Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
2 Марта 2022, 14:05

Улар кем дә, мин кем!?

" Бына шулай эҙләнеп йөрөгәндә табыштыҡ беҙ Илгиз менән. Ул минән ун биш йәшкә өлкән, үҙенең әллә ни буй һыны юҡ, төҫкә-башҡа ла килешһеҙерәк, өҫтәүенә бер тапҡыр өйләнеп айырылған. Быларына тамсы ла иҫем китмәне. Уның ҡарауы үҙенең фирмаһы, ҡала ситендә бына тигән коттеджы бар, әллә нисә миллион һумлыҡ машинаһы! Туйға миңә лә йылҡылдап торған машина бүләк итте. Иртән тороуға хеҙмәтселәр аш өҫтәленә төрлө ризыҡтар менән тултырып ҡуя. Тормош түгел – йәннәт! Бер көндө атайым менән әсәйемде лә ҡунаҡҡа саҡырҙым. - Бына шулай йәшәргә кәрәк! – тинем. Тик уларҙың йөҙөндә шатлыҡ күрмәнем. Икеһе лә миңә һағайып ҡараны..."Тулыраҡ:

Улар кем дә, мин кем!?

Элек-электән атаым менән әсәйемдең аҡса һанап ваҡланыуҙары эсемде бошора ине. “Был ай зарплатаһына малайға ботинка алһаҡ, теге айҙа ҡыҙға пәлтә алырбыҙ...” – тип алдан планлаштырып йәшәнеләр. Ниңә минекеләр генә шулай иҫәпләй йәшәй икән һуң? Күрше ҡыҙҙарын нисек гөлдәй итеп кейендерә һуң? Ҡасан инһәң дә өҫтәлдәрендә тәмле-татлы ризыҡ. Их, атай менән әсәйҙе һайлап алмайҙар шул...

Мәктәпте тамамлағанда ул эс бошоу иң юғары нөктәгә еткән ине инде. Нисек итһәм итермен, ләкин һеҙҙең юлдан китмәҫмен, тип үҙемә вәғәҙә бирҙем.

Институтҡа еңел генә инеп киттем. Үҙемде үтә һәләтле уҡыусы, тип һанамаһам да, башҡалар кеүек туп тибеп йөрөмәнем, тырышып уҡыным. Шунлыҡтан баһаларым да яҡшы ине. Тик бындағы уҡыу мәктәптекенән айырыла ине шул. Алдыма ҡуйған маҡсатыма ирешеү өсөн бар тырышлығымды һалдым. Имтихандар алдынан йығылып ятып уҡыным, төндәр буйы текст ятлап ултыра торғайным. Бүлмәләш ҡыҙҙар үртәп тә, өгөтләп тә ҡарайҙар ине. Йәнәһе, уҡып мулла булмаҫһың, ауырыуға һабышма тағын, тип киҫәтәләр ине. Үҙҙәре егеттәр менән киноларға, танцыларға саптылар. Ә мин, ысынлап та ауырыуға һабыша яҙҙым, бер тапҡыр “Ашығыс ярҙам” менән алып киттеләр хатта.

Егеттәр тигәйндәй... Институтта миңә күҙ атып йөрөүселәр байтаҡ булды. Береһенә лә йөрәгемде асманым. Уларҙы тәүҙә өйрәнергә кәрәк, юҡһа атайым менән әсәйемдең көнөнә төшөп ултырырмын, тип уйланым. Ҡайҙалыр уҡығаным бар ине, мөхәббәт тәүге ике айға ғына етә, ҡалғанында иһә кеше бер-береһенә өйрәнә тип. Үлә яҙып ғашиҡ булыуҙан Аллам һаҡлаһын! Хәмит тигән оҙон буйлы егет сибәр генә. Уның менән урам буйлап йөрөп тә ингәнем бар. Һөйләшеүҙәре төплө, аҡыллы ғына күренә. Бер көн киноға саҡырған ине, кәҫәләренә тығылҡас, юғалып ҡалды.

- Аҡсамды онотҡанмын бит, - тигән булды. Мин иһә:

- Була торған хәл, - тинем дә уның менән араны өҙҙөм. Әллә хәйерсе, әллә һаран, аңламаҫһың. Мәхмүт тә күҙгә-башлы һөйкөмлө генә күренә, үҙе шаян да, тапҡыр телле, уның менән аралашыу еңел. Ләкин бер көндө мин уны урамда эскәнерәк итеп күрҙем. Иптәштәре менән киләләр ине. Артымдан ҡыуып етеп:

- Бына, вагон бушатып ҡайтып киләбеҙ, кискә һине ресторанға саҡырам, - тине.

- Ярар, - тинем дә күҙенә башҡа күренмәнем. Тимәк, араҡынан да баш тартмай, булғанын да һаҡлап тотона белмәй. Миңә ундай тормош иптәше кәрәкмәй. Рәмис тә күҙ һалып йөрөй башлаған ине... Һәйбәт уҡый, үҙе бик актив, институтта ниндәй түләүһеҙ эш бар – бөтәһенә лә өлгөрә.

- Һиңә быларҙан берәй файҙа бармы һуң? Ү тинем.

- Ниндәй файҙа тураһында әйтеһең? Тормоштоң үҙәгендә ҡанау үҙе файҙа инде, - тип бик дорфа ғына яуап ҡайтарҙы.

Шундай кеше менән бәйләнешкә инергә яраймы инде? Тағы ла береһе... Эй, ярай, ундайҙар күп булыр, үҙемдең маҡсатыма ирешергә кәрәк. Ата-әсәйемдең аҡса иҫәпләп ултырыуҙары күҙ алдымдан китмәй, маҡсатыма ирешергә кәрәк...

Әммә уның икенсе бер юлы килеп сыҡты. Бер көндө юлыма ике ҡулына ауыр ике сумка күтәргән Руфия Рәисовна осраны. Беҙҙең кафедра мөдире ул, үҙе оло ғына йәштә.

- Әйҙәгеҙ, һеҙгә ярҙам итәм, - тип сумкаһына йәбештем. Ул өйөнә саҡырҙы, бергәләп сәй эстек. Тегенеһен-быныһын һорашып, һөйләшеп ултырҙыҡ. Яңғыҙы ғына йәшәй икән, ире үлгән. Балалары үҫеп, таралышып бөткән. Артығын төпсөнмәҫкә булдым. Аҙыраҡ һөйләшкән кеше аҡыллыраҡ күренә, тип әйткән бер яҙыусының һүҙҙәрен иҫемә төшөрҙөм.

- Һинең менән күңелле икән, тағы килә, - тип ул саҡырып ҡалды. Барҙым, унда өйөн йыйыштырыштым. Икенсеһендә ашарға бешерҙем. Кафедраға үҙемдең эш урынына йөрөгән һымаҡ йөрөй башланым.Руфия Рәисовнаға отчет ҡағыҙҙарын тултырыштым, курьер булып, унда-бында саптым. Ул миңә диплом эшемде яҙышырға ярҙам итте. Дөрөҫөрәге, элекке студенттарҙың эшен ҡарарға биреп торҙо. Кафедра мөдире – дәүләт имтихандары рәйесе лә, шунлыҡтан ҡыҙыл диплом алырымды алдан уҡ белеп торҙом. Ә ҡыҙыл диплом менән һин ирекле ҡош. Үҙең теләгән ергә эшкә урынлашасҡһың. Бына шулай эҙләнеп йөрөгәндә табыштыҡ беҙ Илгиз менән. Ул минән ун биш йәшкә өлкән, үҙенең әллә ни буй һыны юҡ, төҫкә-башҡа ла килешһеҙерәк, өҫтәүенә бер тапҡыр өйләнеп айырылған. Быларына тамсы ла иҫем китмәне. Уның ҡарауы үҙенең фирмаһы, ҡала ситендә бына тигән коттеджы бар, әллә нисә миллион һумлыҡ машинаһы! Туйға миңә лә йылҡылдап торған машина бүләк итте. Иртән тороуға хеҙмәтселәр аш өҫтәленә төрлө ризыҡтар менән тултырып ҡуя. Тормош түгел – йәннәт!

Бер көндө атайым менән әсәйемде лә ҡунаҡҡа саҡырҙым.

- Бына шулай йәшәргә кәрәк! – тинем. Тик уларҙың йөҙөндә шатлыҡ күрмәнем. Икеһе лә миңә һағайып ҡараны.

- Алтын ситлеккә эләккән ҡош булғанһың бит. Эшләмәй генә йәшәрһең микән шулай? – тине атайым аптырап.

- Нисек инде эшләмәй генә? Өйҙә лә бөтмәгән ул эш. – тинем дә үҙ һүҙҙәремә аптырап ҡуйҙым. Уларын да шул ярҙамсылар башҡара бит инде.

Бер көндө Илгизгә һүҙ ҡуштым:

- Өйҙә ятыу күңелһеҙ икән, миңә берәй эш табып бир әле.

Илгиз ҡаршы төшмәне.

- Әйҙә, сауҙа нөктәләремдең теләгәненә директор итеп ҡуям.

Бына шулай эшлекле ханымға әйләндем дә ҡуйҙым. Дөрөҫ, бар эште урынбаҫарым, бай тәжрибәле, оло йәштәге элекке директор тартып килде. Мин өйөм-өйөм ҡағыҙҙарға ҡул тамғамды ҡуйып ҡына ултырырға тура килде. Унан һуң ирем менән ҡултыҡлашып, “деловой” осрашыуҙарға йөрөнөк. Шундай осрашыуҙарҙың береһендә ятаҡта бергә йәшәгән дуҫ ҡыҙымды күреп ҡалдым. Яңылыш килеп эләккәндер ул бында, тип уйланым. Уның өсөн оялып ҡуйҙым. Студент сағынан ҡалған күлдәкте кейеп килгән инде әллә ул? Ауыҙын йырып, миңә туп-тура килә ята ине, маршрутымды үҙгәрттем. Нимәгә кәрәк ул миңә - ул кем дә, мин кем!?

Тик... Ауырлыҡҡа түҙеп була, рәхәтлеккә сыҙап ҡара, тиҙәрме әле? Бындай тормош өйрәнгәнсе генә ләззәт бирә икән ул. Унан һуң төҫһөҙләнә, тәмен юғалта. Магазиндан тиҙ туйҙым мин. Минең эшем булып сыҡманы. Матурлыҡ салондарына, йөҙөү бассейндарына йөрөп, үҙем кеүек бай ирҙәрҙең ҡатындары менән ваҡыт уҙғарабыҙ. Нимә теләйем, шуны эшләйем, ҡайҙа теләйем, шунда барам. Ә күңелемдә шатлыҡ юҡ. Һуңғы арала атайымдың “алтын ситлек” тигәне иҫемә төшә башланы. Бына өҫкө ҡаттың балконында ултырам, ҡулымда шампан шарабы тулы бокал. Үҙемсә килештереп маташам инде. Аҫта гөл-сәскәләргә күмелгән баҡса. Көмөш һыулы шишмә. Яһалма шишмә. Унда өрәктәр йөҙөп йөрөй. Улары ла яһалма. Яр буйында сәскәләр ҙә яһалма кеүек күренә башланы. Беҙҙең ауыл болонондағы ромашкаларға етмәй инде. Бына шулай бер ниндәй маҡсатһыҙ тормошомдо заяға уҙғарып барам. Баштараҡ бала алып ҡайтыуҙы икебеҙ ҙә теләмәнек, йәшәп ҡалайыҡ әле үҙебеҙ өсөн, тинек. Йылдар уҙа торҙо, ҡабат бала темаһын күтәреү һуң ине инде. Бик теләһәк тә, ул бәхет беҙҙе урап үтте.

Бер көндө саҡырыу билеты ҡалдырып киттеләр. Институтты бөтөргәнемә 20 йыл да уҙып киткән икән. Осрашыу була. Егерме йыл эсендә ундай саҡырыуҙар күп булды, миңә унда нимә бар? Улар кем дә, мин кем, тип уйланым. Ә быныһы ниңәлер уйландырҙы. Байрамға иң матур күлдәгемде кейеп барҙым. Һәм һуңынан үкенеп тә бөтөрә алманым. Бөтәһе лә ғәҙәти, ябай кйеемдә ине. Үҙҙәре яғымлы йылмаялар, ҡосаҡлашалар, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә һөйләшәләр. Мин генә табындың уртаһында тауис ҡош кеүек ҡуҡырайып ултырам. Береһе лә яныма килмәй, баш ҡағып ҡына иҫәнләшәләр ҙә башҡалар араһына инеп сумалар. Әллә танымайҙар инде? Элегерәк үҙемде танытырға теләмәй тырышып йәшәнем шул. Ә хәҙер бына улар кем дә, мин кем? Яй ғына урынымдан ҡуҙғалдым. Иҙәндән һөрәлеп барған  күлдәгемдең итәктәрен йомарлап тоттом. Әкрен генә ишеккә йүнәлдем. Артымдан береһе лә өндәшмәне. Бер кем дә туҡтатманы. Уларҙың миңә, минең уларға бер әйтер һүҙ ҙә юҡ шул.

Урамға сыҡтым. Артымда ысын тормош гөрләп ҡалды. Ә мин үҙемдең бай, әммә буш, мәғәнәһеҙ “ситлегемә” юл алдым...

Сөйөмбикә.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас