+21 °С
Дождь
Бөгөн шундай сихри, мөғжизәле көн: ЕГЕРМЕ - НОЛЬ ЕГЕРМЕ - ЕГЕРМЕ ЛӘ ЕГЕРМЕ!
Был көнгә ҡарата һеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе, уй-теләктәрегеҙҙе белгебеҙ килә, дуҫтар! Комментарийға яҙығыҙ!
Ә шулай ҙа һәр бер көн матур, һәр бер көн бүләк!
Беренсе көн - Дүшәмбе,
Һаумы, дуҫым, иҫәнме?!
Икенсе көн - Шишәмбе,
Көндөң, дуҫым, иң шәбе!
Өсөнсө көн - Шаршамбы,
Дуҫым, тырышаһыңмы?
Дүртенсе көн - Кесаҙна,
Зарланма һин көс аҙға!
Бишенсе көн - ул Йома,
Йома көн изге була!
Алтынсы көн - ул Шәмбе,
Арыманыңмы әле?
Етенсе көн - Йәкшәмбе,
Ял ит, дуҫым, һин, йәме!
Факиһа Туғыҙбаева
Фото интернеттан алынды.