Әҙәби бит
27 Марта 2022, 17:01

Бәхетһеҙлек аша килгән бәхет

Яҡыныңдың ғүмер сәғәттәрен һанап йәшәүҙән дә ауырыраҡ нимә бар икән? Әмир эшен ташлап, ҡатынын тәрбиәләй. Аҫтын да үҙе алыштыра, ҡалаҡлап ашата, сәй эсерә. Үҙенән алда бигерәк тә балалары өсөн ҡайғырҙы. Береһенә - 2, икенсеһенә 4 кенә йәш бит әле. Гөлсөм аңына килгән саҡта күҙен күҙҙәренән алмай. Балалары ла эргәһенән китмәй... Тулыраҡ:

Добавить в предпочтительные источники Google

Бәхетһеҙлек аша килгән бәхет

Әмир Гөлсөмгә армиянан ҡайтҡас та өйләнде. Гөрләтеп туй яһанылар. Икеһе лә колхозда: Әмир – иретеп йәбештереүсе, Гөлсөм һауынсы булып эшләне. Бер-бер артлы балалары тыуғас та Гөлсөм өйҙә оҙаҡлап ултырманы. Яңы ғына һалып ингән йорт эргәһенә мунса ла, башҡаһы ла, балаларҙы ла ҡарарға кәрәк тип эшкә сыҡты. Ике бала ла, донъя мәшәҡәттәре лә күберәк ҡәйнәһе Бибинурҙың иңенә ятты.

Бер көн Гөлсөм иртәнге һауындан ҡайтҡас та, тиҙ генә район үҙәгенә барып киләм, балаларҙың өҫтәренә кейем кәрәк, тип ашығып сығып китте. Тупһа аша атлағанда ғына Алла бирһа, тип кенә әйтмәгәндер инде. Сөнки уға башҡаса үҙ аяҡтары менән ҡайтып инергә насип булмай...

Төш ауҙы, кис булды. Гөлсөм һаман да ҡайтманы. “Балаларын да, эшен дә онотоп ҡайҙа йөрөй икән ул”, - тип ҡәйнәһе Бибинур ҙа аптыранды. Кис эштән һуң Әмир ҡайтҡас, ҡатынының һаман да юҡлығын белеп, колхоз рәйесенең машинаһын алып, ҡалаға китте. Туп-тура полицияға юлланды. Бында уға юл буйында ҡанға батҡан бер йәш ҡатынды табып алыуҙары хаҡында әйтәләр. Уны таныу өсөн Әмирҙе үҙҙәренә эйәртеп, дауаханаға киттеләр. Башы бинт менән уралған, ҡанға батҡан Гөлсөмөн шунда уҡ таныны. Врачтар уны бында дауалап булмай, Өфөгә ебәрергә кәрәк, тип белдерә.

Гөлсөм кәрәкле әйберҙәрен алғас, тиҙерәк ҡайтып етеү өсөн юлға сыҡҡан була. Уҙып барған йөк машинаһын туҡтатып, кузовҡа менеп ултыра. Ләкин шәп барған машина боролошта елеп үткәндә, Гөлсөм тотоноп өлгөрмәй, ҡолап төшөп ҡала. Башы ташҡа бәрелеп, ул шунда ятып ҡала. Водитель әллә күрмәй, әллә күрһә лә, яуаплылыҡтан ҡурҡып, туҡтамай. Ә Гөлсөмдө сит кешеләр табып алып, дауаханаға илтә.

Ҙур хыялдар менән янып йәшәгән ғаилә алдына шундай ҙур һынауҙар ҡуйыла. Әмирҙең эсендә ниҙер шартлап өҙөлгәндәй була. Ҡулына бер эш тә бармай, балалары менән элекке кеүек уйнамай ҙа. Улары ла әсәләрен һағынып илай.

Гөлсөмдө дауахананан Әмир күтәреп алып ҡайта. Ләкин врачтар уның баш мейеһенә ҙур зарар булған, оҙаҡ йәшәмәйәсәк, уҙа барһа бер ай, тип белдерә.

Яҡыныңдың ғүмер сәғәттәрен һанап йәшәүҙән дә ауырыраҡ нимә бар икән? Әмир эшен ташлап, ҡатынын тәрбиәләй. Аҫтын да үҙе алыштыра, ҡалаҡлап ашата, сәй эсерә. Үҙенән алда бигерәк тә балалары өсөн ҡайғырҙы. Береһенә - 2, икенсеһенә 4 кенә йәш бит әле. Гөлсөм аңына килгән саҡта күҙен күҙҙәренән алмай. Балалары ла эргәһенән китмәй. Бәләкәсе бигерәк тә әсәһе менән бергә булырға теләп, өҫтөнә менә лә китә.

Өмөт менән өмөтһөҙлөк араһында йәшәп шулай бер ай уҙҙы. Үлем менән көрәшә-көрәшә Гөлсөм йәшәй бирҙе. Ай буйы ҡатынын ҡараған Әмиргә лә эшкә сыҡмай сара ҡалманы. Бибинур инәйҙең иңенә тағы ла донъяның мәшәҡәттәре ятты. Йәше лә апаруҡ барған кешегә был да еңелдән түгел ине. Бер көн шулай башы әйләнеп, ҡолап китте. 4 кенә йәшлек Илнар уны күтәреп торғоҙа алмай, ялан аяҡ урамға йүгереп сыға. Ҡаршыһына осраған Фәндиҙәне ярҙамға саҡыра. Шул көндән алып Фәндиҙә был өйҙә йышыраҡ була башлай. Тамағын да бешерҙе, балаларҙы ла ҡарыны, Гөлсөмдө лә тәрбиәләне.

Әмирҙең яратып өйләнгән ҡатынының әле иҫән булып та, был өйгә йышлауы Фәндиҙә өсөн дә еңел түгел ине. Кешенең ауыр сағы, тип торманылар, Гөлсөм тере булып та, Фәндиҙә Әмиргә кейәүгә сыҡҡан, тип һөйләнеләр. Бының дөрөҫлөккә тап килмәүен улар үҙҙәре генә белә ине. Нахаҡ һүҙҙәргә ҡарамай, Фәндиҙә был ғаиләгә ярҙам итеүҙән туҡтаманы.

Ғүмере бөтөпмө, әллә ваҡыты етепме, Бибинур үҙ сиратын Гөлсөмгә бирмәй, баҡыйлыҡҡа күсте. Кәфенгә төрөр алдынан Әмир Гөлсөмдө күтәреп алып сыҡты. Биш йылдан артыҡ бергә әсә менән ҡыҙ кеүек матур йәшәгән ҡәйнә менән килен оҙаҡҡамы-түгелме, шулай хушлашты. Фәндиҙә уның аяттарын матур итеп уҡытып, үткәреп ебәрҙе.

Интегә-интегә булһа ла Гөлсөм тағы ла ярты йыл йәшәне. Һыҙланыуҙарын укол да баҫмай башланы. Фәндиҙә уны матур итеп ҡарап, тәрбиәләп торҙо. Гөлсөм үлер алдынан ғына ҡарашы менән бөтәһен дә үҙенә саҡырып алды. Балаларына, иренә, Фәндиҙәгә ҡараны ла күҙҙәрен йомдо...

Гөлсөмдө һуңғы юлға оҙатҡас, Әмир Фәндиҙәгә китмә, бында ҡал, тип тәҡдим яһаны. Баҫалҡылығы арҡаһында 26 йәшкә тиклем кейәүгә сыҡмай, ҡарт ҡыҙ булып һаналғанлыҡтан, ул оҙаҡ уйлап торманы, ризалашты. Фәндиҙә балаларға айырыуса иғтибарлы булды. Улар менән тиҙ уртаҡ тел тапты. Үҙ балаһы булмаһа ла, шундай матур итеп тәрбиәләне. Башта был ғаиләне ҡыҙғанып, ауыр саҡтарында ярҙам итәйем тип кенә килгән Фәндиҙә шулай итеп был йортта әсәй ҙә, ҡатын да булып төпләнде. Халыҡ уларҙы күптән инде ир менән ҡатын итеп бөтһә лә, өйләнешкәс тә, улар байтаҡ ҡына ваҡыт бер-береһенә яҡынлай алманы.

Тәүге йылдары Әмир ҙә уға Гөлсөм тип өндәште, балалар ҙа әсәләрен йыш телгә алды. Бының шулай булырын яҡшы аңлай ине Фәндиҙә. Улар иң яҡын кешеләрен һағынырға хаҡлы бит.

Ауыр саҡта яурынын ҡуйған ҡатын – яҡшы ҡатын. Әмир быны беренсе көндә үк аңланы. Фәндиҙә ике балаға ҡәҙерле әсәй, Әмиргә тоғро ҡатын була белде. Балалары ҙурайып, үҫеп китеп бөткәс кенә Хоҙай Тәғәлә Фәндиҙәгә әсәй булыу бәхетен бүләк итте – ул бәпес тапты.

Яратышып өйләнешмәһәләр ҙә, ауырлыҡ уларҙы ҡауыштырҙы. Һынауҙар аша килгән бәхеттең дә ҡәҙерле булыуын улар үҙҙәре генә белә...  

Физәлиә Дәүләтгәрәева.

Лилиә ТАКАЕВА тәржемәһе.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева