+23 °С
Дождь
Һәр баламды мин яратып таптым
Бауырыма баҫып үҫтерҙем
Әсә тигән бөйөк һөнәр була
Бағышланды шуға ғүмерем
Йән ингәндән алып ҡарыным да
Балам тиеп уға бағындым
Көтөк булып көттөм тыуыр мәлен
Күрмәҫ элек уны һағындым.
Изге теләктәрҙә ҡаршы алдым
Атып килгән, һәр бер ал таңды
Алты ағзаһы теүәл булһын тинем
Һәм теләнем, камил аҡылды.
Яҡты донъяларға ауаз һалғас
Ҡарап туялманым балама
Бәхет, ғүмер, иман һорай- һорай
Ялбарҙым мин, көндә Аллама
Үҫеп етте инде балаларым
Атай, әсәй инде үҙҙәре
Минең өсөн, улар һаман бала
Балам тейеп тибә йөрәгем.
Әсә тигән бөйөк һөнәр бар
Хаҡлы ялға сыҡмай әсәләр
Күңелдәрен күреп ҡалығыҙ
Улар ялға сыҡмай китәләр..
Зәкиә Сөләймәнова.
Фото интернеттан алынды.