Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
26 Февраля 2022, 07:00

Мин барыһына ла риза инем

Мин күргәнде башҡа бер кем дә күрмәгәндер ул. Икенсе ирем менән айырылышҡандан һуң башҡаса бер ваҡытта ла кейәүгә сыҡмаҫҡа үҙемә һүҙ бирҙем. Бар көсөмдө йоҙроғома төйнәнем дә, тормош ағымына ҡушылдым. Ун ике йыл яңғыҙым балаларымды үҫтерҙем. Ун ике йылдан һуң яҙмыш миңә яңы һынау ҡуйҙы – бер ирҙе осраттым... Тулыраҡ:

Добавить в предпочтительные источники Google

Мин күргәнде башҡа бер кем дә күрмәгәндер ул. Икенсе ирем менән айырылышҡандан һуң башҡаса бер ваҡытта ла кейәүгә сыҡмаҫҡа үҙемә һүҙ бирҙем. Бар көсөмдө йоҙроғома төйнәнем дә, тормош ағымына ҡушылдым. Ун ике йыл яңғыҙым балаларымды үҫтерҙем.

Ун ике йылдан һуң яҙмыш миңә яңы һынау ҡуйҙы – бер ирҙе осраттым. Ул да яңғыҙ, мин дә. Үҙемә биргән вәғәҙәләр онотолдо., уның яғымлы һүҙҙәренә иренем. Иғтибар итеүе, мине ҡатын-ҡыҙ итеп күрә белеүе өсөн барыһына ла риза инем. Яҙмышыма буйһоноп, йәшәргә булдым. Эскәнен белә инем инде. Быға ҡәҙәр яңғыҙы булғанға, ғаилә тормошо бармағанға эсәлер, тип уйланым. Дөрөҫөрәге, шулай тип үҙемде аҡларға маташтым. Мин көслө бит, уны ғына аяҡҡа баҫтыра алырмын, тип ышандым.

Баш көллө эсеүгә бирелгән кешене ул һаҙлыҡтан сығарыу еңел түгел икән. Шуны аңлау өсөн миңә бер нисә йыл ғүмеремде әрәм итергә тура килде. Ул ваҡытҡа инде мин уны йортома индереү генә түгел. Пропискаға ла ҡуып өлгөргән инем. Кредитҡа булһа ла яңы машина алған инем. Уйлап ҡараһам, бер тыныс көнөм булмаған икән. Өс йыл да биш ай дауамында мин мәшхәрҙең үҙендә йәшәгәнмен. Балаларым да ташла уны, уға түккән аҡсаңды үҙеңә, беҙгә тотон, тине, тыңламаным. Дөрөҫөрәге ишетмәгәнмен. Үҙемде бер аҙ ғына булһа ла ҡатын-ҡыҙ итеп тойорға теләү көслөрәк булғандыр, моғайын. Ҡолағым да ишетмәне, күҙем дә күрмәне. Шул ғүмер эсендә ирем 9 эш урынын алмаштырҙы. 2-3 ай өйҙә ята ла, үҙе урынлаша алмаҫын белгәнлектән, етәкләп алып сығып китә торғайным. Нисә тапҡыр кодированиеға барыу ҙа һөҙөмтә бирмәне. Күпме уның менән йәшәргә тырышһам да, яҙмыш беҙҙе барыбер айырҙы. Юҡ, үкенмәйем. Беренсенән, туйҙым. Икенсенән, былтыр атайым үлгәс, үҙемдең дә ғәлем насарлана башланы. Ыҡҡа бармаған ирҙе тәрбиәләп арыным.

Зөлфиә апайығыҙ.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева