+23 °С
Облачно
Америка санкциялар
Иғлан иткән, ти беҙгә
Ишшеү һәйбәт, байлығыбыҙ
Ҡалыр тик үҙебеҙгә.
Илдән киткән “Мастер”,
“Виза” тигән карталар.
Аҡса булһын өйөм тулы –
Өс литрлыҡ банкалар.
Сәйәхәткә йөрөп булмай:
Мишәйт итә санкция.
Башҡортостанды гиҙербеҙ –
Икенсе Щвейцария!
“Марс”, “Сникерс”, “Баунти”,
Булмай ти “Кока-Кола”.
Үҙебеҙҙең ҡымыҙ барҙа
Унһыҙ ҙа йәшәп була.
Ҡурҡыттым, тип уйлайһыңдыр,
Уяттың Америка.
Элек йырлай торған инек, хәтерләйһегеҙме:
“Иҫем китмәй ситтә үҫкән
Әфлисунға, бананға.
Әсе булһа ла ғашиҡмын,
Миләш менән баланға...”
Авторы билдәһеҙ. Әгәр белһәгеҙ, яҙығыҙ әле зинһар. Шундай шәп таҡмаҡ авторһыҙ йөрөмәһен.
Фото интернеттан алынды.