерҙең, хәҙер минекен боҙорға уйлайһыңмы? Ҡыҫылма миңә!" --тип, ишекте шарт ябып сығып китте. Нисек кенә туҡтатырға теләһәм дә, булманы.

Шул китеүенән Алина юҡҡа сыҡты. Шылтыратам, телефонын алмай. Унан бөтөнләй һүндереп ҡуйҙы. Иптәштәре лә ҡайҙа икәнен белмәйҙәр. Ҡайғынан төн йоҡоларым ҡасты. Полицияла ғариза алып ҡалһалар ҙа, эҙләргә ашыҡманылар. Инде ҡайҙарға барайым, ҡайҙан эҙләйем тигәндә, таныш түгел номерҙан ҡыҙым үҙе шылтыратты. Иҫән-һау икәнлеген, барыһы ла яҡшы булыуын әйтте. Эҙләмә, үҙ тормошом менән, үҙемсә йәшәргә теләйем, тине. Йөрәгем әрнеһә лә, иҫәнлеген белгәс, бер аҙ тынысландым.
Шулай айға бер, йә ике шылтыратып, иҫәнлеген белдерә ине ҡыҙым. Хәлен, тормошон һораша башлаһам, телефонын һүндерә.

Йылға яҡын ваҡыт үтте. Бер көндө ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Барып асһам, ябығып, һурылып киткән ҡыҙым тора. Ҡулында иҫке генә юрғанға төрөлгән бала. Алина, күҙҙәрен аҫҡа ҡарап: "Кире индерәһеңме?"-- тине. Нисек индермәйем инде баламды. Яңынан бергә йәшәп киттек. Тәүҙә бер нимә лә һорашманым. Асыуланып, тағы сығып китер, тип ҡурҡтым. Берәр айҙан барыһын да үҙе һөйләне. Роберттың икенсе ҡалала йәшәгән өләсәһендә торғандар икән. Әбейҙең пенсияһына, Роберттың унда-бында эшләп алған аҡсаһына йәшәгәндәр. Унан ҡыҙ ауырға ҡалған. Егете тәүҙә ҡыуанған һымаҡ булған, өйләнергә вәғәҙә иткән. Тик тора-бара уға йөклө ҡатын менән күңелһеҙ була башлаған. Элекке кеүек күңел асырға ла йөрөп булмай. Үҙенә генә барырға ҡыҙ рөхсәт итмәгән. Шунан тауыш сыҡҡан. Бала тыуғас, хәлдәр тағы ла ауырайған. Егет эшләргә атлығып тормаған, һаман күңел асып йөрөгән. Иҫереп ҡайтып ҡул күтәрә башлағас, ҡыҙ баланы алып сығып киткән. Юлға аҡсаны егеттең өләсәһе биргән, рәхмәт яуғыры.

Башта Алина атаһына ҡайта. Тик уныһы бер төн йоҡлата ла, әсәйеңә бар, тип сығарып ебәрә. Элек һыймағанды, балалы көйө кемгә кәрәк инде ул. "Һин, әсәй, дөрөҫ әйткәнһең. Нишләп тыңламағанмындыр. Ғәфү ит мине. Мине ысынлап яратыусы, ҡайғыртыусы берҙән-бер кеше һин икән"--ти хәҙер ҡыҙым.

Ҡайтҡандарына ярты йыллап ваҡыт уҙҙы. Алинаны алыштырып ҡуйғандай: өй эштәрендә лә булыша, балаһын да ҡарай. Уҡыуын дауам итергә лә теләге бар. Ауырлыҡтар аша үтеп булһа ла, ҡыҙымдың мине аңлауына һөйөнәм.
З.

Автор:Альфия Байзигитова