Әҙәби бит
16 Апреля 2022, 07:00

Ҡалдыҡ

- Мин ҡайҙа? - тине ул аптырап. - Ожмахҡа эләктең, браток, - тине һипкеллеһе. - Хәҙер ашау байҙан, үлем – Хоҙайҙан һиңә. - Тор имгәк, - тип екерҙе ҡыҫыҡ күҙлеһе. - Өсөнсө тәүлек йоҡлайһың инде. Бына һиңә эш фронты. - Ул ҡулын йәйеп аҙбарға ишараланы. - Һыйыр ҙа һауырһың, мал да көтөрһөң. Вәғиз тороп баҫты. Башы сатнап ауырта ине. Һыйырҙар ризаһыҙлыҡ белдереп, мөңгөрәшеп ҡуйҙы. Ике күҙен ыуғылап, был ике кешегә аптырап ҡараны. - Шаяртаһығыҙмы? - тине ул нимәгәлер өмөт итеп. Ҡыҫыҡ күҙ көтмәгәндә уның эсенә һуҡты. Вәғиз бөгөлөп төштө. - Һин хәҙер беҙҙең ҡол! - тине Һипкелле. - Аңлайһыңмы шул һүҙҙе?..

Ҡалдыҡ

Көн кискә ауышҡан ине. Яҡшы! Ул көнө буйы урам ҡыҙырҙы, унда барҙы, бында барҙы, таныштары күп булғас ни, рәхәтләнеп ләстит һатты. Һуңынан бер аҙ сайҡала биреп, бишенсе ҡатҡа күтәрелде, фатирының ишек ҡыңғырауына баҫты. Фатиры тип ни, ҡатыныныҡы инде ул. Ярты йыл элек ул бер мәрйәгә барып инеп, йәшәп ята инде.

Йортҡа ингәнсе утҡа ин, тиҙәр бит. Элек шулай булғандыр ҙа ул, бәлки. Хәҙер уның бер ояты ла юҡ кеүек. Вәғиз тағы ла ҡыңғырауға баҫты, асылмағас, ишеккә туҡылдата башланы.

- Галя!

Ишек ҡапыл асылып китте, унан йөҙө ҡыҙарған-бүртенгән ҡатыны килеп сыҡты. Вәғиз ҡурҡыуынан хатта бер аҙ сигенә биреп ҡуйҙы.

  • Индермәйем! - тип сәрелдәне ҡатын. - Туйҙым һинән! Булдыҡһыҙ, эшлекһеҙ! Тағы күпме һине ашатып ятмаҡ кәрәк!..

Шулай тине лә ишек шап ябылды. Ихата алдында ҡаңғырып бер аҙ тапанып торҙо ла, әкрен генә баҫып тимер юл вокзалына ҡарай атланы. Бәлки, һыйындырырҙар, берәй танышы осраһа, тип уйланы ул. Асыҡҡан да ине ул, ашағыһы килә башланы. Ә бит ҡатыны менән яҡшы ғына йәшәп киткәйнеләр. Галяны ауылына ла алып ҡайтҡан ине Вәғиз. Ҡултыҡлашып урам буйлап та уҙҙылар. Ауылда мәрйәгә өйләнеп бер кемде лә шаҡ ҡаттыра алмаһаң да, ағай-эне, әбей-һәбей тел шартлатып тороп ҡалды. Бала-сағалар байтаҡ ҡына арттан эйәреп килде. Шаҡ ҡатмаҫлыҡмы ни! Мәрйә Вәғиздән бер башҡа юғары, үҙе йыуан, аяҡтары ғына ла ни тора! “Өйләнә алмаҫһың, һиңә кем сыҡһын”, - тигән әсәһе генә телһеҙ ҡалды...

Вокзалда, ғәҙәттәгесә, кеше күп. Ул буфет тирәһенәрәк килеп баҫты. Йәнәшәһендәге өҫтәлдә ике кеше ҡыҙҙырылған тауыҡ ашай. Уртала шешә ҡуҡырайып ултыра. Сөм-ҡара сәсе маңлайына төшкән береһе ымлап Вәғизде янына саҡырҙы.

- Ниңә балтаң һыуға төшкән кеүек тораһың, браток?

Икенсеһе Вәғизғә араҡы ҡойоп, стакан тотторҙо. Уныһы киреһенсә, һап-һары сәсле, һипкелле. Вәғиз дөрөҫөн әйтте:

- Ҡатын ҡыуып сығарҙы...

Үҙен типкеләп уятҡанға күҙҙәрен асып ебәрҙе ул. Һыйыр аҙбарында ята түгелме һуң? Әле генә вокзалда ине бит. Ә хәҙер ул бында, һалам өҫтөндә.

- Мин ҡайҙа? - тине ул аптырап.

- Ожмахҡа эләктең, браток, - тине һипкеллеһе. - Хәҙер ашау байҙан, үлем – Хоҙайҙан һиңә.

- Тор имгәк, - тип екерҙе ҡыҫыҡ күҙлеһе. - Өсөнсө тәүлек йоҡлайһың инде. Бына һиңә эш фронты. - Ул ҡулын йәйеп аҙбарға ишараланы. - Һыйыр ҙа һауырһың, мал да көтөрһөң.

Вәғиз тороп баҫты. Башы сатнап ауырта ине. Һыйырҙар ризаһыҙлыҡ белдереп, мөңгөрәшеп ҡуйҙы. Ике күҙен ыуғылап, был ике кешегә аптырап ҡараны.

- Шаяртаһығыҙмы? - тине ул нимәгәлер өмөт итеп.

Ҡыҫыҡ күҙ көтмәгәндә уның эсенә һуҡты. Вәғиз бөгөлөп төштө.

- Һин хәҙер беҙҙең ҡол! - тине Һипкелле. - Аңлайһыңмы шул һүҙҙе?

Ҡыҫыҡ күҙ киҙәнмәй генә уның сикәһенә ҡундырҙы. Ауыҙ эсе йылынып китте, ирен ситенән ҡан һуҙылып сыҡты.

- Аңланыңмы?

- Аңланым...

Улар аҙбарҙан сыҡты. Тышта дала офоҡҡаса йәйрәп ята ине. Берәү сүгәләп усаҡ ҡабыҙырға маташа. Усаҡ өҫтөнә ҡаҙан аҫҡан.

- Сашка! - тип ҡысҡырҙы Ҡыҫыҡ күҙ. - Һиңә ярҙасы алып килдек.

Сашка тигәне сал сәсле, һаҡаллы, сепей күҙлек бер ҡарт булып сыҡты. Арҡа һөйәктәре беленеп тора. Өҫтәүенә, һаңғырау ине, буғай. Сөнки яҡыныраҡ килеп ҡолағына ҡулын ҡуйып:

- Ә? - тип һораны. Оҙон буйлы ҡарт бик ябыҡ ине. Сәләмә пинжәген гүйә һөлдәгә кейҙереп ҡуйғандар.

- Бына, иптәш булды һиңә. Эш рәтенә төшөндөр.

- Һурпа хәҙер ҡайнап сыға, - тине Сашка.

Усаҡ инде ҡабынған, ялҡыны әрһеҙләнеп ҡаҙан төбөн ялай. Ҡыҫыҡ күҙ менән Һипкелле машинаға ултырып китеп барҙы.

- Беҙ ҡайҙа? - тип һораны Вәғиз Сашканан ҡысҡырып.

- Аҡырма... - Ҡарт таяғы менән усаҡҡа төрткөләне. - Ер өҫтөндә әле пока.

- Яҡын-тирәлә берәй ауыл бармы? - Вәғиз тыуған ере бик алыҫта ҡалғанын аңлап алған ине инде.

- Белмәйем, - тине Сашка бабай. - Һиңә ауыл нимәгә кәрәк? Беҙгә бынан бер ҡайҙа ла китергә ярамай. Ничего, күнерһең. Бер аҙҙан бер ҡайҙа ла китергә теләмәҫһең. Кем көтөп тора унда беҙҙе? Бер кем дә. Бында яҡшы: ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан.

- Ҡасырға кәрәк! - тип уйлап ҡуйҙы Вәғиз. - Тик ҡайҙа ҡасаһың?

- Бында егерме һыйыр, икебеҙгә унышар. Иртәнге һауынға иртәнсәк 4-кә торорға кәрәк, - тип эш рәтенә өйрәтә башланы Сашка. - Алтыла көтөүгә ҡыуабыҙ. Кис менән тағы шул мәрәкә. Иртә-кисен һөттө машина менән килеп алалар.

- Мин нисек бында килеп эләктем һуң? - тип уйлағанын үҙе лә һиҙмәй ҡысҡырып ебәрҙе Вәғәз.

- Баш ҡатырма юҡ менән... Ашау-эсеү яҡшы. Ана тегендә йоҡлайбыҙ, - Сашка абҙар ҡырындағы бер аласаҡҡа төртөп күрһәтте. - Улай-былай һуғыш башланманы унда?

- Ҡайҙа?

- Донъяла...

- Ишетелмәне.

Араҡыға йоҡо дарыуы һалғандар, тип уйланы Вәғиз. Иртәле-кис һөттө алып киткәстәр, ауыл улай уҡ йыраҡ түгел.

- Исемең нисек?

- Васька.

Тамаҡ ялғап алғас, Вәғиз дала буйлап китте.

- Васька, аҡылыңа кил! - тип ҡысҡырып ҡалған Сашкаға ҡул ғына һелтәне. Барҙы ла барҙы... Ҡояш лепкәһен бешерҙе, йөҙөнән шаулап тир аҡты. Күҙ алдында йәшелле-зәңгәрле түңәрәктәр бейеште. Аяҡ быуындары томай башлағас, ул йөҙтүбән ергә ҡапланды. Бер аҙҙан уның янына машина килеп туҡтаны. Унан ҡулдарын бәйләп, машинаға тыҡтылар. Вәғиз бүтән ҡасманы. Күнде. Ысынында ла был донъяла кемгә кәрәк ул? Ә бында ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан...

Вәғиз юғалған” , - тигән хәбәр ауыл өҫтөндә йәшен тиҙлегендәй таралды. Уның юҡлығын күптәр һиҙмәне лә. Әсәһе генә һирәк-һаяҡ юҡһынды уны. “Күҙ көйөгө булып йөрөгәнсе, юғалыуы мең артыҡ”, - тине бер ҡустыһы. Унан барыһы ла туйған. Әсәһе генә уны юҡһына ине.

- Күптән үлтереп ташлағандарҙыр инде уны, - тине Тараҡан Зиннәт.

- Күңелем һиҙә, иҫән, тере ул, - тине Нәби. Улар Вәғиз менән бер мәктәптә, бер класта уҡығандар ине.

- Бәлки, уны икенсе планетаға алып киткәндәрҙер? Хәҙер ғәҙәти маршрут бит инде ул, - тинем мин.

Был хәлгә инде ун биш йыллап ваҡыт үтте. Вәғиз онотолдо. Кешеләр юғалып тора, әллә кемдәр юғала – бер кемдең дә иҫе китмәй.

Бына бер көндө ауылға затлы машина килеп инде. “Мерседес”мы шул. Кем ултырып ҡайтты тиһегеҙ? Эйе, эйе, Вәғиз! Үҙе генә лә түгел, янында ике кеше бар ине. Береһе – Ҡыҫыҡ күҙ, икенсеһе – Һипкелле. Вәғиз уларҙан бер аҙым да ситкә тайпылманы. Улар бер-бер артлы теҙелеп Вәғиздең әсәһе йәшәгән өйгә инеп китте.

Шул ҡәҙәр оҙаҡ йылдарҙан һуң, әсәһе менән Вәғиз нисек күрешкәндәрҙер, миңә билдәһеҙ. Күҙ йәшен әсәһе күрһәтмәгәндер, ундай ғәҙәте юҡ.

- Әбей, улың алтын ҡуллы һинең, - тигән имеш Ҡыҫыҡ күҙ Вәғиздең әсәһенә. Ауылда шулай һөйләнеләр. Инәй ул ваҡытта үҙен бәхетле кеше итеп һиҙгәндер инде. Юлдан яҙған улына ҡарата ундай баһаны ҡасан ишетер ине икән ул? “Мерседес” оҙаҡ торманы ауылда. Шул уҡ көндө китеп тә барҙы. Вәғиздең оҙаҡ йылдарҙан һуң ят кешеләр менән ҡайтып китеү сәбәбен Нәби генә оҙаҡ баш ватты. Икенсе көндө билдәле булды – Ҡыҫыҡ күҙ менән Һипкеллегә Вәғиздең кеше булыуын асыҡлай торған белешмә кәрәк булған икән. Муниципалитетта шулай тип әйткәнәдр...

Ркаил Зәйдулла.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас