

Гөлнара менән Илнур өс йыл йөрөнөләр. Ҡыҙ егетте армиянан көтөп алды. Ғаилә ҡорғас, ауылдан алыҫ булмаған ҡалаға сығып киттеләр. Икеһенә лә һәйбәт кенә эш тә табылды. Ипотекаға фатир алып, ҡала тормошон башланылар. Ғаилә арбаһы тигеҙ юлдан шыма ғына тәгәрәне. Бер-бер артлы улдары тыуҙы. Ҡулдан булһа ла, машина алып ебәрҙеләр. Ауылдарына ҡайтҡанда ата-әсәләре, күрше-күлән бәхетле парға һоҡланып ҡараны.
Тормош ғүмер буйына шулай дауам тигән фекерҙә ине улар. Яратышып-һөйөшөп туя алмаған кеүек ҡыландылар. Ауыҙҙар -ауыҙҙа, күҙҙәр күҙҙә булды.
Бер көндө Гөлнара, үҙе лә һиҙмәҫтән, иренең телефонына килгән хәбәрҙе асып ҡараны. Бына һиңә мә! Уның ире инстаграм ғына ҡарап ултырмаған бит, һөйәркәһе бар икән. Илнур һис кенә лә ғәйебен таныманы. Һүҙгә һүҙ эйәрҙе, әйткеләш-талаш китте. Белмәй йөрөгән икән: ире хәтәр ҡыҙыу кеше булып сыҡты, ғәйепте ҡатынына ауҙарҙы. Ул ирҙең тормошон боҙоусы шымсы Гөлнараға әйләнде. Имеш, ҡыҙ дегәнәк һымаҡ йәбешмәгән булһа, өйләнеү уйында ла булмаған, рәхәтләнеп йөрөп ҡалырға йыйынған икән. Талаша торғас, ете йыл йәшәгән бәхетле тормош емерелеү сигенә килеп етте.
--Китһәм, балаларҙы үҙем менән алам. Күр ҙә тор. Һине әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәм,--тип ҡайнаны Илнур.
--Ҡарап ҡарарбыҙ, күрербеҙ. Үҙең балаларһыҙ ҡалма әле.
Быға тиклем ҡыл да һыймаған араға көн һайын шундай талаш килеп ҡыҫыла башланы. Ундай саҡта телгә бер рәтле нәмә лә килмәй, һүҙ эйәрә һүҙ сығып ҡына тора. Малайҙар, ата-әсәһенең ҡысҡырышыуҙарын ишеткән һайын, ҡурҡып, һөйләшмәҫ булдылар. Ир ҙә, ҡатын да балаларынаң психикаларын боҙоуҙарын аңлайҙар ине, әммә һүҙ көрәштереүҙән туҡтарға уйламанылар. Ахырҙа, Илнур нәмәләрен йыйып, өйҙән сығып китте.Үҙенә айырым бүлмә табып, шунда йәшәй башланы.
Бындай хәлде көтмәгән Гөлнара тәүге мәлдәрҙә бик өҙгөләнде, ҡайҙа барып һуғылырға белмәне. Ҡулына эш барманы, тамағынан ризыҡ үтмәне. Унан әҙерәк һыуына төштө. "Ярар, һеперткеһенең әлләни сибәрлеге лә, белеме лә юҡ. Минән йәш тә күренмәй. Ҡыҫҡаһы, күҙгә бәрелеп торорҙай түгел. Илнур ундай "үтмәҫ тауар"ҙы нишләп кенә һайлағандыр инде. Шуға ҡарап мине ташланымы икән. Ярай, мин мин инде. Ә балалар? Уларҙың ни ғәйебе бар һуң? Алып китәм икеһен дә тигән була. Шулай булмай ҙа! Киткән икән, китһен. Етте! Бирешмәҫкә, сабыр булырға, яңыса йәшәргә өйрәнергә кәрәк,"--тип уйланды ҡатын.
Беренсе эш итеп, бөҙрәханаға барып, сәстәрен бер аҙ ҡыҫҡартып, мелирование яһатты, унан һуң тырнаҡтарын эшләтеп ҡайтты. Шунан сират кейемдәргә етте. Гел кейеп йөрөгән кроссовкалары менән джинса салбарын күҙ алдынан алып, йыйып ҡуйҙы. Йәшерәк сағында кейгән күлдәктәрен сығарҙы. Әле бик ҡалынаймаған икән, күлдәктәре таман ғына. Асыҡ түшле бер нисәүһен һайлап, шуларға тура килгән муйынсалар алды. Шул күлдәктәрҙе бейек үксәле туфлилары менән кейә башлағас, былай ҙа матур Гөлнара күҙ төшөрлөк һылыуҡайға әйләнде.
Ул такси йөрөтөүселәр ойошмаһында диспетчер булып эшләй ине. Ҡайһы бер ирҙәр, ҡатындағы бындай үҙгәрештәрҙе күреп, телдәрен ауыҙлыҡтан ысҡындырып, бәйләнә лә башланылар. Гөлнара үҙ башынан кискәндәрҙән шаҡтай алйығанға, күтәренке күңел менән йөрөгәндәй ҡыланһа ла, романдар ҡуйыртырға ашыҡманы. Яйлап уның тормошо юлға һалына башланы һымаҡ. Иренән башҡа йәшәргә лә өйрәнеп килә шикелле. Улдары баҡсаға йөрөйҙәр, бармайбыҙ тип инәлтмәйҙәр. Һирәк-мирәк кенә сөскөрөп, йүткереп алыуҙарын иҫәпкә алмағанда, ауырыуҙарға бирешмәйҙәр, бөтәһе лә һәйбәт.
Инде шулай тынысланып, айырылышыу көтөп йөрөгәндә, ире ҡапыл ғына йөҙ һикһән градусҡа әйләнде лә ҡуйҙы. Ҡабат аяҡ та баҫмайым тигән фатирҙарына башта ял көндәрендә килде. Малайҙар менәнтмәш килеп уйнай, уларҙы үҙе менән парктарға йөрөргә алып китә башланы. Уйынсыҡтарға күмде, тәм-томдар менән һыйланы. Ә һуңғы ваҡыттарҙа эштән һуң һәр кис килергә эйәләште. Юл ыңғайында аҙыҡ-түлеген алып килә, улдары янынан китмәй. Нәҡ элеккесә йөрәй, әйтерһең, бер нәмә булмаған, үҙен иркен тота.
Иренең был ҡыланышы Гөлнараның башына ла һыйманы. Нимә эшләмәксе була һуң ул? Хыянатын кисерер тип уйлаймы. Юҡ, яңылыша. Йөрөмәҫкә ине унда әллә кемдәргә күҙ атып. Мәңге кисермәйәсәкмен, яңғыҙ булыуым мең артыҡ, тип уйланды ул, Илнурға ҡырын-мырын ғына ҡарап. Уйлауын уйлай ҙа ул, әммә күңеле башҡаса өҙгөләнә шул. Нимә һуң ул мөхәббәт? Уның ни икәнен ныҡлап белмәһә лә, ҡасандыр бик матур йәшәгән саҡтары иҫенә төшә. Күңелендә әле онотолоп өлгөрмәгән хәтирәләре яңыра. Бер-береһен һағынышып, осорҙай булып, атлығып өйгә ҡайтҡан минуттары...Ярата бит ул ирен, хәҙер ҙә өҙөлөп яраты. Тик ниңәлер баш биргеһе генә килмәй, һаман да киреләнгән була. Ә тегеһе берәй кис килмәй ҡалһа, нимә эшләргә лә белмәй. Нимә көтә һуң ул? Аяғына ҡолап, ғәфү ит тип ялыныуынмы? Ҡатын күңеле менән һиҙә, бик һиҙә. Ире тиккә генә йөрөмәй бит инде. Уның яңынан үҙ ғаиләһе, ҡасандыр күҙҙәренә генә ҡарап торған Гөлнараһы янына ҡайтҡыһы килә.
--Илнур, нимәгә тип һаман башты ҡатыраһың һин? Минең һине саҡырғаным юҡ!
-Әллә мине балалар менән осрашыуҙан да тыйыр инеңме? Беҙ әле айырылышмаған да.
-Телеңә һалынма, ул көндө көтөргә күп ҡалманы инде.
-Бәлки мин кире уйлағанмындыр.
-Ә мин кире уйламайым. Һаман шул ҡатын менән осрашып йөрөйһөң, ә үҙең...
-Һин мине ҡыуып сығарҙың.
-Юҡ-юҡ, мин һине ҡыуманым, үҙең сығып киттең. Ә хәҙер миңә үҙемсә йәшәргә ирек бирмәйһең, килеп ҡамасаулап йөрөйһөң.
-Ҡамасауламайым. Теләгәнсә йәшәй бир. Мин малайҙар янына килдем. Киләм, бынан һуң да киләсәкмен.
-Әәә, шулаймы? Бик һәйбәт! Тимәк, һин балалар менән ултырғанда, мин теләгән еремә бара алам. Шулаймы?
-Эйе. Рәхәтләнеп йөрө...---тип, эстәге уйҙарын тышҡа сығармайса, теләр-теләмәҫ кенә ризалашҡандай булды Илнур.
-Бик һәйбәт. Иртәгә лә киләңме?
-Ярай, киләм.
Икенсе көндө Илнур ишектә күренеүгә, Гөлнара сығып китергә әҙерләнгән, көҙгө ҡаршыһында сәстәрен рәтләп тора ине инде.
Илнур:
-Ҡайҙа барырға йыйындың?--тип һорамай түҙмәне.
-Осрашыуға саҡырҙылар!
-Һинеме? Кәрәкле кишер япрағы. Кемгә кәрәкһең һуң һин?--тине сер бирергә теләмәгән Илнур, үҙе лә һиҙмәйсә.
-Һиңә кәрәкмәһәм дә, башҡаларға бик кәрәкмен,--тип көлгән булды Гөлнара.
-Ярай-ярай, ҡыланып ҡал! Тик уйындан уймаҡ сығарма,--тине теш араһынан ғына ире.
-Борсолма, Илнур, оҙаҡламам. Мин ҡайтҡансы һин бында булырһың тип уйлайым,--тине Гөлнара һәм, һүҙҙе бөткәнгә һанап, сығып китте.
Илнур тәҙрә ҡорғанын саҡ ҡына асып, урамға ҡараны. Уларҙың подъезы төбөнә аҡ төҫлө машина килеп туҡтаны. Яҡшы кейенгән ир, төшөп, ҡатынға ултырырға булышты. Әкрен генә ҡуҙғалып киттеләр. Илнур уларҙы ҡарашы менән "ашап", оҙатып ҡалды. Күңеле үпкә тойғоһо, әллә ниндәй ауыр хистәр менән тулды.
Артабан бындай күренештәр тағы ла ҡабатланды. Илнур һәр кис тигәндәй килә. Гөлнара балаларҙы уға тапшырып, иренең йөрәген илатып, осрашыуҙарға сығып юғала.
Эй был ҡатындарҙың хәйләкәрлеге! Машина йорт эргәһенән бер аҙ китеүгә, Гөлнара төшөп ҡала. Ҡалған араны йәйәүләп кенә үтеп, сиратлап әхирәттәренә бара. Иркенләп, донъя хәбәҙәрен һөйләшеп, сәйҙәр эсеп ултыра. Шулай итеп, рәхәтлеккә түҙә алмаған ирен аҡылға ултыртам тип уйлай ул. Уны килеп алған арыу ғына буй-һынлы шофер ҡатынға бер кем дә түгел, бергә эшләгән хеҙмәттәше генә. Диспетчер ҡатын телефондан шылтыратып саҡырғанға килә. Гөлнараның нимә эшләп йөрөүе уға кәрәк түгел, аҡса түләгәс, шул еткән. Бушҡа йөрөмәй. Ә Илнур быларҙы башына ла килтермәй. Бындай тормош күпмегә һуҙылыр, кем белһан.
Ш.