+17 °С
Ясно


Бер нисә кеше бергә йыйылып, донъяға зарланып ултыра икән.
-Эйе шул,-тигән шунда булғандарҙан берәү бик тә көрһөнөп,-заманалар ауыр, бала-саға күп, сығымдар артып китте. Бер ҙә осон-осҡа ялған булмай.
-Балаһы-бала, ә саға тигәне нимә була һуң?-тигән икенселәр.
Эргәләрендә балаларынан күп яфа сиккән бер ҡарт та бар икән, шул әйткән:
-Балалар араһында саға торғаны була, шуны, “саға” тип әйтәләр,-тигән.
Бөгөн беҙ балалар кәмеп, “сағалар” артып торған бер заманда көн итеп ятабыҙ, шикелле. Сәбәптәре тураһында уйлана ғына белмәйбеҙ.