Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
3 Марта 2022, 16:55

Осраҡлы бер нәмә лә булмай, тиһәләр ҙә...

"...Алина балалар йортонан килгән булып сыҡты. Әсәйе эскесе булғанға, ҡыҙҙың 5 йәшлек ҡустыһы менән балалар йортона урынлаштырған булғандар. Әле ваҡыт та күп уҙмаған, ҡыҙыҡай тыуған йортон һағына. Алинаның күҙҙәрендә йәш күрмәнем, ниндәйҙер бушлыҡ ҡына тойҙом. Көлмәй, шаярмай..." Тулыраҡ:

Осраҡлы хәлдәр булмай, тиҙәр. Мин тормошта бер-береһенә оҡшаған ике төрлө хәлгә тап булдым. Яҙмыш тарафынан бирелгән һынау булдымы, билдә булдымы – аңламайым.

Бер йыл элек 3 йәшлек менән дауаханала ятырға тура килде. Алты кешелек ғәҙәти палата. Минең кеүек балалары менән ятыусы әсәйҙәр ҙә бар. Улар ауырыу балалары эргәһенән китмәй, йөрәк емештәренең һәр бер капризын үтәйҙәр, баштарынан һыйпайҙар, иркә һүҙҙәрен әйтәләр, тәмле ризыҡтары менән һыйлайҙар, китап уҡыйҙар…

Дауаханаға инеүебеҙгә өс көн булды тигәндә, тәҙрә ҡаршыһындағы кровать бушап, урынына 9 йәшлек ҡыҙҙы һалдылар. Ул башҡа балаларҙан айырылып тора – уйсан йөҙлө, ябыҡ кәүҙәле. Ҡыҙыҡай башта палатағыларҙы күҙәтеп ятты. Балалар шау-шыу килгәндә лә урынынан торманы. Бер яҡтан ауырыу баланың ятыуы ғәҙәти һымаҡ та, организм хәл йыя, йоҡлап һауыға. Хәҙер беләм: был яңғыҙлыҡ билдәһе булған икән. Ата-әсәйеңдең булмауы, туғандарыңа кәрәкмәүе. Иң аяныслыһы – бала күңеле бына тоя, ләкин яҙмышты үҙгәртә алмай. Уның янына варач менән шәфҡәт туташтарынан тыш бер кем дә килмәй, күстәнәс ҡалдырмай. Мин баланың күңелен йыуатырға теләп, йылы һүҙҙәремде ҡушҡым, күстәнәстәр бирҙем.

Алина балалар йортонан килгән булып сыҡты. Әсәйе эскесе булғанға, ҡыҙҙың 5 йәшлек ҡустыһы менән балалар йортона урынлаштырған булғандар. Әле ваҡыт та күп уҙмаған, ҡыҙыҡай тыуған йортон һағына. Алинаның күҙҙәрендә йәш күрмәнем, ниндәйҙер бушлыҡ ҡына тойҙом. Көлмәй, шаярмай. Бала психикаһы организмды травманан һаҡлау өсөн резервтарын уятҡандыр – күңеле ташҡа әйләнгән. Бындай осраҡта ҡайғы йөрәккә үтмәй, күңел ҡата, кеше шатлана ла, ҡайғырмай ҙа башлай. Алина иртәнсәк урынын торғас та матур итеп йыйыштырып ҡуя. Тәрбиәсеһе бик талапсан булғандыр инде, ултырғанда ла төҙ генә ултыра, врачтар килеп инһә команда көткән кеүек тороп баҫа.

Әлбиттә, хөкүмәт ундай балаларҙы ҡарай, тәрбиәләй, белем бирә. Ләкин Алина менән аралашыу минең менән 20 йыллап элек булып үткән ваҡиғаны иҫкә төшөрҙө.

90-сы йылдарҙа беҙҙең ғаиләгә бер хат килеп төштө. Уны атайым залдағы диванға ултырып, ҡысҡырып уҡыған ине. Был хатты балалар йорто директоры яҙып ебәргән ине. Атайымдың башҡа ҡалала йәшәгән бер туғаны үлеп, 9 йәшлек ҡыҙы балалар йортона тапшырылған булған. Директор уны тәрбиәгә алыуҙы һораған. Ул йылдарҙа кеше эшләһә лә эш хаҡы ала алмай ине. Ике бүлмәле фатирҙа йәшәнек. Атайым директорға баланы ала алмаясағын белдереп, хат яҙып һалды. Бына хәҙер 20 йылдан һуң яҙмыш мине тағы ла шундай уҡ хәл менән осраштырҙы. Был юлы инде мин кейәүҙә, ике балам бар. Ҡаршымда балалар йортонда тәрбиәләнеүсе 9 йәшлек ҡыҙ бала.

Дауаханан сыҡҡас та, балалар йортона ла Алинаға барып йөрөнөм. Күстәнәстәр йәлләмәнем. Бәлки, ҡайһы берәүҙәр ни өсөн уны тәрбиәгә алмайһың һуң, тип һорар. Уларға яуап итеп һорар инем: “Ни өсөн үҙегеҙ алмайһығыҙ һуң?” Әйтегеҙ әле, кем һуңғы тапҡыр ҡарттар йортонда, балалар йортонда булды? Кешене ғәйепләү еңел шул...

Диана.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас