Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
14 Апреля 2022, 14:30

Нахаҡ бәлә

- Ҡаҡшаттығыҙ, - тип килгән кешенең танауы төбөндә ишекте шартлатып япты ул. Ир-егеттәргә йоҙроҡлап эләктереп ебәргән саҡтары ла булды. - Өс балаһы менән күсереп алығыҙ, - тип тә ҡысҡырҙы. - Минең бисә түгел был, ауыл бисәһе ! Иренең хурлауҙарына эстән генә әрнеһә лә, ҡапыл ауырып киткән ауылдаштарына бармай ҡалыуҙы башына ла килтермәне Сәүиә... Тулыраҡ:

Сәүиә медицина училищеһын тамамлағас, төпкөлөрәк бер ауылға эшкә ебәрелде. Ҡайҙа эш башлайһың, шунда ҡалаһың ти торғайны уҡытыусыһы. Әхирәттәре ҙур ерҙәрҙе һайлағанда, Сәүиә нимә уйлап төпкөлгә ашҡынғандыр?

Уҡытыусыһы Нина Михайловнаның һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡты. Йәш һәм матур ҡыҙҙы, етмәһә, вырашты килен итергә теләүселәр күп ине ауылда. Орҡоя әбейҙең улы Зәбир етеҙерәк булып сыҡты, ҡыҙҙы үҙенә ҡаратты барыбер.

Шулай итеп, төпкөлдә ҡалды ҡала ҡыҙы Сәүиә. Тәүҙә барыһы ла яҡшы ғына барҙы. Бер-бер артлы ике малай, бер ҡыҙ бала доньяға килде. Ҡалала үҫтем тип наҙланып ултырманы Сәүиә, белмәгәнен өйрәнде. Һыйырын да һауҙы, картуфын да сәсте. Өйҙә лә эшендә лә өлгөрҙө.

Был ваҡытта инде, совхоздар тарҡалып бөтөп күп кешеләрҙең эшһеҙ ҡалған замандары ине. Совхозда эшләп йөрөүсе Зәбир ҙә шул иҫәптә. Ир яйлап яйлап эсеүгә тейеште. Эскән кешенең күҙе лә аңы ла томаланған була бит. Көндә лә төндә лә, берәйһе ауырып ҡатынын алырға килһәләр, енләнә башланы .

- Ҡаҡшаттығыҙ, - тип килгән кешенең танауы төбөндә ишекте шартлатып япты ул. Ир-егеттәргә йоҙроҡлап эләктереп ебәргән саҡтары ла булды.

- Өс балаһы менән күсереп алығыҙ, - тип тә ҡысҡырҙы. - Минең бисә түгел был, ауыл бисәһе!

Иренең хурлауҙарына эстән генә әрнеһә лә, ҡапыл ауырып киткән ауылдаштарына бармай ҡалыуҙы башына ла килтермәне Сәүиә. Буранмы, ҡойоп ямғыр яуамы ҡарап торманы, бәләкәй генә сумкаһын тотоп, үҙен фәрештәләй күреп көтөп ятыусы ауырыу янына ашығыр ине.

Бөтә кеше лә бер иш түгел шул. Кемеһелер машина менән килеп ала, алып килеп ҡалдыра. Кемдәрелер, уның эше шул, килергә тейеш, нимә өсөн уҡыған, тип асыулы һөйләнә. Машинаһы була тороп та, быҫҡаҡ ямғырҙа йәйәүләп килеүен әрләй-әрләй көтөп алыусылар аҙым һайын осрап тора.

Ауылдың уҫал тип даны таралған Нәбирә апай ауырып киткәс, ҡурҡа өркә генә йөрөнө Сәүиә. Больнисҡа бармай өйҙә генә дауалауҙы талап итте апай. Төҙәлеп алғайны, эй Сәүиәне ҡунаҡ итте, эй бүләген, эй күстәнәсен биреп ҡайтарҙы.

- Һеңлем, итең бармы? Балаларыңдың ашарына бармы? Нимә кәрәк, - тип өлтөрәп торған апайға иҫе китте Сәүиәнең. Бер уҫаллығын да яһиллығын да күрмәне. Бер яҡшылыҡҡа мең яҡшылыҡ менән яуап биреүселәр затынан булып сыҡты Нәбирә.

Йомош кәрәк булһа үҙемә кил. Аҡса кәрәк саҡтың булыуы бар, оялып торма, - тип оҙатты уны апай.

 

Эсеүҙән башы сыҡмаған ир менән ҡайҙан етеш йәшәһен инде Сәүиә? Өс баланы ҡарарға кәрәк, кейеме лә ҡиммәт хәҙер. Свет, газына һәм башҡаһына түләү ай һайын килә лә етә. Доньяны үҙ иңдәрендә һөйрәне ҡатын.

Сәбилә әбей уларҙан өй аша йәшәй. Саҡ ҡына башы ауыртһа ла Сәүиәне саҡырыу ғәҙәтенә ингән уның. Сәүиә уға барһа, кискә тиклем дә ҡайта алмай, төндә барһа таңһыҙ ысҡына алмай. Үкел-мүкел һалып ҡына ҡотолормон тимә әбейҙән. Ҡатыулаған арҡаһына, һыҙлаған аяҡтарына массаж эшбәтә Сәүиәнән. Мунса яҡтырып сабындыртып, йыуындыртып ҡалырға тырыша. Юҡ, Сәүиә зарланмай, ихлас ҡарай инәйҙе. Күрше-тирәләре генә яратмай, әбейҙең ауыл вырашын ялсы һымаҡ егеүен. Биш ҡыҙы бар, килеп ҡараһындар әсәләрен, нишләп уға ҡол булып йөрөйһөң, тип әйтеүселәр ҙә осрап тора. Сәүиә иғтибар итмәй уларға, икенсене бөткән ҡыҙын эйәртеп йүгерә лә бара Сәбилә әбейгә. Малайҙар үҙ яйына йөрөй, ҡыҙғынаһы өйҙә яңғыҙ ҡалырға ҡурҡа. Шуға ла эйәртә ул ҡыҙын. Баланан зыян юҡ, ишек төбөндәге креслоға сума ла ултыра телефонына текләп, берәүҙә лә эше юҡ.

Сәүиә әбейҙе бағып ҡайтты бөгөн дә. Ашарға бешерәйем тип түрбашҡа инде, ҡапыл телефон шылтыраны.

Әсәйҙең телефонын һеҙ урланығыҙмы?! - тигән уҫал ҡысҡырыуҙы ишеткәс аптырап ҡалды. Әбейҙең ҡыҙы ярһып ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла, телефонды һүндерҙе. Сәүиә яуап биреп тә өлгөрмәне хатта. Сәғәт һайын шылтыратып юғалған телефонды таптырҙылар. Әсә менән ҡыҙға әллә күпме бысраҡ өйөлдө. Сәүиә аптырағас әбейгә барҙы. Ләкин әбей уға ышанманы.

Һинең кәнтәйеңдән башҡа эт тә түгел, ул алған Башҡа берәү ҙә ингәне юҡ. Шуның ғына эше, - тип ярһыған инәйгә хәтере ҡалып ҡайтып китте Сәүиәнең. Инде бармайым тип үҙенә һүҙ биреп ҡуйҙы. Ләкин һүҙендә тора алманы. Саҡыртһалар йүгереп барҙы. Әбей ауырыһа ныҡ ауырый ине, үлеп-мүлеп ҡуйһа тип ҡото осто Сәүиәнең.

Ҡыҙын эйәртеп йөрөү тыйылды уға. Биш ҡыҙ алмашлап ҡарауылланы әсәйҙәренең доньяһын. Ҡайтыр саҡта Сәүиәне сит илгә сыҡҡандағы таможня һымаҡ тикшереп сығарҙылар.

Бер нимәне лә сәлдермәнеңме? Ҡулығыҙ оҙон була торған, - күегерәк мыҫҡыллы һүҙҙәр ырғытылды Сәүиә тарафтарына. Ҡатын рәнйеп ҡайтыр булды өйөнә. Кешенең яуызлығына, уҫаллығына, хаяһыҙлығына әрнеп үкһеп илаған төндәре күп булды ҡатындың.

Бына тағы ла саҡыртты әбей. Күңеле тармаһа ла барҙы Сәүиә. Әбей бер ни булмағандай кет-кет көлөп ҡаршы алды уны.

Эй, алйотмон да инде үҙем. Аҫтындағын алты ай эҙләгән берәү мин булдым инде. Телефоным матрас аҫтында һүнеп тик ятҡан. Ай буйы һеҙҙе әрләп, ҡарғап бөткәйнем...

Сәүиәнең күҙҙәренән йәштәре тәгәрләп төштө сикәләре буйлап. Ни әйтергә лә белмәй башын түбән эйҙе. Кешеләргә гел яҡшылыҡ эшләп тә, ҡарғалып, әрләнеп йәшәүенә үҙенә үпкәләне ҡатын.

Миңзифа Хамматова.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас