Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
14 Февраля 2022, 03:00

Бөгөн - Ғашиҡтар көнө!

Һөйөп, һөйөлөп йәшәйек, дуҫтар! Һеҙҙең иғтибарға МӨХӘББӘТ тураһында шиғырҙар шәлкеме тәҡдим итәбеҙ. Һылтанма аша үтеп уҡығыҙ. Улар һеҙгә йыл хистәр өҫтәһен:

Күңелеңде аңлар өсөн һинең
Күҙҙәреңә тура ҡараным.
Яратамы, әллә юҡмы тиеп,
Сәскә тажы менән юраным.
Аҡсәскәнең һуңғы тажын тотоп,
Ҡыуанғаным һаман иҫемдә.
Шул мәлдәрҙән күпме һыуҙар аҡты,
Һине күрҙем бары төшөмдә.
Ғәйебе юҡ бында Аҡсәскәнең,
Үҙ-үҙемде генә алданым.
Һөйөү өсөн тиң булырға кәрәк,
Һин – күк, мин – ер – шуны аңланым.
(Ю. ӘХМӘТЙӘНОВА).

 

Шул тиклем дә мөлдөрәп ҡарамасы!
Башым эйеп,һүҙһеҙ үтенәм.
Бер-беребеҙҙе яңы тапһаҡ та беҙ,
Үтеләһе юлдар үтелгән.
Йәшәләһе йылдар йәшәлгәндәр,
Ышанһаҡ та һаман тылсымға.
Һөйәбеҙ,тип күпме алданғанбыҙ,
Хыялдарҙы һанап ысынға.
Бәлки,һиндер ысын мөхәббәтем,
Һинән ҡәҙерлерәк кеше юҡ.
Йөрәгемдә һине йөрөтөргә
Йөрәгемдең ләкин көсө юҡ.

(Ф.Туғыҙбаева).

 

КӨТМӘГӘНДӘ ШУНДАЙ ҠЫҘҘАР ОСРАЙ...

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде...
Алыҫ-алыҫ йондоҙ —
Һиңә ул ҡыҙ,
Төшөңдә лә осоп етмәҫһең.
Төшөңдө лә көнләр кешең барҙа,
Төш күрергә баҙнат итмәҫһең.
Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең,
Кисерәһең үҙең эсеңдән!..
Бер йылмайып ҡарауы ла уның
Оло бер туй яһай хисеңдә!
Оло бер туй!..
Ләкин был туйҙың бит
Һин кейәүе түгел — ҡунағы...
Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа —
Етмәгәнме һиңә шул тағы!..

(1962 йыл)

* * *

Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик
Тәүге мөхәббәтен үҙенең, -
Йә нәфрәте итеп һаҡлай уны,
Йә ғүмергә һөйә өҙөлөп.

Ә ҡалғаны - зәңгәр тулҡын һаны -
Йылдар упҡынында йотола.
Тәүге хистәр, тәүге кистәр генә
Ай серендә һаҡлап тотола.

Үткәне юҡ ҡатын-ҡыҙҙың бөгөн,
Үпкәне юҡ, кисә үпһә лә...
Тик йырҙарға күскән тойғоларға
Упҡындар юҡ, йылдар үтһә лә!

(Рәми ҒАРИПОВ).

Һөйөү менән уйнамайыҡ, йәнем,
Юғалтыуҙар еңел табыуҙан.
Кемдәр генә һағынып иламаған,
Кире ҡайтмай ваҡыт үкһеүҙән.
Булған саҡта уны ҡәҙерләйек,
Йәшәйексе оло һөйөүҙә.
Мөхәббәте яңлыш бер юғалтһаң,
Үкенесе ҡалыр ғүмергә...

(Гөлнур Ҡыуатова).

 

 

Бәрхәт ҡарҙан етәкләшеп уҙҙыҡ,
Яңы йылдың тәүге кисендә:
Шул саҡтарың һинең иҫеңдәме?
Был саҡтарым минең иҫемдә.

"Һөйәм"һүҙен күҙҙәр көйләп биргәс,
Белмәнек беҙ ни тип әйтергә...
Был минуттар һинең хәтерҙәме?
Был минуттар минең хәтерҙә.

Яҙмыштарҙың үҙ йырҙары була,
Йырлатманы беҙҙең көйҙө лә...
Һинең үҙәк быға өҙөәме?
Минең үҙәк быға өҙөлә.

Табышырбыҙ, ҡауышырбыҙ тигән,
Йөрәгемдә йәшерен ут яна.
Һинең күңел шуға ышанамы?
Минең күңел шуға ышана.

(Р.Мифтахов).

 

 

Инде бөттө.Бүтән һинең алда
яна-яна шәмдәй иремәм.
Кистәрендә инде,һине эҙләп,
таныш һуҡмаҡтарҙа йөрөмәм.

Һин үҙгәрҙең.Ярай!Үҙгәр әйҙә!
Һин үҙгәрһәң,мин дә үҙгәрҙем!
Тик күҙҙәрем бына,тик күҙҙәрем
эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе.

Тик ҡулдарым бына, тик ҡулдарым
эҙләп йөҙәй һинең ҡулдарҙы.
Ирендәрем эҙләй иренеңде...
Нишләтәйем бына шуларҙы?
Нишләтәйем, әйтсе, шуларҙы?

(Р.Сафин).

Фото интернеттан алынды.

 

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас