Икмәк (Булған хәл)
Һуғыш тамамланған ғына йыл булған. Тимер юл станцияһына килеп туҡтаған поездан бер ир кеше төшә лә, егеүле ат күреп, шуның янына бара. Ҡуйынынан икмәк сығарып, атҡа ашата башлай. Тирә-яҡтағылар тамам аптырауға ҡала. Сөнки икмәктең һәр бер бөртөгө ҡәҙерле саҡ бит. Кеше аслыҡтан тилмерә, ә был икмәген атҡа ашата. Тилергән, алйығандыр, тип ғәжәпләнәләр. Береһе түҙмәй һорап ҡуя: “Ниңә икмәгеңде атҡа ашатаһың? Кешеләр бер телем икмәккә зар-интизар булып тилмерә бит”. Ә ул: “Мин ғүмерем буйы кешеләргә яҡшылыҡ эшләнем, ә улар миңә нахаҡ бәлә яғып, төрмәгә ултыртты. Иҫән-һау сыҡһам, атҡа икмәк ашатыр инем, тигән әйткән нәҙер һүҙем бар ине. Бына хәҙер шуны үтәнем. Мин ғүмерем буйы ат егеп эшләнем, ул миңә бер ҡасан да хыянат итмәне”, - тип яуап биргән.
Дөрөҫ, ҡайһы ваҡыт үҙ-ара мөнәсәбәттәрен боҙоп, әҙәп-әхлаҡ яғынан хайуандарҙан да насарыраҡ ҡыланыусылар бар. Был донъяла булмаһа, теге донъяла яуап тотасаҡтарын, кеше рәнйеше балаларына төшөүенән дә ҡурҡмаусылар бар... Ҡыҙғаныс...
Фото интернеттан алынды.