Һаҡмар
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
14 Апреля 2022, 05:00

Бер ҡасан да бәхетең булмаясаҡ!..

16 йәшендә Маһинурға урамда осраған бер сиған ҡатыны бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаясаҡһың, тип яҙмыш юраны. Маһинурҙың никах сәғәте һуҡты - һөйгәне кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, күңеле менән ышанмаһа ла, шатланып риза булды.- Ярай, кәләш булып йөрөп торайым, алдағыһын Хоҙай белә, - тип йылмайҙы Маһинур.Гөрләтеп туй яһанылар.Әммә... Тулыраҡ:

16 йәшендә Маһинурға урамда осраған бер сиған ҡатыны бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаясаҡһың, тип яҙмыш юраны. Маһинурҙың никах сәғәте һуҡты - һөйгәне кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, күңеле менән ышанмаһа ла, шатланып риза булды.
- Ярай, кәләш булып йөрөп торайым, алдағыһын Хоҙай белә, - тип йылмайҙы Маһинур.
Гөрләтеп туй яһанылар.
Әммә йәш парҙың оҙаҡ ҡына балалары булманы. Маһинурға табиптар һәр бер тикшереүҙән һуң түлһеҙлек диагнозы ҡуя килделәр. Хоҙайҙан һораһаң, мөғжизәләр ҙә була икән - Маһинур балаға уҙҙы.
- Ғүмереңде ая, был баланы таба алмайһың, - тип докторҙар иҫкәртеп торҙолар.
- Ярай, бик оҡшай әлеге хәлем. Әсәй була алмаһам да, бәпес көтөү бәхетен татыйым әле, - тип йылмайып яуап бирер ине Маһинур.
Ваҡыты еткәс, Маһинур
шалҡан кеүек ул табып алды.
Ғүмер шулай аҡты. 40 йыл үткәс, Маһинурға ҡурҡыныс диагноз ҡуйҙылар - күп булһа ярты йыл ғүмерең ҡалғандыр.
- Ярай ҙа, исмаһам парашюттан һикереп өлгөрөрмен. Ғүмерем буйы хыялланғайным. Һаман ҡурҡа инем, хәҙер ҡурҡынысы юҡ. - тип йылмайҙы Маһинур.
Бер тапҡыр һикерҙе, ике тапҡыр. Тағы. Ярты йыл түгел, тағы 40 йыл йәшәне Маһинур.
Йөрәгегеҙгә ҡурҡыу ояламаһын. Барыһы ла яҡшы буласаҡ!

Сығанаҡ: Һәр көн - бүләк.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас