Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
22 Марта 2022, 15:05

Бейәләрҙә лә әсә йөрәге бар

Ваҡыты еткәс, ысында ла шундай матур ҡолон донъяға килгән. Уны ҡарар өсөн тирә-яҡтан бик күп кеше йыйылған. Әммә 5-6 көндән ҡолон ауырый башлаған һәм үлеп тә киткән. “Әллә күҙ тейҙеме икән?”, - тип уйлашҡандар. Мал врачтары бер ниндәй ҙә сәбәп тапмаған. Ләкин шуныһы, үлгән ҡолондо алып сығып китә алмай ыҙалағандар... Тулыраҡ:

Һуғыштан һуң булған был хәл. Бер яугир Германиянан ялтырап торған, тоҡомло ат алып ҡайтҡан булған. Уны өйөргә ҡушҡандар. Бик матур бер башҡорт тоҡомло бейәне ҡасырғандар. Ниндәй ҡолон тыуыр икән, тип түҙемһеҙләнеп көткәндәр. Ваҡыты еткәс, ысында ла шундай матур ҡолон донъяға килгән. Уны ҡарар өсөн тирә-яҡтан бик күп кеше йыйылған. Әммә 5-6 көндән ҡолон ауырый башлаған һәм үлеп тә киткән. “Әллә күҙ тейҙеме икән?”, - тип уйлашҡандар. Мал врачтары бер ниндәй ҙә сәбәп тапмаған.

Ләкин шуныһы, үлгән ҡолондо алып сығып китә алмай ыҙалағандар. Бейә үҙ балаһын кеше ҡулына бирергә теләмәгән, яҡын да юлатмаған. Уны бәйләп ҡуйып, нисек кәрәк шулай ҡолондо алып сығып китәләр. Ләкин 15-20 аҙым үтеүгә кәртәлә гөрһөлдәгән тауыш ишетелә. Йүгереп барып инһәләр, бейә торған урынында ғына ҡолап, йән дә биргән булған. Халыҡ уның  оло ҡайғынан - балаһы-ҡолоно үлгәндән йөрәге шартлаған, тип ҡуя.

Балаһын юғалтыу ҡайғыһын малдар ҙа ауыр кисерә икән...

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас