Сихырсы
Беренсе бүлек
Мәғәфүрә менән Ғәйнетдин яңы йорт һатып алып сыҡтылар . Йәшәгән өйҙәре бәләкәй генә ине шул , биш балалы күмәк ғаилә өсөн тар ғына . Әҙерәк йыйнаған йыйынтыҡ аҡсалары бар ине , өй һала башлаһаң оҙаҡҡа китер тип , әҙерҙе һатып алырға булдылар .
Дүрт бүлмәле ҙур , яҡты өйгә күсеп килгәс үҙҙәрен бәхеттең етенсе ҡатындағылай тойҙолар . Бигерәк тә , балалар ҡыуанды . Яңы ҙур өйҙә , тормош гөрләп алға тәгәрләне . Силәгенә күрә ҡапҡасы тигәндәй , Мәғәфүрә менән Ғәйнетдин пар килгәндәр ине . Бер егәрлегә бер ялҡау , бер ялҡауға бер егәрле тип әйтә икән Хоҙай , шунан яңылыш ҡына , бер егәрлегә бер егәрле тип әйтеп һала ти . Мәғәфүрә менән Ғәйнетдин ана шул бер егәрлегә бер егәрле булып тап килешкәндәр инде .
Кәртә тултырып мал аҫранылар , ҡош ҡорт үрсеттеләр . Ике картуфлыҡ тултырып картуф сәстеләр . Баҡса емерелеп уңды . Хөкүмәт эшендә лә өлгөрҙөләр , доньялары ла ялтлап торҙо . Тормоштары етеш булыуҙан тыш , үҙҙәре бигерәк татыуҙар ине ир менән ҡатын .
Бер береһен хөрмәт итеп кенә йәшәүсе ғаиләнән көнләшеүселәр ҙә күп булды ауылда . Насар һүҙҙәргә , ғәйбәттәргә иғтибар итмәй генә йәшәүҙәрен белде улар . Кеше менән булышманылар , ғәйбәт һөйләп йөрөмәнеләр .
Ал да гөл барған тормош бер аҙ артҡа тәгәрәй башланы . Яңы өйгә сыҡҡаны бирле , мал ҡото китте уларҙың . Йә һыйыры ятып үлде , йә һарыҡтарын эт тамаҡланы , ҡош ҡорттоң ҡырылыуының иҫәбе юҡ ине . Һуғымға тип инселәгән ҙур үгеҙҙәре , тәүге ҡар күҙе төшкән көндә зым зыя юҡ булды . Бет итеп эҙләп тә таба алманылар . Мәғәфүрә ултырып сеңләп иланы , кемгә ниндәй зыяным тейҙе икән , бер түгел ике һыйыры ҡазаланды . Һөтһөҙ ҙә итһеҙ ҙә ҡалдылар . Быуаҙ танаһы бар ҙа ул , уныһы ҡасан быҙаулай ҙа , ҡасан һауынға өйрәтеп алыр йәш нәмәне . Етмәһә , өлкән ҡыҙы Нәргизәне һораттылар . Һуғымды һуйып алғас туйларбыҙ тип һөйләшкәйнеләр буласаҡ ҡоҙалар менән . Бар нәмә тиҫкәре китте лә барҙы .
Малы мал , баштары һау булһа табылыр . Яҙғыһын оло ҡаза кисерҙе улар ғаиләһе . Улдары фажиғәле һәләк булып ҡуйҙы . Үлгән артынан үлеп булмай , тере кеше тереклек итә . Улдарының доньяны ташлап китеүенә һигеҙ ай ғына булды , йөрәктәре әрнеһә лә туйға әҙерләнде атай менән әсәй .
Ит һатып алырға тура килде . Әҙерләнеүе генә көс , туй ней шаулап гөрләп үтте лә китте . Нәргизәне оҙатып ҡайтҡас , Мәғәфүрә урам ҡатындарын саҡырып кейәү сәйе эсерҙе , кейәү бүләге өләште . Тәүге туйҙары , тәү тапҡыр ҡайны ҡәйнә , ҡоҙа ҡоҙағый булыуҙарына ҡыуанып ҡына ултырыуҙары ине . Күрше ҡатыны Мәхүпьямал әҙерәк кәйефен ҡырҙы Мәғәфүрәнең .
- Ир бәхете яҙылмаған ул ҡыҙҙың маңлайына , ир рәхәте күрмәҫ , бына күрерһең , тип эргәһендә ултырған Сәйҙәгә шыбырланы ул . Шыбырлап ҡына әйтһә лә , ишетте шул Мәғәфүрә . Күрше хаҡы тәңре хаҡы , һый тулы өҫтәле артында уның балаһына бәхетһеҙлек юрап ултырыусыға өндәшмәне Мәғәфүрә . Йөрәге семетеп ҡуйһа ла , бер ни һиҙҙермәне . Мәхүпьямал Мәғәфүрәнән арыу уҡ йәшкә өлкән . Яулығын өсмөйөшләп ябынып , аҫтан һөҙә ҡарап йөрөүсе яман ҡарсыҡты кешеләр яратмай һәм ҡурҡа инеләр . Сихырсы тигән даны ла сыҡҡан ине йәштән үк . Мәғәфүрә күсеп килгәндән уларҙан сыҡманы Мәхүпьямал . Иртәнге сәйгә лә , төшкө ашҡа ла , киске тамаҡҡа ла йылпылдап килеп инер ине . Ашап эсеп , оҙон оҙаҡ хәбәр һөйләп ултырған әбейҙе Мәғәфүрә лә Ғәйнетдин дә сабыр ғына тыңланылар . Көнөнә йөҙ инһә лә , төҫтәрен боҙоп ризаһыҙлыҡ белдермәнеләр . Балалар инәй ҙә инәй тип өлтөрәп торҙо . Йомош һорап теңкәләренә тейһә лә , бер ваҡытта ла буш сығарманылар . Энә һорап та инде , шырпы һорап та инә , һорамаған нәмәһе юҡ үҙенең . Йә икмәге бөткән , йә тоҙо , йә кәстрүл кәрәк , йә таба .
Кеше килә алманы Мәғфүрәгә , инде генә берәйһе килеп һөйләшеп ултырырға мөмкинселек юҡ .
- Һаумыһығыҙ , хужалар өйҙәмеүүү , тип һөрәнләп Мәхүпьямал әбей килеп инә . Мәғәфүрә күршеһенең шул холҡон яратмаһа ла , үҙенә өндәшә алманы . Мәғәфүрәнең һеңлеһе Мәғәмүрә генә шарт та шорт үсегеп китер ине .
- Апайыма килеп бер иркенләп ултырып булмай . Тертәңләп килә лә инәһең . Нимә ҡарайһың ошонда , ана үҙ ҡыҙҙарыңа барып ултыр . Нисә килһәң дә ошондаһың !
- Аһ , аһ , аһ !!! Тамағыңа таш булып тораммы ней , сығам , ҡайтам , инде Мәхүпьямал үсегеп китә лә ярһып дөңкөлдәтә баҫып , ишекте шарт ябып сығып китә . Артынан йүгереп сыҡҡан Мәғәфүрәгә лә эләгә .
- Инде тупһаңа баҫмайым ! Ҡороғор , ҡороп китегеҙ , бер сынаяҡ сәйең йәлкеме ?
- Ҡуй , апай асыуланма . Ҡайтма , ин кире , һеңлемдең холҡон беләһең бит .
- Инмәйем ! Сәсрәгеҙ ! Күрҙең бит , тағы ла күререң алда әле , кәнтәйләреңдән күрерһең әле .
Күршеһе ҡарғана ҡарғана сығып китте . Мәғәфүрә йөрәге һыҙлап тороп ҡалһа ла , күршеһенә бер ваҡытта ла үпкәләмәй . Яңғыҙы ғына ғүмер итә бит . Бабайы үлеп ҡалған , балалары әсәһе тупһаһына аяҡ та баҫмайҙар . Мәхүпьямал үҙе лә бармай шикелле . Балаларының ниңә әсәйҙәренә килмәүен дә белмәй ул . Кеше тормошона ҡыҫыла торған холҡо булмағас , һорағаны ла юҡ .
Уның ҡыҙҙарын кәнтәйҙәр тип йөрөтә Мәхүпьямал . Юрауы юш килде . Нәргизәһе тора алманы , балаһы менән атай йортона ҡайтып килде . Мәхүпьямал әбейҙең Мәғәфүрәнең ҡоҙағыйҙарына барып ара болғап йөрөүен аҙаҡтан ғына ишеттеләр . Кеше һүҙенә төшөп , ҡыҙҙарын балаһы менән ҡыуып ҡайтарған ҡоҙағыйы менән осрашҡыһы килмәне Мәғәфүрәнең . Иланы иланы ла , эсемә һыйған балам тышыма ла һыйыр , тип ҡыҙының әйберҙәрен барып алдылар .
Мәхүпьямал әбей инеп ашап эсеп йөрөһә лә , Мәғәфүрә менән ныҡ булышты . Артында яманлап һөйләне , үҙҙәре өйҙә юҡта нәмә ҡуйманы . Инеп эҙләнеп , биҙрәме тасмы , нимәне булһа ла тотоп ҡайтып китер ине . Яҙғыһын ҡош ҡорт алған ваҡытта бигерәк үҙәктәренә үткәрҙе ул . Мәғәфүрәләр ҡаҙ , өйрәк себешен ҡырҡлап , иллеләп алалар . Көн һайын икешәрләп юғала ла ҡуялар . Йыл һайын ун биш , егерме себешен күршеһе урлап тора . Белһәләр ҙә талашып та булмай , кире алып та булмай . Саҡ ҡына ҡырын һүҙ әйтһәң әбей ҡулының һырты менән ҡарғарға тотона .
Нәргизәләре оҙаҡ яңғыҙ ултырманы . Күрше ауыл егете менән танышып , бер береһен оҡшатып , сәстәрен сәскә бәйләнеләр . Тик , ҡойроҡло киленде ҡайны ҡәйнә үҙ итмәне . Ҡойроҡло тигәне , уның балалы булыуы инде .
Мәхүпьямал әбей Нәргизәнең яңы ҡәйнәһе менән дуҫлашып алды . Баҙарҙамы , больнис коридорында врачҡа сират көткәндәме ике әбейҙең сөкөрләшеп тороуҙарын йыш күрергә тура килә ине . Хаят әбей әхирәте менән осрашыуҙан һуң , бөтөнләй ярһып ҡайтып инә өйгә . Киленгә көн дә юҡ , төн дә юҡ . Уға ҡайныһы ҡушыла . Сәсе менән ер һеперһә лә , ҡәйнәһенә ярай алманы Нәргизә . Улын игәгәнен дә ишетеп йөрөнө . Уңайы сыҡҡан һайын , юҡ нәмәне алдың бит , айыр , айыр , тип тызыны . Тамсы тама , тама таш тишә , әсәһе гел тиҫкәре һүҙ биреп торғас , улы ла холоҡһоҙланды . Эсеп ҡайтып ҡатынын туҡманы , ике йәшлек кенә малайын шарылдатып ҡайыш менән ярҙы . Күрше тирәләре белеп күреп торҙо . Ипләп кенә Нәргизәгә аҡыл өйрәттеләр .
- Туҡмалып , балаңды туҡматып , аждаһа ҡайны ҡәйнәнә иҙелеп йәшәмә . Ҡайтып кит , тип кәңәш бирҙеләр . Нәргизә ҡайтыуҙы уйламаны , тәүгеһенән ҡайтты , хәҙер тағы ҡайтһа атай әсәһенә анһат буламы , тип уйланы ул . Ҡағылып һуғылһа ла , тешен ҡыҫып түҙҙе .
Мәхүпьямал әбей уларҙың тормошона китмәҫтән килеп ингәндер . Ғүмере буйы Мәғәфүрәнән сыҡманы , ҡыҙы Нәргизәгә лә етте оҙон ҡулы менән әшәке теле . Хаяттың үҙенең аҡылы булманымы икән , Мәхүпьямал нимә һөйләһә лә дөрөҫ тип ҡабул итте . Нәргизә ҡәйнәһенең ниндәй этлектәр ҡылғанын белмәй , тик бер хәлде үҙ күҙе менән күреп аптырашта ҡалды . Иртәнсәк тороп тәҙрәгә күҙ һалды , ишек алдында ҡәйнәһе нимәлер һибеп йөрөй ине . Сыҡманы ла үҙенә өндәшмәне лә . Ҡәйнәләренән айырым сығып башҡа торалар ине ул ваҡытта . Бер ҡыҙ балаһы йүгереп йөрөй ине инде , өсөнсөгә ауырлы ине Нәргизә . Ҡәйнәһе әрләһә лә , ҡатын бер ваҡытта ла ҡаршы ирешмәй ине . Өндәшмәй тора ла ҡуя , ҡәйнәһе ҡысҡыра ҡысҡыра ла ҡайтып китә . Таң атыу менән , Хаяттың иң беренсе эше , улы менән килене йортона барып , уларҙың тормошон тикшереп әрләп ҡайтыу ине . Елтерәтә баҫып килеүсе ҡайны ҡәйнәһе күренһә күршеләре , һөйөнсө , прокуратура килә тип көлөрҙәр ине . Балаларына тыныс йәшәргә мөмкинселек бирмәнеләр ҡайны ҡәйнәһе . Уларҙан тыш , иренең төрмәнән ҡайтҡан ағаһы үҙәктәренә үткәрҙе . Әйберҙәрен урлап һатып эсте . Ҡустыһы менән һуғышып , доньяларын онтап йөрөнө . Әсәһе һүҙенә төшөп , эшкинмәгән киленде ҡыуып йөрөнө . Бысаҡ тотоп килеп , бөтәгеҙҙе лә салам тип тә ҡурҡытты .
- Балларыңдың береһе үлһә , һыйырымды һуйып ҡорбан итер инем , тигән ҡәйнәһенә аптыраны Нәргизә . Үҙен яратмау етмәгән , үҙенең улының балаларына үлем теләүенә иҫе китте .
Ир бәхете яҙмаған был ҡыҙҙың маңлайына , тигән Мәхүпьямал әбейҙең һүҙҙәре иҫенә төштө Нәргизәнең . Оҙаҡ йылдар ҡаңғырыҡ тормошта йәшәүсе Нәргизәнең өйөнә бер көндө сегәндәр килеп инде . Башҡа сегәндәр һымаҡ һөмһөҙләнмәне былары . Ваҡ төйәк һорап алдылар ҙа сығып киттеләр . Өлкән генә сегән ҡатыны ултырып ҡалды .
- Эй , ҡәҙерлем . Тамуҡта йәшәйһең бит һин . Ирең менән һинең араңда бер ҡатын тора , любовница түгел . Әсәһеме икән , һеҙҙе йәшәткеһе килмәй . Насар ҡатын , ҡара уйлы . Оло фажиғәләр кисерерһең , йырып сығырһың . Тоҙ өшкөрөп бирәм , әҙләп иреңдең ашына һал . Ирең һинең һүҙеңдән сыҡмаҫ . Сихырлағандар . Ишек алдыңа әтмәлләп нәмә һибелгән , һеҙ шуны тапап йөрөйһөгөҙ . Күсеп китегеҙ был өйҙән . Мине тыңлаһаң тормошоң ыңғай китер , тыңламаһаң ғүмер буйы этләнерһең ... Сегән ҡатыны оҙаҡ һөйләне , тоҙ өшкөрөп бирҙе . Ләкин , Нәргизә уны тыңламаны , ышанманы ла . Тоҙҙо ашлыһыуға ташланы .
Йылдар үтә килә сегәндең әйткәндәре барыһы ла тормошҡа аша барҙы . Мин күсмә сегән түгел , ултыраҡ тормошобоҙ тип адресын әйткәйне . Нәргизә эҙләне ул ҡатынды , тик таба алманы .
Фото интернеттан алынды.