

Нурзилә менән Әнүәр бер ауылда тыуып үҫһәләр ҙә, бер-береһен белмәйҙәр тиерлек ине. Нурзилә һигеҙенсе класты бөтөргәс, һыйыр һауырға урынлашты. Ҡалаға китергә паспорты юҡ, уҡырға инергә мөмкинлеге лә, теләге лә юҡ ине. Үҙе эшләп, кейәһен кейеп, теләгәнен ашап йәшәгеһе килде. Йәй көнө һыйырҙарҙың һөтө күп, Нурзилә ең һыҙғанып эшкә тотондо. Һыйырҙарына тамға һалды, иркәләп-наҙлап үҙенә эйәләштерҙе, икешәр биҙрә һөт бирә торған һыйырҙарын һеңлеһе һауышты...
Әнүәр был ҡыҙҙың тырышлығын, үжәтлеген күреп, ситтән генә күҙәтеп йөрөнө. Нурзилә артынан бик сибәр, көньяҡ кешеләренә оҡшаған, ныҡлы беләкле Иршат исемле күрше ауыл егете йөрөй башлағас, Әнүәрҙең йөрәгенә ҡорт инде. Ярар, һине барыбер армияға аласаҡтар тип уйланы ул, был ҡыҙ минеке буласаҡ, тип үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе.
Көҙгә Иршатты армияға алып киттеләр, Нурзилә уны оҙатып ҡалды. Әнүәр уны ситтән генә күҙәтеүен дауам итте. Тура килгәндә, ҡыҙҙы шаяртып, үртәшеп тә ала ине. Әнүәр Нурзиләнән ете йәшкә өлкәнерәк, күпте күргән егет, ә Нурзиләгә ун һигеҙе лә тулмаған. Әнүәрҙең шаярып йөрөгән яңғыҙ ҡатындары ла күп ине ул саҡта. Шулай үртәшеп йөрөй торғас, Нурзилә менән Әнүәрҙең араһында мөхәббәт уты ҡабынғанын һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Нурзиләне күргәс, Әнүәр үҙенең йәше барыуын, өйләнергә ваҡыт икәнен аңланы. Бергә эшләп, бергә эштән ҡайтып йөрөй торғас, Нурзиләһеҙ йәшәй алмауын, уны ғына яратыуын һиҙҙе. Нурзиләгә өйләнергә теләүен көндәрҙән бер көндө әсәһенә лә әйтте.Әсәһе ҡаршы төштө: "Бөткәнме һиңә ҡатындар, йәш ҡыҙға йәбешмәһәң. Бөгөндөн муйыныңа аҫылынырға торалар,"--тип ауыҙын япты.
Ләкин Әнүәр Нурзиләнең ун һигеҙ йәше тулғанын көттө лә, ағаһын эйәртеп, ҡыҙ һорарға китте. Әсәһенә ҡаршы һүҙ әйтә алмаһа ла, үҙ һүҙемде барыбер һүҙ итәм, тигән кирелек баш күтәргән ине инде. Әсәһе тауыш сығара башлағас: "Әсәй, беҙ бергә инде,"--тип алданы.Шул көндән һуң ҡәйнә менән килен араһынан ҡара бесәй үтте, Әнүәрҙең әсәһе никах ашына уртаһы тишек ҡалас бешереп алып килде. Йәнәһе, килен ҡыҙ түгел, кейәүгә боҙоҡ килеш сыға тип әйтеүе инде үҙенсә.
Нисек тә йәшәп киттеләр. Ләкин ҡәйнәһе янында оҙаҡ йәшәй алманылар. Әнүәрҙең элек осрашҡан ҡатындарын ҡунаҡҡа саҡырып, киленен илата ине ҡәйнәһе. Ауылдан бер нисә йәш ғаилә Ҡаҙахстанға тимер юл төҙөй, ремонтлай торған урынға барып урынлаштылар. Торорға вагондары бар, эшләргә эше, тигәндәй. Паспорт булһа ла алып ҡайтырбыҙ тип, Нурзилә менән Әнүәр ҙә шул яҡтарға сығып китергә булдылар. Тик нишләтәһең--һәйбәт булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ил. Әнүәр менән Нурзилә бер йылдан һуң, дүрт айлыҡ улдарын күтәреп, кире ауылға ҡайтып киттеләр. Әнүәрҙең әсәләренә ҡабат һыйманы йәш ғаилә. Аптырағас, Нурзиләнең әсәләрендә лә торҙолар, унан бер бәләкәй генә өйгә башҡа сыҡтылар. Бәләкәй булһа ла, үҙҙәре генә тип, шунда тынысланып көн күрә башланылар. Тик уныһы ла кеше өйө ине, үҙҙәренеке түгел. Ул ваҡытта Нурзилә икенсе балаға ауырлы ине инде.
Әнүәр ат сабыштарында ҡатнашып, гел призлы урындар алды. Ул йылды ла ҡатнашырға иҫәбе бар ине. Күнегеүҙәр башларға ваҡыт, ике тәгәрмәсле арбаһына яратҡан айғырын егеп, урап ҡайтырға уйланы. Айғырҙы һарайҙан сығарып та өлгөрмәне, бәйләнсек Шәфҡәт килеп баҫты. Хәҙер ул бригадир, ә ысынында ауылда бер көн эшләмәгән, эш рәте белмәгән бәндә ине ул. Әнүәр эргәһенә килде лә:"Ниңә минән һорамайынса атты алаһың?"--тип аҡыра башланы. Әнүәр үҙ сиратында уға аңлатырға тырышып ҡараны: "Мин айғырҙы йыл һайын сабышҡа әҙерләйем бит,"--тине. Һалып алған Шәфҡәт ишетергә лә, аңларға ла теләмәй ине, "әсәңде... фәлән-төгән" тип, мыҫҡыллай башланы. Әнүәр, был мыҫҡыл итеүгә түҙалмайынса, Шәфҡәттең шүрлегенә менеп төштө лә ҡайтып китте...
Ҡалғаны төш кеүек--икенсе көндө Әнүәрҙе, ҡулдарына бығауҙар һалып, алып барып ябалар. Шәфҡәт, күптән үс тотоп йөрөгәндерме, ялған шаһиттар табып, "туҡманы" тип ялған справка алып, Әнүәрҙе бер йылға иркенән мәхрүм иттерә. Әнүәрҙе Владивосток ҡалаһындағы поселениеға ебәрәләр. Эшләгән аҡсаһын әрәм-шәрәм итмәйсә, ҡатынына, балаларына күстәнәстәр ебәреп тора ул. Бер йылдан һуң әйләнеп ҡайтҡанда ҡыҙы атлап йөрөгән була. Нурзилә, ҡыҙын алып ҡайтҡас, әсәләренә йәшәргә ҡайта, һыйыр һауырға эшкә сыға. Нәҡ шул осорҙа күрше ауылда иҫке мәсет бураһын һүтеп ташлаған булғандар, Нурзилә шул мәсет бүрәнәләрен үҙҙәренә алып ҡайтып бушаттыра. Әнүәр төрмәнән ҡайтҡас, буш урынға шул бураны күтәреп ҡуялар.
Бер заман Нурзиләләрҙең әсәләренең ҡапҡа төбөндә бер бабай һыу эсергә һорай. Ап-аҡ түңәрәк һаҡаллы бабайҙы хужа ҡатын сәй эсергә саҡыра. Һүҙ ара һүҙ сығып, балалары мәсет бураһынан өй һалып ятыуҙары тураһында һөйләй. "Эй, бигерәк ярамаған эш менән йөрөйҙәр икән,-тип уфтанып ҡуя бабай.--Ярай, әлегә тороп торһондар, тик яңынан ул бүрәнәнән һарай ише нәмә һалмаһындар,"--тип һаубуллашып сығып китә. Әбей был һүҙҙәрҙе еткергәс, Әнүәр көлөп кенә ҡуя. Ул дингә бер ҡасан да ышанмайса йәшәне бит.
Һүтелгән мәсет бүрәнәләренән төҙөлгән өйҙә йәшәп, Әнүәр менән Нурзилә икәүләп донъя ҡыуҙылар, тағы өс бала алып ҡайттылар. Бала һөйөп ултырырға ла ваҡыттары булманы. Мәсет бураһына тағы буралар өҫтәлде, Өйҙө тышланылар, заманалар үҙгәреп, пластик тәҙрә, матур ишектәр ҡуйҙылар. Ишек алды тулы мал, ҡош-ҡорт, ә ни ҡыуанысы бар һуң был тормоштоң? Нурзилә нисә йылдар ауырыны, Грузияға тиклем барҙы, сирен тапманылар. Нисә йылдар урын өҫтөндә ятты. Ундың да береһе, берҙең дә береһе ҡарай тиҙәр--дөрөҫ инде. Рәхмәт инде Наҙгөл менән Яҙгөл ҡыҙҙарына, сиратлап әсәләрен ҡарап, баҡыйлыҡҡа оҙатһалар, хәҙер аталарын ҡарайҙар. Башҡа балаларының ҡайтып күренгәндәре лә юҡ шул... Хәлле саҡта бер малайҙары янына Хабаровскиҙағы хәрби часҡа тиклем барып ҡайтҡандары булды. Хәҙер шул малай терәлеп ятҡан ҡаланан ҡайтып етә алмай! Әнүәр ҡарт ауырый, төндәрен йоҡлай алмайынса һыҙланып ята.
Ҡатынынан ҡалғас, Әнүәр артҡа боролоп ҡараған ине--тормошо тотош үкенестән генә тора икән! Ниндәй мул тормошта йәшәһәләр ҙә, туғандар менән дә аралашманылар. Икешәр эре мал һуйғанда ла, күстәнәскә тип бер киҫәк ит тә биргәндәре булманы. Хатта һөт-ҡаймағын да туғандарға бирмәйенсә, һатып ҡайталар ине. Кесе малайҙарының яңылыш юлға төшөп киткәнен һиҙмәйсә лә ҡалдылар. Бер эсә башлаһа, туҡтатып булманы, аҡсаны таптырып алды. Бирмәһәң, талап ала ине. Бото-бото менән юғалған ит,банкыһы менән юҡҡа сыҡҡан бал, аҡса--һанай китһәң, күп инде ул.
"Ниңә кәрәк булды икән ул тиклем мал-тыуар. Нурзиләнән дә ҡалды, минән дә ҡаласаҡ, үҙебеҙ өсөн йәшәмәгәнбеҙ ҙә икән, мәңгегә килгән кеүек донъя ҡыуҙыҡ,--тип уйлап ятты Әнүәр ҡарт.--Аллаһы Тәғәләнән ғәфү һорайым, кисер мине, Аллам. Мәсет бураһынан төҙөлгән өйҙә йәшәргә ярамағандыр, был һынауҙар шуның өсөндөр.Үкенһәм дә, һуң инде, һуң. Тәсбихтең төймәләре күп әле, йоҡоһоҙ төндәрем кеүек һанап бөткөһөҙ..."
Урын өҫтөнә ҡалғас ҡына йәшлегендәге тағын бер оло гонаһы күҙ алдына килеп баҫты. Саф ҡыҙ тураһында үҙенең әсәһенә "Әсәй, беҙ бергә инде,"--тип, буласаҡ ҡатынын нахаҡҡа рәнйеткәнен аңланы. Ә шул саҡтарҙа ғорурланып, үҙ һүҙемде һүҙ иттем тип, башын юғары тотоп йөрөгән ине бит! Әнүәрҙең Нурзиләһе үлгәнгә лә бер йыл була. Кем уйлаған үҙе лә ҡатыны кеүек урын өҫтөндә ятыр тип. Нурзиләнән ҡалғас ҡына яңғыҙлыҡтың ниндәй ауыр икәнен аңлай башланы ул. Хәҙер өй бушап ҡалды, ҡарттың күңелендә лә бушлыҡ.
"Һикһән йәшемә етеп, ниңә доғаларға өйрәнмәнем икән мин---тип үкенде.--Хәлем ауыр булһа ла, барыһын ишетеп, аңлап ятам... Көтәм, һаман көтәм...Ҡайтыусы ғына юҡ, тәсбих төймәләре әкренләп кәмей бара..."
Г.