Әҙәби бит
25 Февраля 2022, 16:10

Иремде һайларғамы, егетемдеме?

Кисен егетем менән осрашҡанда уны гел ирем менән сағыштырыумды аңланым. Уның ҡарашы ла ул хәтлем түгел, һөйләгән һүҙҙәре лә ҡыҙыҡлы түгел... Ирем менән ҡасып осраша башланыҡ. Уның ҡатыны, минең егетем бар көйө.Иремде һағынғанымды аңланым. Ә ул миңә кире ҡушылыу тураһында бер ни ҙә әйтмәй. Уға шулай ҡасып осрашыу оҡшай, буғай. Ә мин ике ут араһында. Йөрәгем егетем тәҡдим яһаны. Буталдым. Әммә ирем менән ҡасып осрашыуҙы дауам итәм. Ә егетем яуап көтә... Нимә эшләргә?.. Ирҙең телефонын аҡтарыу түбәнселек булғанын аңлаһам да, шундай аҙымға барырға мәжбүр булдым. Сөнки ул ял көндәре сәбәп табып, өйҙән сығып китә башланы. Әле уның айфоны бар, бармаҡ осо менән генә асыла. Көнләшеү хисе менән янған ҡатын-ҡыҙ нимә эшләмәҫ? Уның йоҡлап киткәнен көттөм дә, телефонын алып, бармаҡ осон махсус кнопкаға баҫтырҙым. Телефоны асылды. Шикләнеүем дөрөҫ булып сыҡты. Һөйәркәһенән килгән смс-хәбәрҙәрҙе уҡып бөтөүгә, иремде төрткөләп уятып, ҙур низағ ҡуптарҙым. Таң атҡанын да көтмәй, өйҙән сығып китте. Әммә киткәндә әйткән һүҙҙәре йөрәгемде ярҙы:  Тулыраҡ:

Ирҙең телефонын аҡтарыу түбәнселек булғанын аңлаһам да, шундай аҙымға барырға мәжбүр булдым. Сөнки ул ял көндәре сәбәп табып, өйҙән сығып китә башланы. Әле уның айфоны бар, бармаҡ осо менән генә асыла. Көнләшеү хисе менән янған ҡатын-ҡыҙ нимә эшләмәҫ? Уның йоҡлап киткәнен көтәм дә, телефонын алып, бармаҡ осон махсус кнопкаға баҫтырҙым. Телефоны асылды. Шикләнеүем дөрөҫ булып сыҡты. Һөйәркәһенән килгән смс-хәбәрҙәрҙе уҡып бөтөүгә, иремде төрткөләп уятып, ҙур низағ ҡуптарҙым. Таң атҡанын да көтмәй, өйҙән сығып китте. Әммә киткәндә әйткән һүҙҙәре йөрәгемде ярҙы: “Һинең менән йәшәү күңелһеҙ. Һиңә өйҙән башҡа бер ни кәрәкмәй. Палатка алып походка барырға, балыҡҡа йөрөргә теләмәйһең. Уйламағанда ғына йыйынып, өйҙән сығып китеү һинең менән мөмкин түгел. Һиңә бары тик уңайлыҡ кәрәк. Тормош улай ҡыҙыҡ түгел. Уңайлы фатирҙа ҡартайғас та йәшәп була. Ә минең йәшәп ҡалғым килә, күңел асҡым килә”, - тине.Эйе, ирем хаҡлы, мин ысынлап та өй йәнле кешемен. Ғаилә ул минең өсөн йылы мөнәсәбәт, уңайлы йорт, тыныс тормош. Баҡтиһәң, мин эмоцианаль дә түгелмен  икән! Минең менән тормош көтөү ҙә ҡараңғы икән...

Бәлки, мин үҙемә тура килмәгән ирҙе һайлағанмындыр? Ул әүҙем кеше һәр яҡлап та, бар кешене үҙенә ҡаратып тота. Һәр ваҡиғаны байрамға әйләндер. Ләкин тормош байрамдан ғына тормай бит. Кейәүгә сыҡҡанда үҙгәрер, бәлки, тип уйлағайным. Хаталанғанмын. Мин уның байрамдарын ҡабул итә алманым. Шулай итеп ул үҙе кеүек байрамдарҙы ғына яратҡан ҡыҙ тапҡан булып сыҡты.

Айырылыуҙы ауыр кисерҙем. Өс көн эшкә бара алмай илап яттым. Дүртенсе көнгә генә эшкә барырға кәрәк, тигән уй менян уяндым. Эшкә йыйынып сығып китеү – ҙур еңеү булды. Тормош дауам итте. Әлбиттә, иремде иҫкә төшөргән һайын, күҙем йәшләнде. Әммә тирә-яҡтағыларға һиҙҙермәҫкә тырыштым. Уның өйләнеүен, һаман да күңел асырға яратыуын ишетеп йәшәнем.

Бер көндө эштән ҡайтышлай магазинға инеп аҙыҡ-түлек алдым. Ләкин банк картаһының срогы сыҡҡан булып сыҡты. Карта менән генә иҫәпләшкәнлектән, янымда ҡулаҡса ла юҡ ине. “Мин түләй алмайым, ғәфү итегеҙ”, - тип китергә йыйындым. Щул саҡ:”Күпме кәрәк, мин түләйем”, - тигән тауышҡа әйләнеп ҡарауыма йылмайып бер егет баҫып тора ине. “Карта эшләмәй, тип йоҡлар алдынан кефир ҙа эсмәй йоҡлай алмай бит инде был матур ҡыҙ”, - ти үҙе миңә шаяртып. Минең өсөн түләне лә ҡулыма пакетты тотторҙо. Рәхмәт әйтеп, ситкә сығып баҫтым. Уйым уның телефонын алып ҡалыу ине, бурысты ҡайтарырға. Шулай итеп беҙ уның менән танышып киттек. Әнүәр мине өйөмә тиклем алып барып ташларға тәҡдим итте. Әллә ни йыраҡ йәшәмәһәм дә, ризалаштым. Яғымлы был егет хушлашып инем киткәс тә уйымдан китмәне. Икенсе көндө ул мине кафеға саҡырҙы. Беҙ осраша башланыҡ. Ғашиҡ булғанымды аңланым. Ул һәр ваҡыт осрашыуға саҡырҙы, күрешә алмағанда ла һәр ваҡыт смс-хәбәр яҙҙы.

Бер осрашҡанда парк буйлап атлай инек. Шунда элекке иремдең ҡатыны менән килә ятҡанын күрҙем. Ул да мине күрҙе, күҙҙәр осрашты. Миңә шундай итеп ҡараны, бөтә тәнемдән ток йүгерҙе. Егетемә бер ни ҙә һиҙҙермәнем. Ләкин кис буйы иремдең ҡарашы күҙ алдымдан китмәне.

Икенсе көндө ирем эшемә килде. Эше тураһында һөйләй башланы. Миңә ул ҡыҙыҡ булмаһа ла тыңланым. Ҡапыл ғына туҡтаны ла, мине һағыныуын белгертте. Ҡосаҡлап алды. Аптырауҙан бер һүҙ әйтә алмай, ҡатып ҡалдым.Үбергә ынтылды. Бәхетемә коллегаларым килеп инде. Ғәйепле кешеләр һымаҡ, икебеҙ ике яҡҡа һирпелдек. Ул һөйләшеүҙе һуңғараҡ дауам итербеҙ, тип китеп барҙы. Кисте егетм янында уҙғарһам да, ирем уйымдан сыҡманы. Уның һулыш алыуы ла ҡолағымда сыңрап торҙо. Ҡосаҡлап, үбергә ынтылыуын да ҡат-ҡат иҫемә төштө. Ниңәлер шул минутта миңә рәхәт булып китә ине. Икенсе көндө ул минең эшемә ҙур букет ебәрҙе. Иртәгеһенә кафеға саҡырҙы. Һуңынан өйөнә барҙыҡ. Наҙҙарының ысын мәғәнәһендә иҫерҙем. Ул минутта алған хистәремде ике йыл йәшәп тә кисермәгән инем...

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас