Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
13 Марта 2022, 11:05
Ул юғалманы
Тауыш төштән түгел, йәнәшәһендә ысынбарлыҡта ла бар ине. Әсәһенең өндәшкәненә ҡушылып, атаһы ла ниҙер әйтте. Бына уның көслө ҡулдары малайҙы күтәреп алды. Малай үҙенең ерҙән айырыла барыуын һиҙеп, ҡурҡышынан керпектәрен ҡыбырлатты, күҙҙәрен асты. Атаһының нур ҡасҡан йөҙөн, әсәһенең күп илауҙан ҡыҙарып бөткән күҙҙәрен күреп, ни булғанын, үҙенең ҡайҙалығын аңламайынса аптырап китте. «Ҡарлуғас... Ҡарлуғас өсөн илайҙар». Ҡайҙа һуң әле улар?
Ул юғалманы
Йәнәшәһендә йән серҙәше, дуҫы, йылытыр йән эйәһе – Ҡарлуғасы ғына бар ине, инде уны ла бөтөнләйгә юғалтты. Үҙенең ошо йыһанда япа-яңғыҙ ҡалыуын уйлап, малай ҡалтыранып ҡуйҙы. Төнгө һалҡын, ҡыҫҡа еңле йоҡа күлдәге аша бөтә тәненә үрмәләп, ҡурып алды. Үҙ-үҙен ҡосаҡлап ултырыуҙан ғына әллә ни йылына алманы. Элек, ҡышҡы кистәрҙә, өйҙәге мәхшәрҙән ҡасып, һарайҙа ултырғанда, туңған ҡулдарын ял аҫтына ҡуйып йылытырға Ҡарлуғасы бар ине. Ә хәҙер... ике тау араһындағы киң соҡорҙа, аяҡ аҫты тултырып кәрешкә, ер еләге үҫкән төпкөлдә төн уртаһында әле теҙҙәрен, әле терһәктәрен ҡосаҡлап ултырған мәлдә уның йән яраһын бүлешер бер кеме лә юҡ.
Яҡында ғына, ҡамыштар тирәһендә өҙмәй-ҡуймай баҡалар баҡылдаша ине. Ҡуйы булып үҫкән үлән араһынан ҡыштырҙап әллә йомран, әллә төлкө балаһы үтеп китте. Малай уның утлы төймә булып ялтыраған күҙҙәрен генә күреп ҡалды.
Ҡурҡманы. Уға барыбер ине. Кемдән дә булһа ярҙам һорарға, иларға, таяныс эҙләргә теләмәне – мине барыбер бер кем дә ишетмәй тигән уйҙан күңелен битарафлыҡ сорнап алған ине инде.
Яланғас беләктәрен серәкәй талап интектергәндә уңлы-һуллы һелтәнеп ултыра торғас, үлән араһына ауып, йоҡлап китеүен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Илаһи көй ишетелгән мәлдә генә һиҫкәнеп уянып китте. Йәйге төндөң бер килкем ҡараңғылығы әллә ни арала китеп юғалған, таң атып килә ине. Тау битендәге ҡайынлыҡта, ғәжәйеп бер йырҙы көйгә һалғандай, бер-береһен уҙҙырып һайраған ҡош тауыштарында илаһи моң ишетелде. Ул моң зекер әйтеп ултырған япраҡтарҙан, ысыҡ тамсыһы эскән үләндәрҙән, алһыу юрғанябынған болоттарҙан ағыла ине.
«Эх!»
Малайҙың ыһылдап ҡуйыуына әсһе тураһындағы ҡараңғы уйҙары һәм йән әрнеүе һыйып бөткән ине. Кисә, Ҡарлуғасты машина эргәһендә алып киткәндәрен ҡарап ҡалған мәлдә был юғалтыуҙың мәңгелек икәнен сабый йөрәге менән аңлап килеште ул. Үҙе лә юғалырға булды. Бер кемгә әйтмәйенсә, бөтөнләйгә. Сөнки ул бер кемгә лә кәрәкмәй, уның йән ауазын бер кем дә ишетмәй. Китәһең дә юғалаһың. Тик ҡайҙа, нисек итеп?
Аяҡттары малайҙы атаһы менән бесән сабып алырға туҡтаған, матурлығына, серлелегенә шаҡ ҡатҡан Еләкттау буйына алып килде.
Ете төн уртаһында серем итеп алған арала ул төшөндә Ҡарлуғастың мөлдөрәп торған аҡыллы күҙҙәрен дә, әсәһенең йылмайған, әле йәмһеҙләнгән йөҙөн дә күреп ҡалды. Һабантуй көндө күҙ йәштәре менән ялына-ялбара теләгән теләге уйынан тағы һыҙылып үтте. «Әсәй эсмәһен ине
... ташлап
китмәһен ине
...»
Тик шул
кисте әсәһенән аңҡыған араҡы еҫе әлеге теләк-өмөттө мең киҫәккә телгеләп, аяҡ аҫтына түшәне шул. Бер урында ҡыбырламай ятыу малайҙың тәнен тамам ойотҡан ине – аяғын һуҙып ебәреүгә табан аҫтын мең энә менән сәнсеп алдылармы ни! Табанын ыуа-ыуа тороп ултырҙы. Асыҡҡан да икән – ныҡ ашағыһы килде.
Тик ул
ошо урындапн ҡуҙғалғыһы килмәне. Ҡасанға ҡәҙәр, кемде көтөп, ни өмөт итеп – быныһын үҙе лә белмәй әле. Әммә өйөнә башҡаса әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Был ҡарары ныҡ ине.
Үлән
алып, теш аҫтына ҡыҫтырҙы ла йәнә һуҙылып ятты. Күҙҙәрен бер асты, бер йомдо. Ҡолаҡ төбөндә меңләгән серәкәй бызылдай ине. Малай был тауыштың өндәме-төштәме икәнен айырып маташты. Тик бар кәүҙәһен хәлһеҙлек, сәйер хәл солғап алды. Ул төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа төшөп юғалды.
Ҡараңғылыҡ-яҡтылыҡ, йәмһеҙлек-матурлыҡ, төш һәм өн... Тәбиғәттә тотош парлылыҡ, ҡапма-ҡаршылыҡ
... Әгәр шулай икән,
юғалтыу менән бергәт табыш та булырға тейеш тә һуң. Ә ул табыш бер генә төҫтә була ала: әсәһе... әсәһе... Уяулы-йоҡоло был уй ҙа төштә генә һыҙылып үтте, ахыры. Малай хатта үҙенең йөҙөнә терәлеп тиерлек эйелгән күҙҙәрен ап-асыҡ күрҙе.
Үзенең
һөйәктән генә торған янбашында әсәһенең ҡулдарын тойғандай булды.
«Улым, улым!»
т
игән
ҡурҡынған тауышы яңғырағандай тойолдо. Малай иҙрәп йылмайҙы. Төшө татлы, ғәжәйеп дәрәжәлә татлы ине – уянырға, шул бәхетле мәлдән айырылырға теләмәне.
—
Улым, улым!
Тауыш
төштән түгел,
йәнәшәһендә ысынбарлыҡта ла бар ине. Әсәһенең өндәшкәненә ҡушылып, атаһы ла ниҙер әйтте. Бына уның көслө ҡулдары малайҙы күтәреп алды. Малай үҙенең ерҙән айырыла барыуын һиҙеп, ҡурҡышынан керпектәрен ҡыбырлатты, күҙҙәрен асты. Атаһының нур ҡасҡан йөҙөн, әсәһенең күп илауҙан ҡыҙарып бөткән күҙҙәрен күреп, ни булғанын, үҙенең ҡайҙалығын аңламайынса аптырап китте. «Ҡарлуғас... Ҡарлуғас өсөн илайҙар». Ҡайҙа һуң әле улар?
Еләктау тегелме һуң? Кешеләр ҙә йыйылған. Ни булған һуң? Малай тартышып ҡуйҙы. Атаһы сүкәйеп ултырып, малайҙы ҡабат ергә ятҡырҙы, ҡтыршы ҡулы менән битенән һөйөп ҡуйҙы.
—
Улым,
һин беҙҙе ишетәһеңме
?
—
Улым,
беҙҙе ташлап, ҡайҙа китеп юғалдың һин
?
Быныһы – әсәһе икән. Илай-илай малайҙың беләген һыпыра. Ҡыҙыҡ, малай уларҙы ташлап киттеме икән? Киреһенсә, әсәһе бит... Гел генә уларҙы
ташлап,
ҡайҙалыр юғала
...
—
Беҙ һине бөтә ауыл менән төнө буйы эҙләнек, улым. Ярай әле күрше ағай Еләктауҙы иҫенә төшөрҙө.
..
Ҡарамаған ер ҡалманы бит. Ә һин бында төш уртаһына тиклем йоҡо һимертеп ятаһың икән...
–
Шаяртырға тырышһа ла, атаһының күҙҙәре йәш менән тулы ине.
—
Кисер мин
е, улым...
Кисер!
Мин бүтән бер
ҡасан да һине ташлап китмәйем. Бер ҡасан да!
Бер
ҡасан да китеп юғалмайым улым, бәғерем! Юғалтыуҙар, ай, ауыр, белә инем бит, белә инем. Эсмәйем мин, ышан, улым, эсмәҫмен! Йә Хоҙай, һин мине ишеттең: ул иҫән,
ул табылды!
Кисер,
Хоҙайым
,
кисер
мине!
Яңылышлыҡтарымды кисереп, бер Үҙеңә табынып йәшәргә көс бит! Һынауҙарың булды, йән ингән бер баламдан айырып һынаның. Эйе, һығылып төштөм мин, ауырлыҡтар алдында шунда уҡ теҙ сүктем. Тура тороп баҫырға, өмөттө юғалтмаҫҡа үҙең көс бир!
Бер
бөртөк баламдан, күҙ нурымдан, йән емешемдән айырма бер үк!
Йә Раббым... Ишет бер үк!
Әсәһенең
инәлеп
илай-илай шулай тип ҡабатлауына малай йәнә керпектәрен елберҙәтте. Ерҙә
теләгән
теләктәрен ишетеүсе барлығына тағы бер ҡат инанырға теләп, ул күҙҙәрен тултырып, кемделер эҙләгәндәй,
әле күккә, әле
ергә,
әле
ҡул һуҙымы арала тирбәлеп ултырған аҡ ҡайындарға, әле зәңгәр офоҡҡа төбәлде.
Айгөл
Әхмәтғәлиева.
Автор:
Эльмира Киеккужина
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи