Әҙәби бит
15 Апреля 2022, 16:05

Әсәйемдең аҡсаһын кем урлаған?

Бер көн пенсия алғас, теге аҡсалар янына һалып ҡуяйым, тиһәм, уларҙың яртыһы юҡлығын күреп аптыраным. Башта, әлбиттә, иремдән һораным. Ҡапыл ғына кәрәк булһа алып торабыҙ ҙа, эш хаҡы алғас, урынына кире һалып ҡуя инек. Ирем алмаған булып сыҡты. Аҡсаның барлығын әсәйем дә белә ине. Был хаҡта үҙенә лә әйтеп ҡуйғайным. Шунлыҡтан әсәйемдән һорай ҡуйҙым: “Аҡсаны һин алдыңмы әллә?” “Юҡ, миңә нимәгә ул, алманым”, - тине... 

Тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай икән. Әле ике ай элек кенә беҙҙең менән ниҙер булырын уйлап та ҡарамаған инем. Ғаиләлә ике бала үҫтек. Кейәүгә сығып, үҙ ғаиләмде ҡорҙом. Балалар тыуҙы. Ҡустым ғына тормошта үҙ урынын таба алмай. Яңғыҙлығы ла әллә ни түгел, ваҡыты етер әле. Ә бына 32 йәштә әсәһе иҫәбенә йәшәү бөтөнләй егеттәр эше түгел инде. Әсәйем бер үҙе ауылда йәшәй.

Беҙ икебеҙ ҙә ситкә китеп юғары уҡыу йортона индек. Ләкин ҡустым ғына уҡыуын тамамлай алманы. Мин дә, ирем дә артынан йөрөп ҡараныҡ, ташлатмаҫҡа тырыштыҡ. Ҡыҙыҡ түгел миңә уҡыуы, ти ҙә ҡуя. Шулай итеп өсөнсө курсында уҡыуын ташланы. Төрлө эшкә урынлашып ҡараны. Менеджер, машина йыуысы, металл ҡабул итеү нөктәһе... Калым итеп тә ҡараны. Ҡайҙа бер-ике генә ай эшләй, ҡайҙа аҡсаһын бирмәйҙәр. Ниндәйҙер яңы дуҫтарына эйәреп, Себергә лә сығып китте. Унда эшләгән аҡсаһын бында ла табыр ине әле, тип әсәйем уфтанды. Машина һатып алған ине, уның да кредитын әсәйем түләп бара. Дүртенсе тиҫтәне ваҡлаһа ла, ул әле лә бала бит инде уға. Аҡылға ултырыр, яҡшы эшкә урынлашыр, өйләнер, тип өмөтләнеп йәшәй әсәйем. Күпме генә әйтһәм дә, ул һаман да пенсияһын ҡустыма биреп бара. Кредитын түләнә, ашарына аҡса бирелә, нимәгә инде уға эшләргә?

Ковид йоҡтороп, әсәйем оҙаҡ ҡына ауырып ятты. Шул ваҡытта уны үҙебеҙҙең эргәгә алдыҡ. Шәбәйгәс тә, уға нығынып китеү ауыр булды. Ярты йыл дауаланды. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, әсәйҙе ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп кенә аҡса китте. Уколға ла, дарыуға ла, шифаханаға ла алып барҙыҡ. Ул бөтә пенсияһын шул сығымдарға, тип беҙгә биреп барҙы. Беҙ ул аҡсаларҙы тотономаныҡ. Әсәй яңынан ауылға ҡайтырға уйлаһа үҙенә кире бирермен, тип уйланым. Ул һаман да ҡустымды ҡайғыртты. Уға бит хәҙер аҡса биреүсе юҡ. Әсәй янына, тигән булып, беҙгә лә йышыраҡ килеп йөрөй башланы. Ҡустымдың да тормошонда “ауыр ваҡыты”. Әсәйем аҡса бирмәгәс, кредитын да түләй алмай, йәшәренә лә кәрәк бит инде.

Бер көн пенсия алғас, теге аҡсалар янына һалып ҡуяйым, тиһәм, уларҙың яртыһы юҡлығын күреп аптыраным. Башта, әлбиттә, иремдән һораным. Ҡапыл ғына кәрәк булһа алып торабыҙ ҙа, эш хаҡы алғас, урынына кире һалып ҡуя инек. Ирем алмаған булып сыҡты. Аҡсаның барлығын әсәйем дә белә ине. Был хаҡта үҙенә лә әйтеп ҡуйғайным. Шунлыҡтан әсәйемдән һорай ҡуйҙым: “Аҡсаны һин алдыңмы әллә?” “Юҡ, миңә нимәгә ул, алманым”, - тине. Шунан һуң ирем ҡустымдан шикләнә башланы. Был бит урлау була! Өҫтәүенә, һуңғы арала килмәй ҙә башланы. Телефон аша ғына һөйләшәләр әсәй менән. Мин әсәйемдән дә, ҡустымдан да шикләнәм. Эйе, беҙҙең аҡса түгел, әсәйемдеке, тип йыйып бара инек. Өйөңдән шундай ҙур суммала аҡса юғалыуын нисек мин ҡабул итергә тейеш?

Был турала ҡайтанан һүҙ ҡуҙғатҡас, әсәйем үпкәләне, һөйләшмәй. Мине ҡараҡ, тип уйлайһығыҙ, тип кире ауылға алып барып ҡуйыуҙы һорай башланы. Уға бит әле тәрбиә кәрәк. Шунлыҡтан уны ҡайтарғым килмәй. Һеҙ ҡайтарып ҡуймаһағыҙ, улым алып барыр, ти. Ул, әлбиттә, ҡыуанып риза буласаҡ. Уға тағы ла пенсияһынан өлөш сығасаҡ. Әсәйем дә бит хәҙер оло кеше. Донъя хәлен белеп булмай, әҙерәк аҡсаһын йыйып барһа ла яҡшы булыр ине. Һаман ҡустымды ғына уйлай, уға ғына ярҙам итергә тырыша.

Әсәйемдән юғалған аҡсаны һорап, рәнйеттем, буғай. Ҡустымдан һорап, уның менән дә һүҙгә килешһәк? Әсәйемдеңа мине күргеһе лә килмәҫ, оялмайынса ҡустыңды ғәйепләйһең, тип. Аҡсаның кем алғанын нисек асыҡларға? Ни генә тиһәң дә, әсәйемдән дә шикләнәм шул. Улын ҡыҙғанып, пенсияһын үҙе алып биргәндер, моғайын тим. Был хәлдәрҙе нисек дөрөҫ йырып сығырға?

Гөлнара.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас