Әҙәби бит
5 Февраля 2022, 10:29

Көнө буйы буран ҡотора

#Һаҡмарилаһиминуттар Көнө буйы ҡотора буран, Ҡар яуа туҡтамай берҙә. Рәхәтте тойоп, йылы өйҙә, Сәй эсәбеҙ икәү бергә.

Көнө буйы ҡотора буран,

Ҡар яуа туҡтамай берҙә.

Рәхәтте тойоп, йылы өйҙә,

Сәй эсәбеҙ икәү бергә.

 

Ҡышҡы тулау тышта ҡала, 

Көслө елдәр иҫһә лә. 

Булмаһын ул өйҙә буран, 

Тормош йәме бөтмәһен. 

 

Эскән сәйҙең дә тәме башҡа, 

Ҡара-ҡаршы һыйланғанда.

Бер-беребеҙҙе йәшәйек аңлап,

"Өй һауаһы" боҙолмаһын да. 

 

Һалҡын сәйгә әйләнмәһен, 

Килер кешеңде көтөп. 

Иҫтә ҡалған тиелмәһен, 

Эскән инек сәйҙе бергәләп.

Лилия Григорьева.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас