+13 °С
Дождь


Алға табан ҡарт көрттәрен йырып
Атлауҙары түгел еңелдән.
Доға уҡып ҡаршылайбыҙ көндө
Йылы яҡтан иҫкән ел менән.
Төндө бер ҙә бушҡа уҙҙырмаған ―
Ҡар һалған ел ҡабат юлдарға.
Күмелгәндәр йөрөр һуҡмаҡтар ҙа,
Тынғылыҡ юҡ беҙгә ул барҙа.
Бер йүнле эш ҡырмач ул тиктормаҫ
Хужа булып алған урамда.
Тылсымы бар ахыры, ҡар яуҙымы,
Әүерелә ҡарлы буранға.
Көндәр аша етеҙ аҙымдарҙа
Алға табан ваҡыт юрта.
Йылы яҡтан иҫкән ярһыу ел
Яҙ һулышын иҫкән ярһыу ел...
Фәнәвис Дәүләтбаев.