Әҙәби бит
1 Февраль 2022, 02:00

Февраль айы ишек шаҡый

Бөгөн ҡыш айының өсөнсө миҙгеле башланды! Уға бәйле ниндәй һынамыштар бар? Комментарийға яҙайыҡ.

Бөгөн ҡыш айының өсөнсө миҙгеле башланды! Уға бәйле ниндәй һынамыштар бар? «Их, ғинуар булһам, һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем», - тигән ти был ай. Бер йылытып, бер һыуытып торғандан, бөтә нәмәне шаҡырайтып туңдырғандан халыҡ уны элек ш а ҡ а й тип атаған. Февралдә һыйырҙар быҙаулай, һарыҡтар бәрәсләй башлай. Тауыҡтар йомортҡа һалырға керешә. Ағастарҙа бөрөләр бүртә. Урман – ҡырҙарҙа төлкө, бүреләрҙең туйҙары башлана, улар был мәлдә ныҡ уҫаллана. Аҡландарҙа ҡуяндар уйнай. Ай аҙағында тәбиғәттә мөғжизәле күренеш – һуйыр уйнауы башлана. Мышылар мөгөҙҙәрен һала. Шаҡылдап торған шаҡай ҡыҫҡа ғына булһа ла - мөғжизәле көндәргә, иҫтәлекле ваҡиғаларға бик бай ай!

Сығанаҡ: Һәр көн - бүләк!

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас