Сихырсы
Миңзифа Ҡашҡарова - Хамматова
Нәргизә бар көсөнә тырышып-тырмашып көттө донъяны. Әсәһенә оҡшап егәрле лә сәмсел дә ине ул. Ләкин тормоштары һис кенә лә алға барманы. Рияздың донъя көтөрлөк дәрте булманы, бар белгәне урамда дуҫ иштәре менән күңел асыу булды. Ҡайтһа ҡайтты, ҡайтмаһа юҡ. Аҙналап ҡайтмаған саҡтары ла, айҙар буйына юғалған ваҡыттары ла булды. Эсеп ҡайтып боларыуҙары ла үҙәктәргә үтерлек ине. Ҡатын гел өмөтләнеп йәшәне, өлкәнәйә килә аҡылға ултырыр, эсеүен ташлар һәм кешесә йәшәрбеҙ тип хыялланды.
Күмертау ҡалаһында Хәлил исемле көслө мулла йәшәй тип ишеткән Мәғәфүрә ҡапыл ғына йыйынды ла юлға сыҡты. Бары тик өс көндән ҡайтып инде ул. Нәргизә өс балаһы менән әсәләренә килгәйне ул көндө. Ишек алдында һыулы биҙрә тотоп нимәлер эшләп йөрөүсе әсәһенә көлөп ҡараны ҡатын.
— Әсәәәй, нимә сихырлап йөрөйһөң унда, - тип һөрән һалған ҡыҙына Мәғәфүрә асыулы өндәште.
— Шым! Нимә яр һалаһың? Ҡара урамды, - тип ымланы. Нәргизә ҡапҡа аша урам яғына күҙ һалды. Ике ҡулын артына ҡуйған Мәхүпямал әбей урамда йүгергеләп йөрөй ине. Нәргизә бер нимә лә аңламаны, әсәһенә аптырап текләне. Мәғәфүрә өшкөрөлгән тоҙло һыуҙы ишек алдына, нигеҙ буйҙарына һибеп бөткәс ҡыҙына ымланы, әйҙә анауында ултырайыҡ әле. Ишек алдында үҫкән ҡушҡайын төбөнә атаһы өҫтәл менән эскәмйә эшләп ҡуйғайны. Бөтәһенең дә яратҡан урыны ул ҡушҡайын төбө.
Әсәле-ҡыҙлы эскәмйәгә килеп ултырҙылар.
— Хәлил мулла тоҙ өшкөрөп бирҙе. Донъяңды ҡоротоу өсөн көслө сихыр эшләнгән, нигеҙ буйҙарына, ишек алдына һибергә ҡушты. Сихыр эшләгән кешегә сихыр әйләнеп ҡайтһа, сыҙамай өйөңә йүгереп килә тине. Ҡарале, балам. Мәхүпямал әбей ҡалай йүгерә. Йә инде, нишләп булышырға кеше менән, - тип көрһөнгән әсәһе менән ҡуша уфтанып ҡуйҙы Нәргизә лә.
Егерме дүртен яңы тултырған Нәргизә кешеләрҙең ниңә яуызлыҡ эшләүҙәрен аңламай ине. Өндәшмәй генә әсәһен тыңлап тик ултырҙы ул.
Шул хәлдән һуң, Мәғәфүрә Мәхүпьямалды тупһаһына баҫтырманы. Тормош үҙ яйына тәгәрәй бирҙе.
Рияз менән Нәргизәнең генә тормошо яҡшырманы. Ирен өҙөлөп яратҡан ҡатын үҙ тормошона күнеп йәшәне. Ныҡ үҙәгенә үткән мәлдәрендә өс балаһын етәкләп әсәһенә ҡайтып китәм, тип ҡаңғырҙы. Ире аяғына йығылып инәлеп, анттар итеп ҡалдырҙы. Инде тормошо яйланды тип ҡыуанған ҡатын тағы дәртләнеп донъя көтөргә тотондо. Әммә Риязмы һуң инде, тыныс ҡына донъя көтөр кеше. Тағы үҙ юлынан киткән ире артынан шым ғына ҡарап ҡалыр ине Нәргизә.
Иренең әллә ҡайҙа йәһәннәмгә түгел, ә күршегә генә йөрөүен дә һиҙмәне ул. Йылмайып көлөп һөйләшеп йөрөүсе, кәрәк саҡта йомош юлға йөрөшөүсе күршеһе Әлифә Нәргизәнән һигеҙ йәшкә оло ине. Әлифәнең уның ирен тартып алырға йөрөүе йәш ҡатындың башына ла килмәне.
Кешенән ошо хәлде ишеткән Нәргизәнең башына таяҡ менән һуҡҡан кеүек булды. Иренең йәш, матур ҡатыны өҫтөнән ҡарт һәм йәмһеҙ ҡатынға йөрөүен аңлай алманы ул. Бер ҡатлы һәм эскерһеҙ Нәргизә иренең һәм күршеһенең хыянаты алдында нишләргә лә белмәй юғалып ҡалды. Кистәрен ирен эргәһенә яҡын килтермәне, Рияз яҡынлаһа араларында Әлифә тора тип күҙ алдына килтерә лә ғәрләнеп иларға тотона ине.
— Китәм, китәм, ебәр мине, - тип үкһегән ҡатынын ебәрмәне Рияз.
Яҡты донъя һүрәнләнеп ҡалған кеүек ине Нәргизәгә. Йөрәк яралары бик оҙаҡ бөтәште. Хатта бөтәшеп тә өлгөрмәне шикелле, Рияз ҡатынына яңынан яңы яралар өҫтәп кенә торҙо. Бер тарих тамамланыуға яңыһы барлыҡҡа килеп кенә торҙо.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һушын алырлыҡ төҫ башҡа эйә Рияз үҙен әллә кем итеп тотто. Юлында осраған бер итәкте лә ысҡындырманы ул. Үҙенең юнһеҙ йүгәнһеҙ тормошона маҡтанып йәшәне ул. Уныңса ҡатын ҡыҙҙар менән мауығыу ир кешене биҙәй торған сифат ине.
Нәргизәнең өмөттәре аҡланманы, өлкәнәйә килә лә яҡшы яҡҡа үҙгәрмәне ире Киреһенсә, шашҡандан шашты. Биләгән вазифаһы ла булышлыҡ иткәндер. Бөтөп барған ҙур ғына совхоздың директоры итеп тәғәйенләнгән ир, өйөнә йыуынып өҫтөн алыштырырға ғына ҡайта ине. Ҙур урында эшләһә лә, ғаиләһен иркен йәшәтмәне ул. Булған аҡсаһын һөйәркәләренә туҙҙырҙы.
Нәргизәһе бер нимә лә һиҙмәй йәшәүен белде. Йорт ҡуралағы барлыҡ эш, балаларҙы тәрбиәләү ҡатындың иңдәренә һалынған ине. Арып-йонсоп йәшәүсе Нәргизәнең ирендә эше лә булманы.
Рияз был ваҡытта яңы мөхәббәт ҡорбаны ине. Күрше ауылдан йәш һәм сибәр Вилиәгә баштан аяҡ ғашиҡ булған ине ул. Бик оҙаҡ йөрөнөләр улар ҡасып-боҫоп. Ауылда бер генә кеше лә һиҙмәне улар араһында һөйөү барлығын. Рияз оҙаҡ ҡаңғырҙы. Ҡатынын айырып Вилиәне алыр ине, балалар күмәгәйеп китте. Нәргизәһе йыл һайын балалап тик ятты бит, Рияздан һорап та торманы. Ғаиләһендә ҡалһа, Вилиәһеҙ йәшәүҙең нисек булырын күҙ алдына килтерә алманы. Нәргизәне яратманы Рияз, ниңә уға өйләнеүен үҙе лә аңламай ҡалды шул. Уныһы иргә сат йәбешеп сыҡты ла, бер көтөү балаға күмде лә ҡуйҙы. Балаларына ла ҡаты ине Рияз, яратмаған ҡатындан тыуған балалар үҙенеке булһа ла, һөйөп яратманы уларҙы. Нәргизә ирле көйө ирһеҙ, балалар атайлы көйө атайһыҙ йәшәнеләр.
Ҡайһы юлды һайларға белмәй аптыранған ир дуҫының кәңәшен тыңлап, ғаиләһен һайланы. Вилиәгә ҙур ғына сумма аҡса биреп, Сургут ҡалаһына оҙатты Рияз. Һөйәркәһенән ҡотолғас, иркен тын алып, әҙерәк донъя төҙәткән булып йөрөнө ир. Бер ни һиҙмәгән Нәргизә, иренең эшкә тотоноуын күреп ҡыуанды. Ниһәйәт, бәхете ҡалҡты тип уйланы ҡатын. Ире менән аралары яҡынайҙы, Риязы уға иғтибарлы була башланы. Тормош гөрләне.
Нисек тиҙ гөрләһә, шул тиҙлектә кире артҡа тәгәрәне тағы ла. Был ни хәл, бер ҙә генә алға китеш юҡ.
Рияз эсеп ҡайтып Нәргизәгә ҡул күтәрә башланы, икенсе ирҙәргә ҡушты. Өйҙә тыныслыҡ юғалды.
Йүкә телефондар Рияздың күрше ауылдағы Фәүзинә исемле ҡатынға йөрөүен алып килеп еткерҙеләр. Нәргизә ултыра төштө лә ҡуйҙы. Ир бирмәк йән бирмәк, тиеүҙәре дөрөҫтөр. Ҡатын бик ауыр кисерҙе хыянатты.
Нишләп һуң әле, бер ҙә генә уңманы ул тормошонан? Мәхүпямал әбейҙең һүҙҙәре дөрөҫ булып сыҡтымы ней. Ир бәхете яҙылмаған был ҡыҙҙың маңлайына. Маңлайына яҙылмаған, яҙылмаған...
Нәргизә ике ҡулы менән ҡолаҡтарын ҡапланы. Ә ҡолағында яңғыраған тауыштан ҡотола алманы, Мәхүпямал әбей тауышы яңғырап тик торҙо: “Ир бәхете яҙылмаған! Ир бәхете яҙылмаған...”
Фото интернеттан алынды.