Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
16 Февраль 2022, 08:00

Ә бөгөн - Быйма көнө!

"...Аҡ быйма йөндәре,Күк быйма йөндәре.Быйма кейеп һыуҙар йыра,Беҙҙә әллә кемдәре, - тип ебәргән булам)))Әтеүсе!Минең һымаҡ кемдәр быймаға "ғашиҡ"? А, ну - ка, признавайтесь?!." Ҡыҙыҡлы хикәйәне тулыраҡ уҡығыҙ: 

Быймаға — мәҙхиә!

— Иптәштәр, ә һеҙ быйма таштанығыҙ мы әле? Нимәәә? Сәпсим быйма кеймәйбеҙ тиһегеҙме? Ыстаа! Әтеү мин генә кеше көлдөрөп быйма һөрәп йөрөйөммө? Улай тиһәң шулай шул, беҙҙең урамдан ғына ла бер кем кеймәй ошо быйма тигән аяҡ кейемен. Ә нимә һөрәп сығағыҙ әтеү өй - тирәһендә? Ҡытайский дутыш мы? Эйе, шәп ул улар ҙа. Тик минең һымаҡ әбейүшкә аяҡлыларға һис бармай ҙа ҡуя. Ысыын! Кейеп йөрөп килгән булам ул шуны магазин - фәлән тирәһен ҡыҙырып, тик ана шул, үксә һыҙлай ҙа ҡуя тәҡәт бирмәй. Үҙе йылы, үҙе еңел дутышты оҙағыраҡ һөрәһәм, нәскейем тирҙәгән һымаҡ һыулана ла ҡуя. Һеҙҙеке лә шулаймы әллә? Мына быймамды кәлүшен кейҙереп тороп сығып китһәм сәпсим өшөмәйем дә, һыуҙалмайым да. Ялпайта баҫып йөрөйөм дә ҡайтам йөрөр еремдән. Һай шәп тә һуң был быйма!
Яҙ етә тип ҡояш йылтырап торһа ла, ер ғәләмәт һыуыҡ бит әле ул!
Аҡ быймамды кәлүшен кейҙереп алып тороп кисә һыу йырып йөрөп индем.
— Эш тапмайың мәллә әсәй, ул һыуҙы нишләп йыраң, ти балалар. Өйрәнелгән бит бала саҡтан, кәмә йөҙҙөрә торғайныҡ әле хатта. Быйыл ер һыуға туйынһа ла, ҡар ҡалын ғына булһа ла йырғанаҡтар кәмә йөҙҙөрөрлөк түгел.
— Кеше көлдөрөп быйма менән йөрөмә сәле, итекһеҙ кеше ғошап, тиҙәр тағын.
Кеше һөйҙәй тип аяҡ һыҙлатаһым юҡ инде, тип эстән бығырлайым. Әтеү, шулай ҙа инде.
Мына инде нисәнсе ҡыш ошо аҡ быймамды кейеп Һәмән урамын ҡыҙырам. Аҡ быймамдан әллә ҡайҙан танып торалар хатта. Ҡаршыма килгән ҡайһы берәү иң беренсе аяғыма ҡарай. Ҡараһын да! Күҙе ерҙә ҡалыр, тип үтеп китәм. Дошман ғына тәүлә аяғыңа текләр, тиҙәр бит.
Кисә "уҡытты" әле үҙемде ошо аҡ быйма. Һин дә мин утын ҡосаҡлап өйгә табан китеп барҙым да, ҡойоға баҫмайым тип ирей башлаған ҡар ситенән генә аяҡ терәгәйнем, һоооп! Ялп итеп ҡалдым ҡойо эсенә һыңғар янбаш менән. Утындар китте сәсрәп! Ус боҙға сыйылып әсетә башланы. Урам ҡапҡалары шар асыҡ, аҡ быйма кейеп ҡойо уртаһында ҡырын ятыуымды берәйһе күреп ҡалмаһын тип, йәһәт кенә тора һалдым. Итәктән һыуҙар тамсылай, быйма ла нисауа ҡара-алаға әйләнгән бит әй! Үҙемде эстән әрҙәй - һүгә, утынымды сүпләп инеп киттем өйгә. Берәй рәхмәт ҡотҡарҙы инде, алай ҙа һынып ятманым, тип аҙаҡтан уйҙап алдым.
Бөгөн иртән торһам, бер яҡ янбаш менән яурын башым әҙерәк үҙен белгертеп һыҙлап тора. Онотҡанмын да әле ул ҡолағанымды. Әпәт шул аҡ быймамды кәлүшләп алып, һыйыр һауырға сығып киттем. Бығаса һарай алды боҙ булып ятҡас, бөгөн дә ер туң икән тиһәм, өҫтө генә туңаҙып ятҡан икән. Һыпыра баҫып инеп киттем һарай ҡапҡаһынан.
— Нимә быйма менән сығып киләң? Кәлүшең ҡайҙа?-ти ирем ҡаршыма сығып.
— Кәлүш кейергә иртә бит әле. Нимә ҡара таңдан минең аяҡҡа бәйҙәләң, дошманһың мәллә?-тинем дә дорфа ғына һарай эсенә инеп киттем.
— Эй суҡын да!- тип һөйҙәнеп бесән яғына китте ирем дә.
Һыңғар аяҡ нишләптер еңел генә тупһаны ашаҡтағанға ҡарап ебрһәәм! Уң яҡ быймамдың кәлүше ҡойо эсендә ултырған да ҡалған икән дә баһа!
Супылдап тороп быҙауым буйтым елен бушатыуға саҡ өлгөрҙөм сәйҙек һөт тартырға мынау быйма кәлүше арҡаһында.
Әле кисәге аунаған- бысранғандан төшкән керҙәрҙе йыуып элдем дә, быймамды ла "отдыхҡа" ебәрәйем микән тип ултырам. Кипкәс эсенә махор һалып, шыптырға көйә инмәҫлек итеп урап, баҙға төшөрөрмөн тием.
Эшһеҙ эш тапҡан, ыштанынан бет тапҡан ти. Һүҙ юҡта һүҙ итеп аҡ быймамды маҡтап мәҙхиә йырҙап алдым бит әй.
Йөн ойоҡ бәйләү, быйма баҫыу кәсебе онотолоп бара шул. Килешәһегеҙҙер?!
Бала саҡтан быйма һөрәгән икән был, тип уйламағыҙ инде. Сәпсим аяғыма яҡын да юлатманым был кейемде. Ишбулды апа мәрхүм ап - аҡ ҡына быйма баҫып биргәс, кипкәнен көтмәй алып кейеп сыҡҡанмын ти тышҡа. Салыш-малыш баҫып табанын өҫкә ҡаратып апҡайтып ташлағанмын.
Утын һарайы артында оҙаҡ торҙо шул салыш быйма, оҙон таяҡ менән алыҫтан тороп ҡына шуға һуға торғайным. Эсендә һағыҙаҡ оялаған ине.
Ә был аҡ быймамды әлләәә ҡасан баҙарҙан ирем алып ҡайтҡайны.
Нишләп аҡ? Ҡараһы юҡ инеме ни?-тип ҡәнәғәтһеҙ ултырғайным.
Ҡараларҙың размерҙары гел ҙур булды , һинең тырантас аяғыңа бара ул, тип ебәрҙе хатта. Үҙенә ҡара быйма, миңә аҡтан алыуын барыбер әллә нисек күрҙем.
Ҡәйнәм килеп минең быйманы тотоп ҡарағас, ирем:
— Аҡ быйма осһоҙ, тигәнен ишетеп ҡалдым.
Әх һин шуға миңә аҡ быйма алдың мәле? Үҙенә ҡиммәт, миңә осһоҙлоһо ла бара тиһеңме, тип эстән йоҙроҡ төйнәнем.
— Улай тимәнем дә инде. Йомшаҡ ҡына тинем, - тип һүҙ төҙәтте атай кешебеҙ аҙаҡ.
Осһоҙ булғанмы, әллә ысынлап йомшаҡ булғанғамы, белмәйем, әммә улар кейгән ҡара быймаларҙан биш артыҡ оҙон ғүмерле булды был аҡ быймам. Улар әллә күпме ҡытай ҡыптырҙарының башына еттеләр әле ишеү, мына бит, ауа - түнә, ҡолай - йығыла, мәсенә - ҡойона быймам тағы ла бер ҡышты ҡышлайым әле тип мейес башында ҡырын ғына арҡа ҡыҙҙырып ята.
Аҡ быйма йөндәре,
Күк быйма йөндәре.
Быйма кейеп һыуҙар йыра,
Беҙҙә әллә кемдәре, -тип ебәргән булам)))
Әтеүсе!
Минең һымаҡ кемдәр быймаға "ғашиҡ"? А, ну - ка, признавайтесь?!

Миңзәлә Сирғәлина

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: