Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
17 Февраля 2022, 04:00

Һөйөү өсөн тыуа ҡатын-ҡыҙ

Күпме сәбәләнмә, был донъяға Һөйөү өсөн тыуа ҡатын-ҡыҙ...  

Һөйөү өсөн тыуа ҡатын-ҡыҙ

Көндә кипкән еләктәргә, гүйә,
Наҙлы ямғыр булып түгелдең.
Ҡайһы арала һин түңәрәк иттең
Китек ерен йонсоу күңелдең?

Халҡым һалған көйгә ғазаптарын,
Әрнеү-һыҙланыуҙан йөҙәүен...
Бәлки, тилелектер, бер ҡайғыһыҙ
Һөйөүемдән шатлыҡ эҙләүем,

Тик йырлағым килмәй үкенеүҙән!
Яндарымда көләс кешем бар.
Ҡояштарҙай яҡты ҡарашында
Минән башҡаларға урын тар.

Эштәр, юлдар... Йәшәп була һинһеҙ,
Йәшәп булған кеүек
шатлыҡһыҙ.
Күпме сәбәләнмә, был донъяға
Һөйөү өсөн
тыуа ҡатын-ҡыҙ... ( Т. Искәндәриә)

Һөйөү өсөн тыуа ҡатын-ҡыҙ
Һөйөү өсөн тыуа ҡатын-ҡыҙ
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас