Халыҡта шундай әйтем бар – туғаның хәйерсе булһа – бирә алмай, бай булһа – күрә алмай. Бәлки, ул башҡасараҡ яңғырайҙыр. Ләкин уның мәғәнәһе шунда – бер ғаиләлә тыуып үҫкән туғандарҙың береһе бай, икенсеһе ярлы булһа, тормош көткәндә ныҡ һиҙелә.
Беҙ ғаиләлә ике ҡыҙ үҫтек. Икебеҙҙең дә яҙмышыбыҙ ике төрлө булды. Мин ауылда ҡалдым. Апайым ҡалаға китеп төпләнде. Юғары белем алды, бик бай егеткә кейәүгә сыҡты. Хәҙерге көндә уларҙың үҙ эштәре бар, сауҙа нөктәһе тоталар. Бай тормошта йәшәйҙәр. Апайым бәләкәй саҡтан уҡ үҙ-үҙен ныҡ ярата ине. Һәр нәмәгә ҡыҫылып, аҡыл өйрәтергә яратты. Уныңса булмаһа ныҡ ҡына үпкәләй ине. Аҙналап һөйләшмәй ҙә йөрөй.
Уның холҡон белгәнгә гел уға юл ҡуйып килдек. Әсәйем дә уны артыҡ ныҡ иркәләтте шул. Матур күлдәктәр, биҙәүестәр алырға унан аҡса йәлләмәне. Ә мин тыумыштан бик баҫалҡы булдым. Минең дә матур итеп кейенеп йөрөргә теләһәм дә ата-әсәйемдән һорарға уңайһыҙлана инем. Атайым колхозда төнгө ҡарауылсы, әсәйем һауынсы булып эшләне. Аҡсаларын да гел һанап ҡына торҙолар. Мин апайымдан ҡалған кейемдәрҙе кейеп үҫтем. Шулай тормошҡа зарланмай, булғанын шөкөр итеп йәшәргә күнектем.
Мин әле лә туғаным өсөн өҙөлөп торам. Ҡунаҡҡа ҡайтһалар алдарында бейеп йөрөйөм, мунса яғам, мул табын әҙерләйем. Ләкин апайым мине бер ҙә күрмәне, уның алдында авторитетым булманы. Ярты йыл элек ҡыҙҙарын кейәүгә бирҙеләр. Бик ҙур ресторанда ҡунаҡ булдылар. Туйға беҙ ҙә саҡырыу алдыҡ. Туйға ҡаҡланған ҡаҙҙар, бауырһаҡтар күтәреп барҙыҡ. Ресторанға килгәс, беҙҙе ситтә генә, ишек төбөнә ултырттылар. Түрҙә иһә ҡуҡырайып китеп, беҙгә таныш булмаған затлы кейемле ханымдар, ирҙәр ултырҙы. Мин быға бик көйләндем, кәмһендем. Иң яҡын туғаныңдың урыны ла түрҙә булырға тейештер бит инде. Беҙ ауыл кешеләре булғас, үҙҙәренең министр таныштары алдында уңайһыҙланғандарҙыр инде.
Туй бик матур уҙҙы. Өҫтәл затлы һый менән тулы ине. Ҡайһы бер ризыҡтарҙы тәүгә күрҙем. Мин элек телевизорҙа ғына күргән артистар сығыш яһаны. Тамаданың да бик еллеһен саҡырғандар ине. Ләкин иң ҡыҙғанысы шул – башҡалар ҡотлап, бүләктәрен тапшырғанда, беҙгә һүҙ ҙә бирмәнеләр. Алып килгән конвертыбыҙҙы коробкаһына һалып ҡайтып киттек. Ирем ауыл кешеһе булһа ла бик ғәрсел. “Апайыңдың исемен минең алда телгә лә алма”, - тип тыйып ҡуйҙы. Әле апайымдар баш ҡалала ҙур өй һалып инделәр, аят уҡыттылар. Ләкин унда беҙгә урын булманы. Хәҙер уйлайым, уҡытҡан аятының сауабы булыр микән? Сөнки аят уҡыған мулла кисә генә телевизорҙа: “Туғандарығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ”, - тип вәғәздәр һөйләне. Үҙ туғанымдың шундай булғанына ғәрләнәм. Беҙ бит бер туғандар. Уны ҡосаҡлап, һыйынғым килә, серҙәрем менән уртаҡлашҡым килә, кәңәшләшкем килә...
Фәғилә.
Фото интернеттан алынды.