Хәтеремдә, миңә 14 йәш ине. Беҙ 4 ҡыҙ төш юрарға булдыҡ. 40 киҫәк икмәк телемен тоҙға манып ашаныҡ, ә ҡырҡ беренсеһен ҡапҡанда: “Ғүмер итәсәк йәрем төшөмә инһен”, - тип ҡуйҙыҡ. Шул төндө төш күрҙем – ап-аҡ күлдәк кейгән сибәр егет килеп инде лә, һыу тулы көрөшкә тоттороп сығып китте. Иртәнсәк ҡыҙҙар менән һөйләшәбеҙ. Икебеҙгә үҙ ауылыбыҙҙың егеттәре ингән, икебеҙгә - ят кешеләр.
Бер көн күрше өлкәлә йәшәгән туғаныбыҙ мине балаһын көтөшөргә тип алып ҡайтып китте. Ҡыш уның менән булһам, йәйгеһен баҡсасылыҡ йәмғиәтенә эшкә сыҡтым. Көҙөн беҙ эшләгән бригаданы бесән әҙерләргә алып киттеләр. Бригадирыбыҙ татар егете ине, миңә күҙ һикертеп йөрөһә лә, төшөмә ингән егет ул түгел ине.
Бер аҙҙан мин икенсе эшкә күстем. Иптәш ҡыҙым менән ҡайтып барһаҡ, бер өй алдында егет баҫып тора. Тәңгәленә барып еткәс, ул беҙгә әйләнеп ҡараны... йөрәгем жыу итеп ҡалды! Ул, ул баҫып тора бит! Минең төшөмә ингән егет! Сая егет булып сыҡты ул. Эргәмә килеп етә һалып, танышып та алды. Ул үҙе лә яңы ғына армиянан ҡайтып, бында эшкә килгән икән.
Ике аҙна ла уҙманы, мине эҙләп килеп тапты. Марат менән шулай танышып киттек. Тартмай, ләкин ныҡ ҡына эсә ине. Бер үҙе бер литр араҡы эсһә лә “ыһ” та итмәй. Бер йылдан һуң, беҙ ҡауыштыҡ. Туғыҙ айҙан һуң улыбыҙ тыуҙы. Ни өсөндөр беҙгә бер кем дә никахты рәсмиләштерергә кәрәк, тип тә әйтмәне, үҙебеҙ ҙә уйламай инек. Ул үҙ иркендә йәшәне, эсте, һуғышты. Аҡсаны ла күп эшләне – 400 һум, ул заманға был ҙур аҡса ине. Мин әйткәнде яратманы. Йөрөгән ҡатындары уны өйөбөҙгә килеп инеп алып сығып китәләр ине. Уларҙа йоҡлап та ҡала торғайны. Ҡайта ла бер ниндәй сәбәпһеҙ мине туҡмай торғайны. Шулай 5 йыл йәшәнек. Ул машиналыҡ аҡсаларҙы эсеп бөтөрә ине. Ул ваҡытта “Волга”лар 4-5 мең торҙо. Машина алайыҡ, тигәнендә тәүҙә үҙем ҡаршы булдым. Ауылға ҡайтып йәшәйек, тиһә лә ризалашманым. Йәнәһе лә мине дүрт стенаға бикләп ултыртасаҡһың. Сөнки мине ныҡ ҡыҙғана торғайны.
Уның эсеүенә, туҡмауына, хыянат итеүенә түҙмәнем, бер көн улымды алдым да әсәйемдәргә ҡайтып киттем. Күп тә үтмәне Марат та артыбыҙҙан килеп етте. Ләкин уның менән кире ҡайтманым. Шулай ҙа ул мине ныҡ тыйып китте: урамға сығып йөрөмә, клубҡа барма, бер кем менән дә бәйләнмә...
Уның һүҙен тыңламаным, эшкә төштөм. Шулай бер көн ҡайтырға сыҡһам, завод ҡапҡаһы төбөндә Марат мине көтөп тора. Мине ҡултыҡлап ЗАГС-ҡа алып китте, улыбыҙҙы үҙенә яҙҙыртты. Барыбер ҙә уның менән китергә риза булманым. Шул ваҡытта илағанын күрһәгеҙ! Ирҙәр ҙә илай икән! Шуны күреп, тағы ла бер тапҡыр бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Ләкин ул бер генә әйткән һүҙендә лә торманы. Нисек бар – шулай булып ҡалды. Бер йылдан тағы ла улыбыҙ тыуҙы. Уға бер йәш тулғас Марат: “Ниңә өйҙә ултыраһың, эшкә сыҡ”, - тип бәйләнә башланы. Һатыусылар курсын бөтөп, магазинға эшкә сыҡтым. Уға эшем оҡшаһа ла, миңә тынғылыҡ булманы. Эсеп ҡайтманыңмы, берәү менән осрашманыңмы... Шулай булһа ла балаларым хаҡына, әсәйем хаҡына түҙеп йәшәнем.
1966 йылда шахтерҙарға ғына машина бирергә булғандар. Ул ваҡытта тәртип ҡаты ине. Коммунистар йыйылышында машинаның береһен минең Маратыма бирергә тип хәл иткәндәр ине. 7,5 мең һумға заводтан барып “Жигули” машинаһын алып ҡайтты. Ләкин ир генәм мине көнләүҙән туҡтаманы. Ғүмере буйы башҡа ирҙәргә ҡушып, типкеләп йөрөп туҡмай торғайны. Уның иҙгеләүе бер нисә минут ҡына ла түгел, 3-4 сәғәт дауам итә торғайны. Нисек үлмәгәнмендер, үҙем дә аптырайым. Ундай ҡара көндәрем күп булды инде. Үҙем дә шундай тормошҡа күнеп йәшәй инем.
Шулай ҙа тора-бара ҡаршы һуғыша башланым. Көсөм етмәһә битен тырнай инем. Бер көн шулай ап-аҡ ҡына күлдәк кейеп сығып китеп бара ине, ҡайҙа барыуын һорай ҡуйҙым. Йәшермәне лә, ҡайҙа, нимәгә һәм ниндәй ҡатынға барыуын белдерҙе. Асыҡтан-асыҡ әйтеп сығып барған ерендә ҡыуып етеп, сәскәләр ултырған вазаны тотоп алып башына һуҡтым. Ап-аҡ күлдәк ҡып-ҡыҙылға әйләнде. Үлтергәнмендер, тип ҡурҡҡайным, башына һуҡтым бит. Ә ул ҡарап торҙо ла, бер ни өндәшмәй, башын бәйләне лә инеп ятты. Ҡалтыранып төшһәм дә, һиҙҙермәҫкә тырыштым. Мине үлтерә һуғыр тип көттөм. Ғүмер буйы бит мине хәҙер үлтерәск, тип ҡурҡып йәшәнем. Ул миңә бер көн: ”Һин улай түгел инең, үҙгәрҙең”, - тип ҡуйҙы. “Үҙең өйрәттең бит”, - тип яуапланым.
Балалар ҙа үҫеп, сығып китеп бөттө. Ул хаҡлы ялға сыҡһа ла мин эшләй инем. Эштә саҡта ул өйгә теләһә ниндәй ҡатындарҙы эйәләтеп ятҡан. Ашап-эсеп, ял итеп ҡайтып китә торған булғандар.
Ирем 64 йәшендә үлеп ҡалды. Уны һуңғы юлға оҙатҡас, балаларым: ”Әсәй, хәҙер үҙең өсөн йәшә инде. Нимә теләйһнң – шуны алып кей, нимә теләйһең – шуны алып аша”, - тип аҡса ҡалдырҙылар. Сөнки Марат өҫтөмә кейем дә алдыртманы, алғанымды ла кейҙертмәне. Эшкә кейергә тип һатып алған пәлтәмде лә тартып алып иҙәнгә түшәне. Бына шулай итеп 40 йыл ғүмерем төрмәлә, һаҡ аҫтында үтте. Хәҙер яңғыҙым. Үҙем өсөн генә йәшәргә ваҡыт етте буғай...
Фәһимә инәйегеҙ.
Фото интернеттан алынды.