Һаҡмар
+4 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
4 Апреля 2022, 16:44

Ҡәйнәнән ҡайҙа ҡасып ҡалырға?..

Һин белмәйһең генә, ҡушылған төндө лә беҙҙе ҡарауыллап йоҡламаны ул. Һеҙҙә башҡорттарҙа ҡыҙҙы никахлашҡан төндә ҡушалар, ә беҙҙә туй көнөндә. Беҙҙең элекке өйҙө беләһең бит, бәләкәй генә булды. Шул өйҙә туй үткәрҙе, беҙҙе лә үҙҙәрендә ҡушырға әҙерләгән. Үҙе моғайын берәйһенә ҡунырға барыр тип уйлаған туғандар яңылышты, аяҡ терәп ҡаршылашты, беҙҙе лә ебәрмәне. Туйҙан һуң өҫтәлдә ҡалған һауыт-һабаларҙа ризыҡтар өйөлгән, түрҙәге тимер карауатта беҙ, ишек төбөндәгеһенә ҡәйнәм ятты. Оялыуыбыҙ, үлгәнсе онотмам, тағы уның биш йыл ҡырҙа уҡығанлыҡҡа ишаралап, ҡыҙ түгелдер тип алдан һөйләнеүен ишетеүҙәр. Беҙҙә ҡәйнә туйҙың иртәгәһенә бәлеш бешерә, ҡыҙҙың сафмы, гөнаһлымы икәнлеген белдереү йолаһы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡәйнәнән ҡайҙа ҡасып ҡалырға?..Ҡәйнәнән ҡайҙа ҡасып ҡалырға?..
Ҡәйнәнән ҡайҙа ҡасып ҡалырға?..

Һәр ауылда ла ихлас, ярҙамсыл, эскерһеҙ кешеләр бар. Һәммәһе лә шулай ул ауыл кешеһе, тип әйтеп булмаҫтыр, әммә бер-икеһен ниңәлер күңел үҙ итә.

Төпкөл ауылыбыҙҙа элек автобус таңғы алтыла ҡуҙғалып китә ине, район үҙәгенә, Сибайға барғансы өс-дүрт сәғәт үтә, юл боҙолғанлыҡтанмы, хәҙер йөрөмәй. Мин дә ул саҡта үҙ йомоштарым менән юлға әҙерләндем, туҡталышҡа килгәндә бер нисә кеше килгән ине инде.

Ара-тирә, ҡараңғы-яҡтылы гаражға эшкә барыусылар шәйләнә, урман ҡырҡыусыларға йыйылырға иртә әле, былары тракторҙарына запчастәр йүнләүсе тракторсыларҙыр.

-Алыҫҡа йыйындығыҙмы, һаумыһығыҙ, -- йыраҡтан һүҙ ҡушып туҡталышҡа килеүсе ханым рус милләтенән.

-Оҙата сыҡтыңмы, әллә үҙең дә бергә йыйындыңмы? - ул төбәлгән эш кейемендәге йәш ирҙең мығырҙауынан юлға йыйынмағаны билдәле булды, бәләкәй балаһын күтәргән ҡатынын оҙата килгәндер, моҡсай-сумкалары байтаҡ ҡына.

-Һин дә баҙарғамы? - янымдағы башҡорт ҡатыны уға өндәште.

-Юҡ, мин шоферға йомош менән генә, - ханым йәш килендең эргәһенә яҡынланы.

-Юҡҡа ҡапыл уйлағанһың, балаңды етемлектә үҫтерәһеңме? Атайһыҙ ул үҫтермә, тигәндәр бороңғолар, иреңдән малай ҡалмаһын ине, тип тә теләгәндәр.

-Ул аждаһа ҡәйнәнән кәмһетелеп йәшәгәнсе, китһен бер бала булғанда, теләге булһа ҡултығына ҡыҫтырып булһа ла эшләр, илдә сәпсек үлмәй. Һиңә өйрәтеүе рәхәт, бай йәшәгәс ней, эскән ир, яуыз ҡәйнә менән нисек йәшәүҙе белмәйһең, ирең йүнсел, тегә-сигә, ағас-тимергә ҡулы оҫта, бал ҡорто үрсетә, бесән-утынға ҡытлыҡ кисермәйһең, күлдәгеңә тиклем тегеп кейҙерә. Малайҙарына һарай хәтле өйҙәр һалып индерҙе, хәҙер ейәндәреңә йортлоҡ аҡса йыяһыңдыр инде, - башҡорт ҡатыны йәш киленде яҡлап һүҙ күтәрҙе, мин килгәнгә тиклем булған һөйләшеүҙе дауам итеүе күрәһең, йәштәр боҙолошҡандарҙыр.

-Ә һин минең тормошомдо, нисек йәшәгәнемде ҡайҙан беләһең, - рус ҡатынының тауышы тыныс ине.

-Эйе, тормошом етеш, малайҙарыма өй эсенә ултыртырлыҡ өҫтәл-карауаттарына тиклем ырып-семәрләп үҙе яһаны. Ейәндәремә лә ер алырлыҡ аҡса бирҙек, дөрөҫ әйтәһең, тик һин минең дә һинең кеүек, кисә алған иремдең аҡсаһын бөгөн баҙарға барып туҙҙырып ҡайтҡым килмәүен ҡайҙан беләһең? Минең дә бәлки гел ирем теккән күлдәк-итәктәрҙә йөрөгөм килмәйҙер, үҙем теләп, һайлап алып кейемдәр кейгем киләлер? Гел кәрәк-кәрәк тип йәшәү ҙә ялҡыта, тик ирең булдырам тип тырышһа, терәк булырға кәрәклеген аңлайһың, түҙәһең, күнәһең, яраҡлашаһың. Хәҙер бына уландарымдың етеш тормошон күреп ҡыуанам, шөкөр итәм, ә ваҡытында мин дә күрҙем ҡәйнәнең уҫаллығын. Бер ауылда йәшәгәс кәмһетеүенә, әрләүенә сыҙамай әсәйемә ҡайтып китә инем.

-Үҙең теләп барҙың, йәшә, кеше көлдөрөп ҡайтып йөрөмә тип ҡыуып ҡайтарыр ине. Күрше тирәңә һөйләп, әҙәмде һөйөндөрөп ҡәйнәңде яманлап йөрөмә тип тыйҙы. Ә ҡәйнәң әйҙә һөйләнһен, барыбер һине насарлағандан яҡшы булып китмәҫ, өндәшмә. Бер әбейҙе переживёшь, ә ирең менән һеҙгә алда оҙон ғүмер кисерергә, балалар үҫтерергә, - тип өйрәтте.

Әсәйемдең ошо һүҙен тотоп йәшәнем, түҙә алмаҫ мәлдәрҙә.

Һин белмәйһең генә, ҡушылған төндө лә беҙҙе ҡарауыллап йоҡламаны ул. Һеҙҙә башҡорттарҙа ҡыҙҙы никахлашҡан төндә ҡушалар, ә беҙҙә туй көнөндә.

Беҙҙең элекке өйҙө беләһең бит, бәләкәй генә булды. Шул өйҙә туй үткәрҙе, беҙҙе лә үҙҙәрендә ҡушырға әҙерләгән. Үҙе моғайын берәйһенә ҡунырға барыр тип уйлаған туғандар яңылышты, аяҡ терәп ҡаршылашты, беҙҙе лә ебәрмәне.

Туйҙан һуң өҫтәлдә ҡалған һауыт-һабаларҙа ризыҡтар өйөлгән, түрҙәге тимер карауатта беҙ, ишек төбөндәгеһенә ҡәйнәм ятты. Оялыуыбыҙ, үлгәнсе онотмам, тағы уның биш йыл ҡырҙа уҡығанлыҡҡа ишаралап, ҡыҙ түгелдер тип алдан һөйләнеүен ишетеүҙәр. Беҙҙә ҡәйнә туйҙың иртәгәһенә бәлеш бешерә, ҡыҙҙың сафмы, гөнаһлымы икәнлеген белдереү йолаһы.

Тартыныуыбыҙ шул хәтле булғандыр, ирем һуңынан мейес башына менеп ятмаҡсы булды.

Туй ваҡытында ҡунаҡтар алдында ашарға оялғанлыҡтан, асыҡҡандыр ҙа, үтешләй шым ғына өҫтәлдән нимәлер алып ҡапты.

-Секстан һуң һәр саҡ ҡулдарҙы йыуып ашарға кәрәк, ысын, исемләп әйтте - ҡараңғыла ҡәйнәмдең карауатынан ҡысҡырыуына тертләгән ирем йәһәт мейес башына ырғыны, мин юрған аҫтына йәшендем. Был күрәһеләремдең башы ғына булған, өс йыл бергә йәшәп ауырға ҡала алманым, леспромхоз төҙөгән үҙебеҙҙең өйөбөҙгә сыҡҡандың беренсе айында уҡ ауырға ҡалдым, түлһеҙ исеменән ҡотолдом. Әммә өс йыл эсендә бөтә эштәрҙе еренә еткереп эшләргә, бәрәкәтле тормош көтөргә, аҡса тоторға өйрәндем.

-Икәү-ара татыу булығыҙ, ҡәйнә лә мәңге йәшәмәй, түҙергә тура килә. Һин дә эсмә, - рус ҡатыны йәш иргә төбәп ҡараны.

-Эсеп йөрөмәйем мин...

-Ай-һай... Ышандырмай, йылына ике тапҡыр эсһәң, был алкоголизмдең беренсе билдәһе, һин айына нисә тапҡыр эсәһең? Әйткәндәй, ағайың ҡатынын айырып рәхәт йәшәйме, ауыл эскеселәрен йыйып шағараҡ ҡора. Унан йәш ҡатынға боролдо:

-Ирең дә насар кеше түгелдер, һин дә уйлап ҡара, алама әҙәм ҡатын айырғанда оҙата килмәй, сумкаларын күтәрешмәй. Яңғыҙлыҡтан да ауыр ғазап юҡ, шуны аңлағыҙ.

Йәш ир ҙә, ҡатын да өндәшмәне, ауыр гөрһөлдәп Зил-131 машинаһы, беҙҙең көткән автобус, килеп туҡтаны. Беҙ башҡорт ҡатыны менән Кананикольскиҙән тулып килгән машинаға ултырҙыҡ, йәш килен ире эргәһендә ҡалды, рус ҡатыны шофер янына килде.

Бынан һуң байтаҡ йылдар үтте инде, бына улар ҙа хәҙер хөрмәтле ололар йәшенә еткәндәр.

Гөлдәр Калимуллина - Гөлдәр әбей.

Автор:Эльмира Киеккужина