Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
13 Марта 2022, 15:15

Килмәй ҙә, китмәй ҙә...

"Һуңғы 2-3 йылда улым ике балаһы булған кейәүҙән айырылған бер ҡатын менән осраша башланы. Беҙгә өйгә лә килеп йөрөнө ул. Өйләнешерҙәр ахыры, тип көткәндә, Ләйсәндең ире менән айырылышыуы хаҡында ишетелде..." Тулыраҡ:

Улым армиянан ҡайтҡас, бер ҡыҙ менән йөрөй башлаған ине. Беҙгә яҡын ғына бер ауылда йәшәй ул. Ләйсән ныҡ сая ҡыҙ. Уның бер кемгә зыяны ла тейгәне юҡ, бөтә кеше менән дә тиҙ уртаҡ тел таба, дуҫтары ла күп. Уға минең улым ғына түгел, башҡалар ҙа ғашиҡ булған ине инде. Ләкин  минең улым менән оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөнө. Ләкин көтмәгәндә Ләйсәндең кейәүгә сыҡҡаны ишетелде. Ул ваҡытта бер ни ҙә уйламаным. Ҡыҙҙар ни егеттәр менән осраша, ташлаша, ҡабаттан икенсене таба. Егеттәр ҙә шулай.

Улым бер аҙ бойоҡ йөрөгән һымаҡ булды. Йомшаҡ күңелле, ихлас, ярҙамсыл кеше ул. Ләкин өйләнмәне, ниңәлер. Ҡыҙҙар менән дә дуҫлашып йөрөнө, әммә өйләнергә ашыҡманы. Ләйсәнде онота алманы, буғай.

Һуңғы 2-3 йылда улым ике балаһы булған кейәүҙән айырылған бер ҡатын менән осраша башланы. Беҙгә өйгә лә килеп йөрөнө ул. Өйләнешерҙәр ахыры, тип көткәндә, Ләйсәндең ире менән айырылышыуы хаҡында ишетелде. Улым менән ул тағы осраша башланы. Өйгә л килеп китә. Ҡулы эш белә, килһә ашарға ла бешерә, башҡаһын да һыпырып эшләй. Әммә Ләйсән һаман да шул саялығы менән йәшәй. Улым өйләнешәйек, тиһә лә, ул ашыҡмай. Беҙгә килмәйем, тип тә, киләм, тип тә өндәшмәй. Килеп-китеп йөрөй һаман да. Бала-саға түгелдәр инде, икеһе лә 50-гә аяҡ баҫҡан. Шул Ләйсәнде уйлап, улым өйләнмәй ҡалды, балаһы ла булманы. Ғүмер буйы бер кешегә генә буйһоноп йәшәне. Йыуашлыҡмы, яҙмышмы, кем белә...

Ғәлимә инәйегеҙ.

Фото интернеттан алынды.    

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас