Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
19 Апреля 2022, 09:30

Әрһеҙҙеке донъя

- Уф, иң яратмағаным розалар. Әгәр булһа юрған, простыняларҙы икенсегә алмаштырып бир әле, - тип тағы ла бер ғәжәпләндерҙе Каринэ. Нәсимә уның әйткәндәренә бер аҙ йәне көйһә лә, шкафтан ромашка төшкәндәрен алып бирҙе. - Быныһы ярарлыҡ. - Аһа, рәхмәт! Каринэ әллә интонацияны аңламаны, әллә башын иҫәргә һалды, әллә әрһеҙләшә торғас, эт ҡайшына әйләнгән: - Ҡара әле, һинең яҫтығың минекенә ҡарағанда күпкә йомшағыраҡҡа оҡшап тора. Әйҙә алмашабыҙ. Ҡаты яҫтыҡ минең муйында һырҙар ҡалдырыр тип ҡурҡам... Тулыраҡ:

Әрһеҙҙеке донъя

Нәсимә менән Каринэ бөтөнләй көтмәгәндә танышты. Ҡыштың зәһәр һыуыҡ ваҡыты ине. Әсе һалҡында, эшенән ғәҙәттәге ваҡытынан күпкә һуңлап, тиҙерәк ҡайтып етә һалып, ҡурай еләге менән эҫе генә сәй эсергә тип ашҡынып ҡайтып килә ине. Юлында тәненә йәбешеп торған йоҡа, ҡыҫҡа ҡыҙыл куртка кейгән, етмәһә башына капюшон ғына бөркәнгән, йәштәренә төйөлөп бөткән йәш кенә ҡыҙ осраны. Аяҡтары үҙенән-үҙе туҡтаны.

- Нимә булды? Ярҙам кәрәкме? - тип һораны.

- Ул мине ташланы, - яуап бирҙе лә тағы ла үкһеп иларға кереште. - Хәҙер нисек йәшәргә миңә? Ҡайҙа барам?

Ниндәй бәхетһеҙлек. Моғайын да уның тормошонда шундай ҙур трагедия булғандыр, тип уйланы Нәсимә. Сумкаһынан ҡағыҙ салфетка сығарып бирҙе лә:

- Әйҙә минең менән. Илап тормағыҙ. Әллә ниндәй баш китерлек ҡазаға юлыҡмағанһығыҙ. Ул һеҙҙең яҙмышҡа яҙылған егет түгелдер.

- Ысын шулай уйлайһығыҙмы? - тип ташландыҡ бесәй һымаҡ бер аҙым ҡалмай, сат йәбеште. Нәсимәнең әле бер яғына, әле икенсе яғына сыҡты.

- Әйҙә, әйҙә минең арттан. Ҡурай еләге менән сәй эсербеҙ.

- Яҡшы. Тик мин ҡара сәй эсмәйем, йәшелен яратам.

Артынан ҡойроҡтай тағылып килгән ҡыҙҙы Нәсимә ҡултыҡлап алып, фатирына алып ҡайтты.

- Әсәйем малосемейкаға сираттағы любовнигын алып ҡайтты. Мин уларға ҡамасаулайым шикелле.

- Ундай хәлдәр була инде. Әсәйеңә лә үҙ тормошон ҡорорға кәрәк бит. Һин бит хәҙер ҙур ҡыҙ, аңлайһың.

- Ҙурмын да ул. Ләкин бына миңә егеттәр менән борсағым бешеп етмәй. Уже өсөнсө кавалер мине ташланы.

- Һеҙ уҡыған урында кемдәр уҡый? Тәртипле егеттәр дифицитмы?

- Яҡшы егеттәр быуа быуырлыҡ та ул. Ләкин улар бөгөндән өйләнергә теләмәй шул.

Тәмләп сәй эсеп алғас, Каринэ проблемаларын онотоп ебәрҙе буғай, күңелләнеп китте.

- Белгегеҙ килһә, мин уға чемодан менән барған инем, ике ай йәшәнек. Етәр, яңы бейеклектәр яуларға кәрәк.

- Ә һин ашыҡмайһыңмы ул? Башта бер-берегеҙҙе яҡшылап өйрәнергә кәрәк бит.

- Шулай итһәң, көтә-көтә ғүмерҙең уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Минең тиҙерәк кейәүгә сығып, бала тапҡым килә.

Йылыға эйәләшкән йыландың сәй эскәндән һуң, кухняла юҡты бар итеп, мәж килеүе асыуына тейә башланы. Килә белгәс, китә белергә лә кәрәк. Хужа был хаҡта ситләтеберәк әйтһә лә, ҡунаҡ ашыҡманы. Ул ғына ла түгел, Нәсимәнең яратҡан һары диванына аяҡтарын бөкләп барып ултырып, пультҡа баҫа-баҫа үҙенә кәрәкле каналдарҙы эҙләй башланы.

- Ә-ә-ә-ә. Шәп тапшырыу. Быны ҡарамай ҡалдырғаным юҡ. Ҡарайыммы?

- Һе-һе... Ҡарайһың инде...

- Телевизорҙы чипсы, йәиһә печсенье ашай-ашай ҡарарға яратам. Көнбағыш та бара. Асыҡтырып ебәрҙе бит әле. Иртәнсәк яҙа-йоҙа ғына ҡапҡылаған инем. Ашарға бер нәмә лә юҡмы? Сәй эскә йылы өрҙө, тик тамаҡ туйманы.

- Э-э-э. Һыуытҡыста кисә бешергән аш бер аҙ ҡалған ине. Ҡыҙҙырылған картуф та бар ине.

- Миңә икеһен дә йылытып бир әле.

Нәсимә үртәлһә лә, үҙе эйәртеп алып ҡайтҡан кешене тыңларға тура килде. Тамағы туйғас, бәләнән ҡотҡарыусыһына рәхмәт әйтеп, китергә әҙерләнде.

- Ярай, ҡайтайым инде.

- Һинең кәйефең күтәрелгәнгә мин дә шатмын. - тип яуапланы.

- Ә бына иреңгә һөртә торған бальзамдыңды алһам яраймы? Еҫе бигерәк тәмле.

- Бик оҡшатҡас, ал.

Каринэ ҡыҙыл ирендәренең эҙен ҡалдырып, Нәсимәнең бит осонан ғына үбеп алды ла, ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды.

Тегенеһе уның өсөн борсолоп:

- Ҡайҙа тиклем ҡайтырға, ҡайтып етә алырһыңмы? - тип һораны.

- Әйттем бит, бынан 20 минутлыҡ юл, - тип ҡысҡырғаны ишетелде. - Борсолма, иртәнсәк тағы инеп сығырмын.

Икенсе юлы таныш булмаған кешене ҡыҙғанмаҫҡа бик һәйбәт һабаҡ булыр инде, тип өҫтөнән йөк төшкәндәй, иркен һулыш алды.

Әрһеҙ ҡунағын оҙатҡас, Нәсимә ваннала йыуынып сыҡты. Бер аҙ телевизор ҡарап ултырҙы, китабын ҡосаҡлап, урынына барып ятты. Уйларға бирелеп ята торғас, иң яратҡан тәүлек ваҡыты – төн уртаһы етте. Шул ваҡыт көтмәгәндә ныҡ итеп ишеккә туҡылдата башланылар. Шаҡыу нығыраҡ булғас, яуапһыҙ ҡалыу мөмкин түгел ине.

- Кемеһе йөрөй унда? Йоҡларға ирек бирмәйсә? - тип асыуланып, ишеккә йүнәлде.

Тупһаһында был йортҡа күптән түгел генә күсеп килгән, икенсе ҡатта йәшәүсе бер аҙ төшөрөп алған Наил тора ине. Үҙенән алда тәмәке ҡатыш араҡы еҫе килеп бәрелде.

- Апаһы, күңелһеҙ түгелме һеҙгә? Индерәһегеҙме? - тип ишеккә төртөп, эскә үтергә маташты.

- Һин нимә, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Хәҙер полиция саҡыртам, аҡылыңа бик тиҙ килтерерҙәр, - тигән ҡоро тауышты ишеткәс, уныһы туҡтап ҡалды.

- Мин бит һеҙҙең менән етди генә итеп аңлашырға теләгәйнем, - тине айнығып киткәндәй.

- Яҡшы саҡта ысҡын бынан. Етди һөйләшер өсөн айыҡ киләләр. Минең егетем бар, баш ҡаңғыртып килеп йөрөмә! Эҙең булмаһын, урап үт был тирәне! - шулай тине лә ишеген ябып, бикләп ҡуйҙы.

Ниндәй көн булды әле һуң бөгөн?! Күҙҙәрҙе сытырлатып йоморға ла, йоҡларға кәрәк, - тиһә лә ул бер аҙ ваҡыт йоҡоға китә алмай, ата-әсәйҙәренең фажиғәле вафат булыуын, үҙенең ҙур фатирҙа япа-яңғыҙы ҡалыуын уйлап ятты...

Иртәгеһенә Нәсимә ваҡытында эшкә килде. Көн ғәҙәттәгесә үтте. Эшенән иртәрәк китеп, егете менән кафеға инеп, бер аҙ ултырып сыҡты. Магазинға инеп һөт, икмәк алды ла ҡайтырға сыҡты. Өйҙәре тәңгәлендә үҙен кем көткәнен күреп, шаҡ ҡатты. Каринэ! Туңып, өшөп, кисәге кеүек илап бөткән.

- Әсәйем менән тағы ла һөйәркәһе арҡаһында талашырға тура килде. Аптырап, сығып киттем. Барыр урыным юҡ. Ғәфү ит, тағы ла һиңә килдем...

- Нишләйһең инде һинең менән. Килгәс, инәһең инде.

Әрһеҙлек – ярты бәхет, тиҙәр. Ҡунағын урынлаштырып, Нәсимә тынысланғандай булды.

- Уф, иң яратмағаным розалар. Әгәр булһа юрған, простыняларҙы икенсегә алмаштырып бир әле, - тип тағы ла бер ғәжәпләндерҙе Каринэ.

Нәсимә уның әйткәндәренә бер аҙ йәне көйһә лә, шкафтан ромашка төшкәндәрен алып бирҙе.

- Быныһы ярарлыҡ.

- Аһа, рәхмәт!

Каринэ әллә интонацияны аңламаны, әллә башын иҫәргә һалды, әллә әрһеҙләшә торғас, эт ҡайшына әйләнгән:

- Ҡара әле, һинең яҫтығың минекенә ҡарағанда күпкә йомшағыраҡҡа оҡшап тора. Әйҙә алмашабыҙ. Ҡаты яҫтыҡ минең муйында һырҙар ҡалдырыр тип ҡурҡам.

Ҡунаҡ булһаң – тыйнаҡ бул, тип әйтергә уҡталһа ла Нәсимә өндәшмәне. Ярай инде бер кискә түҙер.

- Ярай әле минең юлымда һин осраның, ярҙам ҡулы һуҙҙың. Миңә шул ҡәҙәр ҡыйын, - тип уныһы ауыҙын остайтты. - Бер ярҙамлашыр, ҡайғыртыр кешем юҡ.

Түҙемлеге бөткән Нәсимә уның һүҙҙәрен тыңламаны, ҡулын ғына һелтәне лә, йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Иртәнсәк Каринэ һаман да үҙенекен тыҡып, тамам сығырынан сығарҙы.

- Ниңә һин бындай осһоҙ һабын менән йыуынаһың? Бит тиреһе юҡҡа сыға бит.

- Икенсе килгәнеңдә үҙеңдекен алып кил.

- Эремсек менән сыр юҡмы ни? Ошоларҙы ғына ҡапҡылайбыҙмы ни? Мин туҡлыҡлы ризыҡтар ғына ашарға яратам.

- Ғәфү ит инде, һинең килереңде белмәнем бит.

Түҙемлеге тамам бөтһә лә ҡаты бәрелмәҫкә, үҙен ҡулға алырға тырышты ул. Ни тиһәң дә ауыр хәлдә ҡалған ҡыҙ бала бит. Бармаҡ төртмә кешегә – яҙмыш төртөр үҙеңә. Үҙе ауыр хәлдә ҡалғанда күршеләре ни ҡәҙәр ярҙам итте. Рәхмәт инде уларға.

Бәхеткә ишектә ҡыңғырау сыңланы.

- Ни хәл күрше? Был юлы нимә кәрәк?

Ишек төбөндә баҫып торған Наил үткәндәгенә ҡарағанда күпкә арыуыраҡ күренә, хуш еҫтәре сығып тора.

- Ғәфү итегеҙ инде, йәме? Мин бер ҙә насарлыҡ уйламағайным. Әҙерәк һөйләшеп ултырмаҡсы инем. Ҡыйыулыҡ өсөн бер аҙ ҡапҡылаған инем шул, - тип аҡланырға тырышты.

- Беҙгә кем килгән, - тип шул ваҡыт төпкө бүлмәнән Каринэ килеп сыҡты.

Нәсимәнең башынан этлекле уй йүгереп уҙҙы.

- Каринэ, таныш бул. Күршем Наил. Шәп егет. Өйләнмәгән, йәш, сибәр егет.

- Ой, әллә ысынлапмы? - тип Каринэ серле, мут ҡарашын Наилға төбәне.

- Ул һине экскурсияға алып барыр. Шунда ныҡлабыраҡ танышып та алырһығыҙ, - тине Нәсимә әрһеҙ ҡунағынан тиҙерәк ҡотолорға теләп.

- Шәп идея был, - тине Наил үҙен ғәфү итмәйәсәктәрен аңлап.

Бер нисә минуттан уларҙың арттарынан ишек ябылды. Силәгенә күрә ҡапҡасы. Уларҙан ҡотолауҙан шатланып, иркен итеп тын алды Нәсимә.

Шул көндән алып Каринэ менән Наил бергә йәшәй. Ҡарап тороуға барыһы ла яҡшы кеүек. Нәсимәнең дә уларҙың күҙенә бик салынғыһы килмәй. Йә, тағы ла ҡунаҡҡа килерҙәр...

Сания Шәрипова.

Фото интернеттан алынды.

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас