Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
21 Января 2022, 07:00

Әсәй, һинең өсөн нимә эшләй алам?

"- Һин бит быға тиклем бер нәмә лә һораманың, үлергә йөрөгәнеңдә нимәгә улар һиңә? - тип һораған. - Бөтәһе лә яҡшы, ҡәҙерлем. Эҫе һауаға ла түҙҙем, аслыҡҡа ла, һыҙланыуға ла сыҙаным. Һине балаларың бында алып килеп тапшырһа, бындай ауырлыҡтарҙы күтәрә алмаҫһың, - тип яуаплаған әсәһе... Тулыраҡ: 

Атаһы вафат булғас, улы әсәһен ҡарттар йортона тапшырған. Бик һирәк кенә уның хәлен белергә килеп йөрөгән. Бер көн уға шылтыратып, әсәһенең ауыр хәлдә булыуын, тиҙ генә килеп етеүен һорағандар. Ул килеп, яҡты донъя менән хушлашырға әҙерләнгән әсәһенән: “Һинең өсөн нимә эшләй алам? Нимә кәрәк?” - тип һораған.

- Бүлмәгә кондиционер ҡуй, сөнки бында йәйгеһен түҙеп торғоһоҙ эҫе. Һыуытҡыс алып килеп ултырт. Сөнки аҙыҡ-түлекте ҡайҙа һаҡларға белмәгәнлектән, миңә күп тапҡыр ас көйө йоҡларға тура килде, - тигән.

Улы аптырап:

- Һин бит быға тиклем бер нәмә лә һораманың, үлергә йөрөгәнеңдә нимәгә улар һиңә? - тип һораған.

- Бөтәһе лә яҡшы, ҡәҙерлем. Эҫе һауаға ла түҙҙем, аслыҡҡа ла, һыҙланыуға ла сыҙаным. Һине балаларың бында алып килеп тапшырһа, бындай ауырлыҡтарҙы күтәрә алмаҫһың, - тип яуаплаған әсәһе.

Лилиә Такаева тәржемәһе.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас